7


  • Учителю
  • Башҡорт теле курсынан эш программаһы 1-4 кластар

Башҡорт теле курсынан эш программаһы 1-4 кластар

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Башҡортостан республикаһы муниципаль район Иглин районы

«Меңйетәр ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе»







«Ҡаралған»

ШМО ултырышында

Протокол № ______

«____»______2016 й.



«Килешәм»

Директор урынбаҫары:

/Низаметдинова Р.У.

«____»_______2016 й.

«Раҫлайым»

Мәктәп директоры:

_____Ғәлимова А.Ф.

«___»________2016 й.





«Башҡорт теле» курсынан

эш программаһы

1-4 кластар







Үтәлеү ваҡыты: 2016-2020 уҡыу йылы















Төҙөүсеһе: башланғыс кластар уҡытыусыһы

Ғайсина Алһыу Наил ҡыҙы













Аңлатма яҙыу



Эш программаһы уҡытыу башҡорт телендә ойошторолған мәктәптәргә тәҡдим ителгән уҡыу программаһына, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын дәүләт стандарттары талаптарына, милли мәктәптәр өсөн эшкәртелгән уҡыу планына, 2010-сы йылда сыҡҡан башҡорт мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн «Әлифба» һәм «Башҡорт теле» буйынса төҙөлгән программаға (авторҙары Ф.Ш.Сынбулатова, Г.Ә.Вәлиева.-Өфө-Китап.2010), «Башҡорт теле» («Әлифба») дәреслегенә (авторы Ф.Ш.Сынбулатова. Өфө-З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте-2013.), 2-4-се кластар өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә, (автор Ф.Ш.Сынбулатова, һ.б.З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте), таянып төҙөлдө.

Был программала башланғыс кластарҙа башҡорт теле фәне буйынса уҡытыу тематикаһы, уның йөкмәткеһе һәм уҡыусы үҙләштерергә тейеш булған универсаль уҡыу эш төрҙәре системаһы, метапредмет, шәхси, предмет һөҙөмтәләре бар.

Мәктәп алдында, шулай уҡ тел дәрестәрендә, ҡуйылған иң төп маҡсат - баланы шәхес итеп үҫтереү.

Яңы стандарттар буйынса уҡыусыларҙа лингвистик (тел), аралашыу (коммуникатив), этнокультура өлкәһенә ҡараған (культурологик) компетентлыҡ булдырыу талап ителә.

Лингвистик компетентлыҡ (уҡыусыларҙың башҡорт теленән мәғлүмәтлелеге) өндәр һәм хәрефтәрҙе, һүҙьяһалышын, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе, һүҙ төркөмдәрен, һөйләм киҫәктәрен, лексик һәм грамматик берәмектәрҙе, лингвистик анализды һ. б. үҙ эсенә ала.

Аралашыу (коммуникатив) компетентлығы - уҡығанды һәм башҡалар һөйләгәнде аңлау, хәҙерге әҙәби башҡорт теленең нормаларына эйә булыу, һүҙ байлығын, телдең грамматик яғын дөрөҫ итеп үҙләштереү, телдән һәм яҙма формала бәйләнешле телмәр күнекмәләрен булдырыу һ. б.

Этнокультура өлкәһенә ҡараған (культурологик) компетентлыҡ, йәғни телде милли-мәҙәни юҫыҡта үҙләштереү - ул уҡыусыларҙың телгә өйрәнеү барышында милли үҙенсәлектәрҙе сағылдырған текстар менән эшләүе, халҡыбыҙҙың тормош- көнкүреш, йола, ғөрөф-ғәҙәт үҙенсәлектәрен, шанлы үткәнен, әҙәп-әхлаҡ нормаларын, телмәр әҙәплелеген, һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен, мәҙәниәтен, халыҡ ауыҙ-тел ижады үрнәктәрен белеүе, башҡорт халҡының телмәр әҙәплелеген үҙләштереүе, рухи ҡомартҡыларын ихтирам итеүе һ. б.

Башланғыс мәктәптә башҡорт теле дәрестәрендә белем биреүҙең төп бурыстары:

-туған телдә камил һөйләшеү, фекереңде еткерә белеү, тел һәм телмәр күнекмәләрен тәрән үҙләштереүгә өлгәшеү;

-уҡыусыларҙың төрлө эшмәкәрлекте (уҡыу һәм белем алыу, хеҙмәт, аралашыу күнекмәләрен) үҙләштереүҙәренә ирешеү, универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәтеү;

-башҡорт халҡының рухи мираҫын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;

-дәреслек, өҫтәмә материал, һүҙлектәр, белешмә әҙәбиәт менән эш итеү күнекмәләрен камиллаштырыу;

-башҡорт телен башҡа фәндәр буйынса белем алыу сараһы булараҡ ҡулланырға әҙерләү;

-уҡыусыларҙың логик фекерләү һәләттәрен үҫтереү.

Программаның бурыстарын тормошҡа ашырыу өсөн заманса эш методтарын һәм алымдарын ҡулланырға кәрәк. Дәрестә уҡыусыларға төплө белем нигеҙҙәре, ныҡлы күнекмәләр биреү менән бергә, уларҙың танып белеү эшмәкәрле- ген һәм фекерләүен үҫтереүсе, дөйөм үҫешен тәьмин итеүсе алымдар һәм саралар менән файҙаланыу мотлаҡ талап булып тора. Уҡыусылар грамматик ҡағиҙәләрҙе практик эш нигеҙендә аңлап, әүҙем үҙләштерергә, алған белем- дәрен аңлата, нигеҙләй, иҫбатлай, ҡуллана белергә тейеш. Уҡыусыларға проект төҙөү методын ҡулланыу ҙа тәҡдим ителә.

Уңышҡа ирешеү өсөн тел дәрестәрен уҡыу дәрестәре менән тығыҙ бәйләп алып барыла.

Программа түбәндәге принциптарға таянып төҙөлдө:

1)һәр баланың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу;

2)фәннилек һәм системалылыҡ принциптары;

3)уҡыусыларҙы төрлө яҡлап өҙлөкһөҙ үҫтереү;

4)баланың психик һәм физик һаулығын һаҡлау.

Программаның нигеҙендә коммуникативлыҡ принцибы ята.



Уҡыу предметына дөйөм характеристика



Башҡорт теле(грамотаға өйрәтеү) курсында предмет ярҙамында түбәндәге үҫеш юлдары тормошҡа ашырыла:

предмет кимәлендә белемгә эйә булыу;

уҡыу техникаһын үҫтереү, текстарҙы анализлау юлдарына эйә булыу;

яҙма һәм һөйләү телмәренә эйә булыу;

тел тураһында белем алыу һәм системалаштырыу;

орфография һәм пунктуацияны өйрәнеү;

башҡорт теленең тәрбиәүи потенциалын ҡулланыу;

телде тойомлауҙы үҫтереү.

Фонетика һәм графика

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә була:

-өндәрҙе һәм хәрефтәрҙе айырыу;

-өндәргә характеристика биреү:һуҙынҡылар (нәҙек һәм ҡалын, баҫымлы

һәм баҫымһыҙ); тартынҡылар (яңғырау һәм һаңғырау, парлы һәм парһыҙ);

-башҡорт алфавитында хәрефтәрҙең урынлашыу тәртибен һәм уның әһәмиәтен үҙләштереү (һүҙҙәрҙе билдәле тәртипкә килтереү, алфавит ярҙамында кәрәкле мәғлүмәт эҙләү һ. б.).

Башланғыс класты тамамлаусы укыусы бирелгән схема буйынса өн-хәреф

анализын эшләргә өйрәнеү һәм уның дөрөҫ булыу-булмауын тикшереү мөм-кинселегенә эйә булырға тейеш.

Орфоэпия

Уҡыусы өйрәнергә мөмкинселек ала:

-башҡорт теленең нормаларын үтән уҡыу һәм һөйләү, әңгәмәселәренең телмәрендә был нормаларҙың үтәлешен баһалау (программала бирелгән күләм кимәлендә);

-белмәгән осраҡта һүҙлектән йәки дәреслектән дөрөҫ әйтелеш нормаларын үҙ аллы табыу йәки уҡытыусыға мөрәжәғәт итеү.

Һүҙ составы

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә

була:

-үҙгәрмәүсе һәм үҙгәреүсе һүҙҙәрҙе айырыу;

-тамырҙаш һүҙҙәрҙе һәм һүҙ формаларын таныу;

-һүҙҙәрҙә тамыр, яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙы табыу.

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы һүҙҙәрҙе составы буйынса тикшерә белергә, анализ яһарға өйрәнеү мөмкинселегенә әйә була.

Лексика

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә бу

лырға тейеш:

-һүҙҙең мәғәнәһен дөрөҫләү, кәрәк булған һүҙҙе айырып алыу;

-һүҙҙең мәғәнәһен текст буйынса йәки аңлатмалы һүҙлек буйынса дөрөҫләү

Уҡыусы өйрәнергә мөмкинселек ала:

-бер төрлөлөктән азат булыу маҡсатында тейешле синонимдарҙы та

быу һәм ҡулланыу;

-сағыштырыу һәм теүәл характеристика биреү өсөн антонимдар ҡулланыу;

-текстағы телмәрҙә ҡулланылған тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе таныу;

- ябай фразеологик берәмектәрҙең мәғәнәһен аңлау һәм уларҙы телмәрҙә

ҡулланыу;

-һүҙҙәрҙе урынлы йәки урынһыҙ ҡулланыуҙы баһалай белеү;

-аралашыу мәсьәләһен урынлы хәл итеү маҡсатында тәҡдим ителгән һүҙҙәрҙең тейешлеһен һайлал алыу.

Морфология

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә бу

лырға тейеш:

-исемдең һанын, затын, килешен, һөйләмдәге урынын билдәләү, исемдәргә морфологик анализ яһау;

-сифаттарҙың төрөн, дәрәжәһен билдәләү, уларға морфологик анализ яһау;

-ҡылымдың грамматик билдәләрен: һөйкәлешен, заманын, затын бил-

дәләү, морфологик анализ яһау;

-рәүештәрҙең грамматик билдәләрен таныу: үҙгәрмәүсе һүҙ төркөмөн,төрөн, дәрәжәһен белеү;

-алмаштарҙың грамматик билдәләрен таныу: һанын, затын;

-һандарҙың грамматик билдәләрен белеү: төрөн, төркөмсәләрен һ. б.



«Башҡорт теле» предметының уҡыу планындағы сәғәттәр бирелеше



Базис уҡыу планына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү мәктәптәрендә «Башҡорт теле» предметын өйрәнеүгә башланғыс класта бөтәһе 460 сәғәт бүленә. (I класта грамотаға өйрәтеүгә - 106,(5-сәғәт) башҡорт теленә - 33(3сәғәт),туған

телгә-23сәғәт, II, III, IV кластарҙа 102 - аҙнаһына 3-әр сәғәт (34 аҙнанан сығып).



Уҡыу йөкмәткеһенең ҡиммәттәр йүнәлеше



Башҡорт телен өйрәнеү һөҙөмтәһенең бер йүнәлеше булып башланғыс класс уҡыусылары тарафынан рухи ҡиммәттәрҙең системаһын төшөнөү һәм үҙләштереү тора. Башланғыс кластарҙа әсә теле дәрестәрендә түбәндәге рухи ҡиммәттәргә иғтибар бүлеү мотлаҡ.

Изгелек ҡиммәте - үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәр-ҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙлнеуен аңлау.

Аралашыу ҡиммәте - аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.

Матурлыҡ (гармония) ҡиммәте - башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап үҙләштереү.

Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте - хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты, хәләте булыуын ҡабул итеү. Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.

Илһөйәрлек ҡиммәте - үҙ телеңде һәм халҡыңды хөрмәт итеу, халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.

Кешелеклелек ҡиммәте - үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойон үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.

Башҡорт телен үҙләштереүҙең шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре

Яңы стандарттарға ярашлы уҡыу сифатын өйрәнгәндә, йәғни тикшереү процесында, түбәндәге һөҙөмтәләр күҙаллана:

шәхси үҫеш кимәле;

метапредмет кимәле;

предмет буйынса белем кимәле.

Шәхси үҫеш кимәле. Баланы шәхөс итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.

Метапредмет кимәле. Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, ойоштopoy һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡырға, белем алырға өйрәтеү.

Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, шәхси, ойоштороу һәм коммуникатив эшмәкәрлек. Шәхси эшмәкәрлек баланы уҡымышлы һәм аңлы шәхес итеп үҫтереү. Эшмәкәрлекте уның тормош һәм кешелеклелек ҡиммәттәрен, әхлаҡи һәм мораль нормаларҙы аңлап ҡабул итеүеп, әйләнә- тирәләге күренештәргә һәм ваҡиғаларға шәхси ҡарашын формалаштырыуға йүнәлтеү.

Ойоштороу эшмәкәрлеге танып белеү процесы менән идара итеүҙе күҙ уңында тота: эшмәкәрлекте күҙаллау, планлашты- рыу, башҡарыу, тикшереү, үҙгәрештәр индереү һәм баһалауҙы үҙ эсенә ала.

Танып белеү эшмәкәрлеге тейешле мәғлүмәтте эҙләп табыу һәм анализлауҙы, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүҙе һәм ҡулланыуҙы тәьмин итә.

Аралашыу эшмәкәрлеге белем алыу процесында арала- шырға өйрәнеүҙе ойоштороу ға йүнәлтелгән. Ул башҡа кешеләрҙе тыңлай белеү һәм аңлауҙы, мәғлүмәтте теүәл тапшырыуҙы үҙ эсенә ала.

Предмет кимәле. Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны эшкәртеү һәм ҡулланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.

1-се класс

Шәхси үҫеш кимәле

</ «Башҡорт теле» (Грамотаға өйрәтеү) курсын үҙләштергәндә, уҡытыусы шәхси үҫеш кимәлен үҫтереү бурысын ҡуя:

-телдең һәм телмәрҙең кешеләр тормошондағы әһәмиәтен аңлау;

-тексты эмоциональ ҡабул итеү, үҙеңдең хис-тойғоларыңды белдереү;

-кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлау, уртаҡлашыу, бүлешеү;

-укылған әҫәрҙәрҙең геройҙарына һәм уларҙың эшенә ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү.

Метапредмет кимәле

Ойоштороу эшмәкәрлеге:

-уҡытыусы ярҙамында әшмәкәрлек маҡсатын билдәләү;

-дәрестә эш барышын һөйләп барыу;

-дәреслек материалы менән эшләү барышында уйҙы, фаразды әйтеү;

-уҡытыусы тәҡдим иткән план буйынса эшләү;

-коллектив төҙөлгән план буйынса эшләү.

Танып белеү эшмәкәрлеғе:

-дәреслектең, матур яҙыу өлгөләренең айышына төшөнөү (тышы, йөкмәткеһе, шартлы билдәләре);

-дәреслектән, текстан, иллюстрацияларҙан һорауға яуап табыу;

-бергәләп йәки үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;

- ҙур булмаған текстың йөкмәткеһен һөйләү.

Аралашыу эшмәкәрлеге:

-фекереңде телдән формалаштырыу;

-кешенең телмәрен тыңлау һәм аңлау;

-тыңлай белеүҙең уңышлы аралашыуға шарт булыуын үҙләштереү;

-тексты тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен һөйләү;

-уҡытыусы һәм класташтар менән берлектә тәртип ҡағиҙәләре һәм уларҙы үтәү тураһында килешеү.

Предмет үҙләштереү кимәле

-тексты һөйләмдәр теҙмәһенән айыра белеү;

-бөтөн һүҙҙәр менән аңлы, дөрөҫ уҡыу;

-тексты ентекле һөйләй белеү;

-хикәйә төҙеү;

-һүҙҙең өндәрен атау, ижеккә бүлеү, өндәр һәм хәрефтәр һанын билдәләү, дөрөҫ баҫым ҡуйыу, хәреф-өн анализы яһау;

-һөйләмде, кешенең исемен һәм фамилияһын баш хәреф менән яҙыу;

-һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙыу;

-баҫма тексты күсереп яҙыу, һүҙҙәрҙе һәм ҙур булмаған һөйләмдәрҙе диктант итеп яҙыу;

-тамырҙаш һүҙҙәрҙең тамырын табыу.



Уҡыу планы



Уҡытыу башҡорт телендә ойошторолған мәктәптәргә тәҡдим ителгән был уҡыу программаһы Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын дәүләт стандарттары талаптарына, милли мәктәптәр өсөн эшкәртелгән уҡыу планына таянып ҡоролдо.

Уҡыу йылына сәғәттәр һаны:

1-се класс. Грамотаға өйрәтеү һәм «Башҡорт теле». Бөтәһе йылына 139 сәғәт.

Грамотаға өйрәнеү: бөтәһе 106 сәғәт ( аҙнаға 5 сәғәт). 1-се ярты йыллыҡ-84 сәғәт, 2-се ярты йыллыҡ-22 сәғәт.

- хәреф өйрәнеүгә тиклемге осор: аҙнаға 5 сәғәт, бөтәһе 25 сәғәт.

- хәреф өйрәнеү осоро: аҙнаға 5 сәғәт, бөтәһе 81 сәғәт.

- «Башҡорт теле»- аҙнаға 3 сәғәт, бөтәһе 33 сәғәт.

2-се класс. «Башҡорт теле», бөтәһе 102 сәғәт, ( аҙнаға 3 сәғәт).

3-сө класс. «Башҡорт теле», бөтәһе 102 сәғәт, ( аҙнаға 3 сәғәт).

4-се класс. «Башҡорт теле», бөтәһе 102 сәғәт, ( аҙнаға 3 сәғәт).

Программа материалы түбәндәге уҡыу әсбаптары нигеҙендә тормошҡа ашырыла:

1-се класс. Уҡыу йылының 1-се ярты йыллығы

-«Әлифба» китабы (автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б., З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте),

-«Әлифба» дәреслегенә эш дәфтәре, ике киҫәктән (автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.,З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте);

-«Әлифба» дәреслегенә методик ҡулланма (автор Ф.Ш.Сынбулатова, З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте);

-«Әлифба» дәреслегенә контроль эштәр дәфтәре (автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.,З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте).

2-се ярты йыллыҡ

-«Башҡорт теле» дәреслеге (автор Ф.Ш.Сынбулатова, З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте);

-«Башҡорт теле» дәреслегенә эш дәфтәре (автор Ф.Ш.Сынбулатова, З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте);

-«Башҡорт теле» дәреслегенә методик ҡулланма (автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.,З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте). Бында бүлекте, ҙур теманы тамамлағас йәки сирек аҙағында уҡыусыларҙың программа материалын үҙләштереү кимәлен (сифатын) өйрәнеү,

-Комплекслы предмет-ара тикшереү эштәре (автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.). Бында уҡыу йылы аҙағында уҡыусыларҙың предмет һәм метапредмет өлкәһендәге белемдәрен тикшереү маҡсатында контроль эш материалдары тәҡдим ителә.

2-4-се кластар:

-«Башҡорт теле» дәреслеге, ике киҫәктән (автор Ф.Ш.Сынбулатова, һ.б.З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте),

-«Башҡорт теле» дәреслегенә эш дәфтәре, ике киҫәктән (автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте),

-«Башҡорт теле» дәреслегенә контроль эштәр дәфтәре (автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б. З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте),

-Комплекслы предмет-ара тикшереү эштәре (автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.,З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте).

-Диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре (автор Ф.Ш.Сынбулатова, һ.б.З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте).



Башҡорт телендә тәү башлап уҡырға, яҙырға өйрәтеү нигеҙҙәре



Башланғыс мәктәптә грамотаға өйрәтеү («Әлифба») осоронда балаларҙы телмәр эшмәкәрлегенә (тыңлау,һөйләү, уҡыу, яҙыу)

өйрәтеү төп йүнәлеш булып тора. Был эшмәкәрлек баланы грамотаға өйрәтеүҙән башлап, артабан аңлап тасуири уҡыу, грамоталы яҙыу, мәҙәниәтле аралашыу күнекмәләрен формалаштырыу, йәғни интеллектуаль-эшмәкәр, коммуникатив шәхес тәрбиәләүҙе күҙ уңында тота. Балаға рухи йөкмәтке һалыу, әхлаҡи тәрбиә биреү, эстетик, эмоциональ зауыҡ формалаштырыу туған тел аша бойомға ашырыла. Был йәһәттән телмәр эшмәкәрлегенә өйрәтеү ҙур әһәмиәткә эйә.

Был өлкәлә эш Л.С.Выготский, П.Я.Гальперин, Н.В.Талызина, Л.В.Занков, Д.Б.Эльконин- В.В.Давыдов, Л.Е.Журова һәм Ж.Ғ.Кейекбаев, Н.К.Дмитриев, Н.Х.Ишбулатов, К.Г.Ишбаев, А.А.Ғәлләмов, Т.Х.Аслаев, Х.А.Толомбаевтың фәнни- теоретик идеяларына нигеҙләнеп ҡоролған.

Башҡорт теле программаһы «Мәғариф тураһындағы закон»ға, Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын дөйөм белем биреү хөкүмәт стандарттарына, «Башҡортостан халыҡтары телдәре законы», «Башҡорт мәғарифын үҫтереү концепцияһы» һәм башҡа норматив документтарға таянып эшләнде. Был документтарҙа милли мәктәптәрҙә туған телде тейешле кимәлдә уҡытыу, уның мөһим проблемалары, заманса уҡытыуҙың бурыстары, йүнәлештәре, юлдары билдәләнде.

Рәсәй мәғарифын модернизациялау концепцияһында мәғариф алдында ҡуйған төп маҡсат- баланы шәхес итеп үҫтереү. Рәсәй Федерацияһының мәғарифты үҫтереү программаһында ла «Дөйөм белем биреү мәктәбен модернизациялау нигеҙҙә уҡыусыларға билдәле күләмдә белем биреүҙе генә күҙ уңында тотмай, ә уны шәхес булараҡ үҫтереү, танып белеү һәм эшмәкәрлек һәләттәрен күреү» ҡыҙыл һыҙыҡ өҫтөнә алынған. Шул маҡсаттан сығып башҡорт телен уҡытыуҙың төп мәсьәләләре билдәләнде:

-телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу: тыңлау, һөйләү, уҡыу, яҙыу,

-тел системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү,

-башҡорт теле фәне аша тирә-яҡты, йәғни баланы уратып алған мөхитте, объекттарҙы, күренештәрҙе танып белергә өйрәтеү,

-башҡорт теле ғилемен өйрәнгәндә баланың шәхси мөмкинселектәрен иҫәпкә алып, уның һәләтен,эрудицияһын формалаштырыу өсөн шарттар тыуҙырыу,

-тел ғилемен өйрәнеү процесында универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәтеү; уҡыу эшмәкәрлегенең төп компоненттарын үҙләштереү (уҡыу мәсьәләһе, проблема ҡуйыу; эште планлаштырыу, ойоштороу; уҡыу мәсьәләһен сисеү; эште баһалау; рефлексив-контроль эшмәкәрлек);

-милли үҙаңды формалаштырыуға нигеҙ һалыу.

Башҡорт мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә эше башҡорт телендә бойомға ашырыла. Шуның өсөн башҡорт теле балаға башҡа фәндәрҙе үҙләштереүҙе тормошҡа ашырыусы ҡорал булып тора. Был йәһәттән туған телдә аралашыу, уҡытыусы һәм тиҫтерҙәр менән мөнәсәбәт ҡороу; мәғлүмәт, белем алыу сығанағы итеп ҡулланыуҙы маҡсат итеп ҡуйыу зарур. Тимәк, башҡорт теле баланы тирә-йүнде танып белеү, мәғлүмәт, белем алыу, тыуған еренә, халҡына, теленә һөйөү тәрбиәләү сараһы булып та тора. Шуға күрә уҡыу процесында туған телде өйрәнеүҙең баһаһы арта, роле тағы көсәйә төшә. Башланғыс звеноны тамамлағас, әсә теле (башҡорт теле) урта һәм юғары звеноларҙа балаға үҫеш кимәлен камиллаштырыу ҡоралы булып хеҙмәт итә.

Тәҡдим ителгән уҡыу программаһы нигеҙендә башҡорт телен өйрәнеү, туған телдә мәҙәни аралашыу, үҙ-ара кешеләр менән заманса мөғәмәлә итеү оҫталығын юғары коммуникатив кимәлгә ҡуйыу өсөн уҡытыу-тәрбиә эшен күрһәтелгән маҡсаттарға ярашлы итеп ойошторорға кәрәк.





Башҡорт теленә өйрәтеү-өйрәнеү программаһының төп принциптары



1.Һәр баланың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу.

Тәҡдим ителгән программаны хөкүмәт стандарты нормаларына яраҡлаштырып ҡороу күрһәтелгән принципты тормошҡа ашырыуға мөмкинселек бирҙе. Хөкүмәт стандарттары талаптарына ярашлы шәхси үҫеш, предмет һәм метапредмет өлкәһендәге үҫеште уҡыу программаһына таянып, дәреслек материалдарын төрлө интеллектуаль кимәлдәге балалар өсөн эштәр менән тәьмин итеү бурысы тора. Был төрлө кимәлдәге үҫеш менән уҡырға килгән һәм шулай уҡ тәбиғәттән төрлө аң-аҡылға эйә булған балаларҙы программа йөкмәткеһен үҙләштереүҙе уның шәхси мөмкинселектәрен, булмышын иҫәпкә алып ойоштороуға булышлыҡ итәсәк.

2. Фәнни- теоретик белем биреү.

Телде өйрәнеүҙе төп фәнни-теоретик төшөнсәләрҙе үҙләштереүгә нигеҙләп ҡороу. Төп тел төшөнсәләрен баланың аң-зиһен кимәлен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, аралашыу оҫталығын шымартыу объекты итеп ҡулланыу.

3. Һәр баланы төрлө яҡлап өҙлөкһөҙ үҫтереү.

Был принцип баланы аҡыллы, эмоцианаль-эстетик, рухи-әхләҡи, һау-сәләмәт йәшәргә өйрәтә. Тимәк, уҡытыусы ошо йүнәлештәрҙә тейешле шарттар булдырырға бурыслы.

4. Баланың тәбиғәттән бирелгән, ата-бабалары булмышынан күскән ыңғай сифаттарын иҫәпкә алыу.

Балаға тәбиғәттән бирелгән йәки ата-бабаһынан күскән аң, зиһен, фекерләү, эмоциональ булмыш, телмәр сфераларындағы ыңғай һыҙаттарҙы күтәреү, улаҙы иҫәпкә алып, баланың аҡылын үҫтереүҙе тормошҡа ашырыу. Башҡорт милләтенә, халҡына хас яҡшы сифаттарҙы нығытыу, дауам итеү.

5. Әсә телен заманса аралашыу, коммуникатив эшмәкәрле мөнәсәбәт ҡороу ҡоралы итеп ҡулланыу.

Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһындағы», Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан халҡының телдәре тураһында»ғы закондарына нигеҙләнеп, шулай уҡ башҡорт теленең хөкүмәт статусына эйә булыуына таянып, бала үҙенең туған телен республика эсендә аралашыу теле итеп тойорға һәм ирекле һөйләшеү мөмкинселектәренә эйә булырға тейеш. Башланғыс мәктәптә әҙәби тел һәм ябай һөйләшеү - аралашыу күнекмәләренә башланғыс һалыу тигән һүҙ.

6. Баланың физик һәм психик һаулығын һаҡлау, нығытыу.

Әсә телен өйрәтеүҙә балаға ихтирам, яратыу, иғтибарлы булыу, психологик комфорт атмосфераһын тыуҙырыу кәрәк. Бының өсөн махсус рәүештә программа миатериалы нигеҙендә уҡыу ситуациялары тыуҙырыу, предметты өйрәнеүҙә дәреслектең персонаждарын ҡулланып, уйнатып, уйландырып, мауыҡтырғыс итеп үткәреү талап ителә.

Бөгөнгө көн уҡытыусылар алдына етди талаптар ҡуя. Мәктәп тамамлаған йәш быуын зиһенле, фекер йөрөтә белгән, өҙлөкһөҙ белемгә һәм камиллашыуға ынтылған булаға тейеш. Йәмғиәт өсөн социаль тәжрибәгә эйә булған һәм яңылыҡҡа ынтылыусы, уны күтәреп алып, ғәмәлгә ашырырға әҙер тороусы, йүнсел, эшһөйәр һәм эшҡыуар йәштәр, коммуникатив шәхестәр әҙерләргә кәрәк.

Мәктәптә уҡытыу- тәрбиә, белем биреү бөгөнгө көн талаптарына яуап биреп еткермәүе күптәргә мәғлүм. Уҡыусыны мәктәптә уҡытыу эшмәкәрлегенә өйрәтергә, уның зиһен-фекерен һәм шәхесен үҫтереүгә ҡоролған концепциялар алдынғы уҡытыусылар араһында киң хуплау тапты. Уның психологик нигеҙҙәрен һәм технологияһын П.Я.Гальперин, Л.В.Занков, В.В.Давыдов, Д.Б. Эльконин, В.В. Репкин, Г.А. Цукерман, А.К. Дусавицкий, А. Б. Воронцов, В.Ф. Сафин, А.З. Рәхимов һ.б психолог һәм методист ғалимдар эшләгән.

Был эш республикабыҙ мәктәптәрендә лә киң урын ала. Республиканың байтаҡ мәктәптәрендә яңы үҫтерешле уҡытыу концепцияһы нигеҙендә балалар уҡытыла һәм тәрбиәләнә. Программа менән бергә дүрт йыллыҡ башланғыс кластар өсөн дәреслектәр үҙгәртеп яҙылған һәм Республиканың Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған. Был дәреслектәр республика мәктәптәрендә һынау үтте. Әммә уҡытыу программаларын, дәреслектәрҙе камиллаштырыуҙың сиге юҡ. Тәжрибәле уҡытыусылыр, ғалимдар һәм методистарҙың фекеренә таянып, улар киләсәктә артабан сифат яғынан да яҡшырасаҡ.

Дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын дәүләт стандарттары уҡыусылар һәм уҡытыусылар алдына түбәндәге талаптарҙы һәм бурыстарҙы ҡуя.

Беренсенән, уҡыусыны уҡыу, белем алыу эшмәкәрлегенә өйрәтеү, фекерләү, аҡыл-аң ҡеүәһен үҫтереү; үҙен уратып алған һәр нәмәгә, күренешкә, хәл-ваҡиғаға үҙ ҡарашы, баһаһы булған шәхес итеп үҫтереү.

Әлеге көндә мәктәптәрҙәге традицион алым буйынса уҡытыу балаға белемде әҙер көйөнсә аңлатып биреүгә, хәтерҙә ҡалдырыуға һәм нығытыуға йүнәлтелгән күнегеүҙәр эшләүгә ҡоролған. Дәрестә уҡытыусы өҫтөнлөк итә, уҡыусы иһә тыңлаусы һәм уның ҡушҡанын үтәүсе генә булып ҡала. Белем биреүҙе шулай ҡорғанда баланың уҡыуға булған дәрте оҙаҡҡа бармай. Өлкән кластарҙа күпселек уҡыусыла ул ҡыҙыҡһыныу һүнеп тә ҡала.

Ғалимдарҙың раҫлауынса һәм мәктәп практикаһында белем алыуға ынтылыш, ҡыҙыҡһыныу уятыусы һәм этәргес көс, эске мотив булып дәрестә проблемалы уҡытыу мәсьәләһе тора. Ҡуйылған уҡыу проблемаһы ярҙамында дәрестә өйрәнелергә тейеш булған темаға теге йәки был күренешкә, хәл-ваҡиғаға ҡарата тыуҙырылған ҡыҙыҡһыныу - баланы ҡуйылған проблеманы хәл итеү юлдарын, ысулдарын эҙләүгә, тикшеренеү эшен тормошҡа ашырыуға - үҙ аллы белем алыуға юл аса. Бала белеменә, тәжрибәһенә таянып, был эшкә тотонорға баҙнат итә. Баланың инициативаһын, ынтылыш күрһәтеүен маҡтап, психологик атмосфера тыуҙырыу тейешле күргәҙмә әсбаптар менән тәьмин итеү мотлаҡ. Дәрестә һәр саҡ тыуҙырылған бындай мотив балала белемде ҡыҙыҡһынып алыуға этәргес сара, шарт булып һанала.

Уҡытыусы дәрестә махсус рәүештә тейешле ситуация, «интеллектуаль конфликт» (коллизия), йәғни ҡаршылыҡ тыуҙырып, баланы уйларға мәжбүр итә: мин кисә (аҙна йәки ай элек) өйрәнгән ҡағиҙә (алгоритм, ысул, закон һ.б.) килеп тыуған уҡыу проблемаһын сисеү өсөн бармай; ни эшләргә, был проблеманы хәл итеү юлын, ысулын эҙләп табырға кәрәк. Был осраҡта уҡыусы әлегә тиклем алған белеменең етерлек булмауын аңларға тейеш. Шулай итеп, бала күрһәтелгән проблеманы әлегә белеп етмәүен төшөнөп, үҙенең бурыстарын күҙаллай, уның аңында был мәсьәләне тормошҡа ашырыу ысулдары төҫмөрләнә башлай һәм уҡытыусы етәкселегендә бала үҙ алдында маҡсат ҡуя, эште планлаштырырға өйрәнә һәм уны тормошҡа ашырыу буйынса конкрет эш башлай. Был йүнәлештә эш 1-2-се кластарҙа уҡытыусының ҡатнашлығын талап итһә, 3-4-се кластарҙа балаға үҙаллылыҡ биреү мөһим шарт булып тора.

Уҡыусы - дәрестә тыңлаусы ғына түгел, киреһенсә, фекерләүсе, эҙләүсе, белем алыусы ла. Ул дәрестә уҡытыусы менән тиң ҡатнашырға һәм эшләргә тейеш. Шуға күрә уҡытыу программаһында «уҡытыусы- уҡыусы» һәм «уҡыусы- уҡыусы» мөнәсәбәтен дөрөҫ ойоштороуға ҙур иғтибар бирелә.

Мәктәп ишеген тәү башлап асҡан баланы уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәтә башлау еңелдән түгел. Беренсе, икенсе кластарҙа белем алыу бер аҙ уйынға ла оҡшабыраҡ китә. Беҙҙең дәреслектәрҙә әкиәттән килгән шәхестәр, Отҡор исемле зат, Бикә менән Булат кеүек балалар, уларҙың атаһы ҡатнаша. Атай кеше телдең серҙәрен күрергә ярҙамлаша, балаларына проблема ҡуя, кескәйҙәр уйлана, әҙерләнә, эҙләнә, хаталана. Уларға ҡушылып, уҡыусылар ҙа эҙләнә, хаталарын төҙәтә, телебеҙҙең серҙәренә төшөнә. Бында моделдәр, схемалар, шаҡмаҡтар ярҙамға килә. Телмәр берәмектәрен ишетеп, күреп, хатта тотоп ҡарай. Бала аныҡ, конкрет һиҙемләй, әкренләп төшөнсәләр менән эш итергә өйрәнә. Һөҙөмтәлә фекере баҫҡыслап күтәрелә. Ғилми уҡытыуға нигеҙ һалына башлай.

Икенсенән, башҡорт балаларының күпселеге уҡырға үҙ телендә һөйләшеп килә, үҙ телендә фекер йөрөтә. Баланың аҡыл үҫешен тотҡарламау өсөн, уны үҙ телендә уҡытып алып китеү мөһим. Рус теленә өйрәтеү балаларҙың башҡорт теле дәрестәрендә алған белемдәренә (грамотаға өйрәтеү, уҡыу-яҙыу күнекмәләре биреү, ҡайһы бер тел өлкәһендәге дөйөм төшөнсәләр) нигеҙләнеп өйрәтелә.

«Әлифба» осоронда баланы уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү күҙҙә тотола. Ләкин эш бының менән генә сикләнмәй. Тәүге көндән үк бала әсә теленең серҙәрен уҡытыусы менән бергәләп аса башлай. Эш барышында уҡыусыға телебеҙҙең үҙенә генә хас сифаттары күрһәтелә: һүҙҙә өндәрҙең оҡшашлығы, ул һүҙҙәрҙең ҡалын йәки нәҙек өндәрҙән тороуы, һөйләмдең үҙенсәлекле ҡоролоуы, һүҙҙә баҫымдың да үҙенсә төшөүе күҙәтелә. Балала үҙ теленең матур, яғымлы булыуы тураһында фекер тыуа һәм ғорурланыу тойғоһо уяна. Киләһе кластарҙа ошо үҙенсәлектәрҙе баланың телмәренә күсереү күҙҙә тотола.

Өсөнсөнән, телде аралашыу, кешеләр менән хеҙмәттәшлек итеү, мөнәсәбәт ҡороу ҡоралы итеп күҙаллап өйрәтеү. Илдәге сәйәси-иҡтисади, социаль шарттарҙың ҡырҡа үҙгәреүе кешенең йәмғиәттәге тәғәйенләнешенә, йәшәйеш шарттарына етди үҙгәрештәр индерә. Йәмғиәттә баланың шәхес булараҡ үҙ урыны, рухи һәм материаль байлыҡтарға эйә булырға булышлыҡ иткән шөғөлө, эш урынында бер йүнәлештә хеҙмәттәшлек иткән, рухи донъяһына ауаздаш дуҫ-иштәре булырға тейеш. Шулай уҡ, төрлө ситуация, ерлектә уның уй-фекере менән килешеп бөтмәгән, тәнҡит күҙлеген белдергән кешеләр менән эш итә белеү, уларҙы шәхес-кеше булараҡ ихтирам итеп таныу, төрлө ситуатив шарттарҙа алған маҡсатҡа ирешеү өсөн улар менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡороу, мәҙәниле аралашыу серҙәренә өйрәнеү ҙур әһәмиәткә эйә. Быға баланы кесе йәштән өйрәтә башлау, мәктәптән һуң үҙ аллы тормош юлына баҫҡан үҫмергә хеҙмәт юлында кешеләр менән һыйышып, ярҙам итеүсе кешелек һыҙаттарын, ҡылыҡ-булмышын формалаштырыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Был йәһәттән «Әлифба», «Әсә теле» фәндәренең йөкмәткеһе һәм технологияһы ла айырым үҙенсәлектәргә эйә.

Беренсе класҡа килгән алты-ете йәшлек бала һөйләшергә бик әүәҫ. Уның ошо теләген иҫәпкә алып, фекерен, телмәрен үҫтереү өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу мөһим. Бер партала ултырған ике уҡыусы үҙ -ара һөйләшергә, фекер алырға тейеш. Улар ғаиләһе, ата-әсәһе, туғандары тураһында, өйҙәге, мәктәптәге эштәре буйынса ла һөйләшәләр. Уҡыусы үҙ фекерен тартынмай әйтеп бирһен өсөн, шарттар булдырыла. Бала уҡытыусыға ла һорау ҡуйырға баҙнат итә. Уҡыған текстың йөкмәткеһен аңлағас, ул был әҫәр буйынса иптәшенә һорауҙар бирә башлай. Һорай белеү, һорау ҡуя белеү, йәғни үҙең белмәгәнде асыҡларға баҙнат итеү юғары баһалана.

Икешәр, дүртәр-бишәр уҡыусы төркөмдәргә бүленеп эшләгәндә, бала һорау бирергә, фекерен үҙенсә әйтергә һәм яҡларға, кешенең әйткәнен иғтибар менән тыңлап, уны баһаларға әкренләп өйрәнә башлай. Уй-фекерен аныҡ итеп әйтергә кәрәклеген төшөнә, иптәштәренә лә иғтибарлы була бара.

Тәүге осорҙа баланың телен асыуҙы үҙ-ара һөйләшеүгә (диалогка) ҡорғанда, артабан эҙмә-эҙлекле әйтеп биреүгә (монологка) күсеү ҡарала.

Телмәрҙе аралашыу ҡоралына, фекереңде аныҡ әйтеп бирә белеү сараһына әүерелдереү алымдары ла бик күп. Улар кластан класҡа ҡатмарлана барасаҡ. Ҡыҫҡаһы, яңы программала телмәр үҫтереүгә ҙур урын бирелә.

Дүртенсенән, башланғыс мәктәптә туған тел уҡытыуҙы, уҡытыу-тәрбиә эшен халҡыбыҙҙың бай мираҫына ҡороу төп шарт булып тора. Ошонан сығып, дәреслектәрҙә халыҡ ижады ҡомартҡылары - әкиәт, йомаҡ, мәҡәл, әйтем, көләмәс, тиҙәйткес, һамаҡлау, һанашмаҡтарҙы ҡулланыуға иғтибар ителә. Халыҡтың тарихы, йыр-моңо, шөғөл-кәсептәре, тормош-көнкүрештәре, этнографияһы менән баланы әкренләп, эҙмә-эҙлекле таныштыра барыу ҙа маҡсат итеп ҡуйыла. Ошо хазинаны уҡыусыға кесе йәштән таныта барыу, күңеленә һеңдереү изге бурыс итеп һанала.

Баланы халҡыбыҙҙың тамырҙарына ҡайтарыу, түбән кластарҙан уҡ йәлеп итеү мәктәп алдындағы изге бурыс.

Бишенсенән, башланғыс мәктәптә уҡытылған бүтән фәндәрҙе - рус теле һәм уҡыу, тәбиғәтте өйрәнеү, математика, һынлы сәнғәт, музыка өлкәһендәге белемдәрен һ.б. әсә теле фәне менән тығыҙ бәйләнештә уҡытыу мөһим. Һөҙөмтәлә башланғыс мәктәптә уҡытыу-тәрбиә эше дөйөм бер система булып тора.





Программаға ярашлы уҡыу материалы һайлауға ҡарата талап



Балалар баҡсаһынан мәктәпкә уҡырға килгәс, балала уҡыусы эшмәкәрлегенә яраҡлашыу осоро башлана. Баланың мәктәпкәсә формалашҡан психикаһы, йәшәү шарттары

һәм балалар баҡсаһындағы шөғөлө башҡаса йүнәлеш ала. Бала мәктәпкә аяҡ баҫҡан көндән үҙен уратып алған мөхиттең, эшмәкәрлек төрөнөң бөтөнләй яңы, ят икәнен тоя. Ул тәүге тапҡыр фәнни-теоретик төшөнсәләр менән таныша, төрлө уҡыу операцияларын башҡарырға өйрәнә. Беренсе көндәрҙән баланың иңенә ишелгән был йөк, йәғни уҡыусы статусы баланан психик һәм физик көсөргәнешлек талап итә. Мәктәпкә килеү менән баланың иреге сикләнә һәм был баланың һаулығын һаҡлау буйынса тейешле саралар күреүҙе, шарттар тыуҙырыуҙы талап итә.

Төп шарттарҙың береһе- балаға ентекле уйлап төҙөлгән уҡыу программаһы һәм уға ярашлы уҡыу материалы һайлап алыу баланың йәшен, йәғни психологик һәм физиологик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып ҡоролорға тейеш. Был программаның һәм дәреслектәргә һайлап индерелгән материалдың төп үҙенсәлеге. Әйтелгәнгә бәйләнешле баланың һаулығын һаҡлау көнүҙәк проблема булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыу кәрәк. Уҡыу процесында был йәһәттән уҡыу материалын балаға еткереүҙе психологик комфорт атмосфераһы тыуҙырып, ҡыҙыҡһындырыусы эске мотивтар булдырып, уйнатып-уйландырып ойоштороу зарур.

Беренсе класҡа килгән балалар араһында әҙерлек кимәле төрлөсә була. Ҡайһы берәүҙәре балалар баҡсаһында мәктәпкәсә

йәштәге балаларҙы тәрбиәләү һәм үҫтереү программаһы буйынса махсус әҙерлек үткән, икенселәре тик өйҙә атай-әсәй йәки өләсәй-олатай янында, өй шарттарында ғына тәрбиәләнгән. Төрлө сәбәптәр менән беренсе класҡа төрлө йәштәге балалар килеп эләгә. Ошоно иҫәпкә алып, программа материалы төрлө әҙерлек кимәлен күҙ уңында тотоп эшләнде. Грамотаға өйрәтеү материалы мәктәпкә тиклем уҡый белеп килгән һәм хәреф танымаған балаға яраҡлаштырылды.

1-се кластан 4-се класҡа тиклем программа ауырлығы, күләме яғынан яйлап үҫә барыу принцибына ҡоролған. Тел ғилеменә ҡағылышлы булған теоретик төшөнсәләр ( өн, хәреф, ижек, баҫым, һүҙ төркөмдәре һ.б.)дәрестә балаға уйын формаһында еңелләштерелеп бирелә.

Программала ҡаралған телмәр эшмәкәрлегенә өйрәтеү ҡайһы бер балаларҙыһ тыңлау һәм ишетеү һәләтенең түбән йәки бөтөнләй юҡ кимәлдә булыуын иҫәпкә алыуҙы талап итә. Ошоно күҙаллап, программала әлифбаға тиклемге осор оҙайлыраҡ итеп бирелгән. Өндәр системаһын өйрәнеү, өндәр менән эш итеүгә иғтибарҙы күберәк бүлеү баланы тиҙерәк уҡырға һәм грамоталы яҙырға нигеҙ һалыусы төп шарт булып тора.

Программа 1-4 -се кластарҙа дөрөҫ, грамоталы яҙыуҙы ғына бурыс итеп ҡуймай. Һөйләү һәм яҙма телмәр формалаштырыу, предмет өлкәһендә белем биреү, шәхес булараҡ тейешле кешелек сифаттары тәрбиәләү, универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәтеү- программаның төп йүнәлештәре булып тора.



Башҡорт теле дәрестәрендә эшмәкәр шәхес тәрбиәләү



Эшмәкәр шәхес кем ул?

Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын дөйөм белем биреү хөкүмәт стандартының төп талаптарының береһе булып баланы шәхес итеп формалаштырыу тора. Был йүнәлештә уҡытыу эшен ойоштороу - төп талаптарҙың береһе.

Шәхес - ул:

-туған теленең фәнни-теоретик нигеҙҙәрен (йәшенә ярашлы) белгән, уның төп үҙенсәлектәрен тәрән тойомлаған, үҙ телендә иркен аралашҡан;

- белем алыуға үҙенә кәрәк мәғлумәтте үҙ аллы эҙләү һәм уға эйә булыу һәләте булған;

- мәҙәниәтле аралашыу оҫталағына эйә булған; һөйләшеү маҡсатын күҙ уңында тотоп, әңгәмәсеһенә үҙ фекерен аныҡ итеп еткергән; уны иғтибар менән тыңлаған һәм ҡабул иткән;

- мәктәптә алған белемде тормош шарттарында ҡулланыуға һәләтле булған; алған белемде стандарт булмаған ситуацияларҙа файҙалана белгән;

- хаталаныуҙан ҡурҡмаған, ышаныслы эш иткән; яңылышҡанда эшләнгән хаталарҙың сығанағын асыҡлай һәм анализлай белгән, уларҙы булдырмау юлдарын билдәләп, хата эшләнгән эштәрҙән фәһем ала белгән;

-үҙен уратып алған һәр объектҡа, күренешкә үҙ фекере, ҡарашы булған;

-социаль-әхлаҡи ҡанундарға эйә булған; кеше ҡайғыһын, зарын аңлай белгән; яҡындарының ҡайғы-шатлыҡтарын уртаҡлаша алған; тотороҡло рухлы, эмоциональ, матур эске мәҙәниәтле; башҡа милләт халҡына ихтирамлы, уларҙың теленә, мәҙәниәтенә иғтибарлы булған алдынғы ҡарашлы кеше.



«Башҡорт теле»нә (грамотаға өйрәтеүгә) уҡыу планында сәғәттәр бирелеше.



Уҡытыу башҡорт телендә ойошторолған мәктәптәргә тәҡдим ителгән уҡыу программаһында «Башҡорт теле» нә (грамотаға өйрәтеүгә) аҙнаға 5 дәрес иҫәбенән (22аҙна) 110 сәғәт, Меңйетәр ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 2016-2017-се уҡыу цылына төҙөлгән уҡыу планында ла аҙнаға 5 дәрес иҫәбенән (22 аҙна) 110 сәғәт бирелә. 2016-2017 -се уҡыу йылы календары буйынса был эш программаһы 106 сәғәт иҫәбенән төҙөлдө.

Грамотаға өйрәтеү-106 сәғәт.

Хәреф өйрәнеүгә тиклемге осор:аҙнаға-5 сәғәт, бөтәһе 25 сәғәт;

Хәреф өйрәнеү осоро: аҙнаға 5 сәғәт, бөтәһе 81 сәғәт.









Программа

Грамотаға өйрәтеү

Әлифба



Грамотаға өйрәтеү -106 сәғәт:

-баланы уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү; тел, телмәр һәм әҙәбиәт ғилеме тураһында башланғыс төшөнсәләр биреү;

-һөйләү һәм яҙма телмәр курсының төп маҡсаты - уҡыусыны тәү башлап уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү. Ошо процесс нигеҙендә бала уҡыу эшмәкәрлеген үҙләштерә башлай, белем алыу оҫталығына өйрәнә.

Грамотаға өйрәтеү осоронда түбәндәге мәсьәләләр ҡуйыла:

-телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу; телмәр һәм һөйләү сараларының йәшәйештәге әһәмиәтенә төшөнөү;

-уҡыу материалы, төрлө әҙәби әҫәрҙәр йөкмәткеһе нигеҙендә тирә-яҡ мөхитте, йәмғиәтте өйрәнеү, кешене танып белеү, белем алыу;

-уҡыуға ҡыҙыҡһыныу, әүҙемлек тәрбиәләү, грамотаға өйрәтеү осоронда универсаль уҡыу эш алымдарына өйрәтеү;

-башҡорт грамотаһына өйрәтеүҙе рус теле һәм уҡыу, тирә-яҡ тәбиғәтте өйрәнеү, һ.б. предметтар менән тығыҙ бәйләнештә (интеграция) алып барыу.

1. Телмәр эшмәкәрлеге.

Телмәр тураһында төшөнсә. Һөйләү телмәре һәм яҙыу телмәре; телмәрҙең ғәмәли ҡулланылышы: мәғлүмәт биреү, аралашыу, мөнәсәбәт ҡороу.

Тыңлау. Әйткәнде, һөйләгәнде ишетеү, тыңлау һәм унан тейешле мәғлүмәтте айырып ала белеү. Һөйләнгән текстан төп фекерҙе аныҡлау. Кәрәкле уҡыу материалын иғтибарлы тыңлау, унда әйтелгәнгә ярашлы эш итеү.

Уҡыу. Хәреф таныу. Тәү башлап уҡып өйрәнеү. Һүҙҙәр, һөйләмдәр, текст уҡыу. Аңлы уҡыу. Тасуири уҡыу. Уҡыу универсаль эш алымы, мәғлүмәт алыу ысулы.

Һөйләү. Аралашыу маҡсатына ярашлы итеп тел сараларын, формаларын (диалог, монолог, дискуссия) һайлау. Үҙ-ара һөйләшеү (диалог) ҡороу һәләтен камиллаштырыу.

Телмәр мәҙәниәте. Бер-береңә өндәшеү, һөйләшеү үҙенсәлектәре: уҡытыусы, класташтар, яҡын туғандар, таныш булмаған кешеләр менән; һөйләшеү урыны, ваҡыты менән бәйле ситуацияларҙа аралашыу. Телмәрҙең йөкмәткеһе һәм формаһы.

Телмәр ситуациялары: хәбәр итеү (иғлан), өндәшеү, саҡырыу, һорау, үтенеү, бәхәс, әңгәмә (диалог) һ.б. Тел саралары: баҫым, тон, пауза, тауыш көсө, тауыш тембры, мимика, ишара.

Әңгәмәсе менән аралашыу уңышлы булһын өсөн шарттар булдырыу, этикет ҡағиҙәләрен үтәү: кешенең әйткәндәрен хуплау, уның фекерен, тәҡдимдәрен иғтибар менән бүлдермәй тыңлау, ҡәтғи рәүештә уның әйткәненә ҡаршы сыҡмай - ҡабул итеү һәм үҙенең уйлағандарын бик итәғәтле итеп ҡыҫҡа ғына әйтеп биреү һ.б.; мәҙәниле аралашыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү. Телдең орфоэпик формалары (термин ҡулланмайынса -ҡайһы бер һүҙҙәрҙең әйтелеше).

Яҙыу. Хәрефтәрҙе яҙыу, һүҙҙә уларҙы бер-береһе менән дөрөҫ тоташтырыу; һүҙ һәм һөйләмдәрҙе бирелгән текстан дөрөҫ итеп күсереп яҙыу, шулай уҡ әйттереп яҙҙырғанда тейешле каллиграфия нормаларын үтәү; ишеткән телмәрҙе, уҡылған тексты һүҙмә-һүҙ йәки ҡыҫҡартып яҙыу; унан тейешле мәғлүмәтте генә һайлап алып яҙма рәүештә теркәү; бәләкәй генә текстар (иғлан, хат, ҡотлау, әкиәт, хикәйә һ.б.) төҙөү. Яҙма телмәр саралары. Әҫәр жанрҙары: әкиәт, хикәйә, шиғыр, йыр, мәҡәл (әйтем), йомаҡ, тиҙәйткес, әйтеш, һанашмаҡ һ.б. Уларҙы яҙыу, һөйләү һәм уҡыу.

Шиғыр. Уның исеме, авторы, геройҙары. Уны һөйләү, уҡыу үҙенсәлектәре. Халыҡ һәм автор әкиәттәре.

Яҙма телмәрҙе тыуҙырыу. Уны уҡыу һәм тыңлау. Яҙма телмәрҙә ҡапма-ҡаршы мәғәнәле (антонимдар), бер үк мәғәнәне аңлатҡан һүҙҙәр (синонимдар).

2.Тел ғилеме.

Һүҙ тураһында башланғыс төшөнсәләр. Предмет һәм һүҙ.

Һүҙҙең исем атау функцияһы. Уның телмәрҙәге әһәмиәте. Кеше исеме, телмәрҙәге әһәмиәте. Кеше исемен, фамилияһын белдергән һүҙҙәр.

Предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Һүҙбәйләнеш. Уларҙы график тамғалау.

Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр. Һүҙбәйләнеш. График тамғалау.

Һөйләм. Уның схемаһы. Һөйләм башы, аҙағы һәм уның аҙағында тыныш билдәләре (нөктә, һорау, өндәү).

Йыйнаҡ һәм киңәйтелгән һөйләмдәр. Һөйләмде тулыландырыу, һүҙ өҫтәү.

Текст. Уның мәғәнәһе, төп фекер. Уны тыңлау, һөйләү.

Ярҙамсы һүҙҙәр. Уларҙың һөйләмдәге әһәмиәте.

Һүҙ һәм өн. Өн тураһында төшөнсә. Һүҙҙе әйтеү, тыңлау, тамғалау. Һүҙҙең өн моделе. Һуҙынҡы, тартынҡы өндәр. Нәҙек, ҡалын өндәр. Яңғырау, һаңғырау тартынҡы өндәр.

Ижек. Баҫым. Һөйләү, һөйләшеү, аралашыу мәҙәниәте.

Хәреф. Хәреф - өндөң тамғаһы. Алфавит. Алфавит хәрефтәрен өйрәнеү. Уны ҡулланыу мөмкинселектәре.



Грамотаға өйрәтеү программаһын үҙләштереү



Грамотаға өйрәнеү процесында уҡыусы өйрәнергә тейеш:

1 кимәл. Балала шәхси сифаттар үҫтерергә:

Уҡыусы статусын ҡабул итергә, уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнергә. Тыуған илгә, ергә, телгә, яҡын кешеләргә һөйөү тәрбиәләргә. Эшләгән эштәр, ҡылыҡ-фиғел өсөн яуаплылыҡ тойорға. Һау-сәләмәт йәшәйеш булдырырға.

2 кимәл. Предмет буйынса белем алырға:

- тел берәмектәрен айыра белергә (һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм, өн, хәреф)

-һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләмде график-символик тамға ярҙамында тамғаларға,

- уҡырға (минутына 40-45 һүҙ)

-хәрефтәрҙе тейешле каллиграфик режимда яҙырға, уларҙы бер-береһе менән дөрөҫ тоташтырырға,

- һүҙ, һөйләм, текст уҡырға һәм яҙырға,

- 3-4, 5-6 хәрефтән торған ябай ғына һүҙҙәрҙе грамоталы яҙырға,

- һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәләрен белергә.

3-сө кимәл. Универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәнергә:

-уҡытыусыны тыңларға, уның әйткәнен ишетергә;

-өндәрҙе әйтергә, тыңларға, сағыштырырға, анализларға;

-уҡытыусыға һорау бирергә, белешмә алырға;

-икешәрләп йәки төркөмләп класташтары менән эшләргә;

-диалог барышында һөйләшеүҙә ҡатнашырға, уның темаһын күҙ уңында тотоп, үҙ фекерен әйрергә, кешенекен тыңларға;

-дәрестең темаһына ярашлы уҡыу мәсьәләһе ҡуйырға, уны сисеү маҡсатында тикшереү эшендә әүҙем ҡатнашырға;

-график-символик һыҙмаларҙы танырға: һүҙҙең өн (хәреф) моделен, һөйләмдең һыҙмаһын төҙөргә һәм уҡырға;

-уҡыу һәм яҙыуҙы мәғлүмәт, белем алыу мөмкинселеге итеп ҡулланырға.











«Башҡорт теле» предметына уҡыу планында сәғәттәр бирелеше.



Уҡытыу башҡорт телендә ойошторолған мәктәптәргә тәҡдим ителгән уҡыу программаһында «Башҡорт теле» нә 1-се класҡа аҙнаға 3 дәрес иҫәбенән (11 аҙна) 33 сәғәт бирелә. Меңйетәр ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 2016-2017 -се уҡыу йылына төҙөлгән уҡыу планында ла аҙнаға 3 сәғәт иҫәбенән (11 аҙна) 33 сәғәт бирелә. 2016-2017 уҡыу йылы календары буйынса был эш программаһы 33 сәғәт иҫәбенән төҙөлдө.



1-се класс



Уҡыу йылына - 33 сәғәт (аҙнаға 3 сәғәт):

III-сирек-5 аҙна х 3 сәғәт, бөтәһе 15сәғәт,

IV сирек-5 аҙна х 3 сәғәт, бөтәһе 15 сәғәт.

Уҡыу йылының икенсе яртыһында «Башҡорт теле» курсын өйрәнеү программаһына ярашлы I-II сиректә грамотаға өйрәнеү осоронда алған уҡыу , яҙыу күнекмәләрен шымартыу, тел төшөнсәләрен, уға хас күренештәрҙе, ҡанундарҙы тәү башлап өйрәнә башлау һәм тәүге ярты йыллыҡта төҫмөрләнә башлаған универсаль уҡыу эш алымдары оҫталығын артабан үҫтереү маҡсаты ҡуйыла.

Уҡыу йылының тәүге ярты йыллығында телмәр эшмәкәрлеге өлкәһендә өлгәшкән күрһәткестәр 1-се класс аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләргә ярашлы артабан камиллаштырыуҙы талап итә.

«Башҡорт теле»н өйрәнеү осоронда түбәндәге мәсьәләләр ҡуйыла:

баланың тәү башлап уҡырға, яҙырға өйрәнеү күнекмәһен, оҫталығын артабан үҫтереү;

тел ғилеме өлкәһендә алған башланғыс төшөнсәләрҙе аңлы эшкәртеү процесын әүҙемләштереү;

һөйләү, яҙма телмәрҙе ғәмәли ҡулланыу;

универсаль уҡыу эш алымдарын үҙләштереүҙе интенсивлаштырыу.

I.Телмәр эшмәкәрлеге

Телмәрҙе тынлау, ишетеү, анлау.

Кешенен өндәшеүен тынлау, төшөнөү, ситуацияға ярашлы ҡабул итеү һәм эш итеү.

Уҡыу. Уҡыу оҫталығын шымартыу. Аңлы, шыма уҡыу. Тасуири уҡыу. Уҡыу күнекмәһен мәғлүмәт, белем алыу сығанағы итеп ҡулланыу.

Һөйләү телмәрен белем алыу сығанағы итеп ҡуллана белеү. Аралашыу оҫталығы башланғысын артабан үҫтереү.

Телмәр этикетына өйрәнеүҙе дауам итеү. Һөйләмде дөрөҫ төҙөп һөйләшеү. Һөйләмде дөрөҫ интонация менән, таҙа, дөрөҫ итеп әйтеү. Ниндәйҙер предмет, күренеш, хәл-ваҡиғаға ярашлы мәғлүмәт алыу маҡсатында һорау һөйләм төҙөргә өйрәнеү. Һорауҙы әнгәмәсенә биреп, унын яуабын анализлау.

Яҙма телмәр. Бәйләнешле яҙма телмәр төҙөү оҫталығына өйрәнеү өлкәһендәге башланғыс күнекмәләрҙе үҫтереү.

Һөйләм һәм текст төҙөлөшө. Һөйләм төҙөү. Фәнни-популяр текст, иғлан, белдермә, ҡотлау һүҙҙәре (открытка яҙыу). Ҡыҙыл юл, абзац төшөнсәһе.

Синоним, антоним менән танышыу. Һүҙҙең күп мәғәнәлелеге.

Матур яҙыу. Дәрестә 5-6 минут ваҡытты дөрөҫ каллиграфия менән яҙыуға бағышлау. Юл һәм баш хәрефтәрҙең яҙылышына даими күнекмәләр үткәреү, камиллаштырыу. Һүҙлек һүҙҙәрен яҙыу. Контроль күсереп яҙыу.

II.Тел ғилеме

Һөйләм. Һүҙҙәр теҙмәһе, йыйылмаһы, мәғәнә. Һүҙбәйләнеш. Һөйләмде сағыштырыу. Һөйләмгә хас үҙенсәлектәр (мәғәнә-фекер, интонация). Әйтелеү маҡсатына ҡарап, һөйләм төрҙәрен үҙләштереү: хәбәр, һорау, өндәү.

Һөйләмде дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре: баш хәреф, аҙағында тыныш билдәләре.

Һүҙ. Һүҙ төркөмдәре. Предметтың атамаһын, хәрәкәтен, билдәһен белдергән һүҙҙәр. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ предмет атамалары(исемдәр). Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе баш хәрефтән яҙыу.

Алфавит. Унда хәрефтәр тәртибе. Алфавитты ғәмәли ҡулланыу.

Өн. Хәреф. Һүҙҙең өн структураһы һәм мәғәнәһе араһындағы бәйләнеш.

Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Ижек. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү өсөн ижеккә бүлеү. Нәҙек, ҡалын һуҙынҡылар. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу. Орфограммалар.



  1. Универсаль уҡыу эш төрҙәре



Уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнеү. Үҙ аллы белем алыу, мәғлүмәтле булыу. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу. Маҡсатты күҙаллау. Эште планлаштырыу. Тикшереү эше ойоштороу. Уҡыу объекттарын күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау. Эшләнелгән эшкә байҡау яһау. Эште баһалау.

1-се класс аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр



«Башҡорт теле» программаһын өйрәнеү процесында уҡыусы өйрәнә:



  1. Предмет буйынса белем алыуҙа



-һүҙҙәрҙе мәғәнәүи яҡтан төркөмләргә (предметтын атамаһын, билдәһен, хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр);

-һөйләм төрҙәрен билдәләргә(хәбәр, һорау, өндәү) һәм уларҙы тейешле интонация менән уҡырға; һөйләмде дөрөҫ яҙырға(баш хәреф, аҙағында-тыныш билдәләре);

-үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙе айыра, таный белергә; һөйләмде күсереп яҙғанда ярҙамсы һүҙҙәрҙе(да-дә, та-тә, ла-лә; ғына-генә, ҡына-кенә) билдәләргә һәм дөрөҫ яҙылышын аңлата белергә;

-предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәрҙе уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәргә айыра белергә; кешенен исемен, фамилияһын, ер-һыу атамаларын, хайуан ҡушаматтарын баш хәрефтән яҙырға;

-өндәрҙе һуҙынҡы, тартынҡыларға айырырға, нәҙек-ҡалын һуҙынҡыларҙы, парлы яңғырау-һаңғырау, парһыҙ яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларҙы дөрөҫ билдәләргә, график рәүештә тамғаларға;

-һүҙҙен(3-4, 5-6 өндән торған өн моделен төҙөргә;

-6-7, 7-8 һөйләмдән торған(30-35 һүҙ) тексты күсереп яҙырға;

-25-30 һүҙҙән торған тексты диктант итеп яҙа белергә;

-һүҙҙе ижеккә бүлергә, уны юлдан юлға күсерә белергә;

-о-ө, у-ү, э(һүҙ башы) хәрефтәре; йә, йө, йү, йе(һүҙ уртаһы) йо, йы ҡушымсалары булған һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға; һүҙ башында я, е, ё, ю хәрефтәре менән булған 2-3, 3-4 хәрефтән торған һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға; тартынҡы өндөн аҙағында килгән нәҙеклек билдәһен(ь) рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә(3-4, 4-5 хәрефле) дөрөҫ яҙыу.



2. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереүҙә

-уҡытыусыға, класташына, өлкәндәргә үтенес менән өндәшергә;



-уҡыу объектын өйрәнеү процесында күҙәтергә, сағыштырырға, анализларға һәм һығымта яһарға;

-аралашыу оҫталығын шымартыу: тыңларға, яуап бирергә, һорарға, кеше фекерен ихтирам итергә, үҙеңдекен-яҡларға;

-диалог, монолог ҡора белергә;

-мәғлүмәт алыу сығанаҡтары менән эш итә белергә; алған мәғлүмәтте эшкәртә белергә, маҡсатҡа ярашлы ҡулланырға;

-мәғлүмәт алыу маҡсатында һорау һөйләм ҡорорға;

-парлап, төркөмдә эшләгәндә этикет ҡағиҙәләрен күҙәтергә; эште планлаштырырға, уны тормошҡа ашырырға;

-3-4, 4-5 һөйләмдән торған иғлан, ҡотлау, белдермә(записка) яҙа белергә.



Шәхси сифаттарҙы үҫтереүҙә



-уҡыу процесында белем алыуға яуаплы ҡарарға; тиҫтерҙәре, уҡытыусыға ҡарата ихтирамлы булырға;

-мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡарарға;

-Тыуған ил, ер, тел төшөнсәләре тураһында ҡайғыртыусан булырға;

-һау-сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштерергә.

2-се класс



Уҡыу йылына -102сәғәт(34 аҙна х 3 сәғәт)

2-се класта «Башҡорт теле»н өйрәнеү курсы тел ғилемен, телмәр эшмәкәрлеген үҙләштереүҙе артабан дауам итеү, туған тел аша донъяны танып белеү һәм социаль өлкәлә аң-белем алыу, мәҙәниәтле шәхес итеп тәрбиәләү маҡсатын ҡуя.

Күрһәтелгән маҡсаттарға ирешеү өсөн, түбәндәге ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк:

-лексика, фонетика, грамматика, синтаксис, орфография, пунктуация, телмәр үҫтереү өлкәһендәге белемдәрҙе, оҫталыҡты артабан нығытыу, кинәйтеү;

-коммуникатив компетентлыҡ: грамоталы яҙыу һәм уҡыу, диалогта ҡатнашыу, монологтар төҙөү һәм һөйләү;

-туған телгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, уны теләп өйрәнеү.



Программа йөкмәткеһе



I. Графика. Хәреф һәм өн. Яя, Ее, Ёё, Юю хәрефле һүҙҙәр. Һүҙҙең өн моделе менән тамғаланышы. Уларҙың хәреф менән яҙылышы.

График тамғалар: һүҙҙәр араһында ара ҡалдырыу, юлдан юлға күсереү тамғаһы (дефис), ҡыҙыл юл (абзац).

II. Морфология. Һүҙ төркөмдәре. Предметтың атамаһы. «Кем?» һәм «Нимә?» һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр. Уларҙың мәғәнәһе, телмәрҙә ҡулланылышы. Кешенең исем-фамилияһын, хайуандарҙың ҡушаматтарын, ер-һыу атамаларын белдереүсе һүҙҙәр.

Предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Уларҙың мәғәнәһе. Ни эшләй? (бөгөн, хәҙер, ошо мәл), ни эшләне?(кисә), ни эшләр? ни эшләйәсәк ?(иртәгә, киләсәктә) һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.

Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр. Уларҙың мәғәнәһе. «Ниндәй?» һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр.

Ярҙамсы һүҙҙәр:һәм, менән; да-дә, ҙа-ҙә, та-тә, ла-лә; ғына-генә, ҡына-кенә. Уларҙың айырым торғанда мәғәнә аңлатмауы. Ярҙамсы һүҙҙәрҙең телмәрҙә ҡулланылышы.

III.Һүҙъяһалыш. Тамырҙаш һүҙҙәрҙе уҡыу, яҙыу («тамыр», «ялғау» төшөнсәһе (термины) бирелмәй.

IV. Синтаксис. Һөйләм, һүҙбәйлйнеш, һүҙ (уларҙың оҡшашлығы, айырмаһы). Һөйләмде әйтеү маҡсаты. Һөйләмдә интонация. Хәбәр һөйләм. Һорау һөйләм. Өндәү һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә, хәбәр. Эйәрсән киҫәктәр.

V. Орфография һәм пунктуация. Дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәләрен өйрәнеү һәм ғәмәли ҡулланыу. Баш хәреф. Һөйләм башы. Кешенең исем-фамилиялары. Хайуан ҡушаматтары. Ер-һыу атамалары. Ике кешенең һөйләшеүен диалог формаһында яҙыу. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр аҙағында тыныш билдәләре. Һөйләмдә һаналып киткән һүҙҙәр араһында тыныш билдәләре. Уу-Үү, Оо-Өө, Ээ, Ыы хәрефле һүҙҙәр. Йә, йө, йү, йе һәм йо, йы ҡушымсалы һүҙҙәр. Ике өндө белдергән хәрефле (Яя, Ее, Ёё,Юю) һүҙҙәр. Һүҙ башында [уы],[уэ] өндәре (в хәрефе).

VI. Телмәр үҫтереү. Аралашыу ситуацияһы. Уға ярашлы һөйләшеү ҡороу. Текст. Тексты таныу. Текстын исеме, уның һөйләмдәренең мәғәнәи бәйләнеше. Текст абзацтары һәм уларҙың мәғәнәүи эҙмә-эҙлеклеге. Текст төҙө. Диалог (әнгәмә, бәхәс). Монолог (үҙ аллы һөйләнеү, сығыш яһау, иғлан, доклад). Аралашыу этикеты (сәләм биреү, хушлашыу, ғәфү үтенеү, рәхмәт белдереү, үтенес менән өндәшеү).

VII. Универсаль эш төрҙәренә өйрәнеү.

Үҙ аллы белем алыу оҫталығына өйрәнеү. Уҡыу эшмәкәрлеге(маҡсатты күҙаллау, уҡыу материалы менән ҡыҙыҡһыныу, эште планлаштырыу, уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу, эҙләнеү эше, рефлексия, контроль). Аралашыу мәҙәниәте.

Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр

«Башҡорт теле» программаһын өйрәнеү процесында уҡыусы өйрәнә:

-һүҙҙәрҙе мәғәнәһе буйынса төркөмләргә. Уларға тейешле һорау ҡуйырға. Предметтың атамаһын, хәрәкәтен, билдәһен белдереүсе һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙе һөйләү һәм яҙма телмәрҙә урынлы ҡулланырға;

-һүҙҙәрҙең өн моделен төҙөргә һәм уны хәрефтәр менән яҙырға;

-һөйләмдәр төҙөргә (телдән һәм яҙма), уларҙы тейешле һүҙ өҫтәп тулыландырырға;

-һөйләмдәрҙе әйтелеү маҡсатына ҡарап хәбәр, өндәү, һорау һөйләмдәргә айырырға. Уларҙы тейешле интонация менән уҡырға;

-һөйләмдең эйәһен, хәбәрен (баш киҫәктәрен) айыра белергә;

-башҡорт теленең дөрөҫ яҙылыш ҡанундарын, ҡағиҙәләрен үҙләштерергә:Уу-Үү, Оо-Өө, Ээ(е), Ыы хәрефле һүҙҙәр, һүҙҙә йә, йө, йү, йе(һүҙ уртаһы), йо, йы ҡушымсалары, һүҙ башында Яя, Ее,Ёё,Юю хәрефтәре, һүҙ башында В хәрефе, ярҙамсы һүҙҙәрҙен (һәм, менән; да-дә, ҙа-ҙә; та-тә, ла-лә; ғына-генә, ҡына-кенә) айырым яҙылышы. Һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәһе (нөктә, һорау, өндәү) ҡуйырға. Кеше исем-фамилияларын, хайуан ҡушаматтарын, ер-һыу атамаларын һәм һөйләмдең башындағы һүҙҙе ҙур хәрефтән яҙырға;

-8-10 һөйләмдән торған (35-40һүҙ)тексты күсереп яҙырға;

-30-35 һүҙҙән торған тексты диктант итеп яҙа белергә; һүҙҙе ижеккә бүлергә, уны юлдан юлға күсерә белергә;

-тексты анлы уҡырға һәм унын йөкмәткеһе менән бәйләнгән эштәрҙе эҙмә-эҙлекле үтәргә. Уның нигеҙендә ҡоролған һөйләшеү йәки тикшереү эштәрен үтәргә;

-уҡыу ситуацияһына ярашлы диалогта ҡатнашырға.



Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереүҙә



-үҙ аллы уҡырға, мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырырға: белемде, мәғлүмәтте эҙләү күнекмәләре булдырырға (һорау, белешеү,мәғлүмәти сығанаҡтар менән эш һ.б.); тикшеренеү-эҙләнеү эшен планлаштырырға; парлап, төркөмләп, команда менән эшләргә;

-алған мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәргә;

-билдәләмә, ҡағиҙә, алгоритм, һығымта һ.б. График схема, модель, таблица ярҙамында теркәргә;

-диалог ҡорорға, уҡыу материалын тикшерергә, анализларға, һығымта яһарға;

-мәҙәниле аралашыу этикетына өйрәнергә: әңгәмәсене тынлай, хуплай белергә, аңламағаныңды итәғәтле итеп һорашырға, яуап алырға, һәм рәхмәтеңде белдерергә; үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткерергә, уны яҡлай белергә.



Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендә



-үҙ аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға;

-тиҫтерҙәренә, уҡытыусыға, ата-әсәһенә ҡарата ихтирамлы булырға;

-мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булырға;

-Тыуған илде яратырға; ерҙе, телде, һаҡларға;

-һаулыҡты һаҡларға;

-тиҫтерҙәреңә, уҡытыусыларға, яҡындарыңа, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға

3-сө класс



Уҡыу йылына-102 сәғәт

(34 аҙна х 3 сәғәт)

3-сө класс «Башҡорт теле» программаһы башҡорт теленең үҙенсәлектәрен, дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү; телдең теге йәки был күренештәрен өйрәнеү, телмәр мәҙәниәтен камиллаштырыу маҡсатын ҡуя. Ижади эштәр күләмлерәк һәм йөкмәткелерәк йүнәлеш ала. Был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе бурыс итеп ҡуя:

-лексика, фонетика, грамматика, синтаксис, орфография, пунктуация, телмәр үҫтереү өлкәһендәге белемдәрҙе, оҫталыҡты артабан нығытыу, киңәйтеү;

-матур һәм тиҙ яҙыу күнекмәләрен артабан үҫтереү;

-грамоталы яҙыу һәм уҡыу, диалогта ҡатнашыу, монологтар төҙөү һәм һөйләү, шиғыр, әкиәт, хикәйә ижад итеү;

-"Әҙәби уҡыу» дәрестәре менән предмет-ара бәйләнеш булдырыу: сағыштырыу, йәнләндереү сараларын ҡулланып, тасуирлап яҙыу; теге йәки был күренешкә, кешеләр мөнәсәбәтенә, ҡылыҡ-фиғелдәренә ҡарашынды, фекереңде белдереү күнекмәләрен сифатлыраҡ кимәлгә күтәреү.

Программа йөкмәткеһе



1. Фонетика һәм орфография. Өндәр һәм хәрефтәр. Һүҙ моделе. Нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар. Һуҙынҡылар таблицаһы. Тартынҡылар. Уларҙың таблицаһы. Яңғырау-һаңғырау тартынҡылар. Талғын (сонор) өндәр. Һүҙҙә сиратлашып килгән тартынҡылар (теләк-теләге, тараҡ-тарағы, китап-китабы). Нәҙек һәм ҡалын әйтелешле һүҙҙәр. Һүҙҙең өн-хәрефенә (фонетик) анализ.

II. Һүҙ составы (морфемика). Һүҙ составы (тамыры һәм ялғауҙары). Тамырҙаш һүҙҙәр. Уларҙың тамыры. Яһаусы, үҙгәртеүсе ялғауҙар.

Һүҙъяһалыш. Ҡушма һүҙҙәр. Ҡушылып яҙылыусы ҡушма һүҙҙәр. Уларҙың һыҙыҡса аша яҙылышы. Ҡушма һүҙҙәрҙә нәҙек һәм ҡалын айырыу билдәләренен яҙылышы. Һүҙ составы буйынса анализ.

III. Орфография һәм пунктуация. Ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы. Ялғауҙарҙың ҡушылып яҙылыуы. Ялғау ҡушҡанда бер иш ҡуш тартынҡыларҙың барлыҡҡа килеүе.

Тамыр һүҙҙәрҙәге о-ө, ы-е хәрефтәренең ялғау ҡушҡанда ла һаҡланыуы. Оо-Өө, Ыы-Ее хәрефтәренең тамыр һүҙҙәрҙә яҙылмау осраҡтары. Нәҙеклек билдәһенә бөткән һүҙҙәрҙә ялғауҙарҙың яҙылышы.

Грамоталы күсереп яҙыу. Диктант, өйрәтмә изложение, мини инша.

IV. Синтаксис. Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе айырыу. Уларҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтары. Һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатыу. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен үҙләштереү. Һөйләү маҡсатына ҡарап, һөйләмдәрҙе өс төргә айырыу: хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр. Һөйләмден баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Һөйләмден тин киҫәктәре. Һөйләмгә синтаксик анализ.

V. Морфология. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре. Ярҙамсы һүҙҙәр.

Предметтың атамаһы. Уны һөйләмдә ҡулланыу. Исемдең һорауҙары. Яңғыҙлыҡ исемдәр. Кеше исем-фамилияларының, хайуан ҡушаматтарының, ер-һыу атамаларының, китап, газета-журнал атамаларының баш хәрефтән яҙылыуы. Мәғлүмәт алыу ысулдары. Күренекле кешеләр тураһында белешмә алыу, улар тураһында текст төҙөү. 6-7 балалар яҙыусыһының исем-фамилияһын белеү.

Билдәне белдергән һүҙҙәр. Уларҙың исем алдынан килеүе, һөйләмдә аныҡлаусы ролен үтәүе.

Хәрәкәтте белдергән һүҙҙәр. Һөйләмдә уларҙы таныу, график моделен һыҙыу. Уларҙың һөйләмдә хәбәр ролен үтәүе.

Ярҙамсы һүҙҙәр. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.

VI. Лексика. Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Омонимдар, синонимдар, антонимдар. Нығынған һүҙбәйләнештәр менән һөйләмдәр төҙөү.

VII. Телмәр һәм уның төрҙәре. Һөйләү телмәре. Диалог. Әңгәмәләшеүсе менән диалог ҡороу. Аралашыу оҫталығын шымартыу. Монолог. Уны һөйләү оҫталығы. Эске телмәр. Ым-ишара. Уйлау, хыял итеү.

Хикәйә. Әкиәт. Шиғыр. Тексты логик яҡтан тамамланған өлөштәргә бүлеү. Уларға исем ҡушыу. Абзац. Ҡыҙыл юл. Бәләкәй күләмле хикәйәләр (текст) ижад итеү. Тексҡа ҡарата 4-5 һөйләмдән торған баһалама яҙыу. Әкиәт. Был жанрға хас үҙенсәлектәр. Әкиәт ижад итеү. Шиғыр төҙөлөшөн өйрәнеү. Шиғыр яҙыу үҙенсәлектәре. Шиғырҙы күсереп яҙыу ҡағиҙәләре.

Телмәр үҫтереү. Телмәр мәҙәниәте. Темаға ярашлы тәбиғәт объекттары, күренештәре хаҡында мажаралы, шулай уҡ ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында 5-6 һөйләмдән торған хикәйә йәки әкиәт төҙөү.

Тексҡа план төҙөү. Текстын өлөштәре һәм һөйләмдәр араһында мәғәнәүи эҙмә-эҙлеклелек. Текстың идея-тематик йөкмәткеһе. Текстың төҙөлөшө(баш һүҙ, төп өлөш, йомғаҡлау).

Әҙер йәки коллектив төҙөгән план буйынса хикәйәләү. Бирелгән тексты(50-60 һүҙ) изложение итеп яҙыу. Хикәйә ижад итеү. Инша яҙыу (65-7 һүҙ).



Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр



3-сө класс аҙағына «Башҡорт теле» программаһын өйрәнеү процесында уҡыусы өйрәнә:

1.Предмет буйынса белем алыуҙа

-һүҙҙең өн моделенә ярашлы һүҙ уйлап табырға;

-һүҙҙең өлөштәрен(тамыр һәм ялғау, яһаусы ялғау һәм яһалма һүҙ) айырырға;

-тамырҙаш һүҙҙәрҙе танырға. Уларҙы башҡа оҡшаш һүҙҙәрҙән айырырға;

-тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәр һәм хәрефтәр, парлы-парһыҙ, яңғырау-һаңғырау, сонор тартынҡы өндәр, һүҙҙә сиратлашып килеүсе тартынҡылар тураһында һөйләй белергә;

-һүҙгә фонетик анализ яһай белергә;

-ҡушма һүҙҙәрҙе танырға, уларҙын дөрөҫ яҙылышын анлата белергә;

-үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе танырға һәм уларға дөрөҫ ялғау ҡуша белергә;

-һүҙ төркөмдәрен(предметтың атамаһын, билдәһен хәрәкәтен белдергән һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙе)таба белергә;

-һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен айыра белергә;

-сюжетлы һүрәт, һорауҙар, терәк һүҙҙәр ярҙамында хикәйә, әкиәт ижад итергә.



2.Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереүҙә



-үҙ аллы белем алырға, мәғлүмәт йыйырға һәм уларҙы ҡуллана белергә;

-дәрес барышында уҡытыусы менән берлектә эшләргә; дәрескә маҡсат ҡуйырға һәм уны дәрес һуҙымында күҙ унында тоторға һәм тормошҡа ашырырға, эште дөрөҫ планлаштырырға, эҙләнеү эше алып барырға;

-эҙләнеү эше һөҙөмтәләре буйынса презентация эшләргә;

-тиҫтерҙәрең һәм оло кешеләр менән итәғәтле һөйләшергә, кеше менән мөнәсәбәт ҡороу оҫталығын үҙләштерергә;

-эшләгән эшеңде дөрөҫ баһаларға, кәрәк икән, төҙәтмәләр индерергә.



3.Шәхси сифаттарҙы үҫтереүҙә



-үҙ аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға;

-тиҫтерҙәреңә, уҡытыусыларыңа, ата-әсәгә, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә ҡарата ихтирамлы булырға;

-мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булырға;

-Тыуған илде яратырға; ерҙе,телде һаҡларға;

-һаулыҡты һаҡларға;

-ҡунаҡта, кинола йәки экскурсия һәм башҡа йәмәғәт урындарында әҙәпле булырға, файҙалы ял итергә;

-кеше менән аралашыу этикетын үҙләштерергә.



4-се класс



Уҡыу йылына-102 сәғәт

(34аҙна х 3 сәғәт)

4-се класс программаһы уҡыусының өс йыл буйы үҙләштергән тел ғилеме өлкәһендәге белемдәрен тулыландырыу һәм бөтөн бер системаға килтереү, телмәр эшмәкәрлеген тулыһынса формалаштырыу, универсаль уҡыу оҫталығын сифатлы кимәлгә күтәреү маҡсатын ҡуя.

  1. Фонетика һәм орфоэпия. Ижек, баҫым, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, парлы һәм парһыҙ яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар, өн һәм хәреф тураһындағы белемдәрен системаға һалыу. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙен үҙенсәлекле әйтелеше(орфоэпия). Һүҙгә тулы фонетик анализ.

  2. Һүҙ составы (морфемика). Һүҙ составы (тамыр, ялғау). Тамырҙаш һүҙҙәр. Яһаусы(суффикс), үҙгәртеүсе ялғауҙар. Тамырға ялғау ҡушыу юлы менән һүҙ яһау (һүҙьяһалыш). Һүҙ составына анализ.

  3. Орфография һәм пунктуация. Башҡорт теле орфограммаларын системаға һалыу. Тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйып, хатаһыҙ күсереп яҙырға, диктант, изложение, инша һәм башҡа тикшереү эштәрен үтәйалыу.

  4. Синтаксис. Һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм. Уларҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтары. Һөйләү маҡсаты буйынса һөйләмдәрҙе хәбәр, һорау һәм өндәү һөйләмдәргә айырыу. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Тарҡау һәм йыйнаҡ һөйләмдәр. Һөйләмдең тиң киҫәктәре. Һөйләмгә синтаксик анализ.

  5. Морфология. Һүҙ төркөмдәре. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре. Ярҙамсы һүҙҙәр.

Исем. Исемдең предметты атау функцияһы. Исемдең һорауҙары. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Исемдең һан менән үҙгәреше. Исемдең эйәлек заты менән үҙгәреше. Исемдең килеш менән үҙгәреше. Килеш һорауҙары. Ҡалын һәм нәҙек килеш ялғауҙары. Рус теленән ингән һүҙҙәрҙең килеш менән үҙгәреүе. Исемгә морфологик анализ.

Алмаш. Унын төркөмсәләре. Зат алмаштары. Килеш менән үҙгәреше. Һорау һәм күрһәтеү алмаштары. Алмашҡа морфологик анализ.

Сифат. Тамыр һәм яһалма сифаттар. Сифаттарҙың үҙгәреше. Сифат дәрәжәләре. Төп һәм шартлы сифаттар. Сифатҡа морфологик анализ.

Рәүеш. Рәүештең яһалышы. Рәүеш төркөмсәләре. Рәүеш һәм сифат. Рәүешкә морфологик анализ.

Ҡылым. Ҡылымдын яһалышы. Тамыр, яһалма, ҡушма ҡылымдар. Ҡылымдарҙын үҙгәреше (заман, зат, һан, барлыҡ-юҡлыҡ). Үткән заман ҡылымдары. Уларҙын зат, һан менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡ, шаһитлы-шаһитһыҙ формалары. Хәҙерге заман ҡылымдары. Уларҙын зат, һан менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡ формалары. Киләсәк заман ҡылымдарының зат, һан менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡ формалары. Киләсәк заман ҡылымдарының төрҙәре (эш-хәрәкәттең үтәлеүенә икеләнеү, мотлаҡ ышандырыу). Ҡылым һөйкәлештәре. Бойороҡ һөйкәлеше формалары. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары. Уларҙын заман, зат, һан менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡ формалары. Шарт һөйкәлеше ҡылымдары. Теләк һөйкәлеше ҡылымдары. Ҡылымға морфологик анализ.

Һан. Ябай һәм ҡушма һандар. Һан төркөмсәләре. Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы. Һандарҙың башҡа һүҙҙәр менән оҡшашлығы. Һанға морфологик анализ.

VI.Лексика. Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәләре. Һүҙҙең күп мәғәнәлелеге. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Омонимдар. Синонимдар. Антонимдар. Нығынған һүҙбәйләнештәр. Уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.

VII. Телмәр үҫтереү. Бәйләнешле телмәр. Текст. Уның мәғәнәүи өлөштәре. Абзац. Ҡыҙыл юл. Идея-тематик йөкмәтке. Текст йөкмәткеһенең планын төҙөү һәм һөйләү. Инша. Изложение.

Телмәр этикеты.

Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр

«Башҡор теле» программаһын өйрәнеү процесында уҡыусы өйрәнә:

1.Предмет буйынса белем алыуҙа

-өндәрҙе төркөмләргә, һуҙынҡылар һәм тартынҡылар таблицаһына таянып, уларға тулы характеристика бирергә;

-һүҙ төркөмдәрен мәғәнәһе һәм һорауы буйынса айыра белергә;

-өйрәнелгән орфограммаларҙы эсенә алған, 70-80 һүҙҙән торған тексты каллиграфия талаптарына ярашлы грамоталы яҙа белергә;

-һүҙҙе яһалышы һәм һүҙ төркөмдәре буйынса тикшерә белергә, һүҙгә фонетик һәм морфологик анализдар эшләргә;

-һөйләмгә тулы синтаксик анализ: интонация буйынса һөйләм төрөн билдәләү, баш һәм эйәрсән киҫәктәрен табыу, өйләмде мәғәнәһе яғынан бәйле һүҙбәйләнештәргә тарҡата белергә;

-70-80 һүҙлек текст буйынса изложение яҙырға, инша ижад итергә, тирә-яҡтағы күренештәрҙе һүрәтләп, хәл-ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙ бәйән итеп, текст төҙөп яҙа белергә.

2.Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереүҙә

-уҡыу процесына яуаплы ҡарарға, маҡсат ҡуя, эште планлаштыра белергә, уҡыу мәсьәләләрен сисә белергә;

-теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт тупларға, эҙләнеү эше алып барырға, уның буйынса презентация эшләй белергә;

-мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булырға, үҙ итергә, әңгәмәсенең уй-тойғоларын аңларға тырышырға, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белергә;

-билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштерергә һәм телмәрҙә ҡуллана белергә.

3. Шәхси сифаттарҙы үҫтереүҙә

-үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарарға;

-мәктәп һәм класс йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булырға;

-һаулыҡты һаҡларға;

-тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы булырға;

-Тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белергә, уларҙы һаҡларға, халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнергә, таратырға.

Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

1) һүҙҙәрҙе, фразаларҙы һәм һөйләмдәрҙе күсереү;

2) һүҙлек диктанты;

3) ғәҙәти диктанттар;

4) һорауҙарға яуаптар яҙыу;

5) изложениелар;

6) иншалар;

7) тестарға яуаптар яҙыу.

Һаналған яҙма эштәрҙең башланғыс кластарҙа үткәрелә торғандары элементар характерҙа, өйрәтеү маҡсатында һәм ныҡлы әҙерлектән һуң ғына яҙҙырыла. Әҙерлек эштәре төрлөсә булырға мөмкин: һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыр алдынан бер нисә тапҡыр телдән әйттереү, ниндәй хәрефтәр яҙылыуын анализлау, ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау һ.б.

Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең һаны уҡыу йылы эсендә түбәндәгесә тәҡдим ителә:Эш төрҙәре

Кластар









1

2

3

4

Күсереп яҙыу

2

1

1

1

Һорауҙарға яуаптар яҙыу



1

2

1

Диктант

1

3

3

3

Изложение









Инша



1

1

1

Бөтәһе

3

6

7

6

Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең күләме:Эш төрҙәре

Кластар









1

2

3

4

Һүҙлек диктанты

5 - 6

6 - 8

8 - 10

10 - 12

Диктант

10 - 15

15 - 20

25 - 30

35 - 40

Күсереп яҙыу

15 - 20

25 - 30

35 - 40

45 - 50

Инша







35 - 45





























Предмет буйынса башланғыс дөйөм белем биреүҙең йөкмәткеһендә сәғәттәр бүленеше.

«Әлифба» (грамотаға өйрәтеү) 1-се класс1

Һаумы, мәктәп! Белем байрамы

1

2

Предмет һәм һүҙ

1

3

Предмет. Уның эше, хәрәкәте

1

4-5

Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Ни эшләйҙәр?

2

6-7

Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр

2

8

Һөйләм.Һүҙбәйләнеш

1

9-10

Һөйләм. Һөйләмгә һүҙ өҫтәү

2

11-13

Ярҙамсы һүҙҙәр

3

14

Тикшереү эше «Ярҙамсы һүҙҙәр»

1

15-16

Һүҙ. Өн

2

17

Һуҙынҡы,тартынҡы өндәр. Ижек

1

18-19

Нәҙек һәм ҡалын өндәр

2

20-22

Һаңғырау,яңғырау тартынҡы өндәр

3

23

Һаңғырау,яңғырау тартынҡы өндәр

1

24

Баҫым

1

25

Тикшереү эше. «Һүҙ. Өн»

1



Хәреф өйрәнеү осоро 81 сәғәт



26

Хәреф-өндөң тамғаһы

1

27

[ә] өнө. Уны Әә хәрефе менән тамғалау

1

28-29

[а] өнө. Уны Аа хәрефе менән тамғалау

2

30

Әә - Аа хәрефтәре

1

31

[ө] өнө. Уны Өө хәрефе менән тамғалау

1

32

[о] өнө. Уны Оо хәрефе менән тамғалау

1

33

Өө - Оо хәрефтәре

1

34

Тикшереү эше. «А,ә,о,ө хәрефтәре»

1

35

[ү] өнө. Үү хәрефе

1

36

[у] өнө. Уу хәрефе

1

37

Үү - Уу хәрефтәре

1

38

[э] өнө. Ээ (е) хәрефе

1

39

Тикшереү эше. «У,ү,э(е) хәрефтәре»

1

40-41

[ы] өнө. Ыы хәрефе

2

42

[и] өнө. Ии хәрефе

1

43-44

[м] өнө. Мм хәрефе

2

45

[н] өнө. Нн хәрефе

1

46

[ң] өнө. ң хәрефе

1

47

[л] өнө. Лл хәрефе

1

48-49

[р] өнө. Рр хәрефе

2

50-51

[й] өнө. Йй хәрефе

2

52

Тикшереү эше «Парһыҙ тартынҡылар»

1

53

[г] өнө. Гг хәрефе

1

54

[к] өнө. Кк хәрефе

1

55

[ғ] өнө. Ғғ хәрефе

1

56

[ҡ] өнө. Ҡҡ хәрефе

1

57

Гг - Кк, Ғғ - Ҡҡ хәрефтәре

1

58-59

[б] өнө. Бб хәрефе

2

60

[п] өнө. Пп хәрефе

1

61

Бб, Пп хәрефтәре

1

62

[з] өнө. Зз хәрефе

1

63

[с] өнө. Сс хәрефе

1

64

Зз-Сс хәрефтәре

1

65

Тикшереү эше. «Парлы тартынҡылар»

1

66

[ҙ] өнө. Ҙҙ хәрефе

1

67

[ҫ] өнө. ҫ хәрефе

1

68-69

[д] өнө. Дд хәрефе

2

70

[т] өнө. Тт хәрефе

1

71

Дд - Тт хәрефтәре

1

72

[уы],[ үэ] өндәре

1

73

[ж] өнө. Жж хәрефе

1

74

[ш] өнө. Шш хәрефе

1

75

Жж - Шш хәрефтәре

1

76

Тикшереү эше. «Ж,ш хәрефтәре»

1

77-78

[в] өнө. Вв хәрефе

2

79

[ф] өнө. Фф хәрефе

1

80

Вв, Фф хәрефтәре

1

81-82

Ике өндө ([йа]) белдергән Яя хәрефе

2

83-84

Ике өндө ([йэ]) белдергән Ее хәрефе

2

85-86

Ике өндө ([йу]) белдергән Юю хәрефе

2

87

Ике өндө ([й'о]) белдергән Ёё хәрефе

1

88

Яя,Ее,Юю,Ёё хәрефтәре

1

89

Тикшереү эше. «Яя,Ее,Ёё,Юю хәрефтәре»

1

90-91

Нәҙек, ҡалын айырыу тамғаһы (ь, ъ)

2

92-93

[һ] өнө. Һһ хәрефе

2

94

[х] өнө. Хх хәрефе

1

95

[ц]өнө. Ц хәрефе

1

96

[ч] өнө. Чч хәрефе

1

97-98

[щ] өнө. Щщ хәрефе

2

99

Алфавит

1

100

Алфавит. Мин уҡый беләм!

1

101-102

Тикшереү эше. «Алфавит»

2

103-106

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу. Предмет һәм һүҙ. Предмет. Уның эше, хәрәкәте. Предмет. Уның төҫө, билдәһе. Һөйләм. Һүҙбәйләнеш. Ярҙамсы һүҙҙәр. Өн.Һүҙ. Яңғырау, һаңғырау тартынҡы өндәр. Баҫым. Хәреф-өндөң тамғаһы.

4



Бөтәһе

106





1-се класс

1

32

Тикшереү эше. «Предметты, предметтың эшен, билдәһен белдереүсе һүҙҙәр»

1

33

Тикшереү эшенә анализ.Үтелгәндәрҙе йомғаҡлау.

1



Бөтәһе

33





2-се класс

3-сө класс.

4-се класс













































































Ҡушымта 1





































«Башҡорт теле(грамотаға өйрәтеү)» курсынан

2016-2017 уҡыу йылы өсөн календарь-тематик

план

1 класс





















Ҡулланыу ваҡыты: 2016-2017 уҡыу йылы













Төҙөүсеһе: башланғыс класс уҡытыусыһы

Ғайсина Алһыу Наил ҡыҙы















































































































































































































































































































































































































































































































































































































































































































































































































































































































































































































































































































































































































































Уҡытыу башҡорт телендә ойошторолған мәктәптәргә тәҡдим ителгән уҡыу программаһында «Башҡорт теле» (грамотаға өйрәтеү) курсына аҙнаға 5 дәрес иҫәбенән (22аҙна) 110 сәғәт, Меңйетәр ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 2016-2017-се уҡыу йылына төҙөлгән уҡыу планында ла аҙнаға 5 дәрес иҫәбенән (22 аҙна) 110 сәғәт бирелә. 2016-2017 -се уҡыу йылы календары буйынса был эш программаһы 106 сәғәт иҫәбенән төҙөлдө.





26.09.16





18

Нәҙек, ҡалын өндәр

Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һуҙынҡыларҙы сағыштырырға. Һүҙҙә [ә],[ө],[ү],[и],[э] һәм [у], [ы],[а],[о] һуҙынҡыларының тартынҡы өндәрҙең әйтелешенә тәьҫирен тойомларға. Һүҙҙең өн моделен һыҙырға

27.09.16





19

Нәҙек, ҡалын әйтелешле һүҙҙәр

Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һуҙынҡыларҙы сағыштырырға. Һүҙҙә [ә],[ө],[ү],[и],[э] һәм [у], [ы],[а],[о] һуҙынҡыларының тартынҡы өндәрҙең әйтелешенә тәьҫирен тойомларға. Һүҙҙең өн моделен һыҙырға

28.09.16





20

Һаңғырау,яңғырау тартынҡы өндәр

Тартынҡыларҙы күҙәтергә. Ике тартынҡыны сағыштырырға һәм уларға хас айырмалыҡтарҙы билдәләргә, һығымта яһарға

29.09.16





21

Һаңғырау,яңғырау тартынҡы өндәр

Тартынҡыларҙы күҙәтергә. Ике тартынҡыны сағыштырырға һәм уларға хас айырмалыҡтарҙы билдәләргә, һығымта яһарға

30.09.16





22

Һаңғырау,яңғырау тартынҡы өндәр

Тартынҡыларҙы күҙәтергә. Ике тартынҡыны сағыштырырға һәм уларға хас айырмалыҡтарҙы билдәләргә, һығымта яһарға

03.10.16





23

Һаңғырау,яңғырау тартынҡы өндәр

Һүҙгә өн анализы яһарға, уныү график моделен төҙөргә. Өндәргә тулы характеристика бирергә

04.10.16





24

Баҫым

Һүҙҙә баҫымлы ижекте тауыш менән айырып әйтергә, уны билдәләргә

05.10.16





25

Тикшереү эше. «Һүҙ. Өн»

Тест эштәрен инструкцияға ярашлы үтәргә

06.10.16







Хәреф өйрәнеү осоро-81 сәғәт









26

Хәреф-өндөң тамғаһы

Боронғо кешеләр йәшәгән шарттар тураһында фараз йөрөтөргә. Аралашыу ихтыяжы тураһында әңгәмә ҡорорға. Аралашыу ысулдарының иң ҡулайлыһын эҙләргә, тикшерергә, анализларға.

07.10.16





27

[ә] өнө. Уны Әә хәрефе менән тамғалау

[ә] өнөн әйтергә, тыңларға, күҙәтергә. Уға тулы характеристика бирергә, һығымта яһарға. Ә хәрефен баҫмалап һәм дөрөҫ каллиграфия менән дәфтәргә яҙырға. Ә хәрефле һүҙҙәрҙең һыҙмаһын һыҙырға, уҡырға

10.10.16





28

[а] өнө. Уны Аа хәрефе менән тамғалау

[а] өнөн әйтергә, тыңларға, сағыштырырға (а - ә). Уға тулы характеристика бирергә, һығымта яһарға. Аа хәрефен баҫмалап һәм дөрөҫ каллиграфия менән дәфтәргә яҙырға. А хәрефле һүҙҙәрҙе уҡырға, яҙырға

12.10.16





29

[а] өнө. Уны Аа хәрефе менән тамғалау

[а] өнөн әйтергә, тыңларға, сағыштырырға (а - ә). Уға тулы характеристика бирергә, һығымта яһарға. Аа хәрефен баҫмалап һәм дөрөҫ каллиграфия менән дәфтәргә яҙырға. А хәрефле һүҙҙәрҙе уҡырға, яҙырға

13.10.16





30

Әә - Аа хәрефтәре

Әә, Аа хәрефтәрен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға. Һүҙҙәр уҡырға. Диктант яҙырға. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Һүҙҙең бер хәрефен икенсе хәреф менән алмаштырғанда күҙәтелгән үҙгәреште аңлатырға, һығымта яһарға

14.10.16





31

[ө] өнө. Уны Өө хәрефе менән тамғалау

[ө] өнөн әйтергә, тыңларға, сағыштырырға. Өнгә тулы характеристика бирергә, һығымта яһарға. Өө хәрефен баҫмалап һәм дөрөҫ каллиграфия менән дәфтәргә яҙырға. Өө хәрефле һүҙҙәрҙе уҡырға, яҙырға





17.10.16





32

[о] өнө. Уны Оо хәрефе менән тамғалау

[о] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙәрҙең өн моделен төҙөргә. Һүҙҙә [о] өнөн Оо хәрефе менән тамғаларға. Оо хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға. Һүҙҙе уҡырға. Оо,Өө, Аа, Әә хәрефле һүҙҙәрҙе әйтеп яҙҙырырға (шаҡмаҡлы һыҙмала)

18.10.16





33

Өө - Оо хәрефтәре

Нәҙек һәм ҡалын һүҙҙәрҙе күҙҙәтергә, сағыштырырға, һығымта яһарға. Һүҙҙең өн моделен һыҙырға. Өө - Оо хәрефтәре булған һүҙҙәр йыйрға. Һүҙҙең бер хәрефен икенсе хәреф менән алмаштырғанда күҙәтелгән үҙгәреште аңлатырға, һығымта яһарға. Өө, Оо хәрефтәрен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға. Ул хәрефтәр булған һүҙҙәрҙе график һыҙманан уҡырға

19.10.16





34

Тикшереү эше. «А,ә, о,ө хәрефтәре»

Үҙ аллы эшләргә өйрәнергә.

20.10.16





35

[ү] өнө. Үү хәрефе

[ү] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. [ү] өнөн Үү хәрефе менән тамғаларға. Үү хәрефен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға. Һүҙҙең шаҡмаҡлы һыҙмаһында Үү хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға.Һүҙҙе уҡырға. Үү,Өө, Аа, Әә, Оо хәрефле һүҙҙәрҙе әйтеп яҙҙырырға (шаҡмаҡлы һыҙмала)

21.10.16





36

[у] өнө. Уу хәрефе

[у] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. [у] өнөн Уу хәрефе менән тамғаларға. Уу хәрефен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға. Һүҙҙең шаҡмаҡлы һыҙмаһында Уу хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға.Һүҙҙе уҡырға.Уу, Үү,Өө, Аа, Әә, Оо хәрефле һүҙҙәрҙе әйтеп яҙҙырырға (шаҡмаҡлы һыҙмала)

24.10.16





37

Үү - Уу хәрефтәре

Нәҙек һәм ҡалын һүҙҙәрҙе күҙҙәтергә, сағыштырырға, һығымта яһарға. Һүҙҙең өн моделен һыҙырға. Үү - Уу хәрефтәре булған һүҙҙәр йыйырға. Һүҙҙең бер хәрефен икенсе хәреф менән алмаштырғанда күҙәтелгән үҙгәреште аңлатырға, һығымта яһарға. Уу, Үү хәрефтәрен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға. Ул хәрефтәр булған һүҙҙәрҙе график һыҙманан уҡырға. Үтелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырырға

25.10.16





38

[э] өнө. Ээ (е) хәрефе

[э] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Һүҙҙә [э] өнөн Ээ (е) хәрефе менән тамғаларға. Ээ(е) хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға.Һүҙҙе уҡырға. Өйрәнелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырырға. Һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙырға

26.10.16





39

Тикшереү эше. «У,ү,э(е) хәретәре»

Үҙ аллы эшләргә өйрәнергә.

27.10.16





40

[ы] өнө. Ыы хәрефе

[ы] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә.Һүҙҙә [ы] өнөн Ыы хәрефе менән тамғаларға. Ыы хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға.Һүҙҙе уҡырға. Өйрәнелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырырға. Һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙырға

28.10.16





41

[ы] өнө. Ыы хәрефе

[ы] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә.Һүҙҙә [ы] өнөн Ыы хәрефе менән тамғаларға. Ыы хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға.Һүҙҙе уҡырға. Өйрәнелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырырға. Һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙырға

31.10.16





42

[и] өнө. Ии хәрефе

[и] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә.Һүҙҙә [и] өнөн Ии хәрефе менән тамғаларға. Ии хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға.Һүҙҙе уҡырға. Өйрәнелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырырға. Һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙырға

01.11.16





43

[м] өнө. Мм хәрефе

[м] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә.Һүҙҙә [м] өнөн Мм хәрефе менән тамғаларға. Мм хәрефтәрен дороҫ каллиграфия менән яҙырға. хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға. Һүҙҙең шаҡмаҡлы һыҙмаһында Мм хәрефтәрен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға, уҡырға. Үтелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырырға. 2-3, 3-4 хәрефтән торған һүҙҙәрҙән диктант яҙырға. Һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙырға

07.11.16





44

[м] өнө. Мм хәрефе

[м] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә.Һүҙҙә [м] өнөн Мм хәрефе менән тамғаларға. Мм хәрефтәрен дороҫ каллиграфия менән яҙырға. хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға. Һүҙҙең шаҡмаҡлы һыҙмаһында Мм хәрефтәрен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға, уҡырға. Үтелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырырға. 2-3, 3-4 хәрефтән торған һүҙҙәрҙән диктант яҙырға. Һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙырға

08.11.16





45

[н] өнө. Нн хәрефе

[н] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Нн хәрефен дороҫ каллиграфия менән яҙырға.Һүҙҙең Нн хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға. Үтелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырырға. 2-3, 3-4 хәрефтән торған һүҙҙәрҙән диктант яҙырға. Һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙырға

09.11.16





46

[ң] өнө. ң хәрефе

моделен төҙөргә. [ң] өнөн ң хәрефе менән тамҡалау. ң хәрефен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға.Һүҙҙең шаҡмаҡлы һыҙмаһында ң хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға. Үтелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырырға. 2-3, 3-4 хәрефтән торған һүҙҙәрҙән диктант яҙырға. Һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙырға

10.11.16





47

[л] өнө. Лл хәрефе

[л] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә.Һүҙҙә [л] өнөн Лл хәрефе менән тамғаларға. Лл хәрефен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырғ, бшҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға. Лл хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға. Һүҙҙең шаҡмаҡлы график һыҙмаһында Лл хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға. Үтелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырырға. 2-3, 3-4 хәрефтән торған һүҙҙәрҙән диктант яҙырға. Һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙырға

11.11.16





48

[р] өнө. Рр хәрефе

[р] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә.Һүҙҙә [л] өнөн Лл хәрефе менән тамғаларға. Лл хәрефен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырғ, бшҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға. Лл хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға. Һүҙҙең шаҡмаҡлы график һыҙмаһында Лл хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға. Үтелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырырға. 2-3, 3-4 хәрефтән торған һүҙҙәрҙән диктант яҙырға. Һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙырға

14.11.16





49

[р] өнө. Рр хәрефе

[р] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә.Һүҙҙә [л] өнөн Лл хәрефе менән тамғаларға. Лл хәрефен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырғ, бшҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға. Лл хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға. Һүҙҙең шаҡмаҡлы график һыҙмаһында Лл хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға. Үтелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырырға. 2-3, 3-4 хәрефтән торған һүҙҙәрҙән диктант яҙырға. Һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙырға

15.11.16





50

[й] өнө. Йй хәрефе

[й] өнөн дөрөҫ әйтергә, ишетергә. Уға характеристик бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Йй хәрефен яҙырға. Йә, йө,йү,йе (һүҙ уртаһы) йо,йы һәм әй, өй, эй,ай, ый ҡушымсалары менән һүҙҙәр күсереп яҙырға һәм уҡырға

16.11.16





51

[й] өнө. Йй хәрефе

[й] өнөн дөрөҫ әйтергә, ишетергә. Уға характеристик бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Йй хәрефен яҙырға. Йә, йө,йү,йе (һүҙ уртаһы) йо,йы һәм әй, өй, эй,ай, ый ҡушымсалары менән һүҙҙәр күсереп яҙырға һәм уҡырға





17.11.16





52

Тикшереү эше. «Парһыҙ тартынҡылар»

Үҙ аллы эшләргә өйрәнергә.

18.11.16





53

[г] өнө. Гг хәрефе

[г] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә.[г] өнөн Гг хәрефе менән тамғаларға. Гг хәрефен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға.Һүҙҙең Гг хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға.Үтелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырырға. 2-3, 3-4 хәрефтән торған һүҙҙәрҙән диктант яҙырға. Һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙырға

21.11.16





54

[к] өнө. Кк хәрефе

[к] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә.[к] өнөн тартынҡылар таблицаһына урынлаштырырға.[к] өнөн Кк хәрефе менән тамғаларға. Кк хәрефен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға.Һүҙҙең Кк хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға.Үтелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырырға. 2-3, 3-4 хәрефтән торған һүҙҙәрҙән диктант яҙырға. Һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙырға

22.11.16





55

[ғ] өнө. Ғғ хәрефе

[ғ] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә.[ғ] өнөн тартынҡылар таблицаһына урынлаштырырға.[ғ] өнөн Ғғ хәрефе менән тамғаларға. Ғғ хәрефен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға.Һүҙҙең Ғғ хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға.Үтелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырырға. 2-3, 3-4 хәрефтән торған һүҙҙәрҙән диктант яҙырға. Һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙырға

23.11.16





56

[ҡ] өнө. Ҡҡ хәрефе

[ҡ] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә.[ҡ] өнөн тартынҡылар таблицаһына урынлаштырырға.[ҡ] өнөн Ҡҡ хәрефе менән тамғаларға. Ҡҡ хәрефен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға.Һүҙҙең Ҡҡ хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға.Үтелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырырға. 2-3, 3-4 хәрефтән торған һүҙҙәрҙән диктант яҙырға. Һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙырға

24.11.16





57

Гг - Кк, Ғғ - Ҡҡ хәрефтәре

Парлы яңғырау - һаңғырау тартынҡыларҙы сағыштырырға, һығымта яһарға. Гг - Кк, Ғғ - Ҡҡ хәрефтәрен дөрөҫ тоташтырырға. Кеше исемдәрен,хайуан ҡушаматтарын һәм һөйләм башын ҙур хәрефтән яҙырға. Күсереп яҙған һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе тикшерә белергә. Һөйләм, текстарҙы етеҙ уҡырға, мәғәнәһен аңларға

25.11.16





58

[б] өнө. Бб хәрефе

[б] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Бб хәрефен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға.Һүҙҙең шаҡмаҡлы график һыҙмаһынды Бб хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға.һөйләмдәр күсереп яҙырға. Уның дөрөҫлөгөн тикшерергә. Текст уҡырға. Уның йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға.

28.11.16





59

[б] өнө. Бб хәрефе

[б] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Бб хәрефен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға.Һүҙҙең шаҡмаҡлы график һыҙмаһынды Бб хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға.һөйләмдәр күсереп яҙырға. Уның дөрөҫлөгөн тикшерергә. Текст уҡырға. Уның йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға.

29.11.16





60

[п] өнө. Пп хәрефе

[п] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Пп хәрефен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға.Һүҙҙең шаҡмаҡлы график һыҙмаһынды Пп хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға.һөйләмдәр күсереп яҙырға. Уның дөрөҫлөгөн тикшерергә. Текст уҡырға. Уның йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға.

30.11.16





61

Бб, Пп хәрефтәре

Парлы яңғырау - һаңғырау тартынҡыларҙы күҙәтергә, сағыштырырға, һығымта яһарға. Һүҙҙәр,һөйләмдәр, текст уҡырға. Текст йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға

01.12.16





62

[з] өнө. Зз хәрефе

[з] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Зз хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға.Һөйләмдәр, текстарҙы тейешле интонация менән уҡырға.Текст йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға

02.12.16





63

[с] өнө. Сс хәрефе

[с] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Сс хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға.Һөйләмдәр, текстарҙы тейешле интонация менән уҡырға.Текст йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға

05.12.16





64

Зз-Сс хәрефтәре

Үҙ аллы эшләргә өйрәнеү.

06.12.16





65

Тикшереү эше

Иғтибарлы эшләргә өйрәнергә

07.12.16





66

[ҙ] өнө. Ҙҙ хәрефе

[ҙ] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Ҙҙ хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға.Һөйләмдәр, текстарҙы тейешле интонация менән уҡырға.Текст йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға

08.12.16





67

[ҫ] өнө. ҫ хәрефе





[ҫ] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. ҫ хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға.Һөйләмдәр, текстарҙы тейешле интонация менән уҡырға.Текст йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға

09.12.16





09.12.16









68

[д] өнө. Дд хәрефе

[д] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Дд хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға.Һөйләмдәр, текстарҙы тейешле интонация менән уҡырға.Текст йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға

12.12.16









69

[д] өнө. Дд хәрефе

[д] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Дд хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға.Һөйләмдәр, текстарҙы тейешле интонация менән уҡырға.Текст йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға

13.12.16









70

[т] өнө. Тт хәрефе

[т] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Тт хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға.Һөйләмдәр, текстарҙы тейешле интонация менән уҡырға.Текст йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға

14.12.16









71

Дд - Тт хәрефтәре

Парлы яңғырау - һаңғырау тартынҡыларҙы күҙәтергә, сағыштырырға, һығымта яһарға. Һүҙҙәр,һөйләмдәр, текст уҡырға. Текст йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға

15.12.16









72

[уы],[ үэ] өндәре

Һүҙҙәр, һөйләм, текстар уҡыу. Күсереп яҙыу. Диктант

16.12.16









73

[ж] өнө. Жж хәрефе

[ж] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Жж хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға.Һөйләмдәр, текстарҙы тейешле интонация менән уҡырға.Текст йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға

19.12.16









74

[ш] өнө. Шш хәрефе

[ш] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Шш хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға.Һөйләмдәрҙе, тексты аңлы, етеҙ уҡырға. Текст күсереп яҙырға





20.12.16









75

Жж - Шш хәрефтәре

[ж] - [ш] өндәрен әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Жж, Шш хәрефтәрен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға. Һөйләмдәр күсереп яҙырға, орфограммаларҙы һыҙырға

21.12.16









76

Тикшереү эше. «Ж,ш хәретәре»

Үҙ аллы эшләргә өйрәнергә.

22.12.16









77

[в] өнө. Вв хәрефе

[в] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Вв хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға. Һөйләмдәрҙе, тексты аңлы, етеҙ уҡырға. Текст күсереп яҙырға

23.12.16









78

[в] өнө. Вв хәрефе

[в] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Вв хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға. Һөйләмдәрҙе, тексты аңлы, етеҙ уҡырға. Текст күсереп яҙырға

26.12.16









79

[ф] өнө. Фф хәрефе

[ф] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Фф хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға. Һөйләмдәрҙе, тексты аңлы, етеҙ уҡырға. Текст күсереп яҙырға

27.12.16









80

Вв, Фф хәрефтәре

[в] - [ф] өндәрен әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Вв, Фф хәрефтәрен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға. Һөйләмдәр күсереп яҙырға, орфограммаларҙы һыҙырға

28.12.16









81

Ике өндө ([йа]) белдергән Яя хәрефе

Һүҙҙе әйтергә, тыңларға. Һүҙҙә [йа] өнөн тикшерергә, һығымта яһарға. Һүҙҙә [йа] өнөн Яя хәрефе менән тамғаларға. Яя хәрефен тейешле каллиграфия менән яҙырға

29.12.16









82

Ике өндө ([йа]) белдергән Яя хәрефе

Һүҙҙе әйтергә, тыңларға. Һүҙҙә [йа] өнөн тикшерергә, һығымта яһарға. Һүҙҙә [йа] өнөн Яя хәрефе менән тамғаларға. Яя хәрефен тейешле каллиграфия менән яҙырға

30.12.16









83

Ике өндө ([йэ]) белдергән Ее хәрефе

Һүҙҙе әйтергә, тыңларға. Һүҙҙә [йэ] өнөн тикшерергә, һығымта яһарға. Һүҙҙә [йэ] өнөн Ее хәрефе менән тамғаларға. Ее хәрефен тейешле каллиграфия менн яҙырға

16.01.17









84

Ике өндө ([йэ]) белдергән Ее хәрефе

Һүҙҙе әйтергә, тыңларға. Һүҙҙә [йэ] өнөн тикшерергә, һығымта яһарға. Һүҙҙә [йэ] өнөн Ее хәрефе менән тамғаларға. Ее хәрефен тейешле каллиграфия менн яҙырға

17.01.17









85

Ике өндө ([йу]) белдергән Юю хәрефе

Һүҙҙе әйтергә, тыңларға. Һүҙҙә [йу] өнөн тикшерергә, һығымта яһарға. Һүҙҙә [йю] өнөн Юю хәрефе менән тамғаларға. Юю хәрефен тейешле каллиграфия менн яҙырға

18.01.17









86

Ике өндө ([йу]) белдергән Юю хәрефе

Һүҙҙе әйтергә, тыңларға. Һүҙҙә [йу] өнөн тикшерергә, һығымта яһарға. Һүҙҙә [йю] өнөн Юю хәрефе менән тамғаларға. Юю хәрефен тейешле каллиграфия менн яҙырға

19.01.17









87

Ике өндө ([й'о]) белдергән Ёё хәрефе

Һүҙҙе әйтергә, тыңларға. Һүҙҙә [й'о] өнөн тикшерергә, һығымта яһарға. Һүҙҙә [й'о] өнөн Ёё хәрефе менән тамғаларға. Ёё хәрефен тейешле каллиграфия менн яҙырға

20.01.17









88

Яя,Ее,Юю,Ёё хәрефтәре

Яя, Ее, Юю, Ёё хәрефтәрен дөрөҫ яҙыу. Һүҙҙең өн моделен транскрипциялы яҙыуҙы - хәрефле яҙыуға әйләндерергә. Яя, Ее, Юю, Ёё хәрефле һүҙҙәрҙе хатаһыҙ күсереп яҙырға. Тексты аңлы уҡырға. Уның йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға

23.01.17









89

Тикшереү эше. «Яя,Ее, Ёё,Юю хәрефтәре»

Тикшереү эшенең бирелешен иғтибар менән уҡырға йәки тыңларға.Диктант яҙғанда һүҙҙе ижекләп әйтеп, дөрөҫ итеп яҙырға.

24.01.17









90

Нәҙек һәм ҡалын айырыу тамғаһы (ь, ъ)

Нәҙек, ҡалын айырыу тамғалары булған һүҙҙәрҙең өн моделен төҙөргә, транскрипцияла һәм хәрефтәр менән яҙырға. Күсереп яҙыу. Тексты аңлы уҡырға

25.01.17









91

Нәҙек һәм ҡалын айырыу тамғаһы (ь, ъ)

Нәҙек, ҡалын айырыу тамғалары булған һүҙҙәрҙең өн моделен төҙөргә, транскрипцияла һәм хәрефтәр менән яҙырға. Күсереп яҙыу. Тексты аңлы уҡырға

26.01.17









92

[һ] өнө. Һһ хәрефе

[һ] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Һһ хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға. Һөйләмдәрҙе, тексты аңлы, етеҙ уҡырға. Текст күсереп яҙырға

27.01.17









93

[һ] өнө. Һһ хәрефе

[һ] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Һһ хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға. Һөйләмдәрҙе, тексты аңлы, етеҙ уҡырға. Текст күсереп яҙырға

30.01.17









94

[х] өнө. Хх хәрефе

[х] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Фф хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға. Һөйләмдәрҙе, тексты аңлы, етеҙ уҡырға. Текст күсереп яҙырға

31.01.17









95

[ц]өнө. Ц хәрефе

[ц] өнөн әйтергә, тыңларға, характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Ц хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға. Һөйләмдәрҙе, тексты аңлы, етеҙ уҡырға. Текст күсереп яҙырға.

01.02.17









96

[ч] өнө. Чч хәрефе

[ч] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Чч хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға. Һөйләмдәрҙе, тексты аңлы, етеҙ уҡырға. Текст күсереп яҙырға

02.02.17









97

[щ] өнө. Щщ хәрефе

[щ] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Щщ хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға. Һөйләмдәрҙе, тексты аңлы, етеҙ уҡырға. Текст күсереп яҙырға

03.02.17









98

[щ] өнө. Щщ хәрефе

[щ] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Щщ хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға. Һөйләмдәрҙе, тексты аңлы, етеҙ уҡырға. Текст күсереп яҙырға

06.02.17









99

Алфавит

Алфавит хәрефтәренең исемдәрен дөрөҫ әйтергә. Уларҙың тәртибен иҫтә ҡалдырырға. Бирелгән һүҙҙәрҙе алфавит тәртибендә әйтә белергә. Алфавит тәртибендә исемлек (4-5 кешенең торған төркөм) төҙөргә

07.02.17









100

Алфавит. Мин уҡый беләм!

Әкиәтте үҙ аллы уҡырға. Уны дөрөҫ, етеҙ, аңлы һәм тасуири итеп уҡырға өйрәнергә.

08.02.17









101

Тикшереү эше. «Алфавит»

Бирелгән эштәрҙе (текст, эштәр бирелеше һ.б.) аңлап уҡыу, тейешле тәртиптә дөрөҫ итеп башҡарырға. Эште тапшырыр алдынан тикшерергә

09.02.17









102

Тикшереү эше. Тикшереү эшенә анализ

Бирелгән эштәрҙе (текст, эштәр бирелеше һ.б.) аңлап уҡыу, тейешле тәртиптә дөрөҫ итеп башҡарырға. Эште тапшырыр алдынан тикшерергә

10.02.17









103-106

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу. Предмет һәм һүҙ. Предмет. Уның эше, хәрәкәте. Предмет. Уның төҫө, билдәһе. Һөйләм. Һүҙбәйләнеш. Ярҙамсы һүҙҙәр. Өн.Һүҙ. Яңғырау, һаңғырау тартынҡы өндәр. Баҫым. Хәреф-өндөң тамғаһы.

Предметты һәм һүҙҙе күҙәтергә, сағыштырырға. Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәрҙе айырырға. Предметҡа хас билдәләрҙе әйтергә. Уларҙы күҙәтергә, сағыштырырға. Өндәрҙе күҙәтергә, тикшереү эше үткәрергә, өндәрҙең айырмаһын һиҙемләргә. Телмәр ағышынан ярҙамсы һүҙҙәрҙе бәйләнеп килгән һүҙе менән айырып әйтергә.

20.02.17

21.02.17

22.02.17

24.02.17





























































Ҡушымта 3





«Ҡаралған»

ШМО ултырышында

Протокол № ______

«____»______2016 й.





«Раҫлайым»

Мәктәп директоры:

_____Ғәлимова А.Ф.

«___»________2016 й.









Уҡыусыларҙың «Башҡорт теле» курсы буйынса белем һәм күнекмәләрен баһалау системаһы

























































Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса белем һәм күнекмәләрен баһалау системаһы

«Баһалау нормалары» башҡорт теле буйынса уҡыусыларҙың белемдәренә һәм күнекмәләренә берҙәй ҙур талаптар ҡуйыуҙы тәьмин итергә тейеш.

Уҡыусыларҙын телдән биргән яуаптарын баһалау:

Уҡыусынын яуабы түбәндәге критерийҙар менән баһалана:

  • Яуаптар тулылығы һәм дөрөҫлөгө;

  • Өйрәнелгәндәрҙе анлау кимәле;

  • Яуаптын тел нормаларына ярашлы төҙөлөүе.

Әгәр уҡыусы өйрәнелгән материал тураһында тулы яуап бирә, төп төшөнсәләрен дөрөҫ билдәләй икән; материалды анлауын күрһәтә, үҙ фекерҙәрен нигеҙләй, белемдәрен практикала ҡуллана ала икән; материалды эҙмә-эҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы итеп һөйләп бирә икән, уға «5» билдәһе ҡуйыла.

«4» билдәһе уҡыусынын «5» билдәһенә ҡуйылған талаптарға ярашлы, ләкин артабан үҙе үк төҙәтә алған 1 - 2 хатаһы , һөйләгәндә 1 - 2 урында эҙмә-эҙлеклек һаҡланмаған йәки тел хатаһы ебәрелгән яуабына ҡуйыла.

«3» билдәһе уҡыусыны теманын төп асылын белгән һәм анлаған, ләкин материалды тулы асмаған, төшөнсәләрҙе билдәләгәндә, ҡағиҙәләрҙен билдәләрен әйткәндә ҡытыршылыҡтар ебәргән; үҙ фекерҙәрен нигеҙле итеп иҫбатлай, миҫалдар килтерә алмаған; материалды эҙмә-эҙлекһеҙ һәм тел хаталары ебәреп һөйләгән осраҡта ҡуйыла.

Уҡыусы өйрәнелгән материалдын күпселек өлөшөн белмәһә, билдәмәләрҙен һәм ҡағиҙәләрҙен формулировкаларында уларҙын мәғәнәләре боҙорлоҡ хаталар ебәрһә, материалды тәртипһеҙ рәүештә икеләнеп кенә һөйләһә «2» билдәһе ҡуйыла.

Диктанттарҙы баһалау:

Диктант - орфографик һәм пунктуацион грамоталылыҡты тикшереү өсөн ин мөһим формаларҙын береһе.

Диктант бер генә билдә менән баһаланһа , «5» билдәһе хатаһыҙ йә иһә тупаҫ булмаған бер орфографик йә пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла.

«4» билдәһе - 2 орфографик һәм 2 пунктуацион хатаһы , йә 1 орфографик һәм 3 пунктуацион , йә орфографик хатаһыҙ , 4 пункпуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла.

Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 3 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһеҡуйылыуы мөмкин.

«3» билдәһе 4 орфографик һәм 4 пунктуацион , йә 3 орфографик һәм 5 пунктуацион , йә орфографик хатаһы булмаған 7 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында 3 бер типтағы ебәрелһә, 6 орфографик һәм 6 пунктуацион хатаһы булған эшкә лә «3» билдәһе ҡуйылырға мөмкин.

«2» билдәһе 7 орфографик һәм 7 пунктуацион , йә 6 орфографик һәм 8 пунктуацион , йә 6 орфографик һәм 9 пунктуацион , йә 8 орфографик һәм 6 пунктуацион хатаһы булған диктанкҡа ҡуйыла.

Иншаларҙы һәм изложенияларҙы :

Инша һәм изложение - уй-фекерҙе дөрөҫ , эҙмә-эҙлекле итеп әйтеп йә яҙып бирә алыу һәләтлелеген , уҡыусыларҙын бәйләнешле телмәрҙәре күнекмәләрен билдәләүсе төп формалар.

«5» билдәһе - эштен йөкмәткеһе темаға тап килә, фактик хаталар юҡ, йөкмәткеһе эҙмә-эҙлекле асыла, эштен һүҙлеге бай, һүҙҙәр урынлы ҡулланылған, стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил, стилистик саралар урынлы ҡулланылған. Эштә йөкмәткеһе яҡтан 1 һәм телмәре яҡтан 1-2 хата булыуы мөмкин. Грамоталылыҡ - 1 орфографик йәки 1 пунктуацион , йә 1 грамматик хата булыуы мөмкин.

«4» билдәһе - эштен йөкмәткеһе , темаға тура килә, йөкмәткеһе дөрөҫ, ләкин ҡайһы бер фактик хаталар ебәрелгән, фекер ебендә эҙмә-эҙлелек бер ни тиклем боҙолған, телмәрҙен лексик һәм грамматик төҙөлөшө шаҡтай төрлө, эштен стиле ярайлы уҡ төҙөк һәм тасуири. Дөйөм алғанда, эштен йөкмәткеһенә ярашлы 2 һәм телмәре буйынса 3-4 хатаһы булыу мөмкин. Грамоталылыҡ - 2 орфографик һәм 2 пунктуацион , йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион , йә иһә 4 пунктуацион .

«3» билдәһе - теманан эш байтаҡ ситкә тайпылған, эштен йөкмәткеһе дөрөҫ , ләкин фактик хаталар байтаҡ, эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмаған, эштен һүҙлеге ярлы , ҡулланған синтаксик конструкциялар бер төрлө, эштен стиле бик үк төҙөк түгел. Эштә йөкмәткеһе яғынан 4 һәм телмәре буйынса 5 хата булыуы мөмкин. Грамоталылыҡ - 4 орфографик һәм 4 пунктуацион , йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион , йәки орфографик хатаһыҙ , 7 пунктуацион , шулай уҡ 4 грамматик хата булыуы мөмкин.

«2» билдәһе - эш теманы асмай, бик күп фактик хаталар ебәрелгән, эштен бөтә өлөшөндә лә фекерҙен эҙмә-эҙлелеге боҙолған, бәйләнеш юҡ, эш планға тура килмәй, эштен һүҙлеге ярлы , ул бер типтағы ҡыҫҡа һөйләмдәр менән генә яҙылған, текстын стиль берҙәмлеге боҙолған. Дөйөм алғанда эштен йөкмәткеһендә 6 һәм телмәрендә 7 хата ебәрелгән. Грамоталылыҡ - 7 орфографик һәм 7 пунктуацион , йәки 6 орфографик һәм 8 пунктуацион , йәки 6 орфографик һәм 9 пунктуацион , йә иһә 8 орфографик һәм 6 пунктуацион , шулай уҡ грамматик хата булырға мөмки









































Ҡушымта 3

































«Башҡорт теле»(Грамотаға өйрәтеү) уҡыу курсының техник яҡтан һәм уҡыу-уҡытыу эшенең тәьмин ителеше































Төҙөүсеһе: Ғайсина Алһыу Наил ҡыҙы

























1. Башҡорт мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн «Әлифба» һәм «Әсә теле» буйынса программа (авторҙары Ф.Ш.Сынбулатова, Г.Ә.Вәлиева, З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте-2010)

2. «Әлифба» китабы (автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б., З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте-2013),

3. «Әлифба» дәреслегенә эш дәфтәре, ике киҫәктә (автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.),З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте-2012;

4. «Әлифба» дәреслегенә методик ҡулланма (автор Ф.Ш.Сынбулатова, З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте);

  1. Комплекслы предмет-ара тикшереү эштәре (автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.),З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте-2012.





Башҡорт теле (грамотаға өйрәтеү) курсының техник яҡтан тәьмин ителеше

Интерактив таҡта

Проектор

Ноутбук

Документ (фото-документ)

МФУ (күп функциялы ҡоролма)





















































































Ҡушымта 1

































«Башҡорт теле» курсынан

календарь-тематик план

1 класс

















Ҡулланыу ваҡыты:2016-2017 уҡыу йылы





Төҙөүсеһе: башланғыс класс уҡытыусыһы

Ғайсина Алһыу Наил ҡыҙы





































Уҡытыу башҡорт телендә ойошторолған мәктәптәргә тәҡдим ителгән уҡыу программаһында «Башҡорт теле» курсына 1-се класҡа аҙнаға 3 дәрес иҫәбенән (11 аҙна) 33 сәғәт бүленә. Меңйетәр ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 2016-2017 -се уҡыу йылына төҙөлгән уҡыу планында ла аҙнаға 3 сәғәт иҫәбенән (11 аҙна) 33 сәғәт бүленә. 2016-2017 уҡыу йылы календары буйынса был эш программаһы 33 сәғәт иҫәбенән төҙөлдө.





Алфавит







Башҡорт алфавитының хәрефтәрен күҙәтеү. Алфавиттың әһәмиәтен ғәмәлдә күҙәтеү. Һүҙҙәрҙе алфавит тәртибендә яҙыу.

28.02.17













2

Хәреф һәм өн

Әлифба осоронда өйрәнгәнде ҡабатлау. Өн менән хәрефтең бер үк төшөнсә булмауына, өндөң яҙыуҙағы тамғаһы - хәреф икәнлегенә иғтибар итеү һәм уны күнегеүҙәр ярҙамында нығытыу.

01.03.17









3

Һуҙынҡы өндәр һәм хәрефтәр

Һүҙҙе әйтеү, тыңлау, ундағы өндәрҙе интонация ярҙамында айырып алыу. Характеристика биреү. Тел материалы ярҙамында аралашырға өйрәнергә:һорау төҙөү, уны биреү, яуапты тыңлау, уға ҡарата үҙ фекереңде белдерергә. Диалогта ҡатнашырға. Һөйләшеүҙә этикет ҡағиҙәләрен һаҡларға.

03.03.17









4

Тартынҡы өндәр һәм хәрефтәр

Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр араһындағы айырманы белеү һәм был туралағы белемдәрҙе нығытыу.

07.03.17









5

Нәҙек һәм ҡалын әйтелешле һүҙҙәр

Һүҙҙе күҙәтергә, уға хас үҙенсәлекте билдәләргә, һығымта яһарға. Бер һуҙынҡы йәки тартынҡы менән айырылыусы һүҙҙәр төҙөргә. Уларҙың әйтелешен тыңларға, уларға хас үҙенсәлек тураһында һөйләргә.

10.03.17









6

Ижек.Һүҙҙе ижеккә бүлеү.

Һүҙҙе һамаҡлап ижеккә бүлеү һәм һүҙҙәрҙәге ижектәр һанын билдәләү. Текстан бер, ике, өс ижекле һүҙҙәрҙе айырып алыу. Телмәр үҫтереү буйынса күнекмәләр алыу, уҡыусыларға таныш темаларға текстар төҙөү.

14.03.17









7

Һүҙҙе ижеккә бүлеү, юлдан юлға күсереү.

Һүҙҙе ижеккә бүлеү, юлдан юлға дөрөҫ күсереү күнекмәһе алыу.

15.03.17









8

Тикшереү эше. «Өн һәм хәреф»

Өйрәнелгән тел күренештәренең үҙләштерелеү кимәлен өйрәнеү.

17.03.17









9

Баш хәреф. Исем-фамилияларҙың яҙылышы

Кеше исемдәрен һәм фамилияларын дөрөҫ яҙыу. Башҡортостандың билдәле шәхестәре тураһында һөйләшеү һәм уларҙың исем-фамилияларының яҙылышын иҫтә ҡалдырыу

21.03.17









10

Баш хәреф. Хайуан ҡушаматтары.

Хайуандар тураһындағы диалогта ҡатнашыу, үҙҙәренең йорт хайуандары тураһында текст төҙөү. Хайуандарҙы төркөмләү, уларға ҡушаматтар уйлау, ҡушаматтарҙы дөрөҫ яҙыу.

22.03.17









11

Баш хәреф.Ер-һыу атамалары.

Үҙҙәре йәшәгән төбәктәге ер-һыу атамаларын ҙур хәреф менән яҙыу. Башҡортостандағы ҡала, тау, йылға исемдәренең яҙылышын үҙләштереү.

24.03.17









12

Һөйләм

Һөйләмде интонацион күҙлектән дөрөҫ әйтеү һәм уҡыу. Һөйләмдең сиктәрен билдәләү, баш хәреф менән яҙыу, һөйләм аҙағында тыныш билдәһе ҡуйыу. Төрлө темаға йәки сюжетлы һүрәттәр буйынса һөйләмдәр һәм уларҙың һыҙмаһын төҙөү. Һөйләмдәрҙе тулыландырыу.

04.04.17









13

Хәбәр һөйләм

Хәбәр һөйләм тураһында төшөнсә алыу, һөйләм аҙағында нөктә ҡуйып яҙыу. Һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу. Хәбәр һөйләмдең һыҙмаһын төҙөү.

05.04.17









14

Һорау һөйләм

Һорау һөйләм тураһында төшөнсә алыу, уны дөрөҫ интонация менән тасуири уҡыу күнекмәһе алыу, һөйләм аҙағында һорау билдәһе ҡуйып яҙыу. Һорау һөйләмде һыҙмала күрһәтеү.

07.04.17









15

Өндәү һөйләм

Өндәү һөйләм тураһында төшөнсә алыу, өндәү һөйләмдәрҙе тыңлау, айыра белеү, дөрөҫ интонация менән әйтеү һәм уҡыу, һөйләм аҙағында өндәү билдәһе ҡуйып яҙыу. Өндәү һөйләмде һыҙмала күрһәтеү.

11.04.17









16

Тикшереү эше. «Һөйләм»

Уҡытыусыны иғтибар менән тыңларға. Һөйләмдәге һүҙҙе дөрөҫ әйтеп яҙырға, юлдан юлға дөрөҫ күсерерг, һөйләм аҙағында тейешле тамғалар ҡуя белергә. Матур яҙырға, орфограммаларҙы һыҙырға

12.04.17









17

О-ө хәрефле һүҙҙәр.

Тамырында о-ө хәрефле һүҙҙәрҙе сағыштырыу, һығымта яһау, төркөмләү һәм дөрөҫ яҙыу. Уларға ялғауҙарҙы дөрөҫ ҡушыу

14.04.17









18

У-ү хәрефле һүҙҙәр.

У-ү хәрефле һүҙҙәрҙе күҙәтеү, сағыштырыу, һығымта яһау, төркөмләү. Уларҙы дөрөҫ яҙыу, төшөп ҡалған хәрефтәрҙе өҫтәп яҙыу, ялғауҙарҙы дөрөҫ ҡушыу.

18.04.17









19

Э хәрефенең яҙылышы

Һүҙ башында э хәрефенең генә яҙылыу ын, һүҙ уртаһында [э] өнөнөң е хәрефе менән тамғаланыуын сағыштырыу нигеҙендә үҙләштереү, һығымта яһау. Миҫалдар нигеҙендә иҫбатлай белеү. Һүҙҙәрҙең моделен төҙөү.

19.04.17









20

Тикшереү эше. «Һуҙынҡы өндәр һәм хәрефтәр»

Белем кимәлен тикшерергә һәм баһаларға. "Тикшереү эштәре» дәфтәре.

21.04.17









21

Й хәрефенең яҙылышы. Йо, йө, йе, йү, йы, йә ҡушымсалары

Йо, йө, йе, йү, йы, йә ҡушымсалары менән һүҙҙәрҙе уҡый һәм яҙа белеү. Һүҙҙәрҙә был ҡушымсаларҙы билдәләү. Һүҙлектән һүҙҙәр табыу һәм уларҙы туплау.

25.04.17









22

Үҙләштерел-

гән һүҙҙәрҙә е, ё, ю, я хәрефтәре.

Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә е, ё, ю, я хәрефтәренең һүҙ башында, уртаһында, аҙағында килеүен күҙәтеү. Ике телдәге е, ё, ю, я хәрефле һүҙҙәрҙең әйтелешен һәм уҡылышын сағыштырыу. Башҡорт һәм рус телдәрендә бер үк төрлө хәреф менән билдәләнеп тә, әйтелешендә айырма булған өндәрҙе күҙәтеү, һығымта яһау. Һүҙ моделен һәм транскрипцияһын төҙөү.

26.04.17









23

Ю хәрефе

Ю хәрефенең ике өндө белдереүен һәм яҙылышын күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау. Һүҙ моделен һәм транскрипцияһын төҙөү. Орфографик һүҙлек менән эшләү күнекмәһе алыу.

28.04.17









24

Е хәрефе

Е хәрефенең ике өндө белдереүен һәм яҙылышын күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау. Һүҙ моделен һәм транскрипцияһын төҙөү. Һүҙҙәрҙең яҙылышын орфографик һүҙлек буйынса тикшереү.

02.05.17









25

Я хәрефе

Я хәрефенең ике өндө белдереүен һәм яҙылышын күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау. Һүҙ моделен һәм транскрипцияһын төҙөү. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу. Һүҙҙәрҙең яҙылышын орфографик һүҙлек буйынса тикшереү.







03.05.17









26

Я хәрефе

Я хәрефенең ике өндө белдереүен һәм яҙылышын күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау. Һүҙ моделен һәм транскрипцияһын төҙөү. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу. Һүҙҙәрҙең яҙылышын орфографик һүҙлек буйынса тикшереү.

05.05.17









27

Тикшереү эше. «Я,ю,е,ё хәрефтәре»

Белем кимәлен тикшерергә һәм баһаларға.

10.05.17









28

Предметты белдергән һүҙҙәр.

Кем? нимә? кемдәр? нимәләр? һорауҙарын үҙләштереү, һорауҙарға дөрөҫ яуап биреү. Һүҙҙәрҙе мәғәнәһе буйынса төркөмдәргә бүлеү. Уларҙың нимә аңлатыуын билдәләү, һорауҙар ҡуйыу.

12.05.17









29

Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр

Билдәне белдереүсе һүҙҙәрҙең үҙгәр- мәүе тураһында һығымта яһау. Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәргә билдәһен белдереүсе һүҙҙәр табыу һәм һүҙбәйләнештәр төҙөү. Һөйләмдәрҙе предмет билдәһен белдереүсе һүҙҙәр менән тулыландырыу һәм сағыштырып ҡарау.

16.05.17









30

Предметтың хәрәкәтен (эшен) белдергән һүҙҙәр.

Предмет хәрәкәтен белдереүсе һүҙҙәрҙе, уларҙың һөйләмдәге уры нын күҙәтеү. Ни эшләй? ни эшләне? һорауҙарын ҡулланыу. Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәргә хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәр табыу

17.05.17









31

Һәм, менән ярҙамсы һүҙҙәре.Ярҙамсы һүҙҙәр: да-дә, ҙа-ҙә, ла-лә, та-тә.Ярҙамсы һүҙҙәр:ғына-генә, ҡына-кенә.

Һәм, менән ярҙамсы һүҙҙәрен текстан табыу һәм тикшереү. Улар менән һүҙбәйләнештәр төҙөү. Ярҙамсы һүҙҙәре булған һөйләмдәрҙең моделен төҙөү.да-дә, ҙа-ҙә, ла-лә, та-тә ярҙамсы һүҙҙәрен текстан табыу һәм тикшереү, дөрөҫ уҡыу һәм яҙылышын күҙәтеү, һығымта яһау. Улар менән һүҙбәйләнештәр төҙөү. Ярҙамсы һүҙҙәре булған һөйләмдәрҙең һыҙмаһын төҙөү.ғына-генә, тсына-кенә ярҙамсы һүҙҙәрен текстан табыу һәм тикшереү, дөрөҫ уҡыу һәм яҙылышын күҙәтеү, һығымта яһау. Улар менән һүҙбәйләнештәр төҙөү. Ярҙамсы һүҙҙәре булған һөйләмдәрҙең һыҙмаһын төҙөү. Һөйләмдәргә ярҙамсы һүҙҙәр өҫтәү.





19.05.17









32

Тикшереү эше. «Предметты, предметтың эшен, билдәһен белдереүсе һүҙҙәр»

Тикшереү эштәре дәфтәренән эшләү.

23.05.17









33

Тикшереү эшенә анализ.Үтелгәндәрҙе йомғаҡлау.

Тикшереү эшенә анализ.Үтелгәндәрҙе дөйөмләштереү.

Бөтә үтелгәндәрҙе нығытыу. Уҡыусыларҙың белемен тикшереү, йомғаҡлау.

24.05.17

























































Ҡушымта 2

























«Башҡорт теле» курсы буйынса

1-4 се класс аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр



























Төҙөүсеһе: Ғайсина Алһыу Наил ҡыҙы.

























1-се класс аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр



«Башҡорт теле» программаһын өйрәнеү процесында уҡыусы өйрәнә:

1. Предмет буйынса белем алыуҙа

-һүҙҙәрҙе мәғәнәүи яҡтан төркөмләргә (предметтын атамаһын, билдәһен, хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр);

-һөйләм төрҙәрен билдәләргә(хәбәр, һорау, өндәү) һәм уларҙы тейешле интонация менән уҡырға; һөйләмде дөрөҫ яҙырға(баш хәреф, аҙағында-тыныш билдәләре);

-үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙе айыра, таный белергә; һөйләмде күсереп яҙғанда ярҙамсы һүҙҙәрҙе(да-дә, та-тә, ла-лә; ғына-генә, ҡына-кенә) билдәләргә һәм дөрөҫ яҙылышын аңлата белергә;

-предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәрҙе уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәргә айыра белергә; кешенен исемен, фамилияһын, ер-һыу атамаларын, хайуан ҡушаматтарын баш хәрефтән яҙырға;

-өндәрҙе һуҙынҡы, тартынҡыларға айырырға, нәҙек-ҡалын һуҙынҡыларҙы, парлы яңғырау-һаңғырау, парһыҙ яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларҙы дөрөҫ билдәләргә, график рәүештә тамғаларға;

-һүҙҙен(3-4, 5-6 өндән торған өн моделен төҙөргә;

-6-7, 7-8 һөйләмдән торған(30-35 һүҙ) тексты күсереп яҙырға;

-25-30 һүҙҙән торған тексты диктант итеп яҙа белергә;

-һүҙҙе ижеккә бүлергә, уны юлдан юлға күсерә белергә;

-о-ө, у-ү, э(һүҙ башы) хәрефтәре; йә, йө, йү, йе(һүҙ уртаһы) йо, йы ҡушымсалары булған һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға; һүҙ башында я, е, ё, ю хәрефтәре менән булған 2-3, 3-4 хәрефтән торған һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға; тартынҡы өндөн аҙағында килгән нәҙеклек билдәһен(ь) рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә(3-4, 4-5 хәрефле) дөрөҫ яҙыу.

2. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереүҙә

-уҡытыусыға, класташына, өлкәндәргә үтенес менән өндәшергә;

-уҡыу объектын өйрәнеү процесында күҙәтергә, сағыштырырға, анализларға һәм һығымта яһарға;

-аралашыу оҫталығын шымартыу: тыңларға, яуап бирергә, һорарға, кеше фекерен ихтирам итергә, үҙеңдекен-яҡларға;

-диалог, монолог ҡора белергә;

-мәғлүмәт алыу сығанаҡтары менән эш итә белергә; алған мәғлүмәтте эшкәртә белергә, маҡсатҡа ярашлы ҡулланырға;

-мәғлүмәт алыу маҡсатында һорау һөйләм ҡорорға;

-парлап, төркөмдә эшләгәндә этикет ҡағиҙәләрен күҙәтергә; эште планлаштырырға, уны тормошҡа ашырырға;

-3-4, 4-5 һөйләмдән торған иғлан, ҡотлау, белдермә(записка) яҙа белергә.

3. Шәхси сифаттарҙы үҫтереүҙә

-уҡыу процесында белем алыуға яуаплы ҡарарға; тиҫтерҙәре, уҡытыусыға ҡарата ихтирамлы булырға;

-мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡарарға;

-Тыуған ил, ер, тел төшөнсәләре тураһында ҡайғыртыусан булырға;

-һау-сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштерергә.



2-се класс аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр.



«Башҡорт теле» программаһын өйрәнеү процесында уҡыусы өйрәнә:

-һүҙҙәрҙе мәғәнәһе буйынса төркөмләргә. Уларға тейешле һорау ҡуйырға. Предметтың атамаһын, хәрәкәтен, билдәһен белдереүсе һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙе һөйләү һәм яҙма телмәрҙә урынлы ҡулланырға;

-һүҙҙәрҙең өн моделен төҙөргә һәм уны хәрефтәр менән яҙырға;

-һөйләмдәр төҙөргә (телдән һәм яҙма), уларҙы тейешле һүҙ өҫтәп тулыландырырға;

-һөйләмдәрҙе әйтелеү маҡсатына ҡарап хәбәр, өндәү, һорау һөйләмдәргә айырырға. Уларҙы тейешле интонация менән уҡырға;

-һөйләмдең эйәһен, хәбәрен (баш киҫәктәрен) айыра белергә;

-башҡорт теленең дөрөҫ яҙылыш ҡанундарын, ҡағиҙәләрен үҙләштерергә:Уу-Үү, Оо-Өө, Ээ(е), Ыы хәрефле һүҙҙәр, һүҙҙә йә, йө, йү, йе(һүҙ уртаһы), йо, йы ҡушымсалары, һүҙ башында Яя, Ее,Ёё,Юю хәрефтәре, һүҙ башында В хәрефе, ярҙамсы һүҙҙәрҙен (һәм, менән; да-дә, ҙа-ҙә; та-тә, ла-лә; ғына-генә, ҡына-кенә) айырым яҙылышы. Һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәһе (нөктә, һорау, өндәү) ҡуйырға. Кеше исем-фамилияларын, хайуан ҡушаматтарын, ер-һыу атамаларын һәм һөйләмдең башындағы һүҙҙе ҙур хәрефтән яҙырға;

-8-10 һөйләмдән торған (35-40һүҙ)тексты күсереп яҙырға;

-30-35 һүҙҙән торған тексты диктант итеп яҙа белергә; һүҙҙе ижеккә бүлергә, уны юлдан юлға күсерә белергә;

-тексты анлы уҡырға һәм унын йөкмәткеһе менән бәйләнгән эштәрҙе эҙмә-эҙлекле үтәргә. Уның нигеҙендә ҡоролған һөйләшеү йәки тикшереү эштәрен үтәргә;

-уҡыу ситуацияһына ярашлы диалогта ҡатнашырға.

2. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереүҙә

-үҙ аллы уҡырға, мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырырға: белемде, мәғлүмәтте эҙләү күнекмәләре булдырырға (һорау, белешеү,мәғлүмәти сығанаҡтар менән эш һ.б.); тикшеренеү-эҙләнеү эшен планлаштырырға; парлап, төркөмләп, команда менән эшләргә;

-алған мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәргә;

-билдәләмә, ҡағиҙә, алгоритм, һығымта һ.б. График схема, модель, таблица ярҙамында теркәргә;

-диалог ҡорорға, уҡыу материалын тикшерергә, анализларға, һығымта яһарға;

-мәҙәниле аралашыу этикетына өйрәнергә: әңгәмәсене тынлай, хуплай белергә, аңламағаныңды итәғәтле итеп һорашырға, яуап алырға, һәм рәхмәтеңде белдерергә; үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткерергә, уны яҡлай белергә.

3. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендә

-үҙ аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға;

-тиҫтерҙәренә, уҡытыусыға, ата-әсәһенә ҡарата ихтирамлы булырға;

-мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булырға;

-Тыуған илде яратырға; ерҙе, телде, һаҡларға;

-һаулыҡты һаҡларға;

-тиҫтерҙәреңә, уҡытыусыларға, яҡындарыңа, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға.



3-сө класс аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр



3-сө класс аҙағына «Башҡорт теле» программаһын өйрәнеү процесында уҡыусы өйрәнә:

1.Предмет буйынса белем алыуҙа

-һүҙҙең өн моделенә ярашлы һүҙ уйлап табырға;

-һүҙҙең өлөштәрен(тамыр һәм ялғау, яһаусы ялғау һәм яһалма һүҙ) айырырға;

-тамырҙаш һүҙҙәрҙе танырға. Уларҙы башҡа оҡшаш һүҙҙәрҙән айырырға;

-тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәр һәм хәрефтәр, парлы-парһыҙ, яңғырау-һаңғырау, сонор тартынҡы өндәр, һүҙҙә сиратлашып килеүсе тартынҡылар тураһында һөйләй белергә;

-һүҙгә фонетик анализ яһай белергә;

-ҡушма һүҙҙәрҙе танырға, уларҙын дөрөҫ яҙылышын анлата белергә;

-үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе танырға һәм уларға дөрөҫ ялғау ҡуша белергә;

-һүҙ төркөмдәрен(предметтың атамаһын, билдәһен хәрәкәтен белдергән һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙе)таба белергә;

-һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен айыра белергә;

-сюжетлы һүрәт, һорауҙар, терәк һүҙҙәр ярҙамында хикәйә, әкиәт ижад итергә.

2.Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереүҙә

-үҙ аллы белем алырға, мәғлүмәт йыйырға һәм уларҙы ҡуллана белергә;

-дәрес барышында уҡытыусы менән берлектә эшләргә; дәрескә маҡсат ҡуйырға һәм уны дәрес һуҙымында күҙ унында тоторға һәм тормошҡа ашырырға, эште дөрөҫ планлаштырырға, эҙләнеү эше алып барырға;

-эҙләнеү эше һөҙөмтәләре буйынса презентация эшләргә;

-тиҫтерҙәрең һәм оло кешеләр менән итәғәтле һөйләшергә, кеше менән мөнәсәбәт ҡороу оҫталығын үҙләштерергә;

-эшләгән эшеңде дөрөҫ баһаларға, кәрәк икән, төҙәтмәләр индерергә.

3.Шәхси сифаттарҙы үҫтереүҙә

-үҙ аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға;

-тиҫтерҙәреңә, уҡытыусыларыңа, ата-әсәгә, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә ҡарата ихтирамлы булырға;

-мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булырға;

-Тыуған илде яратырға; ерҙе,телде һаҡларға;

-һаулыҡты һаҡларға;

-ҡунаҡта, кинола йәки экскурсия һәм башҡа йәмәғәт урындарында әҙәпле булырға, файҙалы ял итергә;

-кеше менән аралашыу этикетын үҙләштерергә.



4-се класс аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр



«Башҡор теле» программаһын өйрәнеү процесында уҡыусы өйрәнә:

1.Предмет буйынса белем алыуҙа

-өндәрҙе төркөмләргә, һуҙынҡылар һәм тартынҡылар таблицаһына таянып, уларға тулы характеристика бирергә;

-һүҙ төркөмдәрен мәғәнәһе һәм һорауы буйынса айыра белергә;

-өйрәнелгән орфограммаларҙы эсенә алған, 70-80 һүҙҙән торған тексты каллиграфия талаптарына ярашлы грамоталы яҙа белергә;

-һүҙҙе яһалышы һәм һүҙ төркөмдәре буйынса тикшерә белергә, һүҙгә фонетик һәм морфологик анализдар эшләргә;

-һөйләмгә тулы синтаксик анализ: интонация буйынса һөйләм төрөн билдәләү, баш һәм эйәрсән киҫәктәрен табыу, өйләмде мәғәнәһе яғынан бәйле һүҙбәйләнештәргә тарҡата белергә;

-70-80 һүҙлек текст буйынса изложение яҙырға, инша ижад итергә, тирә-яҡтағы күренештәрҙе һүрәтләп, хәл-ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙ бәйән итеп, текст төҙөп яҙа белергә.

2.Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереүҙә

-уҡыу процесына яуаплы ҡарарға, маҡсат ҡуя, эште планлаштыра белергә, уҡыу мәсьәләләрен сисә белергә;

-теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт тупларға, эҙләнеү эше алып барырға, уның буйынса презентация эшләй белергә;

-мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булырға, үҙ итергә, әңгәмәсенең уй-тойғоларын аңларға тырышырға, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белергә;

-билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштерергә һәм телмәрҙә ҡуллана белергә.

3. Шәхси сифаттарҙы үҫтереүҙә

-үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарарға;

-мәктәп һәм класс йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булырға;

-һаулыҡты һаҡларға;

-тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы булырға;

-Тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белергә, уларҙы һаҡларға, халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнергә, таратырға.











































































Ҡушымта 4

































«Башҡорт теле» курсының техник яҡтан һәм уҡыу-уҡытыу эшенең тәьмин ителеше





















Төҙөүсеһе: Ғайсина Алһыу Наил ҡыҙы

















Программа материалы түбәндәге уҡыу әсбаптары нигеҙендә тормошҡа ашырыла:

1-се класс. Уҡыу йылының 1-се ярты йыллығы

-«Әлифба» китабы (автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б., З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте),

-«Әлифба» дәреслегенә эш дәфтәре, ике киҫәктән (автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.,З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте);

-«Әлифба» дәреслегенә методик ҡулланма (автор Ф.Ш.Сынбулатова, З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте);

-«Әлифба» дәреслегенә контроль эштәр дәфтәре (автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.,З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте).

2-се ярты йыллыҡ

-«Башҡорт теле» дәреслеге (автор Ф.Ш.Сынбулатова, З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте);

-«Башҡорт теле» дәреслегенә эш дәфтәре (автор Ф.Ш.Сынбулатова, З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте);

-«Башҡорт теле» дәреслегенә методик ҡулланма (автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.,З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте). Бында бүлекте, ҙур теманы тамамлағас йәки сирек аҙағында уҡыусыларҙың программа материалын үҙләштереү кимәлен (сифатын) өйрәнеү,

-Комплекслы предмет-ара тикшереү эштәре (автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.). Бында уҡыу йылы аҙағында уҡыусыларҙың предмет һәм метапредмет өлкәһендәге белемдәрен тикшереү маҡсатында контроль эш материалдары тәҡдим ителә.

2-4-се кластар:

-«Башҡорт теле» дәреслеге, ике киҫәктән (автор Ф.Ш.Сынбулатова, һ.б.З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте),

-«Башҡорт теле» дәреслегенә эш дәфтәре, ике киҫәктән (автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте),

-«Башҡорт теле» дәреслегенә контроль эштәр дәфтәре (автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б. З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте),

-Комплекслы предмет-ара тикшереү эштәре (автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.,З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте).

-Диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре (автор Ф.Ш.Сынбулатова, һ.б.З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте).

-Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы 1-4 класстар өсөн (авторы М.Т.Сәлихова, С.Х. Шафиҡова Өфө Башҡортостан китап нәшриәте 1990 й.)

«Башҡорт теле» курсының техник яҡтан тәьмин ителеше

Интерактив таҡта.

Проектр

Ноутбук

Документ (фото-документ)

МФУ (күп функциялы ҡоролма)









Ҡушымта 5





«Ҡаралған»

ШМО ултырышында

Протокол № ______

«____»______2016 й.





«Раҫлайым»

Мәктәп директоры:

_____Ғәлимова А.Ф.

«___»________2016 й.























«Башҡорт теле» курсынан контроль диктанттар





























Төҙөүсеһе: Ғайсина Алһыу Наил ҡыҙы













2 класс

1-се контроль диктант.

«Китап»

Китап-белем шишмәһе. Китап уҡыған кеше белемле була. Китапты ярат, һаҡлап тот. Китап биттәрен буяма, бысратма, йыртма. Китапты тышлап тот. Китапҡа яҙма, һыҙма. Ул оҙаҡ йылдар һаҡланһын. (28 һүҙ.)

Эш төрҙәре: 1. Икенсе һөйләмдең һүҙҙәрен ижектәргә бүлеп яҙырға. 2.Дүртенсе һөйләмдәтартынҡыларҙың аҫтына һыҙырға. 3. Бер иптәшеңдең исемен һәм фамилияһын

яҙырға.

2-се контроль диктант.

«Урманда»

Күктә бер генә болот та юҡ. Ел иҫмәй. Ҡояш ҡыҙҙыра. Урманда ҡоштар сутылдаша. Уҫаҡ япраҡтары әкрен генә ҡыштырлай. Алыҫта тынғыһыҙ тумыртҡа туҡылдай. Танауға хуш еҫ бөркөлә. Сәскәләр араһында бал ҡорттары безелдәй, сиңерткәләр һикерә. Төрлө төҫтәге күбәләктәр оса. Яҡында ғына һайыҫҡан шыҡырлай. (44 һүҙ.)

Эш төрҙәре: 1. Һеҙҙең яҡта үҫә торған дүрт ағас исемен яҙырға. 2. Текстағы нимә? Һорауына яуап булған һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙырға. 3.Юлдан юлға күсереп булмай торған ике ижекле һүҙҙәрҙе айырып яҙырға.

3-сө контроль диктант

«Яҙ башы»

Йәмле яҙ килде. Ҡояш ҡыҙҙыра башланы. Беҙ быйма, пальто һәм бүректәрҙе һалдыҡ. Тәнәфестә беҙ тышта уйнайбыҙ. Йылы яҡтарҙан ҡоштар ҡайта башланы. Хәҙер улар оя яһайҙар. Ағастар япраҡ яралар. Колхозсылар яҙғы сәсеүгә төштөләр. Оҙаҡламай бөтә ер йәшел үлән менән ҡапланыр. (41 һүҙ.)

Эш төрҙәре: 1. Текстағы нимә? Кем? һорауҙарына яуап булған һүҙҙәрҙең аҫтына тура һыҙыҡ һыҙырға. 2. Ни эшләне? ни эшләнек? ни эшләй? һорауҙарына яуап булған һүҙҙәргә ике тура һыҙыҡ һыҙырға. 3. Юлдан юлға күсереп булмай торған ике ижекле һүҙҙәрҙе айырып яҙырға.

4-се контроль диктант

«Төҙөүселәр»

Бәләкәй малайҙар яр буйына килделәр. Бында төрлө таштар күп. Малайҙар таштан уйынсыҡ йорттар һалырға тотондолар. Нәжип өйҙө күкһел таштан төҙөнө. Булат һары таштан һалды. Малайҙар аҡ таштан магазин һалдылар. Йорттар эргәһенә йәшел үлән ултырттылар. Аҙаҡ уҡытыусы, һатыусы булып уйнай башланылар. (41 һүҙ.)

Эш төрҙәре: 1. Предметтарҙың билдәһен белдергән һүҙҙәрҙең аҫтына тулҡынлы һыҙыҡ һыҙырға. 2. Бәләкәй, аҡ, киң һүҙҙәренә ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәр яҙырға. 3. Беренсе һөйләмде ижектәргә бүлеп яҙырға. 4. Кемдәр? ни эшләнеләр? ниндәй? һорауҙарына яуап булыусы һүҙҙәрҙе билдәләргә.

3-cө класс

1-се контроль диктант

«Өфө»

Өфө-Башҡортостандың иң матур ҡалаларынан береһе. Уның урамдары киң, оҙон. Өфөгә поезд менән, самолёт һәм пароход менән барып була. Күп ерҙәрҙән бында автобус менән киләләр. Өфөлә төрлө парктар, ял итеү урындары күп. Бындағы кино һәм театрҙарҙа һәр ваҡыт халыҡ күп була. Өфөнө ике яҡлап уратып Ағиҙел йылғаһы аға. (49 һүҙ.)

Эш төрҙәре: 1. Беренсе һөйләмдә һаңғырау тартынҡыларҙың аҫтына һыҙырға. 2. Тар, ҡыҫҡа, аҙ һүҙҙәренә текстан ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәр табып, парлап яҙырға.

2-се контроль диктант

«Декабрҙә»

Башҡортостанда ҡыш ноябрь айында уҡ башлана. Күлдәр, йылғалар, быуалар боҙ менән ҡаплана. Ағастар яланғаслана. Тик шыршы һәм ҡарағайҙар ғына йәп-йәшел булып ултыралар. Ер аҡ ҡарға күмелә. Ҡоштар һайрамайҙар. 22 декабрҙә иң ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн була. Сатлама һыуыҡтар башлана. Ҡоштар һәм йәнлектәр йылдың ауыр миҙгелен кисерәләр. Улар һыуыҡтан һәм аслыҡтан интегәләр. Уҡыусылар, ҡоштарҙы ашатығыҙ! (60 һүҙ.)

(Е. Кучеров буйынса.)

Эш төрҙәре: 1. Тартынҡы өндө белдергән у хәрефе булған һүҙҙәрҙе айырып, ижектәргә бүлеп яҙырға. 2. Һуңғы һөйләмдә эйәләрҙе һәм хәбәрҙе билдәләргә. 3. Ҡош, күл һүҙҙәренән тамырҙаш һүҙҙәр яһап яҙырға.

3-сө контроль диктант

«Июль»

Июль-бәшмәктәр һәм еләктәр айы тип йөрөтөлә. Июлдә ер еләге, ҡара ҡарағат, бөрлөгән, ҡурай еләге өлгөрә.

Бал биреүсе үҫемлектр:ҡарабойҙай, көнбағыш, йүкә ағасы сәскәгә күмелә.

Июлдә күл буйҙары йәмләнә. Күл өҫтөн томбойоҡ сәскәләре ҡаплай.

Был айҙа бесән әҙерләйҙәр. Болондарҙа йәшел үләндәр сабыла. Улар урынына хуш еҫле бесән кәбәндәре ҡалҡып сыға. Бесәнселәр алһыу таңдан ҡараңғы төнгә тиклем эшләйҙәр. Ҡышҡылыҡҡа етерлек мал аҙығы әҙерләнә. (63 һүҙ.)

Эш төрҙәре: 1. Күплек ялғауҙарының атына һыҙырға. 2. Бесән, колхоз, иген һүҙҙәренән яһалма һүҙҙәр яһап яҙырға. 3. Ошо яҙған һүҙҙәр менән ике һөйләм уйлап яҙырға.

4-се контроль диктант

«Ҡайынлы тау»

Һөҙәк тау итәгендәге аҡ ҡайындар суҡлы шәл ябынғандар. Талғын елгә зифа ҡайын аҡрын ғына сайҡалып ҡуя. Уның йәп-йәшел япраҡтары шыптырлашалар. Оҙаҡ йәшәгән бөҙрә ҡайындың эргәһенән генә һалҡын шишмә башлана. Шишмәнең тәмле һыуы күптәрҙе үҙенә тарта. Арыған юлсылар ҡайынлыҡта ял итеп китәләр. Аҡ ҡайындың ҡуйы тәлгәштәрендә ҡоштар тирбәлә. Улар күңелле һайрашалар. Ҡайынлы тау итәге емеш-еләккә бай. Ҡайынлы тау итәген һәр кем ярата. (64 һүҙ.)

Эш төрҙәре: Сифаттарҙың аҫтына тулҡынлы һыҙыҡ һыҙырға. 2. Гөл, бүлмә, таш, көтөү һүҙҙәренең билдәләрен белдергән сифаттар уйлап яҙырға. 3. Йәшел, ҡыҙыл һүҙҙәренә исем уйлап яҙырға.

4-се класс

1-се контроль диктант

«Ноябрь»

Ноябрь-көҙҙөң иң һуңғы айы. Иртәнсәк һәм кистәрен бик һыуыҡ була. Көслө елдәр иҫә. Ел ағастарҙың һуңғы япраҡтарын ҡоя. Ҡар төшкәнгә тиклем, төндәр бик ҡараңғы була. Күлдәр һәм быуалар боҙ менән ҡаплана. Ноябрҙә һуңғы өйрәктәр көньяҡҡа китеп бөтә. Сөнки, күлдәр туңғас, улар үҙҙәренә емтаба алмайҙар. Баҡсаларҙа, өй тирәләрендә ҡыҙылтүштәр күбәйә. Улар миләш емештәре менән туҡланалар. Ноябрь аҙағына баҫыуҙарҙы, яландарҙы ҡар ҡаплай. Ҡоштарға ем табыуы ауырлаша. Ҡоштар ҡауын, ҡарбуз орлоҡтарын, көнбағышты яяраталар. Һеҙ уларҙы әҙерләнегеҙме? (75 һүҙ.)

(Е. Кучеров буйынса)

Эш төрҙәре: 1. Ҡушма исемдәрҙе айырып яҙырға. 2. Ноябрь һүҙен килеш менән үҙгәртергә. 3. Төн, көн, ал, ҡул һүҙҙәре менән ҡушма һүҙҙәр яһап яҙырға.

2-се контроль диктант

«Ҡара алтын»

Нефтте халыҡ ҡара алтын менән сағыштыра. Был юҡҡа ғына түгел. Нефттән төрлө нәмәләр эшләнә. Бензин, кәрәсин, мазут кеүек яғыулыҡ майҙарынан тыш, унан ер ашлау өсөн химикаттар алына. Беҙҙең күлдәктәргә, костюм, кофта һәм ойоҡтарға ла нефттән алынған ептәр ҡушыла.

Башҡортостандың көнбайыш һәм төньяҡ райондарында нефть һәм газ ятҡылыҡтары табылды. Бында нефтселәр һәм геологтар ҡалаһы төҙөлдө. Ҡаланың тирә-яғында нефть вышкалары һәм газ факелдары күп. Был ҡаланы, нефть һәм Кама йылғаһына арнап, Нефтекамск тип атанылар. (75 һүҙ.)

Эш төрҙәре: 1. Ни эшләй? ни эшләне? һорауҙарына яуап булған ҡылымдарҙың аҫтына һыҙырға. Уларҙың һнын, заманын билдәләргә. 2. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе айырып яҙырға. 3. Ҡушма исемдәргә тулҡынлы һыҙыҡ һыҙырға.

3-сө контроль диктант

«Һоро айыу»

Һоро айыу-бик һиҙгер кейек. Аҙыҡ табыуҙа, тирә-яҡты өйрәнеүҙә уға еҫ тойоу һәләте ярҙам итә. Һоро айыу яңы итте лә, үләкһәне лә талымһыҙ ашай. Ул балыҡ тота, бал ярата. Бешеп килгән һоло башағы уға бик оҡшай. Тәм-том-айыуҙың ҡәҙерле һыйы. Еләк-емеш өлгөргәндә, ул ҡыуаҡлыҡтарҙан сыҡмай. Айыу-һәйбәт һунарсы. Ул, ҡорһағына ятып, бик оҫта шыуыша ала. Үҙ табышына айыу ағастарға ышыҡлана-ышыҡлана яҡынлаша. Йәнлектәргә ныҡ асыҡҡанда ғына ташлана. Кешегә, тыныслығын боҙмаһаң, теймәй. Айыу балалары кешегә тиҙ эйәләшәләр. Айыуҙар хужаларына тоғро булыусандар. (85 һүҙ.)

(И.Ф. Заянчковский буйынса.)

Эш төрҙәре: 1. Сифаттарҙың аҫтына тулҡынлы һыҙыҡ, улар асыҡлап килгән һүҙҙәргә тура һыҙыҡ һыҙырға. 2. Иҫке, насар, тынғыһыҙ, оҙаҡ һүҙҙәренә текстан ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәр табып, парлап яҙырға.





4-се контроль диктант

«Тыуған көн»

Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин Башҡортостандың Миәкә районы Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында тыуған.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уҡ офицерҙар мәктәбен тамамлай. Үткер, зирәк офицер һалдаттарҙы еңеүгә рухландыра. Берислава ҡалаһы янындағы һуғыштарҙа беҙҙекеләр айырыуса батырлыҡ күрһәтәләр.

Фашистарҙың дзоты ҡалҡыулыҡҡа урынлашҡан. Ул туҡтауһыҙ ут сәсә. Күптәр һәлк була. Дзотты юҡ итеүҙе Ғөбәйҙуллин үҙенә ала. Шыуышып барғанда, ул ҡаты яралана. Ләкин һуңғы көсөн йыйып, амбразураға ташлана. Беҙҙекеләр еңәләр. Был 1944 йылдың 8 мартында, батырҙың тыуған көнөндә була.

Советтар Союзы Геройы Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың батырлығын халҡыбыҙ мәңге онотмаҫ. (80 һүҙ.)

Иҫкәрмә. Аҫтына һыҙылған һүҙҙәрҙе таҡтаға яҙырға, аңлатырға.

Эш төрҙәре: 1. Беренсе һөйләмдә эйә менән хәбәрҙе билдәләргә. 2. Текстан яңғыҙлыҡ исемдәрҙе табырға, уларҙың аҫтына һыҙырға. 3. Миңлеғәле Ғөбәйҙуллинға ҡайҙа һәйкәл ҡуйылған? (Һорауға яуап яҙырға.)



























































































































 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал