7


  • Учителю
  • Научно-исследовательская работа 'О чём говорит почерк моих одно классников'

Научно-исследовательская работа 'О чём говорит почерк моих одно классников'

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

1-се Төркмән урта дөйөм белем биреү мәктәбе











«Синыфташтарымдың яҙыуы нимә һөйләй? »















4синыф уҡыусыһы

Харрасов Вилдандың эше

Етәксеһе- Ҡужина Т. З.











Йөкмәткеһе

1.Инеш һүҙ………………………………………………………………………………….2

2.Төп һүҙ……………………………………………………………3-5

2.1. Нимә ул графология?……….. ..…………………………………………….3-4

2.2. Яҙыуға характеристика……………….…………………………………………….4-5


3. Практик өлөш…………………………………………………………………….6-8

3.1. Анкета һорауҙарына яуап биреү………………………………… …………………6

3.2.Тест ярҙамында уҡыусыларҙың яҙыуын анализлау…………..….6-8

3.3. Уҡыусыларҙың яҙыуы буйынса уларға характеристика биреү………………………………………

4. Йомғаҡлау

4.1.Йомғаҡлау, теләктәр. ….……………………………………………………….....9-10

5. Әҙәбиәт. ……………………………………………………………..11

Ҡушымта.

















Инеш өлөш

Минең тикшереү эшемдең темаһы - «Синыфташтарымдың яҙыуы нимә һөйләй?" Был тема, минеңсә бик актуаль. Мәктәпкә килеп уҡый башлағас та уҡытыусы беҙҙең бөтәбеҙҙе лә бер төрлө яҙырға өйрәтә. Шуға ҡарамаҫтан класташтарымдың яҙыуы төрлөсә. Кемдер эре яҙа, кемдер -ваҡ. Хәрефтәрҙең ауышлығы ла төрлөсә. Ҡайһы берәүҙәрҙең яҙыуын һәр кем аңлап уҡый алһа берәүҙәрҙекен үҙе генә аңлай.

  • Ни өсөн синыфташтарымдың яҙыуы төрлөсә?

  • Яҙыуҙы үҙгәртеп буламы?

-бына ошо һорауҙарға яуап табыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым мин эҙләнеү эшемә.

Эҙләнеүҙең бурыстары:

- Төрлө әҙәбиәт өйрәнеү.

-Синыфташтарымдан яҙыу тураһында төрлө һорауҙарға яуап алыу.

-Яҙыуға тәьҫир итеүсе сәбәптәрҙе асыҡлау.

-Синыфташтарымдың почергына анализ яһау.

Тикшереү объекты - синыфташтарым.

Тикшереү предметы - уҡыусыларҙың дәфтәре.

Эҙләнеү алымдары:

-Интернеттан информация эҙләү.

-Күҙәтеү.

-Тест.

-Анкета.

-Сағыштырыу.

-Һығымта яһау.

Гипотеза: «Ысынлап та кешенең яҙыуы уның характеры тураһында һөйләйме икән?»


2.1. Нимә ул графология?

Темамды өйрәнә башлағас мин интернеттан яҙыу (почерк) тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт табып уҡыным. Баҡһаң кешенең яҙыуын өйрәнеүсе фән бар икән. Ул фән ГРАФОЛОГИЯ тип атала.

Фән булараҡ графология бик күптән барлыҡҡа килгән.1630 йылда италия профессоры Камилло Бальдо графологияға бағышланған тәүге китап яҙа. 200 йылдан һуң францияла был темаға мөрәжәғәт итәләр. 1872 йылда француз Мишон «Графология системаһы» тигән китап яҙа.

«Графо» - яҙыу, «логос» - фән тигәнде аңлата.

Яҙыу ярҙамында кешегә психологик портрет «яҙып» була икән. Графология нимә бирә һуң? Тормоштоң төрлө ситуацияларында үҙеңде аңлар өсөн, дөрөҫ йүнәлеш алыр өсөн кеше үҙен, үҙенең мөмкинселектәрен

яҡшы белергә тейеш. Теләге булған һәр кем графологтың башланғыс белеменә эйә була ала. Был графология белеме кешегә яҙыуҙы анализларға, уны практикала ҡулланырға өйрәтә. Иң беренсе нәүбәттә кеше почергы аша үҙен аңларға өйрәнә, төрлө ситуацияла үҙен нисек тоторға күҙаллай. Яҙыуҙарына ҡарап беҙ башҡаларҙы аңларға өйрәнәбеҙ, күңелдәрен күрәбеҙ һәм улар менән дөрөҫ мөғәмәлә ҡорабыҙ.

Графологияны файҙалы ҡулланырлыҡ өлкәләр бик күп: уҡыусы менән уҡытыусы, етәксе менән уның ҡулы аҫтында эшләүселәр араһында дөрөҫ бәйләнеш булдырыу өсөн дә графология ярҙам итә ала. Ололар эшкә урынлашҡанда, спортсмендарҙы диагностикалағанда ла ҡулланырға мөмкин.

Тимәк, графология - кешенең яҙыуын анализлау. Был фәнгә ҡараһаҡ, кешенең характеры, эске һыҙаттары яҙылған һүҙ, хәрефтәрҙә сағыла.

Яҙыу үҙенсәлектәре үҙеңде, әйләнә - тирәңдәге кешеләрҙе яҙыу буйынса

яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә.


2.2. Яҙыуға характеристика.


Әгәр уҡыусы тулҡынландырғыс мәл йәки күтәренке кәйеф кисерһә, ул көслө баҫым менән яҙа.

Төрлө ваҡытта төрлө почерк менән яҙыусы ижади яҡтан ныҡ үҫешкән була.

Эре хәрефтәр кешенең башҡалар менән тиҙ генә уртаҡ тел таба белеүен, аралашыусан, дуҫтарға, таныштарға бай булыуын күрһәтә.

Ваҡ хәрефтәрҙең хужаһы-үҙ-үҙенә бикләнгән- (скрытный) кеше.

Һүҙҙәр араһындағы бер төрлө интервал яҙыусының дуҫтары менән аралашыуҙа тотороҡло икәнлегенә ишара. Һәм, киреһенсә, төрлө ҙурлыҡтағы интервалда яҙыусы тотороҡһоҙ дуҫ икән.

Бәләкәй интервал кешегә аралашыуы еңел икәнлекте күрһәтһә, ҙур интервал яңғыҙлыҡты яратыусы кешене аңлата.

Уртаса, тигеҙ интервал айныҡ аҡылды, етлеккәнлекте аңлата.

Ә юлдар араһындағы интервал нимә һөйләй?

Юлдар араһындағы интервал ҙур булып хәрефтәр бер -береһе менән буталмаһа был иғтибарлы, аңлы кешене күрһәтә.

Уртаса интервал ҡалдырыусы - йыйнаҡ, асыҡ аңлы.

Юлдар бер-береһенә яҡын булып буталсыҡ булһа, был фекерләүҙең теүәл булмауы, эмоциялар менән аҡылдың буталсыҡлығы.

Хәрефтәре нәҙек булған яҙыусы үҙенең кисерештәрен ауыр үткәрә.

Киң хәрефле кеше әйләнә-тирәләге хәлдәргә еңел ҡарай, яңылыҡтарҙы ҡыуанып ҡабул итә, үҙенә тәнҡит күҙлегенән ҡарамай.

Йоморо хәрефтәр яҡшы күңеллелек, ярҙамсыллыҡ билгеһе.

Угловатый хәрефтәр эгоистлыҡ билгеһе.

Баҫып яҙыу - ихтыяр көсө, ныҡышмалылыҡ булһа, еңел яҙыу үҙ-үҙенә ышанмау.

Хәрефтең һәр элементын дөрөҫ итеп, тигеҙ, матур яҙған кеше - бөхтә, яуаплы, әммә характеры көсһөҙ.

Эре, иркен яҙыусы - эшлекле, энергиялы, аралашыусан кеше.Аҡыллы, яҡшы күңелле, йомарт был кешенең эргәһендәгеләр уның был ғәҙәттәрен рәхәтләнеп үҙ файҙаһына ҡулланалар.

Аңлайышһыҙ яҙыу тыңлаусан, пунктуаль кешеләрҙеке, тик уларҙың эштәре йыш ҡына уңышһыҙлыҡҡа дусар була.

Ваҡ яҙыу - күҙәтеүсәнлек, аҡыл, һалҡын ҡанлылыҡ, тотанаҡлыҡ билгеһе.

Хәрефтәрҙе тоташтырып яҙыу -кешенең логик фекерләүгә оҫта икәнлеген аңлата. Тоташтырмай яҙыу - интуицияның көслө булыуы.

Һүҙҙәрҙе уңға ныҡ ауыш яҙыу үпкәсел, тиҙ яраланыусан кешегә хас. Һулға ауышлыҡ -үҙе тураһында юғары фекер йөрөтөүсе, гел күҙ өҫтөндә ҡаш булырға тырышыусы кеше икән.

Туп-тура, вертикаль яҙыу - көслө ихтыярлы лидерҙар өсөн хас.

Һүҙҙе юлдан-юлға нисек күсереү ҙә төрлө мәғлүмәт бирә. Һүҙҙәрҙе күсерергә теләмәй оҙон буш полялар ҡалдырыусы- бик һаҡ, алдан күрә белеүсе. Ә күсерергә теләмәйенсә, поляға етеп, һүҙҙең һуңғы хәрефтәрен нисек етте шулай яҙыусы кеше аңлау, йәлләү, яратыу талап итә.

Яҙған юлдар өҫкә менһә - намыҫлы, решительный кеше. Аҫҡа төшһә- апатия, пессимизм билгеһе.

Уҡыусы дәфтәр битенең ике яғынан да ҙур полялар ҡалдырһа ул йомарт. Полялар бәләкәй икән-ул һаҡсыл.


3. Практик өлөш

3.1.Анкета һорауҙарына яуап биреү.


Яҙыу тураһындағы был ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе уҡығас, мин тиҙерәк синыфташтарымдың дәфтәрҙәрендә төрлө тикшереүҙәр үткәрергә теләнем.Иң беренсе сиратта мин синыфташтарымдан үҙҙәренең яҙыуы тураһында һорауҙарға яуап алдым.

- Һинең яҙыуың аңлайышлымы?-тигән һорауға 12 бала ла эйе тип яуап биргән.

-Класташтарҙан иң матур яҙыулы уҡыусы итеп Илиана менән Юлдашты күрһәттеләр.

-12 уғыусы ла яҙыуын тағы ла матурырыҡ итергә теләй.

-Яҙыуыңды матурлатыр өсөн нимә эшләргә мөмкин?- тигән һорауға

-дөрөҫ ултырып яҙырға-4 уҡыусы

-күберәк яҙырға - 3 уҡыусы

-яйлап ҡабаланмай яҙырға - 3 уҡыусы

- иренмәй тырышып яҙырға - 2 уҡыусы тип яуап биргәндәр.

Икенсенән, мин башҡорт һәм урыҫ телдәренән эш дәфтәрҙәрен ҡарап сыҡтым. Һәр кемдең яҙыуын ентекләп тикшергәс, балдарҙы ҡушып иптәштәремә характеристика ошолай килеп сыҡты


Төрлө хәл-ваҡиғала тиҙ генә ориентирлаша ала белә

Байгузин А., Нигматуллин Д., Харрасов Илсур

Тыныс,аралашыуҙа тигеҙ, һалҡын ҡанлы

Уралбаева Э., Тулыбаева И., Кужин Ю.,Күлмөхәмтова Л., Байғолов И..

Ихтыяр көсө әҙерәк

Харрасов И., Ғибәҙәтов А., Үҙәнбаева Г., Халиков А..

Бик һаҡ характерлылар

Тулыбаева И., Уралбаева, Халиков А.

Оптимистар

Харрасов И., Харрасов В., Нигматуллин Д., Байгузин А.

Пессимистар

Үҙәнбаева Г.

Чувствительная и роман-тичная натура, мечта-тель, неторопливый

Һәр нәмәгә үҙенең ҡарашы бар, башҡаларға эйәреп бармай

Кужин Ю, Нигматуллин Д., Уралбаева Э., Байгузин А.,Тулыбаева И., Харрасов В..

Маҡсатлы, гел беренсе булырға теләүсе

Ниғмәтуллин Д., Уралбаева Э..

Үҙ һүҙле, ныҡышмал

Ниғмәтуллин Д., Ҡужин Ю.

Эмоциональ, тиҙ аралашыусан, һәр ваҡыт уртала

Харрасов И., Харрасов В., Ниғмәтуллин Д..

Яҡшы күңелле, ярҙамсыл


Харрасов И., Харрасов В., Күлмөхәмәтова Л.

Тәнҡитте яратмаусылар

Харрасов И., Ниғмәтуллин Д..

Аралашыуҙа асыҡ, эсендәге тышында

Харрасов И., Үҙәнбаева Г.-


Кластағы балалар һанының 56 процентының характеры яҙыу буйынса тикшереүменән тап килде

Һығымта

Шулай итеп, 4-се класта үткәрелгән тест буйынса мин уҡыусыларҙың яҙыуына төрлө характеристика алдым һәм ошондай һығымтаға килдем: яҙыуҙың үҙенсәлектәрен өйрәнеп кешенең характерының үҙенсәлектәрен аңларға, кешегә характеристика бирергә мөмкин икән.Ошонан сығып һәр кемде аңларға ла мөмкин.


Минең һығымталарым:

  1. Кешенең яҙыуының нигеҙе бәләкәй саҡта уҡ һалына.

  2. Яҙыуҙың матурлығына хәрефтәрҙең ауышлығы, ҙурлығы, һүҙҙәр араһындағы интервал, яҙыу тиҙлеге туранан -тура бәйле.

  3. Һәр кемдең яҙыуы үҙенә генә хас. Яҙыу һәр кем өсөн индевидуаль. Тимәк беҙҙең характерыбыҙ ҙа шулай төрлө-төрлө һәм индевидуаль. Ошоно мин үҙемдең эшемдә иҫбатланым да инде.




 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал