- Учителю
- Сценарий по башкирскому языку на тему Акмулла- просветитель
Сценарий по башкирскому языку на тему Акмулла- просветитель
Аҡмулла- мәғрифәт йырсыһы
(М.Аҡмулланың тыуыуына 185 йыл тулыуға арналған кисә сценарийы)
Сәхнә матур итеп биҙәлгән. Уртала М.Аҡмулла портреты. Шиғырҙарынан өҙөктәр яҙылған плакаттар портреттың уң һәм һул яҡтарына симметрик рәүештә эленә. Һул яҡ мөйөштә - китаптар күргәҙмәһе. Уңда - М. Аҡмулланың тормошо һәм ижад юлына бағышланған стена гәзите.
Әкрен генә ҡурай моңо ишетелә. Экранда Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан тәбиғәтенән күренештәр.
Алып барыусы
Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар, ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ, дуҫтарыбыҙ.Миәкә еренең йәмле Дим буйындағы Туҡһанбай ауылында тыуған, ауыр тормош юлы үтеүгә ҡарамаҫтан, саф күңелле булып ҡалған, белемле булыуҙы байлыҡ тип һанаған - яҡтылыҡ йырсыһы Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмуллаға бағышланған кисәне асырға рөхсәт итегеҙ.
Беренсе уҡыусы
-Кем ул Аҡмулла? Башҡорт әҙәби теле тарихында М.Аҡмулланың урыны нисек сағылған?
-Был һорауға яуап табыр өсөн байтаҡ ҡына эҙләнергә, шағир тормошон, ижадын өйрәнергә, күренекле әҙиптәрҙең ғилми эштәре менән танышыу кәрәк ине.
Аҡмулла үҙ заманының иң белемле, уҡымышлы шәхесе,иҫке төрки телдә яҙған, ғәрәп, фарсы телдәрен белеүсе шағир.Ул көнсығыш шиғриәтенең яңы поэтик формаһын асҡан, ҡобайыр жанрында ла ижад иткән. Әҫәрҙәрендә авторҙың кисерештәре бергә үрелеп бара. Шиғриәте моңло, ябай. Халыҡсан, бай телле.Тематикаһы һәр уҡыусының йөрәгенә үтеп инерлек. Әҫәрҙәрендә заманының иң сетерекле, киҫкен мәсьәләләрен яҡтыртҡан, шуға ла ижады халыҡ араһында киң танылыу тапҡан.
Алып барыусы. Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарығыҙға М.Аҡмуллуның тормошо һәм ижадына арналған викторина һорауҙары тәҡдим итәбеҙ.
-М.Аҡмулла ҡасан һәм ҡайҙа тыуған? (1831 йылдың 14.12 Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Елдәр волосе (хәҙерге Миәкә районы) Дим буйындағы Туҡһанбай ауылында тыуған)
-Башланғыс белемде ҡайҙа ала? (Аҡмулла башланғыс белемде күрше волостәрҙәге Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс мәҙрәсәләрендә ала, һуңынан - Стәрлебаш,Троицк мәҙрәсәләрендә уҡыуын дауам итә)
-"Атайыма хат" шиғырының яҙылыу сәбәптәре ниндәй? (Сит ерҙәрҙә 13 йыл йөрөгәс, Аҡмулла тыуған ауылына ҡайта. Ләкин унда оҙаҡ тормай, сөнки туғандары шағирға яҡты йөҙ күрһәтмәй. Ат урлап сығып китә. Атаһына үпкәләп яҙған хат)
Беренсе уҡыусы шиғырҙан өҙөк уҡып ишеттерә.
Хат ебәрҙек Оренбург ҡалаһынан,
Ҡалаһында ғөләмәләр араһынан.
Хөрмәтле атайыма йөҙ мең сәләм
Күңеле һыныҡ аҡ ҡош - шоңҡар балаһынан.
Хөрмәтле атаҡайым, һеҙгә сәләм,
Һеҙҙәргә бәғд әс-сәләм ошо кәләм.
Бер нисә, күңеле һынып, ғосса* яҙҙы
Зарланып, бер мосафир мулла балаң.
Атаҡайым, килешмәне эшең артыҡ,
Беҙ ҡайттыҡ һеҙҙе һағынып, күңел тартып.
Ун өс йылда бер ҡайтып, күңел һынды,
Инде беҙгә тереклектән үлгән артыҡ.
Үпкәм шул мөрәүәтһеҙ атабыҙға:
Әсәбеҙ ғәжәп хәл көтә беҙгә.
Беҙ, бисара, доғасы инек барсабыҙға:
Үҙегеҙгә, ата-баба, жәддәгеҙгә*.
Атаҡайым, инде һеҙгә юҡ бүтән һүҙ,
Был донъя малына туя алмай күҙ.
Ун өс йылда бер ҡайтып, үҙ итмәнең,
Инде һағынып ҡайтырҙай булманыҡ беҙ.
-Ни өсөн ҡаҙаҡ халҡы шағирҙы "Аҡмулла" тип атай? (Аҡмулла - ҡаҙаҡса
тура, ғәҙел һүҙле, аҡыллы кеше тигән һүҙ. Шуның өсөн халыҡ "аҡ
күңелле мулла" тип йөрөткән).
Беренсе уҡыусы. Шағир күп белеү яҡлы: " Хәл етһә, төрлө фәнде күргән яҡшы, камилдар ҡатарына кергән яҡшы. Русса уҡып ҡына түгел белмәк, хәл етһә, французса белгән яҡшы", -ти ул.
Мифтахетдин Аҡмулла Шәмсетдин Зәки шәкерттәренең береһе булған, Курсауи, Мәржәниҙең прогрессив фекрҙәренә теләктәш уҡымышлы әҙип. Ул Көнсығыш классик философияһын, эстетикаһын, классик әҙәбиәтен яҡшы үҙләшергән, ғәрәп, фарсы телдәрен яҡшы белгән.Шағир боронғо бөйөк философтар Әфләтүн (Платон), Әристү( Аристотель),Фараби тәғлимәттәре менән таныш булған.
Киткәндәр ниндәй ирҙәр гәүһәр сәсеп,
Уларҙың эштәренең юлы асыҡ.
Ғәжәйеп ҡиммәт әҫәр ҡалдырғандар,
Хикмәттең мәхзәненән мисрағ 1 асып,-
("Шиһабетдин Мәржәни мәрҫиәһе")
Икенсе уҡыусы. Мәғрифәтсе шағир Көнсығыш поэзияһының образдар,жанрҙар системаһын ғына түгел,уның гуманистик асылын, демократик рухын ижади үҙләштерә, үҙ заманына ҡарап үҫтерә.Шул ерлектә үҙен философик лирика,мәдхиә,робағи жанр формаларының оҫтаһы итеп тә таныта.Аҡмулла шул нигеҙҙә тыуған поэтик образдарынан сығып, ер,һыу, һауа, ут хаҡында фәлсәфи парсалар ҙа яҙа.
Нигеҙлерәк барынан да тупраҡ:
Төрлө затты тыуҙыралыр тупраҡ.
Тәбиғәттең үҙгәреше ҡырыйһыҙ-
Тупраҡта бары торор тупраҡ.
Бына ошондай тәбиғәт төрҙәре
Бер-бер артлы тора үҙгәреп.
Һис туҡтамай үҙгәрәләр ошолай,
Теҙелешеп ҡыйын- рәхәт көндәре. ("Тупраҡ")
Алып барыусы. Аҡмулла Салауаттан һуң беренсе тапҡыр үҙ халҡына, башҡорттарым тип, тип ихлас күңелдән өндәшә. Үҙ халҡын мәғрифәткә,ғилемгә саҡыра. Илгиҙәр Аҡмулла Башҡортостан сиктәрендә генә туҡталып ҡалмай, үҙенең ҡорамалдар һәм китаптар тейәлгән арбалы аты менән ул ҡаҙаҡ далаларына сығып китеп, ғүмеренең төп өлөшөн шунда үткәрә.Тыуған илендә Аҡмулла үҙен башҡорт шағиры итеп танытһа, Ҡаҙағстанда ул мәшһүр ҡаҙаҡ аҡыны итеп күрһәтә. Шуны әйтеп үтергә кәрәк: башҡорт әҙәби тарихында М.Аҡмулла беренселәрҙән булып байҙарҙы яманланы. Ялҡауланып, уҡыуҙы бар тип тә белмәгән ябай кешеләрҙе лә шелтәләне. Ялҡаулыҡты бөтөрөү яғында була. Уҡыған әҙәм генә ысын кеше булып китә ала, ти.
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!..
Икенсе уҡыусы "Башҡорттарым,уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!"шиғырын уҡып ишеттерә.
Алып барыусы. Аҡмулла - донъяуи идеялар шағиры. Бөтә ғүмере буйы ил гиҙеп, тормоштоң әсеһән - сөсөһөн татып йәшәгән әҙип булараҡ, шиғырҙарында социаль мотивтар, синфи бүленеш ярылып ята:
Ғәжәп! Һәр кем бай булһа,
Уның йөҙө шат булыр.
Фәҡир меҫкенгә көн юҡ-
Рәнйетелеп зар булыр.
Яҡтылыҡҡа, белемгә өндәгән шағирҙы артабан ситлек көтә. Аҡмулла бер нисә йыл буйы ғәйепһеҙгә Тройцк төрмәһендә ултыра. Шулай ҙа ул үҙенең йырын туҡтатмай. Һаман дауам итә. Ғәҙелһеҙлектең, ябай кешене рәнйетеүҙең башы байҙар ҡатламында, түрәләр араһында икәнен Аҡмулла төрмә шарттарында тағы ла асығыраҡ аңлай. Төрмәлә яҙған шиғырҙары шағирҙың иң һәйбәт әҫәрҙәре һанала.
Ҡат-ҡат сәләм мин мосафир Аҡмулланан,
Тура әйтеп, халыҡҡа яҙған хаҡ мулланан.
Бөтә сәхрә эҫтәренә беҙҙән сәләм
Дошмандың ялаһынан пак мулланан.
Аһ ороп, аш эсмәй, ҡан йотабыҙ,
Үлгәнгә, үлмәһәк тә, йәнәшәбеҙ.
Бренсе уҡыусы "Минең ятҡан урыным - төрмә" шиғырынан өҙөк уҡып
ишеттерә.
Алып барыусы. 1871 йылда Әхмәтбай Бакиров тигән кеше, залог һалып, шағирҙы төрмәнән ҡотҡара.
Үткер һүҙле Аҡмулланы аң - белемгә ҡаршы торған бай түрәләр һаман эҙәрләүҙән туҡтамайҙар. М.Аҡмулла 1895 йылдың 8 октябрендә Миәс ҡалаһы эргәһендә башҡорт старшинаһы Буранғолдоң ҡушыуы буйынса үлтерелә. Миәс ҡалаһының зыяратында ерләнә. 1959 йылдың июнендә Кирәй Мәргән менән Салауат Галин Аҡмулланың ҡәберен барып табалар. Бер ни ваҡыт үткәс, ҡәберенә Башҡортостан тупрағын һалалар.
Икенсе уҡыусы. - Аҡмулланың китаптары донъя күргәнме?
Беренсе уҡыусы. Аҡмулла иҫән саҡта,1892 йылда, беренсе китабы донъя күрә. Китаптың йөкмәткеһе бөйөк ғалим Шиһабетдин Мәржәнигә арнала. 1904, 1907 йылдарҙа Ҡазанда ике йыйынтығы сыға. 1935 йылда ҡаҙаҡса "Аҡмулла өләндәре", ә башҡорт әҙәбиәтендә тик 1981 йылда ғына тулы йыйынтығы донъя күрә.
Алып барыусы. Аҡмулланы халыҡ онотмай. Тыуған ауылындағы шишмәне "Аҡмулла шишмәһе" тип йөрөтәләр. Шул уҡ Туҡһанбай ауылында 1981 йылда уның яҡты иҫтәлегенә музей асалар. Миәкә районында Аҡмулла премияһы булдыралар. Уның тормошон һәм ижадын өйрәнеүсе ғалимдар һәм яҙыусылар ҙа бик күп.(Слайд. Туҡһанбай ауылы, музей материалдары) Аҡмулла - көслө кеше булған. Яҡтыға, яҡшылыҡҡа, аң - белемгә өндәүсе, бөйөк аҡыл эйәһе. Ул беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге ҡалырға тейеш һәм ҡалыр. Бөгөнгө кисәбеҙ ахырына ла яҡынлашты.
Башҡорт халҡының данлыҡлы улы Мифтахетдин Аҡмулланың ижадын тере шишмә менән сағыштырырға мөмкин, сөнки байҙарҙың мәкерле ҡотҡоһо менән аяуһыҙ үтерелһә лә, тыуған ере,халҡы өсөн йәнен аямаған изге аҡһаҡал рухы халыҡ күңелендә мәңге йәшәй һәм йәшәйәсәк.Беҙ бай телле, халҡын ярата белгән, тормош проблемаларын күтәреп сыҡҡан М.Аҡмулланың тормош юлы һәм ижадының бер өлөшөнә генә туҡталып киттек. Уның һәр шиғыры тәрән йөкмәткеле, бай тарихлы.
Ихтибарығыҙ өсөн бөтәгеҙгә лә рәхмәт. Киләһе осрашҡанға тиклем һау булығыҙ.
</