7


  • Учителю
  • Открытый урок в 4 классе по теме 'Сифаат'

Открытый урок в 4 классе по теме 'Сифаат'

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала


Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

Средняя общеобразовательная школа № 1 с. Кушнаренково

Муниципального района Кушнаренковский район

Республики Башкортостан


Открытый урок

по башкирскому языку в 4 классе


Учитель башкирского языка Ситдикова Миляуша Завилевна


Тема: Сифат.

Маҡсат: сифат тураһында дөйөм төшөнсә биреү, уның ниндәй һорауҙарға яуап булып килеүен аңлатыу, сифаттарҙың телмәрҙәге ролен билдәләү; уҡыусыларҙың диалогик телмәрен үҫтереү, фекерләү һәләтен арттырыу; Башҡортостанға, уның матурлығына һөйөү һәм ихтирам тойғоһо уятыу, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһаҙландырыу: һүрәттәр, карточкалар, иллюстрациялар, фонояҙма, компьютер.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу мәле.

    1. Психологик комфорт булдырыу.

Балалар бер-береһенә ҡарап йылмая, ҡул бирешеп сәләмләй.

  1. Артикуляцион күнегеүҙәр.

А) Сәләмләйем һауаны,

Именлек булһын өсөн!

Сәләмләйем Ер-әсәне,

Беҙҙе туйҙырған өсөн!

Сәләмләйем дуҫымды,

Гел дуҫлыҡ булһын өсөн!

Б) Дә-дә-дә - һөйләшәм башҡорт телендә

Дә-дә-дә - яҙам башҡорт телендә.

Ға-ға-ға - ҡаҙҙар китте йылғаға.

Гә-гә-гә - беҙ китәбеҙ Өфөгә.

Өфө тураһында нимәләр беләһегеҙ?

Унда ниндәй иҫтәлекле урындар бар?

  1. Өйгә эште тикшереү.

    1. Һорауҙарға яуаптар биреү.

(Дөрөҫ яуап биргән уҡыусы бер мәрәй ала).

  • Нимә ул исем?

  • Исем һүҙ төркөмө ниндәй һорауҙарға яуап була?

  • Яһалышы яғынан исемдәр ниндәй төрҙәргә бүленә?

Миҫалдар килтерегеҙ.

+ тамыр, яһалма, ҡушма, парлы исемдәр.

  • Ниндәй исемдәр уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр тип атала?

  • Нимә ул эйәлек категорияһы?

  • Нимә ул хәбәрлек категорияһы?

Миҫалдар килтерегеҙ.

  1. Статистик парҙарҙа карточкалар менән эшләү

  • Исемдәрҙе килештәр менән үҙгәртеү.

(Таҡтала дөрөҫ яуаптар бирелә, уҡыусылар бер-береһенең эшен тикшерә, баһалай).

  1. Төп өлөш.

    1. Маҡсатты әйтеү, теманы билдәләү өсөн кроссворд сисеү.

1

с

ә

ғ

ә

т



4

5

2

к

и

т

а

п


3

ф

и

л


ҡ

у

р

а

й



м

ә

к

т

ә

п

1. Атлай ҙа, атлай

Һаман барып етә алмай

2. Белем шишмәһе.

3. Кескәй генә күҙ.

Бороно оҙон бигерәк,

Уның исемен яҙыу өсөн

Өс кенә хәреф кәрәк.

4. Үҙе үҫемлек, унан да моңло нәмә юҡ.

5. Белем усағы.

- Ниндәй һүҙ килеп сыҡты?

- Беҙҙең бөгөнгө дәрес "Сифаттар" темаһына бағышланасаҡ.

  1. Сифат тураһында дөйөм төшөнсә биреү.

- Нимә ул сифат?

Уның менән яҡынан танышыу өсөн беҙ һеҙҙең менән ҡунаҡҡа барып ҡайтырбыҙ. (Матур өй һүрәте).

  • Ҡарағыҙ әле, беҙ төрлө-төрлө, матур төҫтәргә буялған өй янына килеп еттек.

Ә был өйҙә бына ниндәй матур, бөҙрә сәсле апай йәшәй. Уның исеме - Сифат апай.

- Нимә менән шөғөлләнә икән Сифат апай?

Уның ҡулдары тылсымлы.

Эйе, ысынлап та, ул нимәгә генә тотонмаһын, барыһы ла үҙенсә матурлана, йәнләнә.

Бына, мәҫәлән, ағас.

Сифат апай ағасҡа ҡулы менән тейеп алған ине, ағасты ниндәйгә әйләндерҙе?

+ матур, йәшел, бейек, ҡуйы.

- Ә был нимә?

+ бәшмәк. Эйе, беҙ уның ниндәй бәшмәк икәнен белмәйбеҙ. Ә бына Сифат апай уны буяны ла, беҙ хәҙер уны таныйбыҙ. Ниндәй ул?

+ ағыулы, ҡыҙыл.

- Был нимә?

+ еләк . Еләк ниндәйгә әйләнде.

+ ҡыҙыл, тәмле, етлеккән.

- Сифат апай нимәләрҙе матурланы, йәнләндерҙе?

+ ағасты, бесәйҙе, бәшмәкте, еләкте.

+ Бер һүҙ менән генә был һүҙҙәрҙе нимә тип әйтергә була?

+ Исем (предмет)

  • Нимә ул сифат?

  • Предметтың билдәһен аңлатҡан һүҙҙәр сифат тип атала.

Ул ниндәй? ҡайһы? ҡайҙағы? ҡасанғы? Һорауҙарының береһенә яуап бирә.

  1. Ҡағиҙәне дәреслектән уҡыу.

  2. Сифаттарҙың телмәрҙәге роле.

Сағыштырып уҡыу өсөн ике текст бирелә.

1.Таң ергә нурҙарын һипте

Күл өҫтөнән томан күтәрелде.

Талдар күлгә баштарын эйҙеләр.

Сәскәләр ысыҡта йыуындылар.


Таң атты. Көн башланды.

2.Таң ергә алһыу нурҙарын һипте.

Күл өҫтөнән ап-аҡ томан күтәрелде. Бөҙрә талдар зәңгәр күлгә баштарын эйҙеләр.

Ал, зәңгәр, һары сәскәләр ысыҡта йыуындылар.

Алһыу таң атты. Матур көн башланды

- Ҡайһы текст һеҙгә нығыраҡ оҡшаны?

- Ни өсөн?

- Сифаттар беҙҙең телмәребеҙҙе матурлайҙар, тулыландыралар, йәнләндерәләр.

Китап менән эш.

Тексты уҡығыҙ, сифаттарҙы үҙҙәре бәйләнеп килгән исемдәр менән яҙып алығыҙ.


  1. Башҡорт телендә род төшөнсәһе юҡлығын асыҡлау.

Һ

ыйүҙбәйләнештәрҙе руссаға тәржемә итеү.

Аҡ ҡар - бел й с снег

ая

Ҡара ер - черн земля

ое

Түңәрәк күл -кругл озеро


Рус һәм башҡорт телендәге сифаттар нимә менән айырылалар?

- Башҡорт телендәге сифат исем алдында торғанда һис үҙгәрмәй. Исем үҙгәрә, ә сифат үҙгәрмәй.

Мәҫәлән: ҡыҙыл ҡәләмдәр, ҡыҙыл ҡәләмгә.

Миҫалдарға ҡарап рус һәм башҡорт телдәрендә сифаттарҙың айырмаһын әйтегеҙ.

Голубой цвет - зәңгәр төҫ

Голубое небо - зәңгәр күк

Голубая лента - зәңгәр таҫма

Голубые карандаши - зәңгәр ҡәләмдәр

Голубой ленты - зәңгәр таҫманың

В голубом небе - зәңгәр күктә.

  1. Диалогик телмәрҙе үҫтереү.

Урман һүрәте.

  • Урманда ниндәй ағастар үҫә?

  • Ниндәй ағастар һәр саҡ йәшел кейемдә?

  • Ниндәй ҡоштар, йәнлектәр йәшәй?

Схема буйынса һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.

Иң яҡшы тип табылған һөйләмдәрҙе дәфтәргә яҙыу.

  1. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, әңгәмә.

Ял минуты.

Уҡыусылар, әй6әгеҙ урмандың саф һауаһын һулайыҡ. Һаумы, алтын ҡояшым! (Ҡулдарын өҫкә күтәреп түңәрәк яһайҙар). Һаумы, зәп-зәңгәр күгем! (Ҡулдарын болғайҙар). Һаумы урманым! Иҫәнме һин, елкәйем! Барығыҙҙы сәләмләйем!

  1. Бәйләнешле телмәр үҫтереү.

Уҡыусылар, беҙҙең Борай районында ниндәй ҙур, матур йылға бар?

(Танып йылғаһын һүрәтләгән иллюстрациялар күрһәтеү).

  • Танып йылғаһы ниндәй урында урынлашҡан?

  • Ул ҡайҙа ҡоя?

  • Кемдең Таныпта балыҡ тотҡаны бар?

  • Йылғабыҙҙа ниндәй балыҡтар үрсей?

    1. "Балыҡсы" уйыны.

- Уҡыусылар, яр буйында ниндәйҙер балыҡтар ята, уларҙы, мөғайын, браконьерҙар бик бәләкәйҙәр, тип ташлап киткәндәрҙер. Әйҙәгеҙ, балыҡтарҙы ҡотҡарайык. (Уҡытыусы рәт буйлап йөрөп, "балыҡтарҙы" тарата, уҡыусылар карточкаларҙың артына яҙылған һүҙҙәргә сифаттар уйлап әйтәләр. Айырым һүҙҙәрҙең руссаға тәржемәһе һорала).

Көн, ямғыр, алма, тейен, шыршы, ҡар, ат, еләк, ҡош, сәскә, айыу.

- Балыҡтарҙы "ҡотҡарҙыҡ".

Тормошта ла, тик яҡшылыҡ ҡына эшләргә тырышығыҙ!

        1. Мәҡәлдәр өҫтөндә эшләү.

Сифаттарҙы табыу, мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен асыҡлау.

А) Иң татлы тел-туған тел,

Инәм һөйләп торған тел.

Б) Тәмле тел балдан татлы.

- Донъяла һәр кемгә ҡәҙерлеһе - үҙ туған теле.

Үҙ туған теле барҙың үҙ туған рухы бар. Әсә телендә кеше донъяны, донъя матурлығын белә башлай. Уй күрке - тел, тел күрке - һүҙ. Һүҙе яғымлының үҙе лә яғымлы, теле матурҙың күңеле лә матур. Тыуған иле, туған халҡы, туған теле булған кеше мең бәхетле.

  1. Өйгә эш.

53-сө күнегеү.

  1. Дәресте йомғаҡлау.

Бөгөн дәрестә нимәләр белдегеҙ?

VI. Баҙһалау. Актив ҡатнашҡандар билдәләнә.

Валеологик күнегеү.

- Ә хәҙер бер-беребеҙгә ҡарап йылмаябыҙ һәм хәйерле көндәр теләйбеҙ.

- Дәресебеҙ тамам.



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал