- Учителю
- Яңы йыл байрамына сценарий
Яңы йыл байрамына сценарий
Ҡатнашалар: алып барыусы, ҡуян -Наҙгөл,бүре-Рәмил, жираф-Сынгыз, кәзә- Аделина, убырлы ҡарсыҡ- Гүзәлиә, ҡәһ-ҡәһә- Рифат, Аҡъял батыр-Салауат, ат-Айгүзәл, Артем, Радмир.
Мин: Урал иңләп ҡарҙар яуа,
Яуа көн-төн буранлап.
Алыҫтағы тау күгелйем,
Яҡындағы -сағыу аҡ.
Йәшел шыршы, ҡарағайҙар
Йәм бирә тирә яҡҡа,
Осло һөңгөләрен тотоп,
Баҫҡандар улар һаҡҡа.
Ҡуян: Яңы йылды ҡаршылайым
Һыйым мул - күп кишерем.
Кишерҙән мин тәмлекәстәр
Ҡунаҡтарға бешерҙем.
Дуҫтар менән хатта йөҙ йыл
Йәшәргә лә самам бар.
Бүренән дә ҡурҡмайым мин,
Йәшерә лә ҡуя ҡар.
Бүре сыға. Бүре: Йәшереп ҡуймаһын әле,
Минең күҙҙәрем осло,
Тәпәйҙәрем ныҡлы-көслө,
Үҙем, һай, үткер тешле!
Мин: Ҡуйығыҙ әле, бер-берегеҙҙең маҙаһына теймәй генә Яңы йылды матур ҡаршылайыҡ. Х әҙер башҡа хайуан-йәнлектәр ҙә, балалар ҙа килеп етер.
Музыка уйнай. Балалар керә, шыршы тирәләй әйләнәләр.
Жираф: Бында ниндәй уйын-көлкө,
Яҡтырған бар тирә яҡ?
Әллә ниндәй уттар яна,
Был күренеш миңә ят.
Артем: Беләһеңме, Жираф ағай,
Беҙҙә шундай ҙур байрам-
Уртала матур шыршыбыҙ,
Уттары ҡояш-айҙай.
Жираф: Ә урамда хәтәр һалҡын,
Ап-аҡ ҡомоғоҙ һыуыҡ.
Ана шул аҡ ҡом бураны
Бында индерҙе ҡыуып.
Радмир: Ул ҡом түгел, ә ап-аҡ ҡар,
Аҡ ҡарҙа бар бәрәкәт.
Йылынырһың бейеп китһәң,
Яһап төрлө хәрәкәт.
Жираф бейей. Бүре: Был ниндәй һонтор тағы?
Муйынынан башҡа бүтән
Ашарлыҡ ере бармы?
Убырлы ҡарсыҡ килә. Убырлы ҡарсыҡ: Әһ-һә, бында ҙур табын,
Минең асыҡҡан сағым.
Берәйһен тиҙ үк тотоп,
Эй ҡуйғым килә йотоп.
Ә-һә-һә лә ә-һә-һә,
Килеп етһен Ҡәһ-ҡәһә!
Радмир: Һаумы, Убырлы инәкәй!
Көтөп алдыҡ һине лә.
Уйнарбыҙ шыршы янында,
Һай, матур бит көнө лә!
Йыр яңғырай. Убырлы ҡарсыҡ: Һеҙҙең йырлағанды тыңлап,
Күңелем китте тулып.
Әйҙә әле, Бүрекәй,
Ал һин дә йырлап-олоп.
Бүре олой. У-у-у, о-о-о-у! Ҡәһ-ҡәһә сыға.
Ҡәһ-ҡәһә: Кем ул мине саҡырҙы?
Бында ниндәй тантана?
Матур йырҙар ағыла,
Йымылдап уттар яна.
Убырлы ҡарсыҡ: Ҡәһ-ҡәһә, ҡәһ-ҡәһә,
Һин килеү шатлыҡ таһа.
(Ҡолағына бышылдап)
Кил, байрамды боҙайыҡ,
Ҡәһ-ҡәһә: Байрамды боҙоу еңел,
Ул миңә ауыр түгел.
Батыр килеп сыҡмаһын,
Шунан шикләнә күңел.
Убырлы ҡарсыҡ: Ҡурҡма, ваҡыты бүтән,
Улар заманы ү ткән.
Донъяға хужа булыу
Сираты беҙгә еткән.
Убырлы ҡарсыҡ бышылдай: Былар хәҙер Ҡыш бабайҙы саҡырасаҡ.Әйҙә, мин- бабай, ә һин- Ҡарһылыу бул.
Һиҙҙермәй генә сығалар.
Мин. Балалар , әйҙәгеҙ, таҡмаҡ әйтеп бейеп алайыҡ әле шыршыны уратып.
Хоровод "У оленя дом большой"
Бүре: Ҡайҙа Убырлы ҡарсыҡ?
Арыным уны көтөп.
Мин. Балалар, беҙҙең Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу һаман килеп етмәй. Бер-бер хәл булманымы икән? Ҡәһ-ҡәһә менән Убырлы инәй ҙә юҡҡа сыҡты.. Әйҙәгеҙ, йыр йырлайыҡ. Беҙҙең йырыбыҙҙы ишетеп Ҡыш бабай ҙа килеп етер.
Йыр "Дед Мороз".
Ишек шаҡыған тауыш ишетелә. Ҡыш бабай булып кейенгән Убырлы ҡарсыҡ инә.
Убырлы бабай. Һаумыһығыҙ, балалар!
Һеҙҙең янға ашығып,
Үттем урман далалар,
Һеперткемә ултырып.( ауыҙын баҫа)
Убырланып пыр туҙып,
Килдем һеҙҙең байрамға.
Мин: Һаумы, һаумы Ҡыш бабай!
Балалар: Хуш килдең, Ҡыш бабай!
Убырлы бабай: Һау-һауларға мин эт түгел,
Бик тә нескә минең күңел.
Мин-Ҡыш бабай, Ҡыш бабай,
Тиҙерәк бүләк давай!
Артем: Аһ, был ни һүҙ, олатай,
Бүләкте һинән көтәбеҙ,
Уның йолаһы шулай.
Мин (балаларға күҙ ҡыҫам): Олатай,ә ҡайҙа һуң Ҡарһылыу?
Убырлы бабай: Уның ҡайҙалығын суртым да белмәй.
Ҡәһ-ҡәһ... Әй, шул Ҡәһ ...әр һуҡҡыры
Ҡәһ... Ҡәһһылыу, килеп етсе, Ҡарһылыу!
Ҡәһһылыу инә. Ул Ҡарһылыу кейемендә, тик аяҡ кейеме генә быны йәшерә алмай.
Ҡәһһылыу. Һаумы, һаумы Ҡыш бабай,
Һаумыһығыҙ, балалар!
Балалар: Һаумы, һаумы, Ҡарһылыу!
Мин. Балалар, әйҙәгеҙ, таҡмаҡ әйтеп бейетәйек әле Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы. Шаяртып таҡмаҡ әйтеү.
Имәнме иҙәнегеҙ,
Ҡайынмы иҙәнегеҙ?
Аяғында матур итек,
Нисә һум түләнегеҙ?
Убырлы бабай менән Ҡәһһылыу бейей башлайҙар. Убырлы бабайҙың да, тегенең дә аяғында тауыҡ тәпәйенә оҡшаған аяҡ кейеме.
Убырлы бабай: Тәпәйҙәрем үҙемдеке,
Һөйләмәгеҙсе бушты.
Балалар Ҡәһһылыуҙы бейетеп, таҡмаҡ әйтәләр:
Аяҡтарың ниңә кәкре, Ҡарһылыу?
Танауҙарың ниңә тыржыҡ, Ҡарһылыу?
Аҙау тештәрең ыржайған, Ҡарһылыу.
Бармаҡтарың ниңә кәкре, Ҡарһылыу?
Ҡәһһылыу: Һеҙҙе ашағым килгәнгә, йәнлек, ҡош-ҡорт, балалар.
Былар бөтәһен икәүләшеп баҫтыра башлайҙар.
Мин: Ярамай! Ярамай! Был бит шыршы байрамы.
Бейетәбеҙ, бейетәбеҙ,
Бейетәбеҙ беҙ уны.
Үҙебеҙҙең дуҫыбыҙ, тип
Йөрөтәбеҙ беҙ уны.
Ҡуян йүгереп килеп, Ҡәһһылыуға кишер тоттора.
Мин: Балалар, былар ысын Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу булманылар бит!
Ҡуян: Әйҙәгеҙ, батырҙы саҡырайыҡ!
Балалар: Аҡъял батыр!
Аҡъял батыр сыға. Аҡъял батыр: Һаумыһығыҙ, балалар! Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар! Һаумы, Убырлы ҡарсыҡ! Һаумы, Ҡәһ-ҡәһә!
Балалар: Һаумы, батыр!
Батыр: Бында ниндәй тауыш?
Ҡәһ-ҡәһә: Мин... Мин...ней...ней маскарадҡа Ҡарһылыу булып кейенгәйнем...
Убырлы ҡарсыҡ: Эйе, мин дә шулай иттем. Ҡыҙыҡ өсөн.
Батыр: Ишетһен ҡолағығыҙ,
Күңел генә асығыҙ.
Иҙәндәрҙе дер һелкетеп,
Тыпырлатып баҫығыҙ!
Кәзә килә.
Бүре: У-у-у, о-о-о! К әзә, кәзәкәй,
Кәзә кейгән кәзәкей,
Кәзәкәйҙең кәзәкейе
Үҙенә бигерәк бәләкәй.
Ҡана, ҡосоп алайым,
Тотоп ҡына ҡарайым.
Кәзә: Мәккә-кә лә, мәккә -кә,
Мин килгәйнем мәктәпкә,
Шыршылы ҙур байрамға.
Ауыҙыңды ла асма!
Юҡһа, тормам түҙеп,
Хәҙер, ташлармын һөҙөп!
Бүре (ҡурҡып): Мин бит бары шаяртам...
Кәзә: Йөрөмә минең арттан!
Мин: Ҡуй, етәрегеҙ! Дуҫ йәшәйек! Балалар, әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең ысын Ҡыш бабайҙы саҡырайыҡ!
Батыр: Ҡыш бабай тиҙерәк килеп етһен өсөн сәсәндәр ярышы ойошторайыҡ!
Балалар шиғырҙар ятлайҙар.
Батыр: Һай, афарин, балалар!
Ҡыш бабай сыға. Ҡыш бабай: Һаумыһығыҙ, балалар! Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар!
Балалар: Хуш киләһең, һаумы, һаумы, Ҡыш бабай!
Мин: Олатай, бик һуңлап киттең бит әле!
Ҡыш бабай: Аҡ толпарыма атланып, Ирәмәлдән сыҡҡанда Ҡәһ-ҡәһә пәйҙә булды. Үкереп-үкереп иланы. Бүре кәзәне ашаған тине. Тиҙ генә барып кәзәне ҡотҡар тине. Шуға кәзәне эҙләп оҙаҡланым.
Кәзә: Эй, олатай,алдаған бит һине Ҡәһ-ҡәһә. Аллаға шөкөр, иҫән-һау үҙем.
Ҡыш бабай: Мин шат, мин шат. Балалар, ә Ҡарһылыу килеп етмәнеме ни әле? Ни булды икән?
Ҡәһ-ҡәһә: Әһ-һә-һә, әһ-һә-һә,
Бына булды мәрәкә,
Ул - хәҙер Ташһылыу,
Килеп йөрөмәҫ башҡа!
Убырлы ҡарсыҡ: Ерҙә дуҫлыҡ булмаһын!
Яңғырамаһын йыр-моң!
Ҡәһ-ҡәһә: Мин тик үҙем, бер үҙем
Хаким итермен шашып!
Батыр: Балалар, быларҙың яуызлығына ҡаршы бик ҙур көс бар, ул - дуҫлыҡ, берҙәмлек.
Мин: Әйҙәгеҙ, балалар, дуҫлыҡ тураһында йырҙар йырлайыҡ. Моғайын, яуыз көстәрҙе еңә алырбыҙ. Ҡарһылыу ҙа кире әүәлгә ҡайтыр.
Хоровод "Мы теперь друзья"
</ Ҡарһылыу инә. Ҡарһылыу: Һаумыһығыҙ, дуҫтар, туғандар! Байрам ҡотло булһын! Тик әле килгәндә ни хикмәт менәндер таш һымаҡ ҡаттым да ҡалдымсы! Алға ла атлай алмайым, артҡа ла сигенеп булмай. Шунан алыҫтан дуҫлыҡ тураһында йырҙы ишетеп, кире әүәлге хәлгә ҡайтып, күк боланым менән килеп тә еттем.
Ҡыш бабай: Улайһа, балалар, тағы ла шиғырҙар ятлағыҙ, йырҙар йырлағыҙ.
Ҡарһылыу: Олатай, ә ниңә шыршы һаман тоҡанмаған ул?
Ҡыш бабай: Йырлаһағыҙ, шыршы ла ҡабыныр!
Йыр "Ну-ка елочка". Шыршы ҡабына.
Ат. Иһо-һо-һо!
Миңә китергә кәрәк!
Һулҡылдап тибә йөрәк.
Ун ике йылдан тағы ла килермен!
Хушығыҙ!
Сәғәт һуға. Мин: Ат йылы менән хушлаштыҡ
Хәҙер килеп етте Кәзә.
Ҡыш бабай: Кәзә йылы менән ергә именлек, шатлыҡ-бәхеттәр килһен! Изге теләктәр тормошҡа ашһын! Төклө аяғың менән! (таж кейҙерә)
Ҡарһылыу: Олатай, ә беҙ күстәнәстәребеҙҙе онота яҙғанбыҙ ҙабаһа!
Ҡыш бабай: Әй,әттәгенәһе, ҡайҙа әле минең тоғом! Бүләктәрем бигерәк күп!
Убырлы ҡарсыҡ: Ә беҙгә бармы?
Ҡыш бабай: Әлбиттә, бар!
Артабан уйын-көлкө дауам итә.