М.Кәрим- әҙәби ижадтың бөтә өлкәләрендә лә актив эшләгән күп яҡлы талант эйәһе. Уның “Европа-Азия”, “Вьетнам яҙмалары”, “Болгар дәфтәренән”кеүек шиғыр шәлкемдәре, “Сыйырсыҡ балаһы”хикәйәһе, “Үлмәҫбай”, “Сер”, “Йылмайыу”, “Ҡара һыуҙар”поэмалары, “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Ярлыҡау”повестары, “Ҡыҙ урлау”, “Ай тотолған төндә”, “Айгөл иле”, “Салауат”, “Ташлама утты, Прометей!” драмалары киң билдәле. Был әҫәрҙәр рус, татар, украин,ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, авар, тажик, грузин, литва, латыш һ.б. телдәргә тәржемә ителгән.