7


  • Учителю
  • УрокАҡмулланың тормош юлына арналған дәрес-конференция 10 класс

УрокАҡмулланың тормош юлына арналған дәрес-конференция 10 класс

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала



Тема. М.Аҡмулланың тормош юлы һәм ижадына арналған дәрес- конференция.

Маҡсат:

Белем биреү:

М.Аҡмулланың тормош юлын һәм ижадын ҡабатлау,йомғаҡлау,

өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү.

Үҫтереү:

Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен,һүҙ байлығын үҫтереү,үҙ фекерҙәрен аныҡ итеп әйтергә,сығыш яһарға өйрәтергә.

Тәрбиәүи:

Аҡмулланың тормошо өлгөһөндә уҡыусыларҙа белемгә ынтылыш уятыу,әҙәп-әхлаҡ тәрбиәһе биреү.

Йыһазландырыу:Слайд-1

М.Аҡмулланың портреты,китаптары күргәҙмәһе.

Сығыштар өсөн кәрәкле материалдар:карта,шәжәрә,Презентация"Аҡмулла"

Һүҙлек:Мәғрифәт,мәғрифәтсе,золом,йофар,инсафлыҡ,мосафир,ғәрип

Дәрес барышы.Магнитофондан әкрен генә «Урал» көйө ишетелә.

Уҡытыусы Ф. Рәхимғолованың шиғырын һөйләй.Слайд-2

Бик йәштән үк ата йортон

Мәжбүр булды ташларға,

Халыҡтар араһына сығып,

Яңы тормош башларға.

Әй, Аҡмулла, Аҡмулла,

Сәсән телле бер мулла.

Яһилға һин дау мулла,

Халҡыңа һин аҡ мулла.

Ун өс йылдан ҡайтып ингәс,

Ата йортоң үҙ итмәне.

Әммә туған ғәзиз халҡың

Һине ситкә типмәне.

Эй Аҡмулла, Аҡмулла,

Сәсән телле бер мулла

Әхлаҡһыҙға дау мулла

Халҡыңа һин аҡ мулла

Ф.Рәхимғолова ошо бәләкәй генә шиғырында Аҡмулланың тормошо тураһында

бик тә тапҡыр әйткән.

XIX быуаттың икенсе яртыһында йәшәгән һәм ижад иткән күренекле шағир М.Аҡмуллны мәғрифәтсе-шағир тип йөрөтәләр.Мәғрифәт һүҙе нимәне аңлата һуң?

Әйҙәгеҙ белешмәнән ҡарап китәйек әле.

Слайд-3

Мәғрифәт-ғәрәп теленән ингән һүҙ-аң-белем,культура

Мәғрифәтсе-аң-белем таратыусы-просветитель.

Аҡмулланың әҫәрҙәре башҡорттар араһында ғына түгел,ҡаҙаҡтар,татарҙар араһында ла яратып уҡыла,күп шиғырҙарын халыҡ яттан белгән.2016 йылдың декабрендә тыуыуына 185 йыл була.Бөгөн беҙ ошо мәшһүр шағирыбыҙҙың тормош юлына, ижадына арналған дәрес-конференцияға йыйылғанбыҙ.Дәрес барышында уның үҫмер сағын,уҡыу йылдарын,ижад юлын ҡабатлап китербеҙ.Ҡайһы бер шиғырҙарын тасуири уҡырбыҙ.



Уҡытыусы:

Һорау:1.Аҡмулланың бала, үҫмер сағы нисек уҙған? ( Бер уҡыусы бала,үҫмер сағын һөйләй)

2.Уҡыу йылдары (икенсе уҡыусы һөйләй)

3.Ҡалған ғүмерен нисек уҙғара һуң? (өсөнсө уҡыусы һөйләй.)



Уҡытыусы: Аҡмулла башҡорт халҡының наҙан , ярлы булыуына бик әсенгән, уны уҡырға, белем алырға саҡырған.



