- Учителю
- Конкурс инсценировок для 5 - 9 классов по произведениям Мустая Карима
Конкурс инсценировок для 5 - 9 классов по произведениям Мустая Карима
Мостай Кәримдең повестары, поэмалары буйынса
инсценировкалар конкурсы.
Конкурс
инсценировок
по произведениям Мустая Карима
Ғиниәтова Римма Хәмзә ҡыҙы
Туймазы районы,
Ҡандра 4-се төп дөйөм белем биреү мәктәбе.
Гиниятова Римма Хамзеевна
Туймазинский район,
МБОУ ООШ №4 с. Кандры.
Мостай Кәримдең повестары, поэмалары буйынса инсценировкалар конкурсы.
Кисәлә 5 - 9 класс уҡыусылары ҡатнаша,үҙҙәренең инсценировкаларына презентация эшләйҙәр. Һәр күрһәтелгән сценканан һуң М.Кәримдең шиғырҙары һөйләнелә, йырҙары йырланыла.
-
"Беҙҙең өйҙөң йәме" повесынан өҙөк ("Дан кәпәс түгел").
Ҡатнашыусылар: өләсәй (Нәғимә инәй), Ғабдулла.
Ейәненең күкрәгендәге миҙалды Нәғимә инәй шунда уҡ күрҙе. Уның йөрәген сәнсеү алды, быуындары таралды. Ләкин ул сәпсәләнмәне, ҡысҡырынманы. Ғабдулланың арҡаһынан йомшаҡ ҡына һөйҙө лә өйгә саҡырҙы.
Нәғимә инәй: Әйҙә, улым, өйгә инәйек әле.
Ғабдулла: Беҙ ни, өләсәй, Айҙар менән Ҡылыс башында...
Нәғимә инәй: Хәҙер китерһегеҙ, Айҙар бәләкәс кенә сабыр итер.
Миҙал килешеп тора үҙеңә.
Ғабдулла: Ысынлапмы, өләсәй.
Нәғимә инәй: Өләсәйең бушты һөйләмәҫ. Бына һин, биш ҡыш һабаҡ уҡыған кеше, өләсәйеңә төшөндөрөп бирсе: миҙалды ни өсөн бирәләр?
Ғабдулла: Батырлыҡ өсөн. Бында шулай тип яҙалған да, өләсәй. Урысса.
Нәғимә инәй: Ярай, быныһын аңлаттың, рәхмәт. Ә кемгә бирәләр уны?
Ғабдулла: Батырҙарға.
Нәғимә инәй: Ә быны кемгә биргәндәр?
Ғабдулла: Беләһең дә инде, өләсәй..... Атайыма.
Нәғимә инәй: Шулай булғас, уны кем тағырға тейеш ине?
Ғабдулла: Атайым да.... Ул ҡайтманы ла баһа. Мин ни уны, өләсәй, атайымдың төҫө итеп кенә таҡҡайным.
Нәғимә инәй: Улай булһа, тыңла. Батыр үлһә, улына ҡылысы ҡала, мәргән үлһә, уҡ-һаҙағы ҡала. Кәрәк саҡта, ил ҡушҡанда, ата ҡоралын уландары ҡулға алғандар. Атанан мираҫ ҡалған һабан менән улдары ер һөрәләр. Атанан ҡалған көпө-кәпәсте балалары кейә...Әммә атанан ҡалған дан-шөһрәт кәпәс түгел. Балалары уны алмаш-тилмәш кейеп йөрөй алмай....Үҙеңә оҡшаһа, тағып йөрө, миҙалды әйтәм. Мин ҡаршы түгел.
Ғабдулла өңдәшмәне. Күкрәгендәге миҙалды алды ла һүрәт аҫтына кире элеп ҡуйҙы. Ейәне сығып киткәс, Нәғимә инәй миҙалды усына алып, ең осо менән уны һаҡ ҡына һөртөп алды ла кире элеп ҡуйҙы.
2. "Оҙон - оҙаҡ бала саҡ" повесынан өҙөк.
Ҡанашыусылар: Кендек, Әсғәт
Тау артына быҙау эҙләргә китеп барам. Үҙҙәренең ҡапҡа төбөндә хас та етен төҫлө ап-аҡ сәсле Әсғәт баҫып тора. Мин уны беләм, тик әлегәсә бер тапҡыр ҙа бергә уйнағаныбыҙ юҡ.
Әсғәт: Әй, малай, ыңғайла былай!
Кендек: Үҙең ыңғайла. Мин быҙау эҙләргә барам.
Әсғәт: Шөрләмә, һиңә булмаҫ һис нәмә, мин кешегә теймәйем.
(Килеп еткәс тә усын йәйеп минең тану аҫтына терәне).
Әсғәт: Нимә еҫе килә? (Пауза) . Йә, әйт инде нимә еҫе килә?
Кендек: Юҡсы, бер еҫ тә килмәй.
Әсғәт: Һин яҡшылабыраҡ еҫкә, танауыңды йырыбыраҡ. (Бер аҙҙан). Их, һин, шуны ла белмәйһең… Күмәс еҫе, май күмәсе. Әле генә күмәс ашап сыҡтым.
Кендек: Ашаһаң ни… Мин быҙау эҙләргә барам.
Әсғәт: Мин дә һиңә быҙау эҙләшәйемме?
Кендек: Эҙләшһәң ни…
Әсғәт: Әй, туҡта әле, ыштан кеҫәңдә һинең нимә ҡабарып тора ул?!
Кендек: Икмәк ҡатыһы.
Әсғәт: Булмаҫ, йә таштыр әле.
Кендек: Бына, ышанмаһаң (кеҫәһенән ҙур ғына икмәк ҡатыһын сығарып) Быҙау алдатырға,. Бына…
Әсғәт: Быҙауҙы, ни, уны былай ғына, алдатмай ғына, ҡыуып ҡайтырбыҙ. Әйҙә, икмәкте ултырып ашайыҡ.
Кендек: Үҙең әле генә, май күмәсе ашаным тип маҡтандың…
Әсғәт: Күмәс кенә тамаҡты туйҙырмай шул, уны икмәккә ҡушып ашарға кәрәк.
Кендек: Ә ниңә һуң ҡушып ашаманың?
Әсғәт: Икмәк булмағас…
Кендек: Мә, аша.
Әсғәт ( икмәк киҫәген һаҡ ҡынаһындырып яртыһын Кендеккә бирә, Кендек баш сайкый): Икмәктән туйған әҙәм дә булыр икән. Икмәкте баҫып ашарға ярмай. Баҫып ашаһаң, туҡландырмай ул. Әгәр бер валсығын ергә төшөрһәң, яҙыҡ була.
( Атаһы һөйләгән бер ғибрәтле әңгәмә һөйләй).
3."Үлмәҫбай" поэмаһынан өҙөк ("Тәүге һунар")
Ҡатнашыусылар: Үлмәҫбай, халыҡ, немец офицеры.
Усаҡ яна, тирәләп халыҡ ултыра, бер ситтә ҡуллары бәйләнгән немец офицеры ята.
Үлмәҫбай(немец офицерына ҡарап): Һин тыпырсынма, ҡуян,
Хәҙер ошо сылғау менән
Ағасҡа аҫып ҡуям.
Халыҡ (гөж килеп): Хитрый ҙа һин, Үлмәҫбай.
Был йәнлекте ҡайҙан тоттоң,
Һөйләп ташласы, давай.
Үлмәҫбай: Һунарсы минең ырыуым
Һунарсы ата-бабам,
Һунарсы ҡаны үҙемдә
Һунарсыбулыр балам.
Ғәҙәт - ҡылыҡтың энеһе,
Һунар сыға һалыуыма
Шул ғәҙәт булды сәбәп.
Хазина ине уҙған төн:
Йондоҙло, айлы ине,
Немецҡа тоҙаҡ һалырға
Бигерәк яйлы ине.
Значит, ике еңемә
Ике туҡмаҡты алып,
Кәйеф өсөн бер кружка
Русский горькийҙы һалып,
Күркәләнеп сығып киттем,
Ергә лә теймәй табан, -
Әйтерһең, тыуған Уралға
Ҡунаҡҡа ҡайтып барам.
(Үлмәҫбай немецтар янына барып, нисек итеп немец офицеры менән танышҡанын һәм уны пленға алғанын һөйләй.)
4."Ғүмергә бергә" хикәйәһе.
Ҡатнашыусылар: автор, илселәр. Презентацияла ҡышҡы урман, боронғо Мәскәү, оло йыйын һәм башҡа шундай слайдтар. Автор хикәйәне уҡый, ә уҡыусылар-илселәр күрһәтеп бара: йыйында, Мәскәүгә саңғылар менән барыуын, Мәскәүҙә уларҙы нисек итеп ҡаршы алалар, нимә тип мөрәжәғәт итәләр .