- Учителю
- Урок башкирского языка и литературы в 4 классе «Навеки вместе»
Урок башкирского языка и литературы в 4 классе «Навеки вместе»
4-се класс дәресенең темаһы
"Ғүмергә бергә"
Урок в 4 классе
"Навеки вместе"
Ғиниәтова Римма Хәмзә ҡыҙы
Туймазы районы,
Ҡандра 4-се төп дөйөм белем биреү мәктәбе.
Гиниятова Римма Хамзеевна
Туймазинский район,
МБОУ ООШ №4 с. Кандры.
Тема: М.Кәрим. Ғүмергә бергә.
Маҡсат: Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижады менән танышыу; Башҡортостан, унда йәшәүсе халыҡтар, уларҙың дуҫлығын, тарихын, тыуған төйәктең тәбиғәте тураһында мәғлүмәттәр биреү; тыуған ил менән, төрлө милләт халыҡтарының дуҫлығы менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; балаларҙың телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу;
Йыһаз: Мостай Кәримдең портреты, китаптар күргәзмәһе, презентация, группала эшләү өсөн карточкалар.
Дәрес барышы.
I. Ойоштороу.
- Һаумыһығыҙ, балалар!
II. Фонетик - орфоэпик күнегеү.
Замандар бик хәтәр мәлдә
Мәскәү
Дуҫлыҡ ауазымды ишеткән,
Һәм рус халҡы минең яҙмышымды
Үҙе яҙмышына иш иткән.
(Мостай Кәрим)
III. Яңы темаға инеү.
- Балалар, был шиғыр нимә тураһында?
- (Уҡыусыларҙың яуаптары)
- Беренсе ике юлды нисек аңлайһығыҙ?
- Иң аҙаҡҡы юлды уҡығыҙ.
- Дәрестең темаһын нисек итеп әйтеп булыр ине?
- Башҡортостан тураһында.
- Башҡортостанда ниндәй халыҡтар йәшәй?
- (Уҡыусыларҙың яуаптары)
- Был халыҡтарҙы нимә берләштерә?
- (Уҡыусыларҙың яуаптары)
- Әйе, дөрөҫ. Бөгөн беҙ Мостай Кәримдең «Ғүмергә бергә» тигән хикәйәһен уҡырбыҙ. Ә әлегә, әйҙәгеҙ, Мостай Кәрим тураһында белгәндәрҙе иҫкә төшөрөп алайыҡ әле.
- Мостай Кәрим касан тыуған? (20-се октябрь, 1919-сы йыл)- (слайд)
- Уның тыуған яғы? (слайд)
(Шишмә районы, Келәш ауылы)
- Һуғыш йылдары тураһында нимә беләһегеҙ? (слайд)
(Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә, һуғышта элемтә башлығы һәм артиллерия штабы башлығы булып хеҙмәт итә. Ҡаты йәрәхәтләнә: мина ярсығы күкрәгенә инеп, йөрәгенә саҡ ҡына барып етмәй ҡала.)
- Ниндәй наградаларға эйә? (слайд)
- Ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ? (слайд)
Мостай К1рим
- Бик яҡшы, балалар! М.Кәрим - ул Башҡортостаныбыҙҙа ғына түгел, бөтә Рәсәйгә билдәле булған күренекле шәхес, бөйөк яҙыусы, шағир. Бик күп шиғырҙарына композиторҙар йырҙар яҙғандар, драмаларын тамашасылар бик яратып ҡарайҙар.
Быйыл, 20-се октябрҙә М.Кәримгә 95 йәш тулған булыр ине. Әҙип беҙҙең аранан китһә лә, уның ижады халыҡ күңелендә. Уны һағынабыҙ, юҡһынабыҙ.
IV. Яңы тема. «Ғүмергә бергә» хикәйәһе өҫтөндә эш.
1) Һүҙлек эше (слайдта һәм һүҙлек дәфтәрҙәрендә);
таяныс - опора, көрт - сугроб, илсе - посол, мөрәжәһәт иткәндәр - обращались, текә - крутой, йыйын (йыйылыш) - собрание.
2) «Гүмергә бергә» хикәйәһен уҡыу:
- уҡытыусының уҡыуы;
- үҙ аллы уҡыу;
- абзацлап уҡыу.
3) Хикәйә буйынса эш (һорауҙарға яуап биреү):
- Башҡорт илселәре Мәскәүгә ни өсөн һәм ҡасан барғандар?
- Мәскәүгә тиклем юлды улар нисек үткәндәр?
- Мәскәү башҡорт илселәрен нисек ҡаршы алған?
- Дуҫлыҡ нимәлә һынала?
- Халыҡтар дуҫлығы тураһында ниндәй әҫәрҙәр уҡығанығыҙ бар?
V. Ял минуты.
Бер-ике - тура баҫып
Атлайыҡ бергә-бергә!
Бер-ике - ҡояш, һауа
Дуҫ булһын һәр саҡ беҙгә!
VI. Группала эш.
Карточкалар буйынса эш. Мәҡәлдәрҙе дөрөҫләп төҙөргә. Мәғәнәләрен аңлатығыҙ.
1-се группа: Көс, берҙәмлектә, беҙҙең. (Берҙәмлектә - беҙҙең көс)
2-се группа: Шунда, көс, ҡайҙа күпселек. (Күпселек ҡайҙа - көс шунда)
- Мәҡәлдәрҙе дәфтәрҙәргә күсереп яҙығыҙ.
VII. Грамматиканы ҡабатлау (Һандар).
-
Нимә ул һандар?
-
Миҫалдар килтерегеҙ.
-
«Гүмергә бергә» тексынан һандарҙы табып әйтегеҙ һәм дәфтәргә яҙып ҡуйығыҙ.
VIII. Дәресте йомғаҡлау.
1) - Мостай Кәрим тураһында тағы ла нимәләр белдегеҙ?
- Ниндәй китапларын уҡыр инегеҙ?
2) Өй эше (һайлап алырға):
а) дәрестә алған белемдәрҙе ҡулланып, башҡа сығанаҡлар ярҙамында Мостай Кәрим тураһында альбом яһап алып килергә;
б) тексты һөйләргә өйрәнергә;
в) тексҡа ярашлы һүрәт төшөрөп килергә.
Тема: "Мостай Кәрим. Гүмергә бергә."
Тема: "Мустай Карим.
Ғиниәтова Римма Хәмзә ҡыҙы,
Туймазы районы, Кандра ауылы,
4-се төп дөйөм белем биреү мәктәбе.
Гиниятова Римма Хамзеевна,
Туймазинский район, с. Кандры,
МБОУ ООШ №4.