7


  • Учителю
  • Рабочая программа по родному языку и литературе для 1 класса

Рабочая программа по родному языку и литературе для 1 класса

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала









Рабочая программа по

родному языку и литературе

1 класс





















































Аңлатма яҙыу

2015-2016 уҡыу йылының 1-се классы өсөн Башҡорт теленән эш программаһы, Яңы федераль дәүләт стандарттарының талаптарына яраҡлаштырып, Ф.Ш. Сынбулатова, Г.Ә. Вәлиева төҙөгән "Башҡорт лицейҙары, гимназиялары һәм мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн"Әсә теле"буйынса программаға нигеҙләнеп төҙөлдө.

Мәктәптең уҡыу планына ярашлы I класта баш6орт теле 38м 848би8те д8рест8рен8 а4на3ына 3 с858т 9тк8рел8.

Был программала башланғыс класта башҡорт теле фәне буйынса уҡытыу тематикаһы, уның йөкмәткеһе һәм уҡыусы үҙләштерергә тейеш булған универсаль уҡыу эш төрҙәре системаһы, метапредмет, шәхси, предмет һөҙөмтәләре бар.

Мәктәп алдында, шулай уҡ тел дәрестәрендә, ҡуйылған иң төп маҡсат - баланы шәхес итеп үҫтереү.

Яңы стандарттар буйынса уҡыусыларҙа лингвистик (тел), аралашыу (коммуникатив), этнокультура өлкәһенә ҡараған (культурологик) компетентлыҡ булдырыу талап ителә.

Лингвистик компетентлыҡ (уҡыусыларҙың башҡорт теленән мәғлүмәтлелеге) өндәр һәм хәрефтәрҙе, һүҙьяһалышын, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе, һүҙ төркөмдәрен, һөйләм киҫәктәрен, лексик һәм грамматик берәмектәрҙе, лингвистик анализды һ. б. үҙ эсенә ала.

Аралашыу (коммуникатив) компетентлығы - уҡығанды һәм башҡалар һөйләгәнде аңлау, хәҙерге әҙәби башҡорт теленең нормаларына эйә булыу, һүҙ байлығын, телдең грам матик яғын дөрөҫ итеп үҙләштереү, телдән һәм яҙма формала бәйләнешле телмәр күнекмәләрен булдырыу

Этнокультура өлкәһенә ҡараған (культурологик) компетентлыҡ, йәғни телде милли-мәҙәни юҫыҡта үҙләштереү - ул уҡыусыларҙың телгә өйрәнеү барышында милли үҙенсәлектәрҙе сағылдырған текстар менән эшләүе, халҡыбыҙҙың тормош- көнкүреш, йола, ғөрөф-ғәҙәт үҙенсәлектәрен, шанлы үткәнен, әҙәп-әхлаҡ нормаларын, телмәр әҙәплелеген, һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен, мәҙәниәтен, халыҡ ауыҙ-тел ижады үрнәктәрен белеүе, башҡорт халҡының телмәр әҙәплелеген үҙләштереүе, рухи ҡомартҡыларын ихтирам итеүе һ. б.

Башланғыс мәктәптә башҡорт теле дәрестәрендә белем биреүҙең төп бурыстары:

- туған телдә камил һөйләшеү, фекереңде еткерә белеү, тел һәм телмәр күнекмәләрен тәрән үҙләштереүгә өлгәшеү;

- уҡыусыларҙың төрлө эшмәкәрлекте (уҡыу һәм белем алыу, хеҙмәт, аралашыу күнекмәләрен) үҙләштереүҙәренә ирешеү, универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәтеү;

- башҡорт халҡының рухи мираҫын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһы-ныу тәрбиәләү;

- дәреслек, өҫтәмә материал, һүҙлектәр, белешмә әҙәбиәт менән эш итеү күнекмәләрен камиллаштырыу;

- башҡорт телек башҡа фәндәр буйынса белем алыу сараһы булараҡ ҡулланырға әҙерләү;



- уҡыусыларҙың логик фекерләү һәләттәрен үҫтереү.

Программаның бурыстарын тормошҡа ашырыу өсөн заманса эш методтарын һәм алымдарын ҡулланырға кәрәк. Дәрестә уҡыусыларға төплө белем нигеҙ- ҙәре, ныҡлы күнекмәләр биреү менән бергә, уларҙың танып белеү эшмәкәрле- ген һәм фекерләүен үҫтереүсе, дөйөм үҫешен тәьмин итеүсе алымдар һәм саралар менән файҙаланыу мотлаҡ талап булып тора. Уҡыусылар грамматик ҡағиҙәләрҙе практик эш нигеҙендә аңлап, әүҙем үҙләштерергә, алған белем- дәрен аңлата, нигеҙләй, иҫбатлай, ҡуллана белергә тейеш. Уҡыусыларға проект төҙөү методын ҡулланыу ҙа тәҡдим ителә.

Уңышҡа ирешеү өсөн тел дәрестәрен уҡыу дәрестәре менән тығыҙ бәйләп алып барыла.

Программа түбәндәге принциптарға таянып төҙөлде:

1) һәр баланың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу;

2) фәннилек һәм системалылыҡ принциптары;

3) уҡыусыларҙы төрлө яҡлап өҙлөкһөҙ үҫтереү;

4) баланың психик һәм физик һаулығын һаҡлау.

Программаның нигеҙендә коммуникативлыҡ принцибы ята.



Уҡыу предметына дөйөм характеристика



Башҡорт теле курсында предмет ярҙамында түбәндәге үҫеш юлдары тормошҡа ашырыла:

  • предмет кимәлендә белемгә эйә булыу;

  • уҡыу техникаһын үҫтереү, текстарҙы анализлау юлдарына эйә булыу;

  • яҙма һәм һөйләү телмәренә эйә булыу;

  • тел тураһында белем алыу һәм системалаштырыу;

  • орфография һәм пунктуацияны өйрәнеү;

  • башҡорт теленең тәрбиәүи потҫнциалын ҡулланыу;

  • телде тойомлауҙы үҫтереү.

Фонетика һәм графика

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә була:

-өндәрҙе һәм хәрефтәрҙе айырыу;

-өндәргә характеристика биреү:һуҙынҡылар (нәҙек һәм ҡалын, баҫымлы һәм баҫымһыҙ); тартынҡылар (яңғырау һәм һаңғырау, парлы һәм парһыҙ);

-башҡорт алфавитында хәрефтәрҙең урынлашыу тәртибен һәм уның әһәмиәтенүҙләштереү (һүҙҙәрҙе билдәле тәртипкә килтереү, алфавит ярҙамында кәрәкле мәғлүмәт эҙләү һ. б.).

Башланғыс класты тамамлаусы укыусы бирелгән схема буйынса өн-хәрефанализын эшләргә өйрәнеү һәм уның дөрөҫ булыу-булмауын тикшереү мөм-кинселегенә эйә булырға тейеш.

Орфоэпия

Уҡыусы өйрәнергә мөмкинселек ала:

-башҡорт теленең нормаларын үтән уҡыу һәм һөйләү, әңгәмәселәренең телмәрендә был нормаларҙың үтәлешен баһалау (программала бирелгән күләм кимәлендә);

-белмәгән осраҡта һүҙлектән йәки дәреслектән дөрөҫ әйтелеш нормаларын үҙ аллы табыу йәки уҡытыусыға мөрәжәғәт итеү.

Һүҙ составы

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә була:

-үҙгәрмәүсе һәм үҙгәреүсе һүҙҙәрҙе айырыу;

-тамырҙаш һүҙҙәрҙе һәм һүҙ формаларын таныу;

-һүҙҙәрҙә тамыр, яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙы табыу.

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы һүҙҙәрҙе составы буйынса тикшерә белергә, анализ яһарға өйрәнеү мөмкинселегенә әйә була.

Лексика

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә булырға тейеш:

-һүҙҙең мәғәнәһен дөрөҫләү, кәрәк булған һүҙҙе айырып алыу;

-һүҙҙең мәғәнәһен текст буйынса йәки аңлатмалы һүҙлек буйынса дөрөҫләү

Уҡыусы өйрәнергә мөмкинселек ала:

-бер төрлөлөктән азат булыу маҡсатында тейешле синонимдарҙы табыу һәм ҡулланыу;

-сағыштырыу һәм теүәл характеристика биреү өсөн антонимдар ҡулланыу;

-текстағы телмәрҙә ҡулланылған тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе таныу;

- ябай фразеологик берәмектәрҙең мәғәнәһен аңлау һәм уларҙы телмәрҙәҡулланыу;

-һүҙҙәрҙе урынлы йәки урынһыҙ ҡулланыуҙы баһалай белеү;

-аралашыу мәсьәләһен урынлы хәл итеү маҡсатында тәҡдим ителгән һүҙҙәрҙең тейешлеһен һайлап алыу.

Морфология

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә булырға тейеш:

-исемдең һанын, затын, килешен, һөйләмдәге урынын билдәләү, исемдәргә морфологик анализ яһау;

-сифаттарҙың төрөн, дәрәжәһен билдәләү, уларға морфо логик анализ яһау;

-ҡылымдың грамматик билдәләрен: һөйкәлешен, заманын, затын билдәләү, морфологик анализ яһау;

-рәүештәрҙең грамматик билдәләрен таныу: үҙгәрмәүсе һүҙ төркөмөн,төрөн, дәрәжәһен белеү;

-алмаштарҙың грамматик билдәләрен таныу: һанын, затын;

-һандарҙың грамматик билдәләрен белеү: төрөн, төркөмсәләрен һ. б.





Уҡыу йөкмәткеһенең ҡиммәттәр йүнәлеше



Башҡорт телен өйрәне һөҙөмтәһенең бер йүнәлеше булып башланғыс класс уҡыусылары тарафынан рухи ҡиммәттәрҙең системаһын төшөнөү һәм үҙләштереү тора. Башланғыс кластарҙа әсә теле дәрестәрендә түбәндәге рухи ҡиммәттәргә иғтибар бүлеү мотлаҡ.

Изгелек ҡиммәте - үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәрҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙләнеүен аңлау.

Аралашыу ҡиммәте - аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.

Матурлыҡ (гармония) ҡиммәте - башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап уҙләштереу.

Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте - хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты, халате булыуын ҡабул итеу. Хеҙмәткә һөйөу тәрбиәләуҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.

Илһөйәрлек ҡиммәте - үҙ телеңде һәм халҡыңды хөрмәт итеу, халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.

Кешелеклелек ҡиммәте - үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойон үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.

Башҡорт телен үҙләштереүҙең шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре

Яңы стандарттарға ярашлы уҡыу сифатын өйрәнгәндә, йәғни тикшереү процесында, түбәндәге һөҙөмтәләр күҙаллана:

  • шәхси үҫеш кимәле;

  • метапредмет кимәле;

  • предмет буйынса белем кимәле.

Шәхси үҫеш кимәле. Баланы шәхөс итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.

Метапредмет кимәле. Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, ойоштopoy һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡырға, белем алырға өйрәтеү.

Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, шәхси, ойоштороу һәм коммуникатив эшмәкәрлек. Шәхси эшмәкәрлек баланы уҡымышлы һәм аңлы шәхес итеп үҫтереү. Эшмәкәрлекте уның тормош һәм кешелеклелек ҡиммәттәрен, әхлаҡи һәм мораль нормаларҙы аңлап ҡабул итеүеп, әйләнә- тирәләге күренештәргә һәм ваҡиғаларға шәхси ҡарашын формалаштырыуға йүнәлтеү.

Ойоштороу эшмәкәрлеге танып белеү процесы менән идара итеүҙе күҙ уңында тота: эшмәкәрлекте күҙаллау, планлаштырыу, башҡарыу, тикшереү, үҙгәрештәр индереү һәм баһалауҙы үҙ эсенә ала.

Танып белеү эшмәкәрлеге тейешле мәғлүмәтте эҙләп табыу һәм анализлауҙы, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүҙе һәм ҡулланыуҙы тәьмин итә.

Аралашыу эшмәкәрлеге белем алыу процесында аралашырға өйрәнеүҙе ойоштороуға йүнәлтелгән. Ул башҡа кешеләрҙе тыңлай белеү һәм аңлауҙы, мәғлүмәтте теүәл тапшырыуҙы үҙ эсенә ала.

Предмет кимәле. Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны эшкәртеү һәм ҡулланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.

Шәхси үҫеш кимәле

«Башҡорт теле» предметын үҙләштергәндә, уҡытыусы шәхси үҫеш кимәлен үҫтереү бурысын ҡуя:

-телдең һәм телмәрҙең кешеләр тормошондағы әһәмиәтен аңлау;

-тексты эмоциональ ҡабул итеү, үҙеңдең хис-тойғоларыңды белдереү;

-кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлау, уртаҡлашыу, бүлешеү;

-укылған әҫәрҙәрҙең геройҙарына һәм уларҙың эшенә ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү.

Метапредмет кимәле

Ойоштороу эшмәкәрлеге:

-уҡытыусы ярҙамында әшмәкәрлек маҡсатын билдәләү;

-дәрестә эш барышын һөйләп барыу;

-дәреслек материалы менән эшләү барышында уйҙы, фаразды әйтеү;

-уҡытыусы тәҡдим иткән план буйынса эшләү;

-коллектив төҙөлгән план буйынса эшләү.

Танып белеү эшмәкәрлеге:

-дәреслектең, матур яҙыу өлгөләренең айышына төшөнөү (тышы, йөкмәткеһе, шартлы билдәләре);

-дәреслектән, текстан, иллюстрацияларҙан һорауға яуап табыу;

-бергәләп йәки үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;

- ҙур булмаған текстың йөкмәткеһен һөйләү.

Аралашыу эшмәкәрлеге:

-фекереңде телдән формалаштырыу;

-кешенең телмәрен тыңлау һәм аңлау;

-тыңлай белеүҙең уңышлы аралашыуға шарт булыуын үҙләштереү;

-тексты тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен һөйләү;

-уҡытыусы һәм класташтар менән берлектә тәртип ҡағиҙәләре һәм уларҙы үтәү тураһында килешеү.

Предмет үҙләштереү кимәле

-тексты һөйләмдәр теҙмәһенән айыра белеү;

-бөтөн һүҙҙәр менән аңлы, дөрөҫ уҡыу;

-тексты ентекле һөйләй белеү;

-хикәйә төҙөү;

-һүҙҙең өндәрен атау, ижеккә бүлеү, өндәр һәм хәрефтәр һанын билдәләү, дөрөҫ баҫым ҡуйыу, хәреф-өн анализы яһау;

-һөйләмде, кешенең исемен һәм фамилияһын баш хәреф менән яҙыу;

-һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙыу;

-баҫма тексты күсереп яҙыу, һүҙҙәрҙе һәм ҙур булмаған һөйләмдәрҙе диктант итеп яҙыу;

-тамырҙаш һүҙҙәрҙең тамырын табыу.



«Башҡорт теле» укыу предметының йѳкмәткеһе



Грамотаға ѳйрәтеү. Әлифба

Графика. Ѳн һәм хәреф. Үпкәнән килә торған һауа ағымының кәртәгә осрауы һәм осрамауына ҡарап, ѳндәрҙең һуҙынҡыларға һәм тартынҡыларға бүленеше. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Парлы һәм парһыҙ, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Ҡ, к, п ѳндәренең ғ, г, б ѳндәре менән сиратлашыуы. Һүҙҙә нисә ѳн һәм нисә хәреф барлығын билдәләү. Ѳн һәм хәрефтең бер-береһенә тура килмәгән осраҡтарын билдәләү һәм күрһәтеү. һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү. Баҫым. Алфавиттағы хәрефтәр тәртибе.

Һүҙ. Балаларға таныш предметтарҙы: уйынсыҡтар, уҡыу кәрәк-яраҡтары, ѳҫ-баш кейемдәре, йәнлектәр, үҫемлек һ. б. дѳйѳм исем аҫтында туплатыу. Һүҙҙәрҙе, мәғәнәләренә ҡарап, кем? нимә? ни эшләй? ниндәй? һорауҙары буйынса тѳркѳмләү, уларҙы һѳйләмдән табып, һорау ҡуйыу, телмәрҙә ҡулланыу.

Һѳйләм. Телмәрҙән һѳйләмде айырып алыу. Бирелгән һүҙҙәр менән, картиналар һәм һүрәттәр буйынса һѳйләмдәртѳҙѳү. Һѳйләмдең беренсе һүҙен баш хәреф менән яҙыу. Һѳйләм аҙағында нѳктә (йыл аҙағында - һораү һәм ѳндәү) билдәләре ҡуйыу.Шиғыр, хикәйә, йыр, әкиәт, мәҡәд, йомаҡ кеүек жанрҙарҙы айырыу.

Башҡорт теле

Фонетика. Әлифба осоронда «Ѳн һәм хәреф» темаһы буйынса алған белемдәрҙе системаға килтереү. Һуҙынҡы һәм тартынҡы ѳндәр. Нәҙек һәм ҡалын һүҙҙәр. Уларҙы тамғалау. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Ижек. һүҙҙе ижеккә бүлеү. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү.

Һүҙ башында э хәрефе. Һүҙ уртаһында е хәрефе. Й хәрефенең яҙылышы. Йо, йѳ, йе, йү, йы, йә ҡушымсалары. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә е, ё, ю, я хәреф-тамғалары. У-ү хәрефле һүҙҙәр.

Һүҙ. Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр. Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр. Предметтың хәрәкәтен (эшен) белдергән һүҙҙәр. Һәм, менән, да-дэ, ҙа-ҙэ, ла-лэ, та-тэ, ғына- генэ, ҡына-кенә ярҙамсы һүҙҙәре.

Һѳйләм. һорау һѳйләм. Ѳндәү һѳйләм. Хәбәр һѳйләм. О-ѳ хәрефле һүҙҙәр. Һѳйләмдең сиктәрен билдәләү.

Орфография һәм пунктуация. Кешенең исем- фамилияларын, хайуан ҡушаматтарын һәм ер-һыу атамаларын ҙур хәреф менән яҙыу. Ярҙамсы һүҙҙәрҙең айырым яҙылыуы.

Универсаль уҡыу эш тѳрҙәре. Уҡыу эшмәкәрлегенә ѳйрәнеү. Хәреф һәм ѳндәрҙе таныу. Ижектәрҙе һәм һүҙҙәрҙе, һѳйләмдәрҙе ҡушып уҡыу. Текстарҙы аңлы һәм тасуири уҡыу.

Хәрефтәрҙе айырым һәм бер береһе менән тоташтырып яҙыу. Һүҙ һәм һѳйләмдәрҙе, ҡыҫҡа текстарҙы күсереп яҙыу. Ишеткәнде яҙыу (диктант). Уҡытыусы ҡуйған һорауға тулы һәм асыҡ яуап биреү, дәрестә иғтибар менән тыңлау, уҡытыусы ҡушҡанды аңларға ѳйрәнеү. Үҙ-ара һѳйләшеү (диалог) ҡороу. Тел күренештәрен күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау һәм һығымта яһау. Үҙ аллы белем алырға ѳйрәнеү. Уҡытыусы ярҙамында маҡсат ҡуйыу. Эште планлаштырыу һәм уның буйынса эшләү. Тикшереү. Эште баһалау.

Бала үҙ телендә һөйләшә, фекер йөрөтә, уның аша кешеләр араһындағы мөнәсәбәттең иң ҡатмарлы донъяһына үтеп инә, тәбиғәт, йәмғиәт һәм сәйәси күренештәрҙе танып белә, улар хаҡында тәүге төшөнсәләрҙе үҙләштерә. Туған тел балаға туранан-тура йоғонто яһай: туған телдә әйтелгән һүҙ уны шатландыра, көйөндөрә һәм төрлө бәхәстергә тарта ала. Туған телде өйрәтеү уҡыусының үҙ аллы фекер йөрөтөү һәләтен, һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереүҙе, байытыуҙы, камиллаштырыуҙы, баланың үҙен шәхес итеп үҫтереүҙе, формалаштырыуҙы куҙаллай.

Мәктәптә туған тел махсус предмет булараҡ өйрәнелә. Ә башланғыс мәктәптә иһә айырыуса әһәмиәтле урын алып тора. Сөнки башланғыс класс уҡыусылары туған тел аша ысынбарлыҡты танып белә, кешеләр араһындағы, йәмғиәттәге мөнәсәбәттәрҙе, үҙен уратып алған донъяны өйрәнә, шәхес булараҡ үҫешә. Фәҡәт үҙ телең генә ата-бабаларыңдың үткәнен белергә, киләсәккә өмөт- хыялдарын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә. Ошоларға ирешмәйенсә тороп, телеңдең, милләтеңдең киләсәген күҙаллауы мөмкин түгелдер. Шуға ла туған телде бөтә нескәлектәре менән өйрәнеү, белеү мотлаҡ.

Башланғыс мәктәптә туған телде уҡытыу юғары кластарҙа өйрәнеләсәк тел һәм әҙәбиәт дәрестәренә әҙерлек этабы булып тора. Әгәр уҡыусы туған тел дәрестәрендә башланғыс класта уҡ яҡшы һөҙөмтәләргә ирешһә, уға өлкән кластарҙа башҡа предметтарҙы уңышлы үҙләштереү өсөн ҙур мөмкинселектәр тыуа. Шуға ла башланғыс мәктәптә туған тел дәрестәре алдында ҡуйылған мөһим шарттар- уҡыусыларҙы тормош менән таныштырып, унда үҙ урынын табырға өйрәтеү; мәктәптә уҡытылған туғандаш әҙәбиәттәр менән сағыштырып, башҡа фәндәр, сәнғәт төрҙәренә бәле алып барыу; һәр көн һайын арта барған фәнни мәғлүмәтте еткереү; әҙәбиәт һәм сәнғәттеңетеҙ үҫеше аша уҡыусыларҙың танып белеү һәләтлектәрен үҫтереү; уларҙың үҙ аллы белем алыуыны, әҙәби китап уҡыуына, уҡылғанды баһалай белеүенә булышлыҡ итеү һәм ижади эшмәкәрлектәрен әүҙемләштереү бурысы тора. Шулай уҡ йәмғиәт алдында яуаплылыҡ тойған һәм рухи яҡтан ныҡлы булған интелектуаль шәхес тәрбиәләү бурысы ла мөһим.

Юғарыла аталған бурыстарҙы хәл итеү өсөн тейешле шарттар булдырыу зарур. Иң төп шарттарҙың береһе - телде өйрәнеү өсөн мөмкинселектәр тыуҙырыу. Шуға күрә балаларҙы тел ғилеменә өйрәтеү башланғыс кластан маҡсатлы рәүештә алып барыла. Дәүләт теле булған рус һәм халыҡ-ара аралашыу теле булған инглиз телдәрен өйрәнеү, ҡағиҙә булараҡ, туған телгә нигеҙләнеп атҡарыла.

Башланғыс мәктәптә туған тел (киләсәктә әҙәби уҡыу тип аталасаҡ) дәрестәрен өйрәтеү түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәтелгән:

  • башланғыс мәктәп системаһының төп нигеҙен тәшкил иткән дөрөҫ, йүгерек һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, үҙ аллы аңлап уҡыу күнекмәләрен булдырыу; танып белеү даирәһен формалаштырыу; телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен камиллаштырыу;

  • уҡыусыларҙың танып белеү һәм ижади эшмәкәрлектәрен үҫтереү, әҙәби әҫәрҙәрен һүрәтләнгән тормош күренештәрен, ваҡиғаларҙы һәмобраздарҙы ысын күңелдән ҡабул итеүгә булышлыҡ итеү; уҡыусылар күңелендә эстетик хис- тойоғолар тәрбиәләү аша балаға һәр яҡлап йоғонто яһау;

  • әҙәби әҫәрҙәр, фәнни-популяр мәҡәлдәр, халыҡ ижады һәм башҡа жанрҙарҙағы әҫәрҙәр менән эшләү күнекмәләрен булдырыу; әҙәби әҫәрҙәр аша уҡыусыларҙы намыҫлылыҡ, ғәҙеллек, тоғролоҡ, дуҫлыҡ, шәфҡәтлелек, әүҙемлек кеүек юғары әхлаҡи сифаттарҙы тәрбиәләү;

  • туғандаш, Рәсәйҙең башҡа халыҡтарының әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ихтирам тойғоһо тәрбәләү; уҡыусыларҙы китап уҡыуға йәлеп итеү һәм уҡыу эшмәкәрлеге үҙ аллы белем туплауҙа иң төп сара икәнен төшөнгән белемле уҡыусылар тәрбиәләү;

  • бергә уҡыу компетентлығын, уҡыу техникаһын үҙләштереү, уҡыған һәм тыңланған әҫәрҙәрҙе аңлау, китаптарҙы таныу, үҙ аллы һайлау күнекмәләренә эйә булырға өйрәтеү, китап уҡыуға ныҡлы ҡыҙыҡһыныу арттырыу.

Программа башланғыс мәктәп уҡыусыларына китаптың төрлө мәғлүмәт сығанағы булыуы тураһында төшөнсә бирә. Бында тағы ла китап уҡыусының библиография өлкәһендәге оҫталыҡтарын булдырыу күҙаллана: белешмә буйынса эҙләп ала белеү, айырым билдәләренән төрлө типтағы, төрҙәге китаптарҙы табыу һәм улар менән танышыу, уҡыу өсөн тәҡдим ителгән йәки үҙ теләге буйынса китаптарҙы һайлап алып уҡыу.

Башланғыс мәктәптең уҡыу пландарына ингән башҡа предметтарҙан айырмалы рәүештә, туған тел предметы түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йоғонто яһай.

1.Мәҙәниәтле уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, тексты аңлау, китапҡа һәм китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Был мәсьәләне хәл итеү уҡыу күнекмәләрен формалаштырыуҙы (уҡыу процесына ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы, төрлө маҡсатты күҙ уңында тотҡан әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыуға теләк булдырҙы) куҙаллай. Ошо бурысты тормошҡа ашырыу өлкән кластарҙа башҡа предметтарҙы уңышлы өйрәнеүгә нигеҙ һала. Туған тел предметының йөкмткеһен йөкмәткеһен үҙләштереү аша уҡыусылар тексты аңлап уҡыу, төрлө мәғлүмәт менән эшләү, кәрәк булғанын таба белеү күнәкмәләренә эйә була.

2. Һөйләү эшмәкәрлегенә, яҙыу-аралашыу культураһына эйә булырға өйрәтеү.

Был йүнәлеш китаптағы төрлө маҡсатты күҙ уңында тотҡан текстар өҫтөндә эшләүҙе, уларҙы айыра алыуҙа, тирә-йүн тураһындағы белемдәрен арттырыуҙы күҙ уңында тота. Уҡыусылар уҡыу һәм белем алыу барышында телмәрҙең диалог һәм монолог формаһын төҙөргә өйрәнәләр, әҙәби әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән донъяуи күренештәрҙе, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ихлас ҡабул итеп, дәреслектә бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белергә, һүҙлектәрҙән мәғлүмәт табырға, энциклопедиялар менән дөрөҫ эш итергә өйрәнәләр; ишеткән, уҡыған тема буйынса үҙ фекерҙәрен әйтеп бирергә, һығымта яһарға өйрәнәләр.

3.Әҙәби әҫәрҙәрҙә бирелгән хәл-ваҡиғаларға ҡарата әхләки-эстетик тойғолар һәм зауыҡ тәрбиәләү

Был йүнәлештәге мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыу- әҙәби әҫәрҙе сәнғәттең үҙенсәлектәре айырым бер төрө итеп ҡабул иттереү; әҫәрҙең әҙәби ҡиммәтен аңларға, тасуирлау сараларын танып белергә өйрәтеү ул.

Шул уҡ әҙәби әҫәрҙе сәнғәттең башҡа төрҙәре менән сағыштырыу уларҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын табыу, уҡылған әҫәрҙәр ярҙамында үҙең дә хикәйә яҙып ҡарау.

4.Әхләҡи ҡиммәттәрҙе формалаштырыу, әҙәбиәт менән танышыуҙан йәм табырға, әҙәби әҫәрҙең рухи асылын аңларға өйрәнеү әҫәрҙәренең үҙенсәлеген, уның әхләки асылын , шәхесте тәрбиәләү маҡсатынан сығып аңлау мөһим урын алып тора. Әҙәби әҫәрҙе уҡыған бала тирә- йүнде уратып алған төп әхләки-этик ҡиммәттәрҙе үҙләштерә, геройҙарҙың ыңғай һәм кире эштәре менән таныша, баһалай, анализлай; унда һүрәтләнгән тормош күренештәрен, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ихлас ҡабул итә, аңлай һәм тормошта ыңғай һөҙөмтәһен булдырырға ынтыла; әҙәби әҫәрҙәрҙе эмоциональ ҡабул итеү һөҙөмтәһендә үҙендә ыңғай сифаттар тәрбиәләргә тырыша.

Уҡыу предметына дөйөм характеристика



«Телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре» бүлеге түбәндәге процестарҙы үҙ эсенә ала:

Тыңлау-телдән әйтелгән информацияны тыңлау һәм мәғәнәһенә төшөнә барыу бер үк ваҡыт эсендә башҡарыла: уҡыусы һөйләгәнде тыңлай, һөйләүсенең фекеренә төшөнә, телмәре аша уның мөнәсәбәтен, мәғәнә биҙәктәрен билдәләй, йөкмәткеһенә ҡарап, үҙ яуабын әҙерләй, ҡылығын, тәртибен планлаштыра.

Уҡыу - уҡылған текстан үҙенә кәрәкле мәғлүмәт, белем алыу, текстың йөкмәткеһен тәрән аңлау, уға үҙ ҡарашыңды булдырыу. Төрлө күләмдәге, жанрҙағы әҙәби әҫәрҙәрҙе үҙ аллы аңлап уҡыу; уҡыу маҡсатын, уҡыу төрҙәрен билдәләү; тасуири уҡыу сараларын ҡулланып төрлө маҡсатты күҙ уңында тотҡан әҙәби текстарҙы дөрөҫ, аңлап уҡыу.

Һөйләү. Һөйләү телмәре ни тиклем үҫешкәнерәк, камилыраҡ булһа, кеше үҙ фекерен әңгәмәсеһенә шул тиклем еңелерәк еткерә һәм башҡаларҙы ла тиҙерәк аңлай. Уҡылған текстар ярҙамында диалог ҡорорға, һөйләү этикетын ҡулланып монолог төҙөргә, тормоштан алған тәьҫораттарыңды белдерергә, әҫәрҙә яҙыусының телмәр үҙенсәлеген билдәләргә һәм уның фекерен асыҡларға, текстың төп фекерен табырға тырышыу ҙа һөйләү телмәренең ү булышлыҡ итә.

Яҙыу. Үҙең ишеткән, күргән, уҡыған, кисергән хәл-ваҡиғаларҙы, дөйөм алғанда, фекерҙәреңде билдәле маҡсатта тулы, дөрөҫ, эҙмә-эҙ һәм бәйләнешле итеп яҙа белеү.

Яҙыу телмәрен үҫтереү уҡыусыларҙа түбәндәге күнекмәләрҙе үҫтереүҙе күҙ уңында тота:

-билдәле бер маҡсатты күҙ уңында тотоп, төрлө жанрҙарҙа (хикәйәләү, һүрәтләү, хөкөм йөрөтөү) яҙа белеү;

-йөкмәткене өҫтәлмә материал менән байытып яҙыу;

-үҙеңдең хикәйәңде булдырыу (мәҫәлән, картина буйынса);

-әҙәби һәм ирекле темаларға инша яҙыу;

-баһалама, характеристика яҙыу.

«Телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре» бүлеге тыңлау, һөйләү, яҙыу һәм уҡыу процестарының үҫешен тәьмин итеп, мәҙәниәтле аралашыу күнекмәләрен барлыҡҡа килтерә. Телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре үҙ- ара тығыҙ бәйләнештә булып, бер-береһенә туранан-тура йоғонто яһай. Шунлыҡтан тыңлау, һөйләү, яҙыу һәм һәләтлектәрен комплекслы үҫтерергә кәрәк.

«Телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре» бүлеге төрлө кимәлдәге текст өҫтөндә эшләү күнекмәләрен барлыҡҡа килтереүҙе ләүҙ эсенә ала. Был эш түбәндәге анализлау оҫталыҡтарын барлыҡҡа килтереүҙе күҙаллай:

-әҙәби әҫәрҙәрҙең, фәнни-популяр мәҡәләләрҙең һүрәтләү-тасуирлау сараларын, йөкмәткеһен, маҡсатын, тәғәйенләнешенә ярашлы һайлау дөрөҫ ҡулланыу;

- автор тарафынан тәҡдим ителгән тормош үҙенсәлеген күрә башлау;

- әҙәби, фәнни-популяр текстар араһында сәбәп-һөҙөмтә бәйләнешен булдырыу, айырмалығын күрә белеү;

- автор позицияһын, ҡарашын, үҙсәнлеген аңлау; текстың төп фекерен айыра белеү( уҡытыусы ярҙамында).

«Китап уҡыу даирәһе» бүлегендә балалар өсөн тәғәйенләнгән материалдарҙан йөкмәткеһен һайлау мөмкинлеге принциптары билдәләнә. бирелгән принциптар уҡыусыларҙа үҙе уҡырға теләгән әҫәрҙе һайлау, ғөмүмән, китапты ихлас һәм даими уҡырға ғәҙәтләндереү, үҙ аллы уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереү, балаларҙа әҙәбиәт донъяһына, тексты уҡырға һөйөү тәрбиәләү; төрлө китаптарҙан үҙ эсенә әхләки-эстетик ҡиммәттәрҙе алған текстарҙы һайлай алыу күнекмәләрен булдырыу ҡаралған.

«Әҙәбиәт ғилеме тураһында төшөнсә биреү» бүлеге уҡыусыларҙы тәү башлап әҙәбиәт ғилеме менән таныштыра. Был инде әҙәби төр һәм жанр үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу, уларҙы таный, айыра белеүҙе; телдең һүрәтләү, тасуирлау сараларын аңлы ҡабул итеүҙе үҙаллай.

«Уҡыусыларҙың ижади эшмәкәрлеген үҫтереү» бүлеге әҙәби белем биреү йөкмәткеһенең төп йүнәлеше булып тора. Ижади эшмәкәрлек тәжрибәһе уҡыусының уҡыу һәм яҙмә телмәренә үтеп инә, ә был, үҙ сиратында, уҡыусыларға алған белемдәрен файҙаланып, үҙ аллы ижад итергә мөмкинлек тыуҙыра. Артабан был бүлектә төрлө формалы текстар барлыҡҡа килтереүгә, уҡылған әҙәби әҫәрҙәр нигеҙендә төрлө һүрәтләү саралары, һөйләү формалары ҡулланып, үҙеңдең әҫәрҙәреңде ижад итеүгә лә иғтибар бирелә.

«Туған тел» предметы йөкмәткеһендә тәрбиәүи йүнәлеш ҡиммәттәре

Башланғыс мәктәптә уҡыу предметы булараҡ туған тел дәрестәре белем биреүгә генә түгел, ә тәрбиәүи ҡиммәттәргә лә ҙур әһәмиәт бирә. Туған тел дәрестәрендә уҡыусылар тәбиғәтте күҙәтеү, уны һаҡлау һәм шулай уҡ әҙәп, әхлаҡ, мәҙәниәтле аралашыу мәсьәләләренә бағышланған әҫәрҙәр менән танышалар. Төрлө әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыу, ҡабул итеү барышында башланғыс мәктәп уҡыусыларында белм алыу менән бергә туған тәбиғәтҡә һөйөү, һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләнә. Кешеләрҙең уй-фекерҙәрен, ҡылыҡтарын аңлау һәм шунан сығып үҙәрендә лә ыңғай сифаттарҙы үҫтереү хуплана.

Туған тел дәрестәре, сәнғәт менән таныштырыуҙың, уға һөйөү тәрбиәләүҙең бер төрө булараҡ, уҡыусыларҙы үҙ халҡының һәм милләтенең эстэтик-әхлаҡи ҡиммәттәре менән таныштырыуҙы һәм ҡайһыныңда юғары әхләҡи һыҙаттарҙы: матурлыҡты күрә, баһалай һәм ҡабул итә алырҙай тойғолар тәрбиәләүҙе; кешелектең һәм үҙ милләтенең тәрбиәһенә тура килерҙәй ыңғай сифаттарҙы формалаштырыуҙы күҙаллай.

Туған тел дәрестәрендә уҡыу техниҡаһы, уҡыу күнекмәләрен булдырыу дауам итә. Әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡығандан һуң анализлап, уҡыусы яҡшылыҡ һәм яманлыҡ, дөрөҫлөк, ғәҙеллек, тоғролоҡ, дуҫлыҡ тураһында уйлана. Шулай уҡ туған тел дәрестәрендә әҙәби әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән күренештәрҙе, ваҡиғаларҙы, образдарҙы ысын күңелдән ҡабул итеү, шуның менән уҡыусылар күңеленә эмоциональ-эстетик йоғонто яһау мөһим роль уйнай.

Әҙәби белем биреү сиктәрендә тормошҡа ашырылған рухи-әхлаҡи тәрбиә һәм белем биреү уҡыусыла Туған илгә, кешеләргә ҡарата булған ыңғай шәхси сифаттарҙы барлыҡҡа килтерә, формалаштыра.

«Туған тел» предметын өйрәнеү һөҙөмтәләре.

Башланғыс класс уҡытыусыһы үҙ алдына баланы өс кимәлдә үҫтереү бурысын аныҡ ҡуя.

Шәхси үҫеш кимәле

Баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡыныңҡиммәттәренә төшөнгән, уны һанланған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.

Был йүнәлештә башланғыс мәктәп уҡыусыһына уҡыуҙың һәм белем алыуҙың мөһимлеген, үҫеш өсөн кәрәклеген аңлатырға, китап уҡырға ғәҙәтләнеү, ҡыҙыҡһыныу теләген булдырырға; үҙ-үҙенде һәмтормошто аңлауҙы сығанаҡ итеп ҡабул итергә тарихи-мәҙәни ваҡиғаларҙы, кешелек ҡиммәттәре менән әҙәбиәттәге айырым сәнғәт төрө икәнен белергә өйрәтергә кәрәк. Әҙәби әҫәрҙәрҙе тулыһынса һәм эмоциональ ҡабул итеү үҙ фекереңде булдырыуға һәм әңгәмәсенекен хөрмәт итеү талаптарына яуап бирә.

Метапредмет кимәле

Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, регулятив һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уғыуға, белем алырға өйрәтеү.

Предмет-ара һөҙөмтәләр түбәндәге талаптарҙан тора

-әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материалдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;

</ -әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау ( тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү һәм текстың төп фекерен асыҡлау;

-үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;

- тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;

-йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү;

-аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу;

- төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлауһәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү

Предмет кимәле

Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны анализлау һәм ҡулланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.

Предметты өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:

-компетентлы уҡыуҙы формалаштырыу;

-уҡыу техникаһын үҙләштереү;

-уҡылған йәки тыңланған әҙәби әҫәрҙәре аңлау алымдарына эйә булыу;

-интерпретацияның төп элементтарын үҙләштереү;

-әҙәби әҫәрҙәрҙе, фәнни-популяр уҡыу текстарын анализлау һәм үҙгәртеү күнекмәләренә эйә булыу;

-үҙеңде ҡыҙыҡһындырған әҙәбиәтте үҙ аллы һайлай алыу;

-һүҙлектәр, белешмәләр менән эш итә белеү;

-үҙеңде ижади эшмәкәрлеккә һәләтле, белемле китап уҡыусы итеп тойоу;

-монологтар төҙөү, текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү;

-һүрәтләү, хикәйәләү, хөкөмләү элементтарын индереп, бәләкәй текстар төҙөү;

- шиғырҙарҙы яттан һөйләү һәм таныш булмаған аудиторияла сығыш яһау күнекмәләренә эйә булыу.





«Туған тел» укыу предметының йѳкмәткеһе

Телмәр һәм уҡыу эшмәкәрлегенең төрҙәре.

Тыңлау, тыңлау һәм аңлау.

Телдән һөйләнгән телмәрҙе тыңлау һәм ҡабул итеү. Мәғлүмәтте тыңлау һәм мәғәнәһенә төшөнә барыу: уҡыусы һөйләмде тыңлай, һөйләүсенең фекер ебенә төшөнә, телмәр аша уның мөнәсәбәтен, мәғәнә биҙәктәрен билдәләй, йөкмәткеһенә ҡарап үҙ яуабын билдәләй, ҡылығын, тәртибен планлаштыра; уҡыған фәнни- мәғлүмәти, әҙәби әҫәрҙәр буйынса һорау биреү һәм мәғлүмәт алыу күнекмәләре формалаштыра. Тыңлай һәм аңлай алыу күнекмәләре үҙ аллы айырым ғына формалашмай. Ул һөйләү, яҙыу, уҡыу күнекмәләре менән аралашып, үрелеп бара.

Уҡыу.

Ҡысҡырып уҡыу. Уҡыу күнекмәһенә өйрәткәндә ҡысҡырып уҡыу бик ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡысҡырып уҡыу баланы уҡырға өйрәтеүҙә мөһим урын тота, тиҙ, дөрөҫ, йүгерек, аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен барлыҡҡа килтерә. Әкренләп уҡыу күнекмәләренән аңлап, дөрөҫ, бөтә һүҙҙәр менән ҡысҡырып уҡыуға күсеү ( уҡыу тиҙлеге индивидуаль уҡыу темпына ярашлы була), яйлап уҡыу темпын арттырыу. Тексты аңлы үҙләштереү аша йүгерек уҡыу күнекмәләрен булдырыу. Уҡығанда интонацияның йөкмәткегә тура килеүен күҙәтеп, орфоэпик нормаларҙан тайпылмау. Һөйләмдәрҙе, тыныш билдәләренә иғтибар итеп, интонация менән уҡыу. Төрлө типтағы һәмтөрҙәге текстарҙың мәғәнәүи үҙенсәлеген аңлау һәм уларҙың мәғәнәһен интонация ярҙамында асып биреү. Башҡорт теленең әҙәби тел нормаларын күҙәтеп, һүҙ һәм фраза баҫымына иғтибар итеп уҡыу.

Эстән уҡыу. Телмәр органдарының ҡатмарлығынан тыш, һүҙҙәрҙе әйтмәйенсә, күҙ йөрөтөп, текстың йөкмәткеһен аңлап уҡыу. Был уҡыуҙың тиҙлеген яҡшырта, балала уҡыуға ҡарата яуаплылыҡ тойғоһон арттыра, үҙ алллы уҡырға күнектерә.

Эстән уҡығанда уҡыусы текстың, төрлө жанрҙарҙағы һәм күләмдәге әҫәрҙәрҙең мәғәнәһен, төп фекерен, уларҙы уҡыу төрҙәрен билдәләй. текстан кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү күнекмәләрен үҙләштерә. Уҡыуҙың төрлө төрҙәрен аңлауға эйә була.

Төрлө текстар менән эш

Төрлө төрҙәге текстар тураһында дөйөм мәғлүмәт биреү.

Әҙәби, фәнни- популяр, өйрәтеү текстарының үҙенсәлектәрен, айырмалығын күрһәтеү, сағыштырыу. Был текстарҙың маҡсатын билдәләү. Фольклор - халыҡ ижады өлгөләре менән таныштырыу, мәғлүмәт биреү.

Тексты һөйләмдәр теҙмәһенән практик рәүештә айыра белеү күнекмәләрен барлыҡҡа килтереү; таныш булмаған китаптарҙың йөкмәткеһен исеменә, тышлыҡтағы һүрәтенә һәм биҙәлешенә ҡарап алдан фаразлау.

Текстарҙың темаһын, төп фекерен, структураһын билдәләү, тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү. Төрлө мәғлүмәт менән эшләү күнекмәләрен булдырыу.

Коллектив фекер алышауҙа ҡатнашыу, йәғни, текстан файҙаланып, һорауҙарға яуап биреү, тема буйынса сығыш яһау, башҡаларҙың сығышын тыңлау, өҫтәлмә һәм күргәҙмә материалдарҙы, һүрәттәрҙе әңгәмә барышында дөрөҫ ҡулланыу.

Библиографик культура- китап сәнғәтенең үҙенсәлекле бер төрө. Китап - белем сығанағы. Рәсәйҙә, Башҡортостанда беренсе китаптар, китап сығарыу, өйрәтеү текстары, әҙәби, белешмә китап төрҙәре тураһында дөйөм мәғлүмәт биреү. Китап элементтары менән таныштырыу: йөкмәтке, иллюстация. Ғилми, әҙәби китаптарҙа бирелгән мәғлүмәттәр менән таныштырыу. Китап төрҙәре менән таныштырыу. Китап- әҫәр, китап- йыйынтыҡ, иншалар йыйынтығы, матбуғат быҫмалары, белешмә баҫмалар.

Китаптарҙы тәғәйенләнгән исемлектән картотека буйынса һайлап алыу. Уҡыусының үҙ йәшенә тура килгән һүҙлектәр һәм белешмә материалдарҙы ҡуллана белеүе.

Әҙәби әҫәрҙең тексы өҫтөндә эш

Әҙәби әҫәрҙең исеме йөкмәткеһенә тура килеүҙе аңлау, уҡытыусы ярҙамында әҙәби текстың үҙенсәлектәрен билдәләү. Фольклорҙа, йәғни халыҡ ижадында халыҡтың тарихи үҫеш юлында алған тормош тәжрибәһе, аң кимәле, иң яҡшы милли традициялары сағылыуын, ғөмүмән, дөйөм кешелек, әхлаҡ ҡанундары тупланыуын аңлай.

Уҡылған әҫәрҙәрҙең әхлаҡи йөкмәткеһен, геройҙарының үҙ-үҙен тотошон, уларҙың эшләгән эштәрен, ҡылыҡтарын әхлаҡи-мораль күҙлектән анализлау. Изге һәм оло тойғоно - ил тойғоһон төшөнөү. Уҡылған әҫәрҙәрҙә Тыуған илгә һөйө, ихтирам һаҡлау темаларының төрлө милләт халыҡтары әҫәрҙәрендә сағылыш табыуы. Төрлө милләт халыҡтарының фольклорында темаларҙың һәм идеяларҙың оҡшағанлығы. Телдең тасуирлау сараларын ҡулланып тексты үҙ аллы һөйләү; әҫәрҙең лексикаһын күҙ уңында тотоп, эҙмә-эҙлелек һаҡлау; иллюстрациялар буйынса хикәйә төҙөү һәм һөйләү.

Әҫәрҙәге геройҙарға, телдең тасуирлау сараларын ҡулланып, характеристика биреү. Текстан геройҙы характерлаған һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе, әйтемдәрҙе таба белеү. Уҡытыусы ярҙамында геройҙарҙың эш-ҡылығын, уй-теләген анализлау. Геройҙарҙың ҡылығын оҡшашлыҡ буйынса сағыштырыу. Тексты анализлағанда геройҙарға автор биргән характеристика аша яҙыусының үҙ геройны мөнәсәбәтен асыҡлау.

Әҫәрҙең геройына характеристика биреү. Геройҙың портретын, характерын ҡылған эштәре, телмәре аша билдәләү.

Әҙәби тексты һөйләүҙең төрлө төрҙәрен - тулы, һайлап, ҡыҫҡартып һөйләүҙе үҙләштереү.

Тулы һөйләү - уҡыған тексты ентекләп һөйләү ул:фрагменттың төп фекерен билдәләү, терәк һәм мөһимһүҙҙәррҙе ҡулланыу; эпизодты тулы һөйләү, тексты бүлектәргә бүлеү; һәр бүлектең һәм текстың төп фекерен билдәләү; һәр бүлеккә һәм тексҡа исем биреү; текстағы атама һөйләмдәрҙе ҡулланып, һорауҙар, әйтемдәр, тулы һөйләмдәр менән план төҙөү күнекмәләре булдырыу.

Бирелгән фрагмент буйынса үҙ аллы һөйләү, әҫәрҙең геройына характеристика (геройҙы һүрәтләгән һүҙҙәрҙе, әйтемдәрҙе, һөйләмдәрҙе һайлау). Ваҡииға урынын һүрәтләү-яҙыу. Текстағы һүрәтләү өсөн кәрәкле һүҙҙәрҙе, әйтемдәрҙе, һөйләмдәрҙе дөрөҫ ҡулланыу. Төрлө әҫәрҙәге эпизодтарҙы эмоциональ биҙәү, геройҙарҙы ҡылыҡтары буйынса һайлап сағыштырыу.

Өйрәтеү, фәнни-популяр, ҙәби һәм башҡа текстар менән эшләү

Әҫәрҙең йөкмәткеһе исеменә тура килеүен күҙәтеү. Өйрәтеү һәм фәнни-популяр текстарҙың үҙенсәлеген билдәләү (мәғлүмәт тапшырыу үҙенсәлеге). Легендалар, риүәйәттәр, ҡобайырҙар, дин тураһындағы текстарҙың дөйөм үҙенсәлектәренә, айырмалыҡтарына төшөнөү. Төрлө текстарҙың анализлау алымдары менән танышыу;сәбәп- һылтау бәйләнештәрен булдырыу. Текстың төп фекерен билдәләү. Тексты тамамлаған өлөштәргә бүлеү, бәләкәй темалар билдәләү. Тексты һөйләү алгоритмы, схемаларға таянып һөйләү. Тексты тулы һөйләү. Текст йөкмәткеһенең төп фекерен билдәләп, ҡыҫҡартып һөйләү.

Һөйләү (аралашыу мәҙәниәте). Һөйләү, тексты яҙыу кеүек үк, телмәр эшмәкәрлегенең продуктив формаһына инә. Улар икеһе лә фекерләү процесын сағылдырып, билдәле йөкмәтке, текст, информация барлыҡҡа килтерәләр һәм уны башҡаларға тапшырыу функцияһын үтәйҙәр.

Диалог төҙөү. Диалогтың телмәрҙең бер төрө булыуына төшөнөү. Диалог ике ешенең үҙ-ара һөйләшеүе, фекер алышыуы. Диалогтың (телмәрҙең) үҙенсәлектәре тураһында төшөнсә биреү; бирелгән һорауҙы аңлау, уларға яуап биреү һәм текст буйынса үҙ-ара һорауҙар төҙөү; әңгәмәсене бүлдермәйенсә, итәғәтле формала үҙеңдең фекереңде әйтеп, уҡылған әҫәр ( өйрәтеү, фәнни-популяр, әҙәби текстар) буйынса фекер алышыуҙа ҡатнашыу. Әҫәр тураһында башҡаларҙың фекерен белеү. Тексҡа һәм үҙ тәжрибәңә таянып, үҙеңдең фекереңде иҫбатлау. Һөйләү этикетын дәрестәрҙән тыш шарттарҙа ла иҫтә тотоу, фольклор әҫәрҙәге нигеҙендә этикет үҙенсәлектәре менән танышыу.

Һүҙҙәр өҫтөндә эшләү. Тура, күсмә һәм күп мәғәнәлек тураһында төшөнсә биреү. Маҡсатлы рәүештә актив һүҙлек запасын тулыландырыу.

Монолог.монолог (һөйләү телмәренең бер формаһы) тураһында аңлатма бирелә. Монологик һөйләү телмәрендә берәү һөйләүсе, ә ҡалғандар тыңлаусы ролен башҡара. Һөйләү, информацияны тапшырыу процесы әңгәмәгә ҡарағанда киңерәк, тулыраҡ була.

Тәҡдим ителгән темаға һорау яҙыу формаһында, автор тексына тап килерҙәй, монологик телмәр төҙөү. Текстың төп фекерен һөйләү процесында сағылдырыу. Фәнни-популяр, өйрәтеү, әҙәби текстарҙағы үҙенсәлектәргә иғтибар итеп, йөкмәткеһенбашҡаларға еткереү. Көндәлек томоштан сығып, әҙәби әҫәрҙәр уҡыу процесында, һынлы сәнғәт әҫәрҙәрҙе менән танышыу барышында тыуған тәьҫораттарың менән хикәйәләү, бәхес, хөкөмләү, тасуирлау аша уртаҡлашыу. Әйтергә теләгәндәреңде иҫәпҡә алып, үҙ аллы план төҙөү. Фекереңде еткереү барышында монологик телмәрҙең үҙенсәлектәрен сығып, телдең тасуирлау сараларын: антонимдар, синонимдар, сағыштырыуҙарҙы ҡулланыу.

Бирелгән һүрәттәр буйынса уҡылған әҫәрҙәргә, айырым сюжет өлөштәрен файҙаланып, телдән инша төҙөү.

Яҙыу. Яҙыу телмәренә эйә булыу - үҙең ишеткән, күргән, уҡыған, кисергән хәл- ваҡиғаларҙы йәки үҙ башыңда тыуған фекерҙәрҙе билдәле маҡсатта һәм ситуацияла тулы, дөрөҫ, эҙмә-эҙлекле, бәйләнешле һәм матур яҙа белеү.

Яҙыу телмәренең үҙенсәлектәре менән танышыу түбәндәге күнекмәләрҙе үҫтереүҙе күҙ уңында тота: әҫәрҙең атамаһы йөкмәткеһенә тура килеп, яҙыу телмәренд геройҙарҙыңҡылығын дөрөҫ сағылдарыу, телдең тасуирлау сараларын урынлы ҡулланыу; билдәле бер маҡсатты күҙ уңында тотоп, төрлөжанрҙа (хикәйәләү, һүрәтләү, хөкөм йөрөтөү) бәләкәй иншалар ижад итеү; йөкмәткене өҫтәлмә материал менән байытып яҙыу; бирелгән темаға инша яҙыу; баһалма яҙыу.

Китап уҡыу даирәһе

Башланғыс мәктәп уҡыусылары үҙләштерә, ҡабул итә алырлаҡ Рәсәй, Башҡортостан халыҡтарының ауыҙ-тел ижади әҫәрҙәрҙе:XIX-XX быуат классиктарының әҫәрҙәре; сит ил яҙыусыларының әҫәре менән танышыу. Тарихи, мажаралы, фантастик, фәнни-популяр китаптарҙы, белешмә материалдарҙы, энциклопедик әҙәбиәтте, балалар өсөн тәғәйенләнгән матбуғат сығанаҡтарын таныу, айыра белеү. Балаларға тәҡдим ителгән төп темалар түбәндәгеләрҙән тора: төрлө халыҡтарҙың фольклоры, Тыуған ил, тәбиғәт, йәнлектәр тураһында әҫәрҙәр, юмористик хикәйәләр; йәмғитте, тормош-көнкүреште; яманлыҡ, яуызлыҡ, мәрхәмәтлелек кеүек сифаттарҙы сағылдырған әҫәрҙәр.

Әҙәби-теоретик белем биреү(практик өйрәтеү)

Уҡытыусы ярҙамында текстағы тасуирлау сараларының: синонимдарҙың, антонимдарҙың, эпитеттарҙың, сағыштырыуҙарҙың, метафораларҙың, гиперболаларҙың әһәмиәтен билдәләү. Әҫәр геройының портретын, ҡылығын тасуирлау, телмәре, уйҙары тураһында төшөнсә биреү; авторҙың геройға мөнәсәбәтен билдәләү. Һөйләү төрҙәренең композицион үҙенсәлектәре тураһында дөйөм төшөнсә биреү.

Хикәйәләү - теге йәки был ваҡиға тураһында хәбәр итеү, һөйләү. Һүрәтләү - пейзажды, портретты, интерьерҙы йәки кешенең тышҡы сифатарын эҙмә-эҙ тасуирлау. Хөкөмләү- уҡыусыларҙың билдәле бер кеше ҡылығы, эше буйынса фекер йөрөтөүен, үҙ фекерен иҫбатлауын, дәлилләүен, һығымта яһауын талап итә торған монологик телмәр (геройҙар монологы һәм диалогы тураһында төшөнсә).

Шиғри һәм проза әҫәрҙең таныу, айырыу, шиғри әҫәрҙең үҙенсәлектәрен (ритм, рифма) билдәләү. Фольклор һәм автор ижад иткән әҫәрҙәрҙе танып айыра белеү һәләттәренә эйә булыу.

Әҫәрҙәрҙең жанр төрлөлөгө. Бәләкәй күләмле фольклор формаларын (бишек йыры, мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар Һ. б.) атау, таный белеү, төп мәғәнәһен асыҡлау.

Хайуандар тураһындағы, көнкүреш, тылсымлы әкиәттәр менән таныштырыу. Әкиәттәрҙең художестволы үҙенсәлектәре (һүҙ байлығы, төҙөлөшө) тураһында дөйөм төшөнсә биреү. Авторы билдәле йәки халыҡ яҙған әкиәттәр менән таныштырыу.

Хикәйә, шиғыр, мәҫәл тураһында дөйөм төшөнсә биреү, уларҙың төҙөлөшөн, тасуирлау сараларын табыу. Уҡыусыларҙың ижади эшмәкәрлегендә әҙәби әҫәрҙергә интерпритация биреү. Әҙәби әҫәрҙәрҙе ролдәргә бүлеп уҡыу, сәхнәләштереү; телдән һүрәтләү, текстар өҫтөндә эшләгәндә төрлө эш алымдары ҡулланыу ысулдары менән таныштырыу. Хәл-ваҡиғаларҙың тәртибен, эш этабын, башҡарыуҙың эҙмә-эҙлеклеген тәьмин итеү; инша элементтары менән изложение яҙыу күнекмәләрен булдырыу. Уҡыған әҫәргә оҡшатып, бирелгән иллюстрациялар буйынса һәм үҙеңдең тәжрибәңә нигеҙләнеп текст ижад итеүгә өлгәшеү.

Уҡытыу һөҙөмтәһендә башланғыс мәктәптә балала артабан белем алырға әҙерлек, кәрәкле әҙәби үҫеш кимәле булдырыуға теләк уянасаҡ. Был түбәндәге күнекмәләрҙе булдырыуҙы куҙаллай:

  • тирә-йүнде өйрәнгәндә туған тел дәресенең тотҡан урынын һәм ролен төшөнөү, уҡыуҙың мәҙәниәтле кеше тәрбиәләүҙәге ролен аңлау, шәхси сифаттарҙы һәм социаль ҡиммәттәрҙе тәрбиәләү;

  • әҙәбиәттең дөйөм кешелек сифаттары тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен аңлау;

  • әҙәби текстар өҫтөндә эстетика һәм әхлаҡ күҙлегенән сығып эш итеү. Әҙәбиәттең сәнғәттең бер төрө икәненә төшөнөү, аңлау;

  • әҙәби жанрҙы билдәләү, геройҡа характеристика биреү өсөн анализлау, сағыштырыу алымдарын ҡулланыу; тексты һөйләй белеү күнекмәләренә эйә булыу;

  • үҙеңә кәрәкле информацияны әҙәби, фәнни- популяр, өйрәтеү текстарынан таба белеү;

  • энциклопедик, белешмә баҫмалар менән эшләү күнекмәләренә эйә булыу.

1 се класс уҡыусыһының мәктәптәге уңыштары туранан-тура уның уҡыу оҫталығына,етеҙ һәм аңлы уҡый белеүенә бәйле.Грамотаға өйрәнеү осоронда уҡытыусы баланы өйрәнгән хәрефте һүҙҙә танып,һүҙҙе дөрөҫ итеп һалмаҡлап (ижекләп) уҡырға өйрәтһә,йыл аҙағына бала темпты бер ни тиклем шәбәйтеп,һәйләмде,тексты аңлап уҡырға өлгәшә.Беренсе класстың тәүге ярты йыллығында баланы кысҡырып уҡырға өйрәтәбеҙ,икенсе ярты йыллыҡта эстән уҡыуға күнектерә башларға кәрәк.Дәреслектә бирелгән материал баланың етеҙ уҡыу техникаһын үҫтереү менән бер рәттән уға белем бирергә,ыңғай тойғолар тәрбиәләргә,уй-кисерештәр донъяһында сәйәхәт итергә мөмкинлектәр тыуҙыра,халҡыбыҙҙың бай мираҫы менән таныштыра.

Уҡыу техникаһы

Һалмаҡлап,ижекләп(оҙон һүҙҙәрҙе) һәм тулы һүҙҙәр менән дөрөҫ итеп, йыл аҙағына минутына 25-30 һүҙ уҡыу.

Уҡыу йылы аҙағына 1-се класс уҡыусыһының әҙерлек кимәленә талаптар

Уҡыусы:

-әкиәт,хикәйә,шиғыр тыңлай,

-һалмаҡлап,ижекләп(оҙон һүҙҙәрҙе) һәм тулы һүҙҙәр менән уҡый,

-текстың төп йөкмәткеһен аңлай,

-текстың йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға яуап бирә,

-ҙур булмаған текстарҙы енткләп һөйләй белергә,

-5-6 шиғырҙы яттан һәйләй белергә тейеш,

Күрһәтелгән әхләки төшөнсәләрҙе:

-яҡшылыҡты һәм насарлыҡты,

-бөтә тереклеккә кешелекле мөнәсәбәттә,

-атай-әсәйгә,яҡындарыңа йылы хис-тойғоло һәм ҡайғыртыусан булырға,

-тирә-йүндәге матурлыҡты тоя белергә тейеш.

Ятлау өсөн әҫәрҙәр

Рәшит Ниғмәти.Теләк. Фәрҙәнә Гөбәйҙуллина.Көҙ.

Фәүзиә Юлдашбаева.Өләсәйем. Хәй Мөхәмәтйәнов.Бишек йыры.

Динә Талхина.Өйрәнәм. Тамара Искәндәриә.Изгелек.

Өс-дүрт тиҙәйткес. Ете- һигеҙ мәҡәл. Алты-ете йомаҡ.





























Тема

Я6ынса

9т8ле9 ва6ыты

Фактик

9т8ле9

ва6ыты

Сәғәт

һаны

1

Предмет тура3ында т2ш2нс8

Предмет һәм һүҙ.

Предмет атамаһын белдергән һүҙҙәр.

1.09



1

2

Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр.

5.09



1

3

Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр

394б8йл8неш.

7.09



1

4

32йл8м. һөйләмгә һүҙ өҫтәү Яр4амсы 39448р.

8.09



1

5

Һүҙ. Өн.

Һуҙынҡы, тартынҡы өндәр. Ижек.

14.09



1

6

Һаңғырау, яңғырау тартынҡылар. Нәҙек һәм ҡалын һүҙҙәр

15.09



1

7

Һүҙҙең өн моделе.Баҫым. Тикшереү эше.

19.09



1

8

[ә] өнө. Уны 8ә хәрефе менән тамғалау

21.09



1

9

[а] өнө. Уны Аа хәрефе менән тамғалау



22.09



1

10

[ө] өнө. Уны Өө хәрефе менән тамғалау.

26.09



1

11

[о] өнө. Уны Оо хәрефе менән тамғалау

28.09



1

12

[ү] өнө. Үү хәрефе

29.09



1

13

[у] өнө. Уу хәрефе

3.10



1

14

[э] өнө. Ээ (е) хәрефе

5.10



1

15

[ы] өнө. Ыы хәрефе

6.10



1

16

[и] өнө. Ии хәрефе

10.10



1

17

[м] өнө. Мм хәрефе

Тикшереү эше. Эшкә анализ

12.10



1

18

[н] өнө. Нн хәрефе

13.10



1

19

[ң] өнө. ң хәрефе

17.10





20

[л] өнө. Лл хәрефе

19.10





21

[р] өнө. Рр хәрефе

20.10





22

[й] өнө. Йй хәрефе

24.10





23

[г] өнө. Гг хәрефе

26.10





24

[к] өнө. Кк хәрефе

27.10





25

[ғ] өнө. Ғғ хәрефе

31.10





26

[ҡ] өнө. Ҡҡ хәрефе

7.11





27

[б] өнө. Бб хәрефе

9.11





28

[п] өнө. Пп хәрефе

10.11





29

[з] өнө. Зз хәрефе

14.11





30

[с] өнө. Сс хәрефе

16.11





31

[ҙ] өнө. Ҙҙ хәрефе

17.11





32

[ҫ] өнө. ҫ хәрефе

21.11





33

[д] өнө. Дд хәрефе

23.11





34

[т] өнө. Тт хәрефе

24.11





35

[уы],[ үэ] өндәре

28.11





36

[ж] өнө. Жж хәрефе

30.11





37

[ш] өнө. Шш хәрефе

1.12





38

[в] өнө. Вв хәрефе

5.12





39

[ф] өнө. Фф хәрефе

7.12





40

Ике өндө ([йа]) белдергән Яя хәрефе

8.12





41

Ике өндө ([йэ]) белдергән Ее хәрефе

12.12





42

Ике өндө ([йу]) белдергән Юю хәрефе

14.12





43

Ике өндө ([й'о]) белдергән Ёё хәрефе

15.12





44

Нәҙек, ҡалын айырыу тамғаһы (ь, ъ)

19.12





45

[һ] өнө. Һһ хәрефе

21.12





46

[х] өнө. Хх хәрефе

22.12





47

[щ] өнө. Щщ хәрефе

[ч] өнө. Чч хәрефе

26.12





48

[ц] өнө. Цц хәрефе

28.12





49

Алфавит

29.12





50

Тикшереү эше.Диктант. Эшк8 анализ.

(телг8нд8р4е йом5а6лау

16.01





51

Алфавит



18.01





52

Китап-тир8-я6ты 2йр8не9 сы5ана5ы.

Китап тарихы

19.01





53

*ки8тте у6ыр5а 2йр8не9

23.01





54

Өн һәм хәреф.

25.01





55

Хайуандар тура3ында 8ки8тт8р

26.01





56

*ки8тте к9м8кл8п у6ыйы6

30.01





57

Нәҙек һәм ҡалын һүҙҙәр. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Уларҙы тамғалау.

1.02





58

*ки8т буйынса фекер алышыу.Оша6лашыу -насар 5848т.

2.02





59

*ки8тте парлы у6ыу.Диалог.

6.02





60

Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар.

8.02





61

*ки8тте ролд8рг8 б9леп у6ыу

9.02





62



*ки8тт8ге х8л-ва6и5алар.Улар4ы тасуирлап 32йл89.

13.02





63



Ижек. Һүҙҙе ижеккә бүлеү. Һүҙҙе ижеккә бүлеү, юлдан юлға күсереү.

15.02





64

Хик8й8 а6ыл бир8

16.02





65

Атай мен8н 8с8йем. Улар тура3ында 32йл8йем.Хик8й8 т2429.

27.02





66

Баш хәреф. Кешенең исем- фамилиялары яҙылышы.

1.03





67

Тасури у6ыр5а 2йр8не9

2.03





68

6ояш мен8н с8й8х8тт8.Б8х8с 6ороу.

6.03





69

Баш хәреф. Хайуан ҡушаматтары.

9.03





70

Мул,бай й8ш89 2с2н ни к8р8к? Б8х8с -3орау

13.03





71

Хик2й2не а8лап у7ыу

15.03





72

Ер-һыу атамалары.

16.03





73

У7ыл4ан буйынса эшлекле 30йл2ше1

20.03





74

Ихтияр к0с0.

22.03





75



Һөйләм. Хәбәр һөйләм. №орау һөйләм. Өндәү һөйләм.

23.03





76

Хик8й8не 394м8-394 32йл89

3.03





77

Бишек йыр4арын 2йр8не9.

5.04





78

0-ө хәрефле һүҙҙәр. У-ү хәрефле һүҙҙәр.

6.04





79

*ки8тте 6ы16артып 32йл89

10.04





80

Ши5ыр4ы тасури у6ыу 38м 32йл89

12.04





81

Э хәрефенең яҙылышы.

13.04





82

Хик2й2не а8лап у7ыу 32м 30йл21

17.04





83

Хик2й2не8 т0п фекерен2 т0ш0н01.

19.04





84

Й хәрефенең яҙылышы.

Йо, йө, йе, йү, йы, йә ҡушымсалары.

20.04





85

2ки2тте с2хн2л2штере1

24.04





86

Ши4ыр6ы тасуири у7ыу

26.04





87

31662 й 0н0н х2рефт2р мен2н там4алау йа-я,йу-ю,йэ-е,йо-.

27.04





88

Хик2й2л2ге х2л-ва7и4алар6ы тасуирлап һөйләү

3.05





89

Йом5а6лау д8ресе.

3.05 (1)





90







Рус телен2н 16л2штерелг2н 31662р62

е,ё ,ю,я х2рефт2ре.



4.05





91

Хикәйәне тасуири уҡыу. Шиғырҙы яттан һөйләү.

8.05





92

К06г0 урманды 31р2тл2п 30йл21

10.05





93

Предметтың атамаһын белдергән

һүҙҙәр. Ярҙамсы һүҙҙәр.

11.05





94

Хикәйәне ентекләп һөйләү

15.05





95

Хик2йәне с2хнәләштереү.

Хик2й2не8 й0км2тке3ен 7ы97ыса 30йл21 .



17.05





96

Предметтың хәрәкәтен ,эшен, белдергән һүҙҙәр

18.05





97

98

Хикәйәне аңлы уҡыу.

Йом4а7лау д2ресе. 32р ми6гел 16енс2 матур.

22.05

24.05







99

Предметтың билдәһен белдергән

һүҙҙәр. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.Йомғаҡлау

25.05







 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал