7


  • Учителю
  • Конспект урока по башкирской литературе в 3 классе на тему' Снежинки'

Конспект урока по башкирской литературе в 3 классе на тему' Снежинки'

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала


Разработка урока по башкирской литературе

в 3 классе.

Тема: С. Сурина "Биҙәктәрҙе кем яһаған ?"

С. Ҡудаш "Ҡар бөртөктәре "


МОБУ СОШ с.Ассы

Учитель начальных классов:

Арсланова Гульсина Нуримановна


Әҙәби уҡыу

3 класс

Тема: С. Сурина "Биҙәктәрҙе кем яһаған ?"

С. Ҡудаш "Ҡар бөртөктәре "

Дәрес төрө. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу дәресе.

Маҡсат :

А) шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендә үҫеш:

- тәбиғәттәге миҙгелдәргә хас үҙгәрештәрҙе күҙәтергә өйрәнеү, ҡыш миҙгеленә һоҡланыу уятыу;

Б) метапредмет өлкәһендәге үҫеш:

-шиғыр һәм әкиәт йөкмәткеһе нигеҙендә тәбиғәттә белгән- күргәндәрең тураһында әңгәмәлешергә өйрәнеү, диалог ҡороу ;

- иғтибарлы тыңлай белеү, үҙеңдең фекереңде дәлилләй белеү,

һығымта яһарға өйрәнеү;

В) Предмет өлкәһендә үҫеш:

әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, уҡыу даирәһен киңәйтеү, уҡыу темпын үҫтереү, уҡыусыларҙың тасуири уҡыу, ижади эшләү һәләттәрен үҫтереү ;

Дәрес барышы

  1. Психологик комфорт тыуҙырыу

Һаумыһығыҙ ! һаумы әле?

Шундай йылы һүҙ икән.

Һәр күңелде иретерлек.

Һәр кемгә лә үҙ икән.


Берәү әйтте танышына :

  • Туған хәйерле иртә !

Йылы һүҙҙән тыуғар шатлыҡ

Көнө буйына етә.

Беҙҙең дә яҡшы кәйеф көнө буйына етһен.

2) Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу.

Телгә зарядка .

Бөгөн беҙҙә тел дәресе булғас , дәресте телгә зарядканан башлайыҡ.

" Тел көнөн нисек башлай ?"

-тышҡа сығып кирелә; ( телде кирелтеү)

-шунан иртәнге һыуыҡтан ҡалтырана; ( телде ҡалтыратыу)

-өйгә кереп йыуына;

-шунан өйҙәрен йыйыштыра;

-түшәмен- аңҡауын -йыуа;

-иҙәнен һөртөп ала;

-тәҙрәләрен-сикәләрҙе- таҙарта;

-эше бөткәс, тышҡа сығып атта йөрөй; ( атта сапҡан тауыш сығарыу)

-атта йөрөп кергәс , сәй эсә, ситкә буялған ҡаймаҡ , вареньеһын ялай;

-шунан кәнфит ашай;

3) Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу

Уҡыусылар , бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшербеҙ ? Уны асыҡларға таҡталағы һүрәт ярҙам итер.


Сәрүәр Сурина



Биҙәктәрҙе кем яһаған ?



- Уртала ниндәй фигура тора? - түңәрәк.

-Ә түңәрәк нимә моделе ?- әкиәт.

-Тимәк беҙ нимә уҡырбыҙ ?

-Уның авторы кем ?

- Әкиәт нисек атала ?

Автор тураһында мәғлүмәт биреү.

С.Сурина Күгәрсен районы Үрге Һаҙ ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән яҙыусы булырға хыялланған. Сөнки 6 класта уҡығанда тәүге пьесаһын яҙған. С. Сурина, балалар яҙыусыһы , тәржемәсе, дүрт бала әсәһе.

4) "Интеллектуаль ҡаршылыҡ" ситуацияһы тыуҙырыу.

У. - Биҙәктәрҙе кем яһарға мөмкин ?

-Ҡар бөртөктәре нисек барлыҡҡа килә? (уҡыусыларҙың фекерен тыңлау)

-Һеҙҙең фекерегеҙ менән авторҙың фекере тура килерме икән?

5) Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

А)Һүҙлек эше (интерактив таҡтала)

ҡорт айырған күс шикелле

ғаләмгә йән өрҙө

уҡмаштыҡ

көрмәкләште

һоҫоп ҡапты

-һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөү

-Был һүҙҙәр беҙгә артабан әкиәтте уҡығанда осрарҙар.

Б) Әкиәтте балалар үҙ аллы уҡыйҙар

- 1 мин. геүләп уҡыу

-әкиәтте сылбырлап уҡыу

- йөкмәткеһе өҫтөндә эш

1) Әкиәттә һүҙ нимә тураһында бара?

2) Ҡар бөртөктәре нисек барлыҡҡа килде инде? (фекерҙәрҙе сағыштырыу һәм һығымта яһау)

В) Әкиәтте һайланма уҡыу.

-Ҡар бөртөктәре төнөн нимә эшләгән ? (табып уҡыу)

- Ҡояш ҡалҡҡас , ниндәй мөғжизә тыуған ? (табып уҡыу)

Г) Ике ҡар бөртөгө һөйләшеүен уҡыу. (ролләп)

Ял минуты

6) Интерактив таҡтала эш.

Һүҙҙәр

Синоним

Антоним

Туҙғыны

йән өрҙө

Уҡмаштыҡ

Балҡый

Йәнәш

Бейектә

Тартты

Тылсымлы

Уҡыусылар таҡтала һәм урында дәфтәрҙә яҙалар.

7) С. Ҡудаштың "Ҡар бөртөктәре" шиғырын тасури уҡыу.

Ошо хәрефле миҫалды сығарһаҡ, артабан нимә эшләйәсәгебеҙҙе белербеҙ.

ҠАТ+ РБӨ-Т+РС+ТӨК+ВА-СВА+ТӘ+СРЕ-С=( Ҡар бөртөктәре)

-уҡытыусының өлгөлө уҡыуы йәки тасури уҡыған уҡыусынан уҡытыу

-уҡыусылар үҙ аллы уҡыйҙар

-тасуири уҡыу

8) Ижади эш - синквейн (интерактив таҡтала)

" Синквейн" һүҙен нисек аңлайһығыҙ ? ( балаларҙың фекерҙәрен тыңлау)

Синквейн -француз һүҙе "биш" тигәнде аңлата. Икенсе төрлө әйткәндә- биш юллыҡ шиғыр.

  1. Кем? Нимә? Һорауына яуап биреүсе һүҙ.

  2. "Ниндәй" һорауына яуап биреүсе һүҙ.

  3. "Ни эшләй ?" һорауына яуап биреүсе һүҙ.

  4. Һөйләм, мәҡәл.

  5. Бер үк мәғәнәне аңлатыусы һүҙ.

9) Рефлексив анализ.

Бына беҙ бөгөн ҡар һәм ҡар бөртөктәре тураһында уҡыныҡ.

- Ҡарҙың ниндәй файҙаһы бар ? (ҡар иң беренсе һыу сығанағы, ергә йылы юрған, ҡоштарға , йәнлектәргә йәшенеү урыны)

-Дәрестә ниндәй эш төрө һеҙгә оҡшаны ?

-Ниндәй эште үтәүе ауыр булды?

10) Төҫлө ҡағыҙҙан ҡар бөртөктәре ҡырҡыу.

- тасуирлап һөйләү

11) Йомғаҡлау һәм баһалау.

12) Өйгә эш биреү.

Ҡырҡҡан ҡар бөртөктәренә ҡарап , "Мин ҡар бөртөгө" темаһына хикәйә ижад итеү.





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал