7

ЗӘЙНӘБ БИИШЕВА КӨҘГӨ ЯМҒЫР

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:

1
Дәрестең темаһы: З.Биишеваның “Көҙгө ямғыр” шиғыры Балаҡатай районы муниципа...
Дәрестең темаһы: З.Биишеваның “Көҙгө ямғыр” шиғыры Балаҡатай районы муниципаль районы Ҡарлыхан урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет белем биреү учреждениеһы Төҙөнө: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәхийәнова Нуриза Нуретдин ҡыҙы
2
Әле ҡойоп ямғыр яуа, Әле hалҡын ҡар төшә. Өҙөлмәҫкә теләп, япраҡ Елдәр менән...
Әле ҡойоп ямғыр яуа, Әле hалҡын ҡар төшә. Өҙөлмәҫкә теләп, япраҡ Елдәр менән тартыша. Ринат Шакир.
0
 
Благодаря этой рекламе сайт может продолжать свое существование, спасибо за просмотр.
3
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева 	 1908 йылдың 2 ғинуарында Башҡ...
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында Башҡортостандың хәҙерге Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында тыуған. Бик йәшләй етем ҡала. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң, 1924 йылда ул Ырымбурҙағы башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлап сыға. 1929-1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй, ауылда яңы тормош төҙөү эшендә актив ҡатнаша.
4
Яҙыусы 1996 йылдың 24 авгусында Өфө ҡалаһында вафат булған. 1934-1938 йылдарҙ...
Яҙыусы 1996 йылдың 24 авгусында Өфө ҡалаһында вафат булған. 1934-1938 йылдарҙа Мәсетле һәм Салауат район газеталарында эшләй. 1938-1941 йылдарҙа Башҡортостан радиокомитетында эшләй. 1942 йылда «Партизан малай» исемле тәүге китабы баҫыла. 1951 йылдан – профессиональ яҙыусы.
5
ӘҪӘРҘӘРЕ: 	Башта ул балалар яҙыусыһы булараҡ таныла. Балалар өсөн хикәйәттәр,...
ӘҪӘРҘӘРЕ: Башта ул балалар яҙыусыһы булараҡ таныла. Балалар өсөн хикәйәттәр, шиғырҙар, әкиәттәр ижад итә. «Дуҫ булайыҡ», «Көнһылыу», «Гөлъямал», «Сәйер кеше», «Уйҙар, уйҙар…» һымаҡ заман өсөн бик тә актуаль повестар яҙа. «Мөхәббәт һәм нәфрәт», «Нәҙер», «Тылсымлы ҡурай» исемле сәхнә әҫәрҙәре яҙа. Иң билдәле ижад емеше булған «Яҡтыға» трилогияһына өс романы ингән: «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында», «Емеш» романдары.
6
З.Биишева — тәржемәсе лә. Ул А.Гайдарҙың “Тимур һәм уның командаһы”, Н.Гоголд...
З.Биишева — тәржемәсе лә. Ул А.Гайдарҙың “Тимур һәм уның командаһы”, Н.Гоголдең ”Тарас Бульба” һ.б әҫәрҙәрҙе башҡорт теленә тәржемә иткән.
7
З.Биишеваның Тыуған ил алдындағы оло хеҙмәттәре юғары баһалана: 	 1960 йылда...
З.Биишеваның Тыуған ил алдындағы оло хеҙмәттәре юғары баһалана: 1960 йылда «Почет Билдәһе» ордены, 1968 йылда «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында» романдары өсөн Салауат Юлаев исемендәге премияһы, шул уҡ 1968 йылда әҙәбиәт өлкәһендә күренекле хеҙмәттәре һәм ижтимағи эшмәкәрлеге өсөн икенсе тапҡыр «Почет Билдәһе» ордены, БАССР Юғары Советы Почет Грамотаһы, 1976 йылда өсөнсө тапҡыр «Почет Билдәһе» ордены, 1990 йылда «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы» тигән исем бирелә.
8
З.Биишева исемендәге Күгәрсен районының әҙәби премияһы 1998 йылда булдырылға...
З.Биишева исемендәге Күгәрсен районының әҙәби премияһы 1998 йылда булдырылған һәм әҙибәнең исемен мәңгеләштереү эшенә тос өлөш индергән өсөн бирелә. Әлеге көндә лауреат исемен 30-лап кеше йөрөтә: улар араһында Башҡортостандың беренсе президенты М.Рәхимов, халыҡ шағирҙары А.Филиппов, Р.Бикбаев, билдәле яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре бар. Башҡортостандың халыҡ шағиры Александр Филиппов Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев
9
«Башҡортостан» киностудияһы 2008 йылда яҙыусы тураһында 1992 һәм 2008 йылдарҙ...
«Башҡортостан» киностудияһы 2008 йылда яҙыусы тураһында 1992 һәм 2008 йылдарҙа документаль фильмдар төшөрә. Башҡортостан «Китап» нәшриәте, Өфөлә бер урам, Стәрлетамаҡдәүләт педагогия академияһы, Мораҡ ауылында дөйөм белем биреү мәктәбе З.Биишева исемен йөрөтә. Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында яҙыусының йорт-музейы эшләй. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты янындағы аллеяла З.Биишеваға бюст ҡуйылған.
10
Һүҙлек эше тынғы бирмәй – тыныслыҡ бирмәү, борсолдороу, тынысһыҙландырыу мая...
Һүҙлек эше тынғы бирмәй – тыныслыҡ бирмәү, борсолдороу, тынысһыҙландырыу мая - берәй нәмәнең башланғыс нигеҙе. һыҡтаныу – әсенеп, әрнеп илау, һыҡтау, плакать екһенеү – нимәнәндер ялҡыу, биҙеү.
11
Ямғыр ниндәй була? Быҫҡаҡлап яуған ямғыр көҙгө ямғыр эре ямғыр ваҡ ямғыр ҡойм...
Ямғыр ниндәй була? Быҫҡаҡлап яуған ямғыр көҙгө ямғыр эре ямғыр ваҡ ямғыр ҡойма ямғыр ҡарлы ямғыр өҙлөкһөҙ яуған ямғыр ләйсән ямғыр
12
КӨҘГӨ ЯМҒЫР Яуа ямғыр, яуа бер өҙлөкһөҙ, Тәҙрәмдә бейей тамсылар. Ниңә бейей...
КӨҘГӨ ЯМҒЫР Яуа ямғыр, яуа бер өҙлөкһөҙ, Тәҙрәмдә бейей тамсылар. Ниңә бейей, ниңә арыу белмәй, Йәнгә тынғы бирмәй тамсы ла.   Шыбыр-шыбыр... Нимә һөйләй икән? Һөйөнсө! — тиме икән. — Көҙ етте! Һыҡтанма ла, екһенмә лә, — тиме, Мин килдем бит ерҙе үҙ итеп!   Килер йылдың йәшел болондарын, Алтын баҫыуҙарын ҡоям мин. Ағастарҙың өмөт бөрөһөнә Серле мая һалып ҡуям мин...   Шулай тиһең, көҙгө ямғыр, беләм, Яу, ямғырым, яу ҙа яу әйҙә. Изге тамсыларың әрәм булмаҫ, Икмәк булып аңҡыр һәр өйҙә.
13
Изге тамсыларың ... Икмәк булып аңҡыр һәр өйҙә.
Изге тамсыларың ... Икмәк булып аңҡыр һәр өйҙә.
14
Яуа ямғыр, яуа бер өҙлөкһөҙ, Тәҙрәмдә бейей тамсылар. Ниңә бейей, ниңә арыу б...
Яуа ямғыр, яуа бер өҙлөкһөҙ, Тәҙрәмдә бейей тамсылар. Ниңә бейей, ниңә арыу белмәй, Йәнгә тынғы бирмәй тамсы ла.
15
- Шыбыр-шыбыр... Нимә һөйләй икән? Һөйөнсө! — тиме икән. — Көҙ етте! Һыҡтанма...
- Шыбыр-шыбыр... Нимә һөйләй икән? Һөйөнсө! — тиме икән. — Көҙ етте! Һыҡтанма ла, екһенмә лә, — тиме, Мин килдем бит ерҙе үҙ итеп!
16
- Килер йылдың йәшел болондарын, Алтын баҫыуҙарын ҡоям мин. Ағастарҙың өмөт б...
- Килер йылдың йәшел болондарын, Алтын баҫыуҙарын ҡоям мин. Ағастарҙың өмөт бөрөһөнә Серле мая һалып ҡуям мин...
17
Шулай тиһең, көҙгө ямғыр, беләм, Яу, ямғырым, яу ҙа яу әйҙә. Изге тамсыларың...
Шулай тиһең, көҙгө ямғыр, беләм, Яу, ямғырым, яу ҙа яу әйҙә. Изге тамсыларың әрәм булмаҫ, Икмәк булып аңҡыр һәр өйҙә.
18
Ямғыр саҡырыу Ямғыр яу, яу, яу. Беҙ булайыҡ һау, һау, һау. Яу килмәһен иң эле...
Ямғыр саҡырыу Ямғыр яу, яу, яу. Беҙ булайыҡ һау, һау, һау. Яу килмәһен иң элек, Илдә булһын именлек. Ерҙә еңһен – изгелек, Сәнселһен бар яуызлыҡ. Бир шуларға ауыҙлыҡ. ********************
19
Ҡоролоҡ ваҡытында әйтелгән теләктәр: 	 Ямғыр яу, яу, яу, Майлы бутҡа бирермен...
Ҡоролоҡ ваҡытында әйтелгән теләктәр: Ямғыр яу, яу, яу, Майлы бутҡа бирермен, Тәтәй ҡашыҡ бирермен, Тәтәй ҡашыҡ баҙарҙа, Майлы бутҡа ҡаҙанда!
20
Ямғыр тамсылары бейей. Ергә алтын көҙ килә. Ямғыр тәбиғәткә йәшәү алып килә....
Ямғыр тамсылары бейей. Ергә алтын көҙ килә. Ямғыр тәбиғәткә йәшәү алып килә. Ямғыр - муллыҡ, тереклек нигеҙе.
21
Шулай тиһең,/ көҙгө ямғыр,/ беләм,// Яу,/ямғырым,/ яу ҙа яу әйҙә.// Изге тамс...
Шулай тиһең,/ көҙгө ямғыр,/ беләм,// Яу,/ямғырым,/ яу ҙа яу әйҙә.// Изге тамсыларың әрәм булмаҫ,/ Икмәк булып аңҡыр һәр өйҙә.//
22
1 ноябрҙә ямғыр өҫтөнә ҡар яуһа, йәй һалҡын килер, бесән уңыр.  Ерҙе бер ҡат...
1 ноябрҙә ямғыр өҫтөнә ҡар яуһа, йәй һалҡын килер, бесән уңыр.  Ерҙе бер ҡат туйҙырһаң, ул һине ун ҡат туйҙырыр. Игенсе ямғыр теләй, юлсы аяҙ теләй. Ямғыр булһа, йәнең тыныс.
23
Синквейн: Теманы асыусы исем: ямғыр Предметты баһалаусы ике сифат: өҙлөкһөҙ,...
Синквейн: Теманы асыусы исем: ямғыр Предметты баһалаусы ике сифат: өҙлөкһөҙ, көҙгө Темаға ҡағылышлы өс ҡылым: яуа, бейей, һала. Теманы асыусы фраза: Икмәк булып аңҡыр. Һығымта яһаусы исем: Тереклек (тормош)
24
“Миләш” йыры З.Биишева һүҙҙәре, Нур Дауытов музыкаһы Башҡортостандың халыҡ йы...
“Миләш” йыры З.Биишева һүҙҙәре, Нур Дауытов музыкаһы Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Резеда Әминева башҡара З.Биишева шиғырҙарына байтаҡ ҡына йырҙар ҙа ижад ителгән. “Йырлайым мин”, “Миләш” һәм башҡалар.
25
Өй эше. “Көҙгө ямғыр ” шиғырын ятлап килергә.
Өй эше. “Көҙгө ямғыр ” шиғырын ятлап килергә.
 
 
X

Чтобы скачать данную презентацию, порекомендуйте её своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить презентацию