Һорау:Аҡмулланың белемгә саҡырыуы, өндәүе ниндәй шиғырында яңғырый?

(«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк» тасуири уҡыу)

Слайд-4

Уҡытыусы: «Аҡмулла Салауаттан һуң беренсе тапҡыр үҙ халҡына, башҡорттарым, тип ихлас күңелдән өндәшә, уны айырыуса бер ярһыныу менән мәғрифәткә, ғилемгә саҡыра,» - тип яҙҙы профессор Әхнәф Харисов.



Уҡытыусы: «Нәсихәттәр» шиғырын видео яҙманан тыңлау.

Һорау:Балалар, был шиғырында Аҡмулла нимәгә өндәй?



Яуаптар: Тәрбиәле, аҡыллы,тәртипле, әҙәпле, иманлы,сабырлы булырға өндәй.



Уҡытыусы: Дөрөҫ, балалар, бөтә уңыштар аҡыллы, тәртипле,иманлы,сабырлы булыуҙан башлана ла инде.Беҙ шөкөр тип әйтергә белергә тейешбеҙ.



Һорау: Ҡаҙаҡ далаларында уҡытып йөрөгән ваҡытында Аҡмулла төрмәгә эләгә.Ошо ваҡиға тураһында бер уҡыусы һөйләй.



Уҡытыусы: Ошо ваҡиғалар менән бәйле Аҡмулла ниндәй шиғырын яҙа?

Яуап

"Ятҡан урыным-зиндан" шиғырын тасуири уҡыу.

Слайд-5

Уҡытыусы: Слайдта яҙылған һүҙҙәрҙе дөрөҫ баҫым ҡуйып уҡыу, тәржемә итеү: золом, йофар, инсафлыҡ.Был һүҙҙәрҙе шағирҙың ҡайһы шиғырҙарында осратып була?

Яуаптар: «Инсафлыҡ» , «Урыным -зиндан», «Бәхет»

«Бәхет» шиғырын яттан һөйләү.

Һорау:Аҡмулла тураһында кемдәр ниндәй шиғырҙар, ҡобайырҙар ижад иткән?

Слайд-6

Яуаптар:Ҡәҙим Аралбаев «Аҡмулла» тигән ҡобайырын яҙған, Р.Солтангәрәева «Аҡмуллаға» тигән ҡобайырын ижад иткән, «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк» тигән йыр бар.М.Аҡмулла шиғыры Х. Әхмәтов музыкаһы.

Йырҙы тыңлау.



Һорау: Ошо юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?

Слайд-7

Ҡапҡаға бай килһә, хуш килдең тиер.

Мосафир, ғәрип килһә, өркөп ҡасыр.



Яуап: Бай килһә, ҡапҡа асып ҡаршы алып торалар,байға ярарға тырышалар, ә ғәрип, ярлы, мосафир килһә, уны ашатыу - эсереүҙән ҡурҡалар.



Уҡытыусы: Дөрөҫ. Ошо шиғыр юлдарында ниндәй яңы һүҙҙәр осраны (мосафир, ғәрип.) тәржемәһен дәфтәргә яҙып ҡуябыҙ

Уҡытыусы:Аҡмулланың исемен мәңгеләштереү өсөн ниндәй эштәр эшләнелә?

Слайд-8-14

-Туҡһанбайҙа музей асылды

-Башҡорт педагогия университеты Аҡмулла исемен йөрөтә

-1989 йылда Аҡмулла исемендәге премия булдырылды

-2008 йылда Өфөлә һәйкәл асылды

-Шағирҙар,яҙыусылар,ғалимдар,рәссамдар үҙ хеҙмәттәрен Аҡмуллаға бағышланы:Ғ.Шафиҡов"Аҡмулла" повесы

З.Исмәғилев"Аҡмулла" операһы

Р.Ниғмәтуллин "Аҡ нур" поэмаһы

Ғ.Мөхәмәтшин "Ҡаҙаҡ далаларында","Өфөлә осрашыу" картиналары

Уҡытыусы: Дәресте йомғаҡлау өсөн викторина һорауҙарына яуап биреп алабыҙ

Слайд-15

Викторина һорауҙары.

1.Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла нисәнсе йылда һәм ҡайҙа тыуған? (1831 йылдың 26 декабрендә Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе Күл иле-Мең олоҫо (хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында тыуған)

2.Тәүге һабаҡты ҡайҙан ала? (Атаһынан).

3. Аҡмулла ниндәй мәҙрәсәләрҙә белем ала? (Мәнәүезтамаҡ, Әнәс, Стәрлебаш, Троицк мәҙрәсәләрендә).

4.Халыҡ ни өсөн ярата? (Уҡымышлылығы, тура һүҙлелеге, сәсәнлеге өсөн).

5.Ҡайһы халыҡ уны Аҡмулла тип атаған? (Ҡаҙаҡтар уны уҡымышлылығы, тура һүҙлелеге өсөн "Аҡмулла" тип атаған. Аҡмулла - ҡаҙаҡса тура, ғәҙел һүҙле, аҡыллы кеше тигән һүҙ).

6.Үҙе иҫән саҡта Аҡмулланың нисә китабы баҫылып сыға? (Бер, 1892 йылда "Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе").

7.Аҡмулланың әсәһенең исеме? (Бибиөмөгөлсөм).

8.Нисәнсе йылда, нисек вафат була? (1895 йылдың 8 октябрендә Троицкиҙан Златоустҡа килгән ерендә, Миәс ҡалаһынан йыраҡ түгел ерҙә байҙар ялланған кешеләр тарафынан үлтерелә, кәүҙәһе Миәс зыяратына күмелә).

9.Бөйөк мәғрифәтсенең исемен ниндәй уҡыу йорто йөрөтә? (БДПУ).

10.Нисәнсе йылда тыуған районында Миәкәлә премияһы булдырыла? (1989 йылда Миәкә район Советы тарафынан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия булдырыла.).

11.Миәкә районындағы Туҡһанбай ауылында Аҡмуллаға музей ҡасан асыла? (1981).

Дәресте йомғаҡлау.

Уҡытыусы: Ҡәҙерле уҡыусылар, ошо дәрестә Аҡмулла тураһында һин нимә белдең? Карточкалар таратып бирәм. Яуаптарҙы карточкаларға яҙабыҙ.



Мин Аҡмулла тураһында шуны белдем:

Уның шундай һәйбәт сифаттары булған:

Шуныһы мөһим:

Аҡмулланы халыҡ яратҡан,сөнки

Мине шул яғы ҡыҙыҡһындырҙы:

Уҡыу тураһында шундай фекер әйткән:

Аҡмулла -мәғрифәтсе,сөнки





Карточкалар йыйылып алына

Слайд-16

Уҡытыусы: Байлыҡ - бер айлыҡ, белемлелек - ғүмерлек тигән мәҡәлде нисек аңлайһығыҙ?

Яуаптар

Өйгә эш: Белем тураһында мәҡәлдәр яҙырға.

































Заявка на участие на конкурсеУчитель башкирского языка и литературы, высшая категория,

23 года

Полное название образовательной организации, в которой работает участник конкурса

МКОУ СОШ д.Левали

E- mail

hizbullina.mindigul@dk.ru

Название методической разработки

Аҡмулланың тормош һәм ижад юлына арналған дәрес-конференция

Для какого класса предназначена

9 класс с русским языком обучения

(2 линия)

Применяемые в данной разработке педагогические технологии

Карточки,тесты,компьютер,проектор,

магнитофон, аудио запись,

видео запись

Адрес, контактный телефон

Белокатайский район д.Левали ул.Лесная 14-2 тел.347(50)25-6-90























 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал