- Учителю
- Урок по башкирскому языку для 5 класса «Ҡыш. ҠЫлым.»
Урок по башкирскому языку для 5 класса «Ҡыш. ҠЫлым.»
Ҡыш. Ҡылым .
Маҡсат . 1 ) Ҡыш миҙгеле тураһында төшөнсә биреү . Ҡышҡы матурлыҡты тоя һәм тасуирлай белергә өйрәнеү .
2 ) Тел байлығын үҫтереү .
3 ) Тәбиғәткә һөйөү , һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү ,ҡоштарға ярҙам итеү теләге уятыу .
Йыһазландырыу . Ҡышҡы күренеште һүрәтләгән картина , карточка һәм открыткалар , компьютер , дипроектор , ҡағыҙҙан эшләнгән ҡар бөртөктәре , " Ҡышҡы урман " , "Ҡоштар" һүрәттәре .
Һүҙлек эше . Ҡор , тағараҡ , ҡырпаҡ ҡар , бәҫ .
Дәрес барышы .
Ойоштороу мәле .
Һаумыһығыҙ , хәйерле көн , ултырығыҙ . ( Кем дежурный ? Кем юҡ ? )
Инеш әңгәмә .
Бөгөн һеҙҙең менән ҡыш тураһында һөйләшәбеҙ . Ҡыш айҙарыа иғтибар итербеҙ . Тел байлығын үҫтерербеҙ . Ҡоштарҙың , йәнлектәрҙең ҡышҡы тормоштары тураһында һөйләшербеҙ . Тәбиғәтте яратырға өйрәнербеҙ .
Артикуляцион күнегеү . Йо - йө , йы-йә ижектәренә миҫалдар , йә . . . ( Йомшаҡ , йөрәк , йоҙаҡ , йәйғор , йәшел , йыл , быйыл , йылға .)
Ә хәҙер өйгә эште тикшереп китәйек әле . Өйгә һеҙгә ҡыш темаһына һүрәт төшөрөп , рәсем буйынса һөйләм төҙөп килергә ине . ( 2 - 3 баланан һорап сығыла . ) Дөрөҫ эшләгәнһегеҙ , бик яҡшы .
Хәҙер , балалар , бөгөнгө числоны яҙып ҡуйығыҙ ( число яҙыла ) . Эш - хәрәкәтте белдергән һүҙҙәр . Йәгеҙ әле , барығыҙ ҙа экранға күҙ һалығыҙ . Унда шиғыр - йомаҡ яҙылып эленгән . Шуны күҙҙәрегеҙ менән генә уҡып сығығыҙ , бышылдап уҡығыҙ . Өсөнсө тапҡыр бергәләп хор менән ҡысҡырып уҡыйыҡ .
Һәр ер ҡарланған ,
Һыуҙар боҙланған ,
Уйнай ел , буран , -
Был ҡай саҡ , туған ?
( Ғ . Туҡай .)
Балалар , Ғ . Туҡайҙың был шиғыр юлдары йылдың ҡайһы ваҡыты тураһында ?
- Был шиғыр ҡыш тураһында .
- Дөрөҫ , Ғ . Туҡайҙың был шиғыры ҡыш тураһында . Шиғырҙа ҡыш ваҡытын күрһәткән ниндәй һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр бар ?
- Шиғырҙа ҡыш ваҡытының эш - хәрәкәттәрен белдергән киләһе һүҙҙәр күрһәтелә : ер ҡарланған , һыуҙар боҙланған , ел уйнай , буран уйнай .
Был тәбиғәт күренештәре ҡыш көнөнә хас .
Балалар , ҡыш тип әйткәс , һеҙҙең күҙ алдына нимәләр килеп баҫа ?
1 ) Ҡыш тип әйткәс беҙгә халҡын көндәр иҫкә төшә .
2 ) Яланғас торған ағстарҙы иҫкә төшөрәбеҙ .
3 ) Күп ҡар өйөмдәре күҙ алдына килә .
4 ) Ҡыш көнө әсе бурандар була .
-Дөрөҫ , балалар . Ә ҡыш айҙары тип беҙ ниндәй айҙарға әйтәбеҙ ? Ҡыш айҙары тип беҙ декабрь , ғинуар , февраль айҙарына әйтәбеҙ .
- Балалар , ә ҡыш ниндәй була ?
- Ҡыш һалҡын , буранлы , оҙон була .
- Ҡыш көнө көн ниндәй була ?
- Көн ҡыҫҡа , һалҡын , буранлы була .
- Ә төндәр ниндәй була ?
- Төн оҙон , ҡараңғы була .
- Ер өҫтө ниндәй була ?
- Ер туң , ҡар менән ҡапланған була .
- Ағастар ҡыш көнө ниндәй булалар ?
- Ағастарҙың япраҡтары ҡойолоп , яланғасланып ҡалала .
Слайдта ҡыш һүрәттәрен күрһәтеп , үткәндәрҙе нығытыу .
-
Балалар , ҡоштар ҡыш көнө нимә эшләйҙәр ?
-
Ҡоштар йылы яҡҡа осоп китәләр .
-
Беҙҙең яҡта ниндәй ҡоштар ҡала икән ?
Әйҙәгеҙ әле һанап китәйек ( Слайд , һүрәт ҡулланырға мөмкин )
1 ) Һайыҫҡан - сорока ,
2 ) Ала ҡарға - ворона ,
3 ) Турғай - воробей ,
4 ) Тумыртҡа - дятель ,
5 ) Ҡарабаш турғай - синица ,
6 ) Ҡыҙылтүштәр - снигири ,
7 ) Күгәрсендәр - голуби .
-
Балалар , ҡоштарға ҡыш көнө бигерәк тә ҡыйын . Улар аҙыҡ таба алмайҙар , уларға һыуыҡ . Шуның өсөн уларға тағараҡтар эшләп ҡуйырға тейешбеҙ ( Компьютерҙан мультимедия һүрәт " Ҡоштарҙы ашатабыҙ " .)
-
Беҙҙең урмандарыбыҙ йәнлектәргә лә бай .
-
Ниндәй йәнлектәр ҡышын урманда йәшәй , ниндәйҙәре йоҡоға тала ?
-
Ҡыш көнө беҙҙең урмандарҙа бүре , төлкө , ҡуян , тейен йәшәй , ә айыу ҡышын йоҡоға тала .
-
Дөрөҫ , беҙ әйткән бөтә күренештәр ҙә ҡыш көндәренә хас .
Ә хәҙер әҙерәк ял итеп алайыҡ . Матур итеп итеп баҫайыҡ . Ҡыш тураһында физминут эшләп алайыҡ .
Тышта ҡар яуа 2 тапҡыр ( ҡулдарҙы өҫкә күтәреп һелкетәбеҙ . )
Ниндәй саф һауа 2 тапҡыр ( тәрән итеп һауа һулайбыҙ )
Әйҙә сығайыҡ 2 тапҡыр ( ҡул менән саҡырабыҙ )
Саңғы шыуайыҡ 2 тапҡыр ( ҡул менән хәрәкәт күрһәтәбеҙ )
Матур итеп ултырайыҡ һәм таҡтаға күҙ һалайыҡ . Унда бик матур картина ( һүрәт ) эленеп тора . Ҡарағыҙ әле , әйҙәгеҙ " Ҡышҡы урман " темаһына һөйләмдәр төҙөп китәйек .
Һүрәттә йәшел шыршылар үҫеп ултыра . Унда ҡыҙылтүштәр ултыралар . Тумыртҡа ағастан ем эҙләй . Урман тып - тын . Унда йәнлектәрҙең эҙҙәре күп . Ҡуян ҡыуаҡ төбөндә ултыра . Төлкө сысҡан эҙләй . Урман әкиәттәге кеүек матур . Беҙ ҙә үҙебеҙҙе шул урманда икән тип хис итәйек . Урман тынлығын тыңлайыҡ . Тәрән итеп саф һауаны һулайыҡ ( Тын алыу күнекмәһе - психологик күнекмә )
Бик матур хикәйә төҙөнөгөҙ . Яҡшы . Киләһе эш " Ватыҡ текст " тип атала . Боҙолған тексты дөрөҫләп яҙырға һәм эш - хәрәкәтте белдергән һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙырға кәрәк . ( 79 - сы бит , 2 - се күнегеү . )
1 ) Малайҙар өйҙә хоккей уйнайҙар .
2 ) Ришат урамда телевизор ҡарай .
3 ) Малайҙар бассейнда - шахмат уйнайҙар .
4 ) Ҡыҙҙар мәктәптә дәрес әҙерләйҙәр .
Ә хәҙер әҙерәк ял итеп алайыҡ . Мин һеҙгә йомаҡтар уҡыйым , һеҙ яуабын әйтегеҙ :
1 ) Тәңкә ҡарҙар һипкән ,
Ерҙе ап - аҡ иткән .
Шыршы , ҡайын , имән
Ҡарҙан сәкмән кейгән . ( Ҡыш .)
2 ) Утта янмай , һыуҙа батмай . ( Боҙ . )
3 ) Ҡулһыҙ , күҙһеҙ , буяуһыҙ ,
Яһай ул төрлө биҙәк . ( Һыуыҡ . )
4 ) Үҙе һыу , үҙе ҡаты . ( Боҙ . )
5 ) Килделәр ағайҙар балтаһыҙ ,
Һалдылар күпер таҡтаһыҙ . ( Боҙ күпере . )
Йомаҡтарҙы дөрөҫ систегеҙ , бик яҡшы .
-
Ә хәҙер китаптарҙы астыҡ , 127- се биттә " Ике ҡуян балаһыҠоштарға ярҙам " тигән текст бар , уҡып сығайыҡ әле һәм урыҫ теленә тәржемә итәйек .
-
( китап менән эш бара ) һүҙлек :икмәк валсыҡтары, тағараҡ, элеү, яһау .
-
Өйгә эш : тексты уҡып , йөкмәткеһен һөйләргә өйрәнеп килергә .
-
Балалар , беҙ бөгөн бик күп ҡыш темаһына һөйләштек . Ә һеҙ ҡыш көнөн яратаһығыҙмы ? яратмайһығыҙмы ? Ни өсөн ? Ҡыш көнөн бик һыуыҡ була бит ?
1 ) Ҡыш көнө Яңы Йыл байрамы була .
2 ) Беҙ ҡыш көнө санала шыуабыҙ ( саңғыла , һ . б . )
3 ) Ҡыш көнө бейек тау , ҡыш бабай яһайбыҙ .
4 ) Ҡышын каникулдар була .
5 ) Мин ҡыш көнөн яратам , сөнки тәбиғәт ап - аҡ юрғанға төрөнә .
-
Дөрөҫ , ҡыш көнөн мин дә яратам . Ул һыуыҡ булһа ла , үҙенең матурлығы бар . Юҡҡа ғына бик күп яҙыусылар матур шиғырҙар ижад итмәгәндер .
Мәҫәлән : Ғ . Туҡайҙың " Ер йоҡоһо " тигән шиғырын тыңлағыҙ әле . ( Уҡытыусы уҡый . )
"Ҡырға аҡ ҡарҙан
Юрған ябылған .
Ер яҙға саҡлы
Йоҡоға талған .
Ер йоҡлай тыныс
Күреп тәмле төш .
Уяныр әле ,
Туҡта үтһен ҡыш . " ( экранда )
-
Балалар , ә һеҙ ҡыш тураһында ниндәй шиғырҙар беләһегеҙ ?
Балалар , һеҙ бик матур шиғырҙар беләһегеҙ икән .Бына ҡыш темаһына арналған дәресебеҙ аҙағына ла килеп етте . Бөгөнгө дәрестә беҙ нимәләр белдек ?
1 ) Ҡыш темаһына һөйләштек .
2 ) Йомаҡтар систек .
3 ) Ватыҡ тексты төҙөнөк .
4 ) Матур шиғырҙар һөйләнек .
5 ) Һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөнөк .
6 ) Физминут эшләнек .
Бик күп эштәр эшләп өлгөргәнбеҙ икән . Молодцы, Афарин ! Ә хәҙер дәрестә эшләгәнегеҙ өсөн билдәләр ҡуйып китәйек : оценка ҡуйыла .
Өйгә эш . " Ҡоштарға ярҙам " хикәйәһенең йөкмәткеһен һөйләргә . Ошоноң менән бөгөнгө дәрес тамам . Һау булығыҙ !!!
Һайыҫҡан - сорока ,
Ала ҡарға - ворона ,
Турғай - воробей ,
Тумыртҡа - дятел,
Ҡарабаш турғай - синица ,
Ҡыҙылтүштәр - снигири ,
Күгәрсендәр - голуби .