7


  • Учителю
  • Научно практическая работа 'Родник -источник жизни'

Научно практическая работа 'Родник -источник жизни'

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Шишмә башы - изге урын!

Эҙләнеү эшемдең проблемаһы:

-Шишмәләрҙең, йылғаларҙың һыуҙары кимеүе, тирәләрендә бысраҡлыҡ, сүп -сарҙың таҙартылмауы ;

-Шишмәләрҙә һыу кәмеүҙең сәбәбе шишмәләрҙең ҡаралмауына ҡайтып ҡала. Шишмә өсөн күп кәрәкмәй. Уның күҙҙәрен балсыҡтан таҙартып тороу етә.

Эшемдең маҡсаты:

-Ауылыбыҙҙың тарихи үткәне, уның тәбиғәте, шишмә атамаларының килеп сығышы, тарихы турында тулыраҡ мәғлүмәт биреү;

-Тәбиғәтте һаҡларға, уға ҡарата мәрхәмәтле, иғтибарлы булырға өйрәтеү.

Бурыстар:

  • Шишмәләрҙең әһәмиәтен өйрәнеү;

  • Уларҙың тарихын өйрәнеү;

  • Шишмә менән бәйле ғөрөф - ғәҙәттәрҙе иҫкә төшөрөү;

Тикшереү алымдары һәм формалары

-Әҙәбиәт менән танышыу.

-Ауылдаштарым менән аралашыу.

Тикшереү эшемдең һөҙөмтәһе

-Шишмәләрҙең кеше тормошондағы әһәмиәте менән таныштым;

-Шишмә атамаларының тарихын, килеп сығышын өйрәндем;


Инеш өлөш


Әгәр шишмәләрҙең теле булһа ...

Беҙҙең ауылыбыҙҙа шишмәләр күп. Шишмәләр - барлыҡ төр Һыулыҡтарҙың башланғысы, туҡландыра торған сығанағы. Шишмә йәшәүҙән туктаһа, йылға күлдәрҙә һыу бөтәсәк, ауылда йәм ҡалмаясаҡ.

Беҙҙең ауыл бик матур ерҙә урынлашҡан. Бындай матур урынды боронго бабаларыбыҙ оҙаҡ эҙләгәндәр бит. Күрәһең, улар теләһә ҡайһы урында төпләнмәгән. Ауыл булып ултырыу өсөн яҡында ғына урманы, болоно, инеше, һалҡын шишмә сыға торған уңайлы ҡалҡыулыктары булған урын кәрәк икән.

Һалҡын шишмә һыуы әле хәҙер ҙә ауылдың иң ҡәҙерле һыйҙарынан һанала.

Беҙҙең шағиҙарыбыҙ шишмәләр тураһында матур-матур шиғырҙар ҙа ижад иткәндәр.

Бер эҫенән ҡасып,

Бер һыуыҡтан,

Ҡырғыйлыҡтан йәндәр көйгәндәр

Тау аҫтынан шишмә тибеп сыҡҡан,

Бер яҡшылыҡ булһын тигәндәр.

Тау итәген ярып шишмә типкән,

Һалҡын ғына һыуы саф көмөш

Селтер- селтер итеп ағып киткән,

Донъя буйлап киткән саф килеш.

Унда килеп намаҙ уҡығандар

Мосафирҙар доға ҡылғандар.

Шишмә башы- изге урын тейеп

Тәсбих әйтеп торған урмандар.

Ғ.Афзалдың "Шишмә башы» шиғыры

Мине күптәндән бер һорау борсой. Сихри шишмәнең теле булһа, ул беҙгә бына нимэлэр әйтер ине :

Беҙ аға башлағанға күп йылдар үтте, элекке матурлығыбыҙ юғала бара, һыуҙарыбыҙ кәмей, ярҙарыбыҙ емерелә, шишмә баштарыбыҙ томалана.

Хайуандар күбебеҙгә баҫа, имгәнәбеҙ, һыуыбыҙ ер аҫтына ҡаса. Беҙҙең тирә- йүнебеҙгә рәшәткәләр кәрәк. Төбөбеҙҙең йыл һайын таҙартылыуын теләйбеҙ. Ваҡ һәм эре йылғаларға һыу бирер инек, сөнки ваҡ йылғаларыбыҙҙың һыуы бетеүгә таба бара. Тирә - йүнебеҙгә ағастар ултыртһындар ине. Ағас үҫмәгән урында дым юҡ, дым юҡ ерҙә һыу булмай. Бабайҙар заманында беҙгә күберәк әһәмиәт бирелә ине. Ҡайсандыр балалар ҙа яныбыҙға килеп, шишмә баштарыбыҙҙы таҙарталар ине. Хәҙер улар мопед, велосипедтарға ултырып, эргәбеҙҙән выжлап ҡына үтәләр. Беҙҙең янға килеү, беҙҙе ҡарау өсөн күп ваҡыт кәрәкмәй - тип әкрен генә селтерәүҙәрен дауам итәләр.

Шишмәләр селтерәүенән, уларҙың шундай ҙарҙарын ишеткәндәй булдым. Миңә был өндәшеү һис тынғылыҡ бирмәй. Ысынлап та, әйләнә тирәбеҙҙә ташландыҡ шишмәләр ҙә байтаҡ. Әйҙәгеҙ уларға юҡҡа сығырға бирмәйек, һаҡлап ҡалайыҡ, улар иғтибарға айырыуса мохтаж. Һыҙылып атҡан йәйге ауыл таңын сәләмләп ҡаршылаған зәңгәр шишмәләр йыры кемгә генә яҡын түгел, кемдең генә күңел ҡылдарына тәҫир итмәй ҡала икән?

Мин барлыҡ дуҫтарымды, , атай - әсәйҙәрҙе ошо изге эшкә - хоҙай биргән байлыҡты һаҡлау эшенә саҡыраһым килә. Әй, кешеләр, көмөш һәм саф һыулы шишмәләребеҙгә ярҙам итәйек, таҙартайыҡ, уларҙың йыры бер ҡасан да тынмаһын ине.


Һәр шишмәнең үҙ тарихы, үҙ моңо...


Шишмәләр иле һин, Тыуған яҡ!

Йыраҡҡа китмәгеҙ һыу һорап.

Был ерҙә тауҙарҙан көй алып,

Шишмәләр йәшәйҙәр селтерәп.

(Ә.Исхаков)

Ватан ҡайҙан башлана? Ватан тыуған еребеҙҙән, шишмә - күлдәребеҙҙән, урман - ҡырҙарыбыҙҙан, мул игендәр күкрәп уңған баҫыуҙарыбыҙҙан башлана. Улар барыһы ла ҡәҙерле, йәнгә яҡын, бала саҡ хәтирәләре менән үрелеп кешенең бөтөн ғүмере буйына онотолмай торған төшөнсәләр.

Тыуған ауыл...Тыуған ер ...

Йөрәккә ниндәй яҡын һәм ҡәҙерле был һүҙҙәр . Беҙҙең һәр беребеҙҙең тыуған йорто, нигеҙе урынлашҡан ҡәҙерле ауылы бар . Һәр ауылдың үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ, иҫтә ҡала торған урындары күп.

Һоҡланып туймаҫлыҡ туғайҙар, селтерәп аға торған йүгерек шишмә буйҙары,ҡамыш менән ҡапланған һаҙлыктар ,балыҡлы күлдәр, ҡуйы әрәмәләр менән уратылған йылға үҙәндәре, туған яғыбыҙҙың ҡырҙары, баҫыуҙары, шаулап торған урмандары күңелдәргә рәхәтлек биреп туған туфраҡҡа һөйөү тәрбиәләй. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, туған төбәгебеҙҙең гүзәллеген бер нимә лә алмаштыра алмай . Тыуған яғыбыҙҙың һәр һуҡмағы,һәр ағасы, һәр үләне, уның кешеләре күңелгә бик тә яҡын. Тәпәйләп киткән, беренсе тапҡыр атай- әсәй тип әйтергә өйрәнгән ваҡыттан уҡ күңел түренә туған телебеҙ аша кереп ултырған ул ҡәҙерле урындар. Йәшәйешебеҙҙең бөтөн матурлығы, әһәмиәте лә шулар менән бәйләнә. Шул матурлыҡтарҙың иң - иң матуры, сихрей көскә эйә булғаны, ауылдарыбыҙҙы, урман - ҡырҙарыбыҙҙы, йылға буйҙарын, тау - таштарҙы шаулатып аҡҡан көмөш һыулы тылсымлы шишмәләребеҙ. Улар турында кешеләребеҙ мең йылдар дауамында йырҙар - көйҙәр яҙған, тағын мең йылдар шулай дауам итер әле. Кешеләребеҙгә илһам, дәрт өҫтәүсе сихрей шишмәләрҙә көс ғасырҙарға етәрлек.

Һәр ауылдың тәбиғәтен һыу сығанаҡтары биҙәй . Халыҡтың тормошо һыу менән бәйле.

Йылға-күлдәр, шишмәләр атамалары беҙҙең боронғо тарихыбыҙҙы, данлы үткәнебеҙҙе көзгөләге кеүек сағылдыралар. Бер атама ла юҡҡа ғына бирелмәгән. Уларҙың нигеҙендә берәр сәбәп ята. Әйе,һәр шишмәнең үҙ тарихы, үҙ моңо, үҙ ағымы, үҙ юлы бар. Бер ише шарлап аға, тауышы йыраҡтарға ишетелә, икенселәре иһә, аҡрын ғына үҙенә юл ала. Өсөнсөләре, ер ҡуйынынан ҡайнап, урғылып сыға.

Юғары Һикеяҙ авылы шишмәһе.

Ер ҡуйынынан көмөш балдаҡтар сығарып урғылыусы шишмәләр кемгә генә ҡәҙерле түгел икән? Йәшел сиҙәмле шишмә юлы беҙгә тормошҡа юл күрһәтә. Шишмәләр ҡайнап сығыуын беҙ һәр ваҡыт үҙебеҙҙең йөрәк тибеше аша тоябыҙ.

Юғары Һикеяҙ ауылы элек бик ҙур булған, йорттар тау итәгендә лә булған . Шиһәп исемле кеше килеп нигеҙ һалған ауылыма. Шишмә буйында һике яһап, башҡалар ултырмаһын тип үҙ тамғаһын һалып, яҡындарын саҡырырға китә. Шунан шишмәгә һәм ауылға Һикеяҙ исеме бирелгән. Шишмәне әле лә бөтә ауыл халҡы ҡәҙерләп ҡарап, сүп - сарҙан таҙартып, күҙен асып тәрбиәләп торалар. Яҙҙарын ауыл халҡы өмә яһап тирәһен таҙарталар.

Иҫке Күрҙем ауылының «Хәзрәт" шишмәһе

Күпме йылдар ағаһың һин, әй шишмәм! Көмөш һыуҙарыңды ҡайҙан алаһың? «Хәҙрәт» шишмәһе Иҫке Күрҙем ауылында бик боронғоларҙан һанала. Был урын иң изге урын тип иҫәпләнә. Сөнки мәғрифәтсе, шағир һәм яҙыусы Ғарифулла Кейеков һәр йыл һайын 14 май көндө халыҡты йыйынға саҡырған. Был традициягә әүерелгән. Бөгөнгө көндө лә был көндө йыйылышып ҡорбан итенән аш бешерелә, йыйын уҙғарыла. Был шишмә ябай түгел - ул ете күҙле. Шундай легенда һаҡлана: ҡыйыу булғың килһә, беренсе күҙҙән һыу эс, матур булғың килһә, икенсе күҙҙән һыу эс, аҡыллы булғың килһә, өсөнсө күҙҙән эс, дүртенсенән бәхет татып ҡара, аяҡ -ҡулдарың һыҙлауһыҙ булһын тиһәң , бишенсе күҙҙән эс, ҡайғы хәҫрәт урап уҙһын тиһәң , алтынсы күҙҙән эс, шатлыҡта һөйөүҙә йәшәйем тиһәң, етенсе күҙҙән эс. Хәзрәт шишмәһен ауыл халҡы изге урын итеп һаҡлай. Уның тирәһе ҡоймалап алынған, һәр ваҡыт унда таҙа, йәмле. Шишмәне таҙартыуҙы үҙ өҫтөнә шағир Әнғәм Атнабаевтың туғаны Мәғдән Атнабаев алған. Был бик яуаплы эш, сөнки шишмәләрҙе ҡарап, тирәләрен һәр ваҡыт таҙартып. Тәртипкә килтереп тормаһаҡ ҡоштар һайрап торған ғәжеәп матур урын йәнһеҙ, күңелһеҙ, ташландыҡ бер соҡорға әйләнә. Бындай хәлдәрҙе булдырмаҫҡа ла була бит ошондай кешеләр булғанда.

Шишмәләр! Шишмәләр бәләкәй генә булһалар ҙа тәбиғәткә йән биреүселәр , йылға, күл, океандарға тормош биреүселәр."Башы -тауҙа, аяғы диңгеҙҙә" тигән йомак шишмәләрҙең етеҙ, йүгерек булыуҙарын,кешеләргә хеҙмәт итеүҙәрен бик дөрөҫ һүрәтләй. Иҫәбе - хисабы булмаған шишмә, йылға- һыу ҡушылдыҡтары менән туҡлана-туҡлана, улар ҙур йылғаларға әүереләләр.

"Шишмәләр һәм ғөрөф-ғәҙәттәр".

Шишмә буйы борон - борондан изге урын һаналған. Шишмә һыуҙары менән беҙҙең әбей-бабайҙарыбыҙ ауырыу кешеләрҙе дауалағандар, дарыу урынына ҡулланғандар. Улар кистәрен шишмә буйына йыйналғандар, йырҙар йырлағандар, уйындар уйнағандар, уйын-көлкө һөйләшеп утырғандар.Шишмә уларҙың иң яратҡан ерҙәре булған. Былар турында миңә өләсәйем һөйләй. Шуға ла шишмә һыуы беҙҙең өйҙә иң ҡәҙерле һый булып һанала. Балалары, оноҡтары ҡайтһа ла, ҡунаҡ килһә лә, өләсәйем һеңлем менән мине шишмә һыуына йүгертә. "Беҙҙең шишмә һыуын ауыҙ итеп ҡарағыҙ әле, бик тәмле ул!"-тип, ысын күңелдән ғорурланып, ҡунаҡты ҡыҫтай.

Һыу - тормош сығанағы. Таҙа һыу, саф һауа, икмәк - беҙгә йәшәү өсөн кәрәк. Шишмә тирәһендә туйҙар, тыуған көндәр, осрашыуҙар үткәреү ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Егеттәр ҡыҙҙар шишмә буйында осрашҡандар, бер -береһенә вәғәҙә бирешкәндәр.Ҡыҙҙарға килен булып төшкәс тә һыу юлын күрһәткәндәр. Туйҙа һыуҙы кәләш һатып ала торған була. Килен һыуын эскәндә ҡунаҡтар һыуға тәңкә ташлағандар һәм теләк теләй - теләй һыуҙы эскәндәр. Ә һыу юлын киленгә бер бикәсе күрһәткән. Килендең уңғанлығын һынатмаҫ өсөн һыуға иртә таңдан барғандар. Килен һыуҙы һатҡан кешене бүләкләгән. Шишмә буйында туйындар уйнағандар, йырҙар йырлағандар. Һуңынан барыһы ла йыйылып килен сәйенә киткәндәр.

Шишмә, һыу менән бәйле йолалар бик күп. Шишмә һыуына көмөш аҡса һалыу, шишмә янында изге теләктәр әйтеү, тирәһенә һөлгөләр элеү.

Өләсәйем һөйләүенсә, ауылыбыҙҙа һәр йыл һайын гөрләп ҡаҙ өмәләре үткән. Ҡаҙҙарҙы шишмәлә йыуғандар. Һыу юлына, ҡаҙҙарҙың киләһе йылда ла күп булып уңыуын теләп,ҡаз ҡаурыйҙары һибеү йолаһы булған.

Шишмә, һыу менән бәйле йолалар байтаҡ. Һыу менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, үтәү һәм киләсәк быуынға еткереү беҙҙең изге бурыс.


Боларда барысы да ал да гөл икән, чишмәләрне кадерләп кенә тоталар икән дип уйлый күрмәгез. Бездә дә ташландык, беркемгә кирәкмәгән чишмәләр күп. Ташландык чишмәләр күңелне рәнҗетә. Алар безгә рәнҗеп яталар.Табигать безне ашата, эчертә, ял иттерә. Без дә аңа рәхмәт әйтергә тиешбез. Үзебезнең яратуыбыз, саклавыбыз, яклавыбыз белән. Урманнары шаулап, болыннары, кырлары хуш ис аңкытып, чишмәләре челтерәп аккан җирдә яшәве нинди зур бәхет, нинди зур шатлык бит ул! Минем әле кулымнан да, көчемнән дә килми шул. Шулай да, барлык дусларымны, әти-әниләрне шушы изге эшкә - ходай биргән байлыкны саклау эшенә чакырасым килә. Чишмәләрне чистартып, тәртипкә китереп торыйк. Анда җиләк-җимеш агачлары, аллы-гөлле чәчәкләр утыртып, Көшкәтбашыбызның табигатен тагын да матурлыйк, баетыйк.


.

Йомғаҡлау


Йылдар үтә, быуындар алмашына, шишмәләрҙең исемдәре яңы быуындар ѳсѳн үҙе бер тарих хәтеренә әйләнә. Селтерәп аҡҡан шишмәләр беҙгә мираҫ булып ҡалғандар. Шуның өсөн беҙ уларҙы һаҡлап, киләсәк быуындарға тапшырырға тейешбеҙ. Шишмәне һауыҡтырыу, иң элек күңелдәребеҙҙе һауыҡтырыу ул. Шишмә - рухыбыҙ көзгөһө. Көмөш ағымдар ауырыуҙарҙы сихәтләндерә, хеҙмәт кешеһенә көс-ҡеүәт бирә. Һыуы тәмһеҙләнгән йылғалар, һыуы ҡасҡан шишмәләр, һыуы ҡороған ҡоҙоҡтар кешеләрҙең һанһыҙлығына рәнйейҙәр. Туҡталып тыңлаһаң - һәр шишмәнең үҙ йөрәк тибеше, үз моңо, үз доғаһы бар.

Элек-электән шишмәләрҙе бик ҡәҙерләп тотҡандар.Ҡайһы бер шишмәләрҙе ғүмере буйына бер кеше ҡараған, был шөғөл атанан улға, оноҡҡа күскән.Шулай шишмә исемдәре тыуған.

Бөгөнгө көндә ауыл халҡы шишмәләребеҙҙе төҙөкләндереүгә бик ҙур көс ҡуйҙылар. Шишмә юлдарын асфальтланылар, яңы улаҡтар ҡуйҙылар, ял итеүселәргә, һыу алыусыларға барлыҡ уңайлыҡтарын тыуҙырҙылар.

Әле бөтөн ерҙә лә шишмәләргә ыңғай яҡҡа ҡараш үҙгәрмәгән. Ҡайһы бер шишмәләребеҙ ташландыҡ хәлдә, сүп ояһына әүерелгән. Беҙҙең ауыл халҡы тарафынан төҙөкләндергән матур шишмәләребеҙҙең дә тирә-йүне ял итеүселәр тарафынан рәнйетелә, бысрана. Үҙҙәренән һуң консерва һауыттары, буш һәм ватыҡ шешәләр ҡала.

Ошондай һалҡын ҡараштан шишмәләребеҙ ҡабат юҡҡа сыҡмаҫмы?

Шишмә, һыу буйҙарын бысратмаҫҡа, шишмә, һыу юлдарын таштарҙан, балсыҡтарҙан таҙартып торорға кәрәк. Булған шишмәләрҙе һаҡларга кәрәк.


Ҡулланылған әҙәбиәт

  1. Ә. Исхаков « Чишмәләр иле, син, Туган як!». Казан. Татарстан китап нәшрияты, 2001 ел.

2. «Тәтешле хәбәрҙәре» газетаһы, 23 май. 1996 йыл.

3. . Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир . Өфө: дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән.

4. Мәңәҙиә Иҙелбаева. Башҡортостан календары, 2008 йыл.

5. Автор эшкәртмәләре.





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал