7


  • Учителю
  • Изучение поэмы Бала г. Салям в 8классе

Изучение поэмы Бала г. Салям в 8классе

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

</<font size="4">Тема: Ғәлимов Сәләм "Бала" поэмаһын өйрәнеү

Класс: рус мәктәбенең 10-сы класы

Маҡсат: үҙ заманының талантлы йырсыһы Ғ.Сәләмдең тормошон һәм ижадын ҡабатлау; "Бала"поэмаһы нигеһендә үҙ үҙеңә, мөхәббәткә ышаныу, ғаилә проблемаларын еңеп сығыу юлдарын табыуға өйрәтеү; әҫәр нигеҙендә һөйләү телен үҫтереү.

Йыһазландырыу: дәреслек, шағирҙың портреты, слайдтар.

Дәрес барышы

  1. Ойоштороу мәле. Иҫәнләшеү.

  1. Артикуляцион күнегеү.( Башҡорт теленең үҙенсәлекде өндәрен ҡабатлау) Слайдта киләһе юлдар күрһәтелә

Әлли итер был бала,

Бәлли итер был бала;

Атаһына, әсәһенә,

Хеҙмәт итер был бала. "Бишек" йырынан бирелгән юлдар уҡыла.

II.Төп өлөш

2. Дәрестең темаһы, маҡсаты менән таныштырыу

- Бөгөн беҙ Ғ.Сәләмдең тормошон һәм ижадын ҡабатларбыҙ, "Бала" поэмаһын уҡырбыҙ.

Белгәндәрегеҙҙе башҡортса дөрөҫ, матур итеп һөйләргә тырышығыҙ.

3. Өй эшен тикшереү

Үткән дәрес материалдарын ҡабатлау маҡсатында түбәндәге һорауҙар биреп әңгәмә ойошторола.

-Үткән дәрестә ниндәй шағирҙың тормошо менән танышып үттек?

-Ғ.Сәләмдең мәктәп һәм комсомол йылдары тураһында ниәләр һөйләй алаһығыҙ?

(Уҡыусылыр Ғ.Сәләмдең 1924 йылда Һары мәктәбенә уҡырға инеүе, Арғаяш урта мәктәбендә белем алыуы, комсомол сафына инеүе тураһында һөйләп үтәләр)

-Шағирҙың поэтик ҡәләмен шымартыу нисәнсе йылдарға тура килә? (1930 йылдар, "Башҡортостан"гәзите хәбәрсеһе)

-Студент йылдарында ниндәй поэмалар ижад итә? ("Шоңҡар", "Өс йыр")

-Ҡайһы осорҙа поэтик йыйынтығы донъя күрә? (Вузда уҡыған осорҙа)

(Икенсе төрлө эш тә тәҡдим итеп була. Уҡыусыларға өйҙә хронологик таблица төҙөргә биреү ҙә отошло. Улар таблица буйынса шағирҙың тормошон күҙ алдына килтереп һөйләй.)

Бирелгән һорауҙарға яуаптар алғас, уҡытыусы Ғ.Сәләм тормошо тураһында йомғаҡлау һүҙе, әҙәбиәт һәм культура өлкәһендә иң талантлы йәштәр шағир исмендәге премияға лайыҡ булыуҙары тураһында әйтелеп үтелә.

III. Яңы тема өҫтөндә эш

4. Поэманы уҡыу

- Таҡтала шағирҙың портреты. Слайдта дәрестең эпиграфы бирелә

...Бала, бала

Ахыры, ҡарттар юҡҡа

Бала-бәғер ите, - тимәгән ( Ғ.Сәләм)

- Балалар, дәрестең эпиграфы итеп поэманың юлдарын мин юҡҡа ғына алманым. Поэманы өйрәнеп бөткәс, йөкмәткеһенә төшөнгәс, дәрес аҙағында автор был юлдар аша ни әйтергә теләүен аңлатып ҡарарбыҙ.

-Ә хәҙер һүҙлек өҫтөндә эшләп алайыҡ

Ятаҡ- общежитие

Төҙөлөш- строительство

Яңы белгес- молодой специалист

Тәбрик итәм- поздравляю

Файҙалы кеше- полезный человек

Ҡыуаныс- радость (Һүҙҙәр һүҙлек дәфтәренә яҙыла)

-Уҡытыусы тексты уҡып ишеттерә. Һәр бүлек уҡылып, һорауҙар ярҙамында әңгәмә ойошторола)

-Сәйҙел һәм Зәйнәп менән танышҡас, нимәләр әйтә алаһығыҙ? Улар кемдәр?

...Тоноҡ Иҙел...

Бына улар икәү-

Китеп бара кәмә өҫтөндә...

Ә бит йылдар килер, йылдар менән

Был кәмәнең эҙе юғалыр...

-Һеҙҙеңсә, бирелгән юлдар нимә тураһында һөйләй? "Иҙел", "кәмә" һүҙҙәре аша Ғ.Сәләм нимәне күҙ уңында тотҡан?

-Файҙалы кеше булыу, Герой кәрәклеген Әршит Сәйҙелгә нисек аңлата? Һеҙҙең быға ҡарашығыҙ ниндәй? (Уҡыусылар үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша)

Киләһе юлдарҙы уҡығас, Зәйнәп тураһында нимә әйтер инегеҙ?

...Бөгөн мин ниндәй шат,

Ҡыуанысым һыймай үҙемә!

Бөгөн беренсе ҡат һинең ҡандың

Тибеүен тойҙом йөрәгем төбөндә.

- Һорауҙарға яуап биргәс, Әсә булыу шатлығы тураһында һөйләшеү үткәрелә. (Слайдта күрһәтелгән һүрәттәр менән таныштырыла)

-Артабан VII - IX бүлектәр уҡыла.

-Һеҙҙең күҙ алдығыҙға Сәйҙел ниндәй кеше булып килеп баҫа?

... Бала ғына

Кәрәк түгел, Зәйнәп, әлегә.

Бала өсөн бүлгәс йәшлегеңде,

Ниндәй йәшлек ҡала үҙеңә?..

  • Был юлдар Сәйҙелдең ниндәй төҙәтә алмаҫлыҡ хата тураһында һөйләй?

  • Ваҡыт үтеү менән Сәйҙелдең ҡарашы нисек үҙгәрә? Ул тәрән бушлыҡты ниҙә тоя? (Уҡыусылар яуап биргәндә кәрәкле урынды табып уҡып күрһәтә)

  • Поэманың аҙағында шағир балаларға булған һөйөүҙе нисек һүрәтләй?

  • Һуңғы бүлектәрҙә Сәйҙел менән Зәйнәп Әршит тормошона бәйле ниндәй яңылыҡтар беләләр? Кем ул Нәзирә?

IV. Йомғаҡлау, яуаптарҙы баһалау.

-Шулай итеп, Ғ.Сәләмдең "Бала" поэмаһы нимә тураһында һөйләй?

-Уҡыусылар, бирелгән эпиграфтың дәрес барышында мәғәнәһенә төшөнә алһағыҙ, геройҙарҙың хаталаныуҙарын, кисерештәрен күңелегеҙ аша үткәрәһегеҙ икән - һеҙ кеше яҙмышына битараф түгел. (Әсә. Бала, ғаилә тураһында һөйләшеү дауам ителә, теләктәр теләнелә)

V. Өй эше. "Минең киләсәк тормошом" темаһына яҙма эшкә әҙерләнергә.



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал