- Учителю
- Урок башкирского языка (3 класс)
Урок башкирского языка (3 класс)
3-сө синыфта башҡорт теленән дәрес өлгөһө
Тема: Ҡуш тартынҡы - орфограмма!
Маҡсат: ҡуш тартынҡыларҙың ҡайҙан килеп сығыуын билдәләү, ҡуш тартынҡыға бөткән һүҙҙәрҙең яҙылышын өйрәнеү, уҡыусылар араһында дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре урынлаштырыу, ижади эҙләнеүгә этәреү.
Дәрес тибы: уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу.
Йыһазлау: дәреслек, карточкала биремдәр, видеопроектор, компьютер.
Дәрес барышы:
-
"Психологик атмосфера " ситуацияһын тыуҙырыу.
Уҡытыусы. Хәйерле иртә, балалар! Тағы бер ғәжәйеп матур, иҫ киткес гүзәл көн тыуҙы. Ошо йәмле иртәгә, матур донъяға бағып, үҙебеҙгә көс, дәрт, илһам алайыҡ. Әйҙәгеҙ, бергәләп ҡояш сығышын күҙәтәйек. Балалар, бөгөнгө көнгә нимә тип өндәшерһегеҙ?
Балалар. Хәйерле көн! Рәхмәт һиңә матур иртә! Минең кәйефем көр, күңелем күтәренке!
Уҡытыусы. Тимәк, беҙ дәрт, илһам менән эшкә тотонорға әҙер!
-
Өйгә эште тикшереү. ( 135, 136-сы күнегеүҙәр)
Үткән дәрес материалын иҫкә төшөрөү.
Артикуляцион күнегеү. Тиҙәйткестәр (видеопроектор аша уҡыу)
1).Сейәлектән сыҡҡан саҡта,
Сей сейәне сәйнәй-сәйнәй,
Сикәләрем сатнаны.
(Тамыҙаш һәм оҡшаш һүҙҙәрҙе табыу)
2). Ҡара ҡарға ҡарҙан бара,
Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға.
Уҡытыусы. Ә хәҙер дәфтәрҙәрҙе астыҡ, числоны, теманы яҙабыҙ.
-
Проблемалы ситуация тыуҙырыу.
Уҡытыусы. Балалар, баянан бирле Денис менән Аделия бәхәсләшеп ултыралар. Ни булды һеҙгә?
Балалар. -Ҡаҙҙы, ҡатты, етте…Был һүҙҙәрҙә бер серле урын бар!
-
Ниндәй серле урын?
4. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу.
Уҡытыусы. Экрандағы һүҙҙәрҙе уҡыу. Ҡаҙҙы, ҡатты, етте.
Был һүҙҙәрҙә ниндәй серле урын бар инде?
Балалар. Ҡуш тартынҡылар.
Уҡытыусы. Тимәк, беҙ дәрескә ниндәй мәсьәләләр ҡуябыҙ инде?
Балалар.Ҡуш тартынҡылар ни өсөн яҙыла? Беҙ шуны асыҡларға тейешбеҙ.
Уҡытыусы. Тимәк, дәрестә шундай мәсьәлә ҡуйыла:
Ниндәй һүҙҙәрҙә ҡуш тартынҡы яҙыла? Улар ҡайҙан килеп сыҡҡан? Был һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын өйрәнергә тейешбеҙ.
-
Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.
Уҡытыусы. Экрандағы һүҙҙәргә иғтибар итәйек әле.
Былар ҡуш тартынҡылы һүҙҙәр. Был һүҙҙәрҙәге ҡуш тартынҡылыларҙың береһен төшөрөп ҡалдырһаң, бөтөнләй мәғәнә үҙгәрә.
Ҡаҙҙы-ҡаҙы, ҡатты-ҡаты, етте-ете.
Шулай итеп, был серле урындарҙы ҡыҙыл ҡәләм менән һыҙып ҡуяйыҡ! Ә ҡайҙан барлыҡҡа килә һуң был серле урын? ( яуаптар тыңлана) Һөҙөмтәне модельдә күрһәтәйек (экранда күрһәтеү).
Тимәк, ҡуш тартынҡыны һиҙемләр өсөн, һүҙҙең мәғәнәһенә иғтибар итергә кәрәк. әгәр һүҙ тамырының аҙағында ла, ялғауҙың башында ла бер үк тартынҡы булһа, һүҙҙә ҡуш тартынҡы барлыҡҡа килә. Был - орфограмма! ( 10-сы биттәге таблицаға индереп ҡуйырға кәрәк)
Шулай итеп, беҙ һеҙҙең менән уҡыу мәсьәләһен хәл иттек.
6.Ғәмәли эштәр башҡарыу. ( Төркөмдәрҙә эшләү, эксперттар һайлап ҡуйыу)
-
Матур яҙыу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрәйек әле. "Үҙеңә-үҙең әйтеп ултыр" принцибы менән эшләйбеҙ.
А) текстағы һүҙ, һөйләм диҡҡәт менән уҡыла.
Б) мәғәнәһе төшөнөлә, асыҡлана.
В) яҙаһы һүҙҙәге һәр өн һуҙыла, ишетелә, яҙыла.
Г) яҙған һүҙ таҡтала йәки китапта яҙылғаны менән тикшерелә.
Д) яҙған һөйләм тулыһынса уҡыла.
1-се төркөм 142-се күнегеүҙе эшләй. Әкиәтте уҡып, ҡуш тартынҡылы һүҙҙәрҙе табып, яҙып ала, орфограммаларға һыҙа.
2-се төркөм 143-сө күнегеүҙе эшләй. Шиғырҙы тасуири уҡырға. Беренсе куплетты яттан яҙырға. Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙырға.
3-сө төркөм 144-се күнегеүҙе эшләй. Һөйләмдәрҙе күсереп яҙырға. Орфограммаларҙы һыҙырға.
(Һәр күнегеү буйынса төркөмдән бер кеше һығымта яһай, эксперттар билдә ҡуя)
-
145-се күнегеү. Мәҡәлдәрҙе уҡыу (экрандан). Дуҫлыҡ тураһында әңгәмә ҡороу. Төркөмдәр араһында мәҡәлдәр ярышы.
Физкультминут.("Уйнап алайыҡ әле, йырлап алайыҡ әле")
-
147-се күнегеү. Алдан таҡтала яҙылған һүҙҙәрҙе күплек һанда яҙыу. ( Эксперттар эшләй) Ә ҡалғандар дәфтәрҙә 149-сы күнегеүҙе эшләй.
-
150-се күнегеү. Моделдәргә ярашлы һүҙҙәр уйлап яҙыу. Орфограммаларҙы һыҙыу.
-
152-се күнегеүҙәге шиғырҙарҙы тасуири уҡыу.
Ижади эш: йыл миҙгелдәре тураһында шиғыр ижад итергә. (Һәр төркөмгә бер миҙгел тураһында)
-
Һүҙлек диктанты үткәреү.(Экрандан сағыштырып тикшереү)
7.Өйгә эш: 151-се, 154-се күнегеүҙәр.(аңлатма биреү)
8..Рефлексив анализ. Шулай итеп, бөгөнгө дәрестә беҙ нимәгә өйрәндек? Нимә белдек? Дәрес оҡшанымы? Ҡәнәғәтһегеҙме?
9.Баһалау. (Эксперттар ҡуйған балдарҙы иҫәпләп, баһалар ҡуйыу)