7


  • Учителю
  • Урок дебаты по теме Лес - краса земли по роману Вечный лес Нугмана Мусина

Урок дебаты по теме Лес - краса земли по роману Вечный лес Нугмана Мусина

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Тема. Ноғман Мусиндың "Мәңгелек урман" дилогияһы буйынса дәрес - дебат "Урман - ер күрке"

Дәрестең эпиграфы.

  • Ҡурай?

  • Әү!

  • Ҡайҙа үҫтең?

  • Урманда үҫтем.

  • Кем ҡырҡты?

  • Оҫта ҡырҡты.

  • Ни эшләргә?

  • Уйнарға.

Дәрестең маҡсаты. Ноғман Мусиндың "Мәңгелек урман" романының идея - тематик йөкмәткеһе менән танышыу; дебат ярҙамында тәнҡитле фекерләү алымын үҫтереү, төрлө сығанаҡтар менән эшләүҙе формалаштырыу, төрлө яҡлы ҡараштарҙы һәм факттарҙы айыра белеү, алынған мәғлүмәтте анализлау, диалогик телмәрҙе үҫтереү; экологик белемде киңәйтеү, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү, төрлө сығанаҡтарға, аргументтарға таянып, урман - ер күрке һәм ул һатылырға тейеш түгеллеген иҫбатлау, ҡараласаҡ проблеманың көнүҙәк булыуын асыҡлау.

Йыһазландырыу. Ноғман Мусиндың "Мәңгелек урман" китабы, экран.

Уҡытыусы.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың "Мәңгелек урман" дилогияһы яҙыусы ижадында үҙенсәлекле урын тота. Исеменән күренеүенсә роман урман тураһында, ябай урман түгел, ә мәңгелек урман. Дилогияның беренсе китабында шундай юлдар бар.

"Төлкөсура диләнкәгә һуғылып, урман ҡырҡыусылар эргәһенә туҡталды. Уларҙың һомғол ҡарағайҙарҙы ауҙарыуына, яңы ғына ҡарағай урманы томрап ултырған, хәҙер ҡола ялан булып ҡалған тау битләүенә ҡарап торҙо.

  • Шулай бына, ҡорҙаш - ҡоҙа, - тине Ҡотдос уның янына килеп, көнөнә бер ҡаҙаҡ он алайым тип, ер йәмен килтерәбеҙ. Их, донъялар! … Теге саҡта Ҡотлоғужа менән староста алдалап, ерҙе һаттырмаған булһалар…

  • Урман имен - аман ҡалыр ине, тимәксеһеңме? - Төлкөсура көрһөндө, тағы тирә - яғына күҙ йүгертте. Лапшинға һатмаһаҡ, икенсе берәү киҫтерер ине. Бында эш Ҡотлоғужала ғына тормай, Ҡотдос.

  • Ә ниҙә тора һуң?

Был һорауға ҡапыл ғына яуап бирә алмай Төлкөсура. Бер яҡтан, урманды ҡырҡмайынса бушҡа серетеүҙән файҙа юҡ, икенсе төрлө уйлаһаң, шул хәтлем аяуһыҙ ҡырғас, ул бер заман бөтәсәк тә инде, урмандың да сиге бар. Унан, урман ҡырҡыу - халыҡҡа кәсеп. Аҙмы - күпме аҡсаһын, онон алып тора. Тағы ла төптәнерәк уйлаһаң, тамаҡ байына тиерлк эшләп, кешеләр күпме ыҙа сигә, ә Лапшиндар кҫә ҡалынайта. Ер - һыуҙы бөтөнләйе менән халыҡ ҡулына биреп, халыҡ унан үҙе генә файҙа күрһен ине лә бит, ләкин быны нисек эшләргә?" Шулай итеп, бөгөнгө көндә лә актуаль яңғыраған, бер быуат уҡ Төлкөсураны, халыҡты уйландырған "Урман һатылырға тейешме?", "Урман халыҡҡа нисек хеҙмәт итергә тейеш?"тигән һорауға дебат формаһында яуап эҙләйәсәкбеҙ.

Бөгөнгө дебатыбыҙҙың темаһы "Урманды ҡырҡмаҫҡа!"

Терминдар. Лесхоз - дәүләт ҡарамағында булған урман хужалығы урман ресурстары - ағас, дарыу үләндәре, ашарға яраҡлы урман ресурстары, арендатор - урманды бер нисә йылдан алып 49 йылға тиклем арендаға алған кеше.

Раҫлаусы команданың тезисы "Урман - ер күрке, халыҡ кеүек мәңгелек булырға тейеш"







Раҫлаусы команданың 1 - се спикер өсөн аргументтар.

Урман - ер күрке, ул халыҡ кеүек мәңгелек булырға тейеш. Башҡорт өсөн гүзәл тәбиғәт - рух сығанағы, шатлыҡ шишмәһе, йәшәү тамырҙары. Урман - сабынлыҡ түгел, йыл да күпереп ҡалҡып сыҡмай, ҡырҡылған ағастар урынына яңы үҫентеләр ултыртҡанда ла, уларҙың өлгөрөп етеүен быуаттар буйы көтөргә кәрәк. Тарихҡа күҙ һалайыҡ:

1833 йылда Ырымбур губернаторы Василий Алексеевич Перовский промышленниктарға үҙенең күрһәтмәһенән тыш урман һатыуҙы тыйған. Бөйөк химик Дмитрий Иванович Менделеев 1899 йылда экспедиция менән Уралда була. Ул Белорет районындағы Әүжән һәм Ҡағы тауҙарын күреп һоҡланған һәм был тауҙарҙы сарыф итергә бөтөнләй юл ҡуйырға ярамай, тип иҫкәрткән.

Тиҫтәләрсә йылдар Башҡортостан урмандарында башлыса ҡарағай, аҡ шыршы, ҡарағас, ҡайын ҡырҡырға тырышалар. Һөҙөмтәлә ҡарағай, аҡ шыршы урмандары текә тау битләүҙәрендә генә ҡалып бара. Фанера етештереү өсөн хәҙер ҡайын күпләп ҡырҡыла. Ҡарағаслыҡтар, ғөмүмән, юҡ тиерлек. Шул уҡ ваҡытта урмансылар ағасы ҡырҡылған майҙандарға яңы үҫентеләр ултыртып өлгөрмәй. Әгәр башлаған диләнкәгә ике йыл эсендә ҡарағай ултыртыуҙы хәстәрләмәһәң, уны тәүҙә ҡурай еләге, төрлө ҡыуаҡлыҡтар, унан һуң уҫаҡ, ҡайын баҫып ала. Ләкин зыяндың иң ҙур өлөшө ағасты йығып әҙерләгәндә килтерелә. Мәҫәлән, 850 - 900 мең кубометр ағас әҙерләнә икән, унан кәм тигәндә 150 мең кубометр ҡалдыҡ ҡала. Ошо хәл булмаһа, йыл һайын кәмендә мең гектар урман ҡырҡылмаҫ ине.

Урман ни тиклем бай булһа, уның файҙаһы ла атмосфера өсөн бик ҙур. Урта йәштәрҙәге ағастар йәш ағастарға ҡарағанда углекислый газды күберәк йота. 20 йәшлек ҡарағай бер йыл эсендә 9 тонна углекислый газ йотһа, 60 йәшлек ағас 13 тонна. Урман - атмосфера санитары. Юл буйында үҫкән бер гектар шыршы урманы 30 тонна саң йота, ҡарағай сауҡалығы 38 тонна, имәнлек 54 тонна. Ҡалала тиккә генә тирәк ултыртмайҙар. Тирәктең япрағының бер квадрат метры үҙенә ете килограмға тиклем саң йыя. Кешенең тын алыу системаһына ыңғай тәьҫир итеүсе эфир майҙары бүлеп сығара. Шулай итеп, урман - һаулыҡ, йәшәү сығанағы һәм беҙҙең команда урманды ҡырҡмаҫҡа тигән ҡарар сығара.

Ҡаршы команданың һорауына яуап. Хәҙерге көндә электрон китаптар сығарыла башланы. Шулай уҡ макулатура йыйыуҙы кире тергеҙергә кәрәк. Яңыраҡ ҡына Туймазы, Бәләбәй ҡалаларында макулатура йыйыу акцияһы ойошторолдо.

Кире ҡағыусы команданың тезисы. "Урман - байлыҡ сығанағы"

Кире ҡағыусы команданың 1 - се спикеры.

«Урал урмандары шау-шыу итә...» Халҡыбыҙҙың боронғо йырҙарының береһе шулай башлана. Һәм ғәжәп тә түгел, сөнки башҡорттоң көнкүреше, шөғөлө туранан-тура урман, уның һыуҙары, кейек-йәнлектәре, емеш-еләктәре менән бәйләнгән булған. Урман кешене туйындырған да, кейендергән дә, әсе һәм эҫе елдәрҙән генә түгел, ҡайһы саҡ дошмандарҙан да һаҡлаған.

5,5 миллион гектар урманыбыҙ була тороп, нефть эшкәртеүгә һәм нефть химияһына ғына ҡарап йәшәү һис килешмәй. Урман - беҙҙең байлығыбыҙ, һәм беҙ уны оҫта, һөҙөмтәле файҙаланырға тейешбеҙ. Һуңғы йылдарҙа урман буйынса эшҡыуарлыҡ үҫә башланы. Таҡта киҫеү, өй, мунса буралары эшләп һатыу буйынса шәхси цехтар асыла һәм халыҡҡа эш урындары булдырыла. Был бигерәк тә ауыл ерендә колхоз, совхоздар, лесхоздар бөтөрөлгән осорҙа халыҡ өсөн бик файҙалы эш тип уйлайбыҙ. Мәҫәлән, Көйөргәҙе районы эшҡыуары Альберт Күсәрбаев -ағас эшкәртеү буйынса үҙ эшен асып ебәргән һәм районды ғына түгел, тирә-яҡ ҡалаларҙы төҙөкләндереү өсөн байтаҡ өлөшөн индерә. Уның цехы ишек, ултырғыс, өҫтәл, иҙән таҡтаһы, евровагонка, плинтустар етештерә, мунса, өй буралары күтәрә, беседкалар төҙөй. Альберт Күсәрбаев 25 кешегә эш урыны булдырған. Урманы булған ауылда йәшәгән халыҡтың күпселеге ошондай ағас эшкәртеү тармағында кәсеп итә. Шулай итеп ағас ҡырҡылмай икән, бындай цехтарҙы ябырға тура килә. Ә инде тыуған ерендә кәсеп таба алмаған кешегә ике генә юл ҡала - йә ситкә китергә, йә аҡсаһыҙ - ниһеҙ ҡалып, тормош төбөнә тәгәрәргә.

"Урман кодексы" буйынса урманды 49 йылға арендаға алып үҙ эшен асыу мөмкинлеге бар. Шулай итеп, урман - байлыҡ, йәшәү сығанағы тип иҫбатлай беҙҙең команда.

Ҡаршы команданың һорауына яуап. Башҡортостан урмандары арендаға тик Башҡортостанда йәшәгән кешеләргә бирелергә тейеш тип иҫәпләй беҙҙең команда.

Раҫлаусы команданың 2 - се спикеры.

Урман-төҙөлөш материалы ғына түгел, дөйөм халыҡ байлығы, сәләмәтлек сығанағы ла. Ноғман Мусиндың "Мәңгелек урман" дилогияһында күрһәтелгәнсә урманды йөҙ йыл элек нисек ҡырҡылып һатылған, бөгөн дә шулай ҡырҡыла. Урманды шундай вәхшиҙәрсә ҡырҡмайынса табыш алып була.

Башҡортостанда туристик индустрия булдырыу шундай табыштарҙың береһен тәҡдим итә беҙҙең команда. Республикабыҙҙың үҙенсәлекле ғәжәп тәбиғәте «Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт» китабына индерелгән. Спорт туризмының иҡтисади яҡтан килем килтереүен дә әйтеп үтеү мөһим. Башҡортостандың һәр төбәгендә туристик проекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бар. Мәҫәлән, Мораҙым тарлауығы, Шүлгәнташ мәмерйәһе, һыу һаҡлағыстар, Ирәмәл тауы, шихандар һ.б. Илдә ике урында ғына, Көньяҡ Уралда һәм Алтайҙа, туризмдың бөтә төрөн үҫтереп була. Тау туризмы, йылғаларҙан һалда ағыу, мәмерйәләр, йәйәүле туризм, тау саңғыһы - барыһы ла мөмкин беҙҙә Йәғни туризм буйынса эшҡыуарлыҡты үҫтерергә тәҡдим итә беҙҙең команда.

Кире ҡағыусы команданың 1 - се спикерына һорау бирә.

  • Сит илдән килгән арендатор беҙҙең халыҡты уйлармы икән?

Кире ҡағыусы команданың 2 - се спикеры.

Ағас - төҙөлөш материалы. Уға ихтыяж, көрсөк заманымы, түгелме, бер ҡасан да кәмемәй. Ата-бабаларыбыҙ борон-борондан ағас кәсепселеге, һунарсылыҡ менән көн күргән, ағастан көнкүреш һәм хужалыҡ кәрәк-ярағын етештергән. Башҡорт ерендә ағас кәсепселегенең 40-тан ашыу төрө булған. Хатта урыны-урыны менән махсуслашҡан кәсепселек тә хас беҙҙең халыҡҡа. Әйтәйек, Ағиҙел, Нөгөш, Инйәр буйҙарында йәшәгән башҡорттар ағастан соҡоп төрлө һауыт-һаба, Стәрлетамаҡ районында йүкә септәһе, һәр ерҙә лә тип әйтерлек көрәк-һәнәк һаптары әҙерләү менән булғандар. Был да бит ауыл кешеһе өсөн яңы эш урыны булдыра. Белорет районының Әүжән леспромхозында киң һәм тар колеялы тимер юлы, металлургия өсөн шпалдар, йәшник һәм мискә таҡталары, сайыр, өҫтәлдәр, мәктәп парталары, театр креслолары, ултырғыстар, арба, сана, тәгәрмәстәр етештерәләр, дегет ҡайнаталар. Күренеүенсә, ағастан күп төрлө продукция алып була икән. Былтыр Рәсәй Федерацияһы бюджет системаһына Башҡортостан урмандарын файҙаланыуҙан 231 миллиондан һум ашыу аҡса күскән. Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уның 104 миллионы республикаға, 127 миллион һумы федераль бюджетҡа йүнәлтелгән. Быйыл урман хужалығына ил бюджетына 248 миллион һум күләмендә килем индереү бурысы йөкмәтелгән. Шулай итеп, урман республика бюджетына килем килтереүсе булып тора.

Раҫлаусы команданың 1 -се спикерына һорау.

  • Һин яҙған дәфтәрҙе, уҡыған китапты ағас булмаһа нисек сығарырға мөмкин тип уйлайһың?

Раҫлаусы команданың 3 - сө спикеры.

Урман иһә ағас ҡына түгел. Уға ышыҡланып, еләк-емеше лә, бәшмәктәре лә, күп төрлө дарыу үләндәре лә үҫә. Кемдер шул хазиналарҙың һумдар менән иҫәпләнгән ҡиммәтен самалағаны булдымы икән? Һәр хәлдә, белгестәр, урман бүләктәренең ике проценты ғына кеше файҙаһына китә, тип раҫлай. Дарыу үҫемлектәрен, еләк-емеште, бәшмәктәрҙе йыйыу, һатып алыу, эшкәртеү беҙҙә етерлек кимәлдә ойошторолмаған. Дарыу үҫемлектәрен, еләк-емеште, бәшмәктәрҙе йыйыу, һатып алыу, эшкәртеү эшен ойошторорға мөмкин. Был осраҡта Рим Әхмәдовтың "Башҡортостандың файҙалы үҫемлектәре" китабы ярҙамсы була ала. Ҡайһы берәүҙәр урманда емеш-еләкте һындырып, йолҡоп йыя, бәшмәктәрҙе тамырынан ҡайырып ала. Урман күптәр өсөн усаҡ яғып, кәйеф-сафа ҡороу урыны ғына. Уларҙан өйөм-өйөм ҡый, консерва банкалары, шешәләр ятып ҡала, һүндерелмәгән ҡуҙҙан янғын сыға.

"Мәңгелек урман" әҫәрендәге урманда транспортты бер генә юлдан йөрөтөргә, йәш ағастарҙы тапатмаҫҡа, тыныслыҡ айлығын үткәрергә тигән талаптарына ҡушылабыҙ. Утындан башҡа нәмәгә эшкинмәгән урмандарҙы ғына киҫергә тәҡдим итә Ғилман Төлкөсурин.

Хәҙерге көндә Төлкөсура, Бикморат, Ғилман Төлкөсурин кеүек урмансыларыбыҙ бар әле. Мәҫәлән, урмансыларға илдәге берҙән - бер һәйкәл Йософ Фәррәхов менән Николай Морозов хөрмәтенә Туймазы ҡалаһында ҡуйылған. Ошо ҡалаға ингән дүрт юлдың яҡ - яғына дүрт төрлө ағас ултыртылған.

Урманды ерҙең йәшел юрғаны ла, тере ҡалҡаны ла тип йөрөтәләр. Әгәр уға үҙебеҙ ҡалҡан булмаһаҡ, урман да мәңге йәшәй алмаҫ, тип иҫәпләй беҙҙең команда.

Кире ҡағыусы команданың 3 - сө спикеры

Хәҙер ҡала халҡы ағастан һалынған өйҙәргә ынтыла. Ағас йорт йыһазы, донъя кәрәк-ярағы тимер-томорға, пластикҡа ҡарағанда күпкә матурыраҡ та, нығыраҡ та, экологик йәһәттән хәүефһеҙерәк тә.

Урман булмаһа беҙ уҡыған китаптар, яҙған дәфтәр, ҡағыҙҙар, гәзит - журналдар булмаҫ ине. Гәзит - журналдарҙың, китаптарҙың электрон варианты ла кеше һаулығы өсөн хәүефле икәнен онотмайыҡ. Ҡарт ағастарҙың углекислый газ йотоп, кислород бүлеп сығарыуы кәмей. Шуның өсөн дә урманды ваҡытында киҫеү файҙалы эш. Экологик яҡтан бик отошло ла. Ә Башҡортостанда ҡартайған ҡайын урмандары бик күп.

Былтыр Рәсәй Федерацияһы бюджет системаһына Башҡортостан урмандарын файҙаланыуҙан 231 миллиондан һум ашыу аҡса күскән. Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уның 104 миллионы республикаға, 127 миллион һумы федераль бюджетҡа йүнәлтелгән. Быйыл урман хужалығына ил бюджетына 248 миллион һум күләмендә килем индереү бурысы йөкмәтелгән. Шулай итеп, урман республика бюджетына килем килтереүсе булып тора.

Йомғаҡлау.

Уҡытыусы.

Эпиграфҡа кире ҡайтыу.

  • Ҡурай?

  • Әү!

  • Ҡайҙа үҫтең?

  • Урманда үҫтем.

  • Кем ҡырҡты?

  • Оҫта ҡырҡты.

  • Ни эшләргә?

  • Уйнарға.

Кеше ҡурайҙы яһап бөткәс, ләззәтләнеп һыҙҙырып уйнап та ебәрә. Бына ошо сихри моң аҫтында тәбиғәт менән кеше бер бөтөнгә әйләнгәндәй. Урман һәм кеше. Был ике төшөнсә, йәшәү менән һауа араһындағы бәйләнеш кеүек, айырылғыһыҙ. Кешелек донъяһы мәңгелек тибеҙ икән, бының урмандан башҡа булыуы мөмкин түгел. Йәғни кешелектең мәңгелек булыуы өсөн, урмандың мәңгелек булыуы шарт. Беҙҙә халыҡтың тәбиғәткә мөнәсәбәте бик түбән кимәлдә. Ә беҙ мәңгелек байлығыбыҙҙы тапап, яндырып, тәләфләп йәшәйбеҙ. Тәбиғәт үҙенә ҡарата бындай ҡоротҡослоҡто бер ҡасан да ғәфү итмәй...









 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал