7


  • Учителю
  • Разработка вне классного мероприятия 'Әлифба байрамы'

Разработка вне классного мероприятия 'Әлифба байрамы'

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Әлифба байрамы

Нурзидә. Күтәренке күңелле

Барыһы ла көләс,шат бөгөн!

Күктә ҡояш йылмая

Йәшерә алмай шатлығын.

Гөлнур. Йырлайһы килеп кенә

Тора барыбыҙҙың да

Көтөп алған байрамы,

Бөгөн бөтәбеҙҙең дә.

Раушания. Йыр күтәрә күңелде

Барыһы ла көләс,шат бөгөн

Беҙҙең Әлифба байрамы

Ҡотлағыҙ беҙҙе бөгөн

Уҡытыусы. Ҡәҙерле уҡыусыларым,хөрмәтле ата-әсәләр,ҡунаҡтар! Бөгөн ҙур байрам Әлифба

байрамы! Әле генә 1 сентябрь көнө тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһын атлап ингән

ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ бөгөн беренсе еңеүҙәрен байрам итәләр.

Хәрефтәр менән танышыу,һүҙҙәр төҙөү еңел булманы. Әммә һеҙ тырыштығыҙ-уҡырға,яҙырға,матур итеп һөйләшергә,миҫал,мәсьәләләр сисергә,әҙәпле булырға,ололарҙы һәм кеселәрҙе хөрмәт итергә,аҡыллы,тәртипле буырға өйрәндегеҙ. Ысын күңелдән һеҙҙе ҡотлайым! Был байрам-барыбыҙҙың да уртаҡ байрамы. Һеҙ ҙә хөрмәтле ата-әсәләр улар менән өр-яңынан башлап тағы бер ҡат әлифбаны уҡып сыҡтығыҙ. Бик ҙур рәхмәт һеҙгә!

Уҡыуҙы,энә менән ҡойо ҡаҙыу,тиҙәр. Тимәк,беҙ һеҙҙең менән бик ҙур эш башҡарғанбыҙ.

Байрамыбыҙ ҡотло булһын! Тағын да шундай бик күп хеҙмәт,уңыштарын байрам итергә яҙһын. Һеҙҙең һәр берегеҙгә шатлыҡ-ҡыуаныстар,ныҡлы һаулыҡ,ғаилә именлеге,яңынан-яңы уңыштар теләйем.

Күскәнме бында-донъяның бар йәме,

Күңелдәр түрендә Әлифба байрамы.

Был матур байрамға ҡушыл,әйҙә һин

Донъяны гөрләтһен Әлифба байрамы.

Мәскәй әбей. Манышты мәктәбендә Әлифба байрамы бара икән. Эх,көнләшәм шул кешеләрҙән,уҡырға,яҙырға өйрәнәләр ҙә,әллә нимәләр,әллә нимәләр беләләр. Ә беҙ ятабыҙ шул урманыбыҙҙа ҡырағайланып. Уҡығас ни улар,матур өйҙәрҙә йәшәйҙәр,яҡшы итеп кейенәләр,рәхәтләнеп эшләйҙәр,ял да итә беләләр. Эх,ни эшләргә икән,нисек тә шул байрамды булдырмаҫҡа кәрәк. Шүрәле-е, һин нимә иҫең китеп тораһың? Йә, тап берәй сараһын.

Шүрәле. Бына шуны уйлап торам инде. Нисек тә булдырмаҫҡа кәрәк был байрамды. Әһә,таптым. Әйҙә,беҙ уларға яуап бирә алмай торған һорауҙар бирәбеҙ. Шул һорауҙарға яуап бирә алмаһалар,улар бит Әлифбаны тағы бер ҡат уҡыясаҡтар. (һикерәләр,һөйөнәләр,залдан сығалар)

Йыр" Әлифба "

1. Әлифба, әлифба! 2.Әлифба,әлифба!

Минең тәүге китабым. Күңелемдең көҙгөһө.

Һинән алған белем менән Халҡымдың борондан килгән

Киләсәккә юл алдым. Аҡылының өлгөһө.

3.Әлифба,әлифба!

Йөҙ йыл да тулды һиңә.

Ә көндән-көн йәшәрәһең,

Белем бирәһең миңә!

Шүрәле. Бына килеп тә еттек,ә байрам башланған.

Балалар. Һаумыһығыҙ, Мәскәй әбей, һаумы Шүрәле!

Уҡытыусы. Балалар,беҙҙең байрамға саҡырылмаған ҡунаҡтар ҙа килгән бит.

Һаумыһығыҙ,ҡәҙерле ҡунаҡтар. Рәхим итегеҙ,түрҙән уҙығыҙ!

Шүрәле. Беҙ бит былай матур һөйләшә белмәйбеҙ...

Мәскәй әбей. Ты-ырр!(һеперткеһенә атланып әйләнеп сыға)

Шүрәле. Ай-һай,ниндәй йомшаҡ,тәмле балалар. Әҙерәк кети-кети уйнарға ине шулар

менән.

Мәскәй әбей. Һин бит улар менән кети-кети уйнарға килмәнең.

Уҡытыусы. Ә һеҙ нимәгә килдегеҙ, дуҫтар?

Мәскәй әбей. Беҙ һеҙҙең байрамды булдырмаҫҡа килдек. Беҙ кешеләрҙән көнләшәбеҙ.

Уларҙың ошондай матур мәктәптәрҙә белем алып, яҡшы йәшәүҙәре",яңынан-

яңы машиналарҙа елдереүе беҙҙең асыуҙы килтерә.

Уҡытыусы. Ә һеҙ ниңә уҡыманығыҙ һуң, ҡунаҡтар?

Шүрәле. Беҙҙең бәләкәй саҡта бер ҙә уҡыйһыбыҙ килмәне,шуға күрә ҡырағайланып бөттөк.

Уҡытыусы. Ә-ә,бына эш нимәлә икән? Уҡыусылар, аңланығыҙмы инде уҡымауҙың нимәгә . килтереүен? Билдәле ғилем эйәһе, сәсән, аҡһаҡал Мифтахетдин Аҡмулла әйкән

һүҙҙәрҙә тәрән мәғәнә, фәһемле кәңәш тупланған. Уҡымышлы, белемле, мәҙә-

ниәтле кеше генә тормошта үҙ урынын таба,күп нәмәгә өлгәшә ала. Ул тыуған

ерен, илен,телен ярата,һаҡлай, байыта.

Нәркәс. Башҡорттарым,уҡыу кәрәк,уҡыу кәрәк,

Арабыҙҙа наҙандар күп,уҡыу һирәк

Аңра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,

Эй,туғандар,наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк,ҡурҡыу кәрәк

Уҡытыусы. Ә һеҙ дуҫтар,беҙгә нисек ҡамасауларға уйлайһығыҙ?

Мәскәй әбей. Кем зирәк,кем етеҙ,һынап ҡарайыҡ,әйҙәгеҙ.

Шүрәле. Беҙ йомаҡтар әйтәбеҙ,ә һеҙ яуабын табығыҙ.

Мәскәй әбей. Һеҙҙе яратыусы, хәстәрләүсе, иртән иркәләп уятыусы-кем ул? Әсәй

Шүрәле. Үҙе әсе,тышы һары, магазинда һатыла. Лимон

Мәскәй әбей. Сөсө түгел-әскелтем,телгеләнгән һыныҡлы,барынанда туҡлыҡлы. Икмәк

Шүрәле. Кескәй генә күҙҙәре,мороно оҙон бигерәк.

Уның исемен әйтеү өсөн,өс кенә хәреф кәрәк. Фил

Мәскәй әбей. Ике һылыу һыуға бара. Биҙрә

Шүрәле. Дөбөр-дөбөр-дүрт, ултырғысы-бер, йөрөткөсө-ике. Арба

Мәскәй әбей. Ай-һай,һеҙ аҡыллылар, афарин! Бөтә йомаҡтарға ла дөрөҫ яуап бирҙегеҙ.

Уҡыйыҡ әле,ниндәй һүҙ килеп сыҡты икән?

Уҡыусылар. Ә-Л-И-Ф-Б-А.

Мәскәй әбей. Быларҙы бер нисек тә еңеп булмай,ни эшләргә икән,Шүрәле?

Шүрәле. Мәскәй әбей,мин был балаларға ҡарап һоҡлана ла,ҡыҙыға ла башланым бит әле. Бик

оҫталар бит. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә әллә күпме нәмәгә

өйрәнгәндәр! Әйҙә,ҡарап ҡына ултырайыҡ.

Уҡытыусы. Әллә һорауҙарығыҙ бөттөмө? (өндәшмәйҙәр ). Әйҙәгеҙ, ултырышығыҙ, , байрамыбыҙҙың ҡунаҡтары булырһығыҙ. Ә беҙ,балалар,дауам итәйек.

Йыр"Әлифба"

1.Һәр партала,иң уртала 3.Һыҙыҡтарҙан,ырғаҡтарҙан

Әлифба тигән китап. Тора икән хәрефтәр.

Һүрәттәре бигерәк күп, Хәрефтәрҙән һүҙ төҙөргә,

Алып ҡарайбыҙ ҡат-ҡат. Өйрәнәбеҙ дәрестә.

Ҡушымта:

Белем донъяһына ишек, 4.Уҡытыусы, тәүәкәллек,

Әлифба тигән китап. Кәрәк,ти,бит һәр эштә.

Рәхмәт әйтеп йыр йырлайбыҙ, Әлифбаны ҡыйыу асҡас,

Ошо китапҡа атап. Серен сисә хәрефтәр.


2. Уҡытыусы әлифбанан

Беҙгә хәреф өйрәтә.

Таҡтаға яҙып күрһәтә.

Шунан ҡабат һөйләтә.


Динислам. Әлифбам өйрәтте

Хәрефтәр танырға.

Туҡталып тормайса

Гел алға барырға.

Айҙар. Хәрефтәр диңгеҙе

Сайҡалды ҡаршымда.

Хәрефтәр бер төҫлө

Тойолдо барыһы ла

Нурзидә. Әлифба тормошта

Беренсе баҫҡысым.

Һин белем донъяһын

Асыусы асҡысым.

Гөлнур. Әлифба,һиндә бит,

Сыныҡты ҡанаттар.

Саҡыра әкиәттәр,

Ҡанатлы аҡ аттар.

Раушания. Өйрәттең һин миңә

Ватанды һөйөргә.

Рөхсәт ит ҙур рәхмәт

Күмәкләп. Мең рәхмәт!-тиергә

Әлифба. Ҡәҙерле дуҫтарым,рәхмәт һеҙгә лә

Әлифбаны ныҡ үҙләштергәнгә

Белем һарайын асып керергә.

Һеҙҙең ҡулдарҙа хәҙер бар асҡыс

Һәр бер уҡыусы бик күп уҡыһын!

Китап иң яҡын дуҫығыҙ булһын.

Ҡәҙерле дуҫтарым,шуны белегеҙ.

Фәҡәт әлифба белемгә нигеҙ

Ҙур табипмы ул,уҡытыусымы,

Йәки төҙөлөштә бер инженермы,

Космонавтмы ул,әллә ғалиммы,

Агроном,йә иһә ябай эшсеме,

Үтәргә эштең кесеһен,ҙурын

Әлифбанан ул башлаған юлын.


Уҡытыусы. Башҡортса ла яҡшы бел

Урыҫса ла яҡшы бел

Икеһе лә беҙҙең өсөн

Иң кәрәкле затлы тел.

(Ҡыҙыл ҡалпаҡ инә. Ул урыҫса һөйләшә).

К.ш. Здравствуйте,дети!

Дети. Здравствуй, Красная шапочка!

К.ш. Откуда вы меня знаете?

Дети. Мы про тебя сказку читали.

К.ш. А знаете,куда я иду?

Дети. Красная шапочка,

Песенку поёт.

Красная шапочка,

К бабушке идёт.

К.ш. Да,ребята,я иду к бабушке. Вот для неё хотела собрать ягоды и грибы. Они не

простые,с заданиями. Поэтому я не могу положить их в корзину.

Ребята,помогите мне,пожалуйста. (Балалар бәшмәк,еләктәрҙе алалар. Уларҙың

артына эштәр яҙылған).

1.Расскажите одно ваше любимое стихотворение.(А.Игебаев «День Победы»)Наркас.

2.Назовите названия дней недели на русском языке.(Гульнур)

3.Рассажите одну физкультминутку все вместе.(Ветер дует нам в лицо...)

4.Сосчитайте от 1 до 10 на русском языке.(Раушания)

5.Спойте одну вашу любимую песню.


Песня "Учат в школе"

1.Буквы разные писать, 3.Про глагол и про тире,

Тонким перышком в тетрадь. И про дождик на дворе

Учат в школе,учат в школе Учат в школе,учат в школе

Припев: Припев:

Вычитать и умножать, И не путать никогда

Малышей не обижать Острова и города

Учат в школе,учат вшколе Учат в школе,учат в школе

Учат в школе

2.К четырем прибавить два

По слогам читать слова,

Учат в школе,учат в школе.

Припев

Книжки добрые любить

И воспитанными быть

Учат в школе,учат в школе.

К.ш. Спасибо,ребята! До свидания! Я побежала к бабушке.

Дети. До свидания!

( Ишек шаҡыйҙар).

Уҡытыусы. Укыусылар, һеҙҙе байрам менән ҡотларға ҡунаҡтар килгән ахыры. Керегеҙ,рәхим

итегеҙ!

«5»-ле керә. Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле балалар, хөрмәтле ҡунаҡтар!

Уҡыусылар. Һаумы, 5- ле. Рәхим ит,түрҙән уҙ!

5-ле. Мин бит 5-ле,бик көслө

Юҡҡа ғына ҡуймайҙар.

Кем тырыша, көс һала-

Шулар минең ысын дуҫтар!


Нәркәс. Мәктәбемдән ҡайтып киләм

Шатлығыма күмелеп.

Тәҙрәләрҙә гөлдәрем.

Ҡарап тора үрелеп.

Динислам. Әйтерһең дә сәскәләре,

Йылмаялар,көләләр.

Минең 5-ле алғанымды,

Улар ахыры беләләр.

Айҙар. Хыялдар беҙҙең ҡанатлы,

Хыялдар шундай матур.

Киләсәктә барыбыҙ ҙа,

Булырбыҙ ҡыйыу,батыр.

5-ле. Ҡәҙерле дуҫтарым! Мин һеҙҙе ҙур еңеүҙәрҙән һуң үткәрелә торған оло

байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым! Һеҙгә иң изге теләктәремде

юллайым! Ялҡауланмағыҙ! Артта ҡалмағыҙ! 2-ле алмағыҙ! Тырыш булығыҙ!

Уҡыусылар. Һеҙҙең алда һүҙ бирәбеҙ:

Ялҡауланмаҫҡа!

2-ле алмаҫҡа!

Артта ҡалмаҫҡа!

Тырыш булырға!

5-кә уҡырға!

Ҡыҙҙар башҡарыуында "Бишбармаҡ" бейеүе.

Малайҙар башҡарыуында "Моряк" бейеүе.

Балалар ата-әсәләргә әҙерләгән бүләктәрен тапшыра.


Ҡотлау һүҙе мәктәп администрацияһына, ата-әсәләргә бирелә.

Манышты төп дөйөм белем биреү мәктәбе


ӘЛИФБА байрамы


Класс етәксеһе: Мөлөкова Рәйлә Сафа ҡыҙы

2014-2015 уҡыу йылы



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал