7


  • Учителю
  • Сценарий праздника Һау бул әлифба!

Сценарий праздника Һау бул әлифба!

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

әлифба байрамы

Уҡытыусы: Һаумыһығыҙ,ҡәҙерле ата-әсәләр, ҡунаҡтар һәм балалар! Бөгөн беҙҙә ҙур байрам, беренсе класс уҡыусылары үҙҙәренең иң ҡәҙерле тәүге китабы - Әлифба менән хушлаша. Шул уңайҙан матур итеп уҡырға,яҙырға өйрәнгән уҡыусыларыбыҙ һеҙҙең алда оло һынау үтергә булды.

Күскәнме был залға донъяның бар йәме,

Күңелдәр түрендә Әлифба байрамы.

Был матур байрамға ҡушыл дуҫ,әйҙә әле.

Донъяны гөрләтһен әлифба байрамы.

Тапшырабыҙ һеҙгә бөгөн

Урман-ҡырҙарҙан

Ағиҙел һәм Ҡариҙелдән

Бөтә килгән ҡунаҡтарға

1в класы уҡыусыларынан

Ҡайнар сәләм!(хорменән)

Һүҙҙе уҡыусыларға бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ!(Һәр бала исемен,фамилияһын,уға нисә йәш икәнен әйтә)

Уҡытыусы Балалар, әйтегеҙ әле,мәктәпкә тиклем һеҙҙе кемдәр тәрбиәләне? (балаларҙың яуабы)

- Әйе,иң яҡын, иң ҡәҙерле атай-әсәйҙәрегеҙ янында тәүге һүҙҙәрҙе әйтеп, тәүге аҙымдарығыҙҙы яһанығыҙ,ә унан һеҙҙе балалар баҡсаһында һеҙҙе тәрбиәсе апайҙарығыҙ ҡаршыланы. Иҫләйһегеҙме, балалар баҡсаһын? әйҙәгеҙ әле хәтергә төшөрөп алайыҡ әле.(балалар баҡсаһында төшөрөлгән видеояҙма тәҡдим ителә)

Уҡытыусы Бына һеҙҙең тәүге тапҡыр мәктәпкә килгән көнөгөҙ.Атай-әсәйҙәр һеҙҙең менән бик ҡыуаналар. (слайдшоу фотоларҙан)

Һүҙҙе уҡыусыларға бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ!

1-се уҡыусы «Әсәй» тип телем асылған,

Ә Әсәй һөйгән, наҙлаған.

Кемегеҙ һуң дәфтәренә

«Ә» хәрефе яҙмаған.

2-се уҡыусы Ләлә китап ярата

Л Ләлә ҡурсаҡ уйната.



3-се уҡыусы Ирек - иген игеүсе,

И Илгә икмәк биреүсе.

4-се уҡыусы Фил ниңә бер ҙә ятмай?

Ф Фил аяҡ үрә йоҡлай.

5-се уҡыусы Бал ала уңған Райман

Б Тулды ҙур ике батман.

6-сы уҡыусы А хәрефе бик күп ерҙә

А Алма,аҡбур,ағаста.

А хәрефен яратабыҙ

Өйрәнәбеҙ иң башта.



Бергә Рәхмәт һиңә Әлифба!

Уҡытыусы: Балалар, һеҙ әлифбаға рәхмәт әйтәһегҙ ҙә ул, ә әлифба үҙе күренмәй бит әле. Әйҙәгеҙ уны йырлап саҡырайыҡ.

Йыр «Әлифба»

Әлифба Мин әлифба, таныйһығыҙмы?

Танымайым тип тормайһығыҙмы?

Юҡтыр-юҡтыр ышанам.

Һеҙҙе күреп шатланам.

Уҡытыусы: Һаумы хөрмәтле әлифба! Бөгөн һинең менән байрамға бик күп ҡунаҡтар килгән. Рәхим ит, түрҙән уҙ. Бына уҡыусыларҙыңда һиңә әйтәһе һүҙҙәре бар.

Әлифба Балалар, һеҙ тағы нимәләр беләһегеҙ?

(балалар башҡарыуында бейеү)

10-cы уҡыусы Мәктәпкә килдек

Күп нәмә белдек.

Һүҙҙәрҙе һанап

Ижеккә бүлдек.

Әлифба Математиканы юҡҡа ғына фәндәр батшаһы тимәйҙәр,сөнки математиканы белмәйенсә врач та,летчик та, булып булмай.(әйтеш)

1 тигәс тә ни яҡшы?

Бер ваҡытта ауырымай

Шат йәшәһәң шул яҡшы.

2 тигәс тә ни яҡшы?

Бер ук эште ике ҡабат

Эшләмәһәң шул яҡшы.

3 тигәс тә ни яҡшы?

Өскә көскә өлгәшеүҙе

Бөтөрә алһаң шул яҡшы.

4 тигәс тә ни яҡшы?

Дүрткә,бишкә уҡып бөтөп

Һөнәр алһаң шул яҡшы.

5 тигәс тә ни яҡшы?

Башҡорт теле дәрестәрен

Бишкә уҡыһаң шул яҡшы

6 тигәс тә ни яҡшы?

Алтылағы алтмышта тип

Тик ятмаһа ң шул яҡшы.

7 тигәс тә ни яҡшы?

Егет кешегә етмеш төрлө

Һөнәр булһа шул яҡшы.

8 тигәс тә ни яҡшы?

Һикһән йәшлек өлкәндәргә

Игелек ҡылһаң шул яҡшы.

9 тигәс тә ни яҡшы?

Өлгөр булып уҡып бөтөп

Уңған булһаң шул яҡшы.

Әлифба Бына шәптәр. Рәхмәт балалар, һеҙ мине бик ҡыуандырҙығыҙ.

Уҡытыусы: Беҙ һеҙҙең менән күмәкләп, әлифбаны уҡырға, хәрефтәрҙе яҙырға өйрәндек. Шулай ҙа әлифба бөтә нәмәгә өйрәтә алманы. Артабан фән тауына Туған тел китабы ярҙамға киләсәк.Бына ул. (слайд)

(һүҙ китапханасыға бирелә)

Әлифба Бына мин һеҙгә туған телен ҡалдырып үҙем китәм. Ҡәҙерле балалар, хушығыҙ, аҡыллы булығыҙ. Гел бишкә уҡығыҙ.

Балалар Рәхмәт һиңә әлифба!

Хуш,хуш әлифба.

Уҡытыусы: Ә хәҙер ҡотлау өсөн һүҙ мәктәп директорына бирелә.(грамоталар тапшыра)

Балалар, беҙҙең әлифбаны өйрәнеүҙә ҙур көстәрен һалыусылар әсәй-атайҙарыбыҙ. Әйҙәгеҙ уларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәйек әле.

(йыр «әсәйемә»

Уҡытыусы: Ә хәҙер ҡотлау өсөн һүҙ ата-әсәләргә бирелә.(бүләктәр тапшыралар)

(Әкиәт «Әүәләк»)

Уҡытыусы: Ҡәҙерле балалар, һеҙ белем асҡысын ҡулығыҙға алдығыҙ, бөтә хәрефтәр менән таныштығыҙ, уҡырға һәм яҙырға өйрәндегеҙ. Ғилем үрҙәренә ҙур юл асылды. Ҡыйыу атлағыҙ, кеше булығыҙ үҫкәндәрем.











































































 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал