7


  • Учителю
  • План урока на тему 'Антонимы' (4 класс)

План урока на тему 'Антонимы' (4 класс)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание: Дәрес тураһында бихисап мәҡәләләр, китаптар яҙылған. Белем биреүҙең йөкмәткеһе һәм маҡсаттары үҙгәрә, уҡытыуҙың яңы саралары тәҡдим ителә, әленән-әле реформалар тыуып тора, ләкин дәрес белем биреүҙең төп формаһы булып ҡала килә. Күпме генә  яңылыҡтар индерелһә лә, уҡыты
предварительный просмотр материала

Тема: Антонимдар

Текст өҫтөндә эш: Ф.Фәтҡуллина "Эшҡыуарҙар"

Маҡсаттар:

1. Уҡыусыларға грамматик теманы аңлатыу, антонимдарҙы текстан табырға өйрәтеү.

2. Уҡыусыларҙың бәйләнешле һөйләү телмәрен, тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү, һүҙлек байлығын арттырыу.

3. Халыҡ ижадына һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятыу; әхлаҡи сифаттар тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: дәреслектәр, мультимедиапроектор.

Дәрес барышы.

Ойоштороу: (слайд 1)

Һаумыһығыҙ, балалар!

Яҡшы үтһен көнөгөҙ!

Тик уң булһын эшегеҙ!

Яман эштән ҡараймаһын,

Һул яҡтарға тайпылмаһын,

Балҡып торһон йөҙөгөҙ!

Теманы асыу, проблемалы һорау ҡуйыу:

  • Кескәй дуҫтарым, тасуири итеп ошо шиғырҙы уҡып сығайыҡ әле! Ниндәй матур теләктәр шулай бит!? Ә хәҙер икенсе төҫ менән күрһәтелгән һүҙҙәрҙе тәржемә итеп ҡарайыҡ әле. Кем тиҙерәк, кем етеҙерәк?

Балалар тәржемә итә. Яуаптарҙы тикшерәбеҙ. (слайд2)

  • Дөрөҫ, аҡыллыларым минең! Был һүҙҙәр ниндәй мәғәнәле һүҙҙәр?

  • Ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәр. Ә ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәрҙе беҙ нисек атап йөрөтәбеҙ? (уҡыусыларҙың яуаптары тыңланыла). Дөрөҫ, афарин, үҫкәндәрем, улар антонимдар тип атала. (слайд3).

Тимәк, бөгөн беҙ һеҙҙең менән ниндәй теманы үтәсәкбеҙ?

Антонимдар темаһын!

Дөрөҫ, уңғандарым, бөгөн беҙ һеҙҙең менән антонимдар тураһында һөйләшәсәкбеҙ. (слайд4). Әйҙәгеҙ, дәфтәрҙәрҙе асып, матур итеп бөгөнгө числоны, дәрестең темаһын яҙып ҡуяйыҡ.

- Әйҙәгеҙ әле, киләһе слайдҡа күҙ һалайыҡ. Унда бик матур бер мәҡәл бирелгән. Кем тасуири итеп уҡып күрһәтәм ти?

Балалар уҡый.

Һөнәрле һөнәрен күрһәтер, һөнәрһеҙ үҙен күрһәтер.

- Нисек аңлайһығыҙ был әйтемде? Уҡыусылар яуаптарын әйтә.

Уҡыусы һығымта яһай: - Эйе, балалар, кешенең күрһәтер һөнәре, һәләте бар икән, ул үҙен бар яҡлап аса ала, ә тотоп ҡына күрһәтер эше, һөҙөмтәһе булмаһа, юҡ ерҙән бар яһай алмай, шулай бит.

Антонимдар был мәҡәлдә: һөнәрле-һөнәрһеҙ.

Ә һөнәр һүҙе нисек рус теленә тәржемә ителә, кем белә? Балалар тәржемә итә.

- Һөнәр - ул професия, шулай бит. Ә һеҙ, уҡыусылар, ниндәй профессиялар беләһегеҙ? Әйҙәгеҙ, һанап китәйек әле.

Балалар һөнәрҙәрҙе әйтәләр: табиб, водитель-шофер, уҡытыусы, менеджер, һатыусы һ.б.

-Һай, афарин, балалар! Ниндәй төрлө-төрлө һөнәрҙәрҙе беләбеҙ икән беҙ! Һәр һөнәр эйәһе ихтирамға, хөрмәткә лайыҡ. Ә һеҙ беләһегеҙме, балалар, беҙ бөгөн һанап киткән бик күп һөнәрҙәр борон-борондан халҡыбыҙ кәсебе (промысла народные) булып, элек-электән йәшәп килә. Ниндәй һөнәрҙәрҙе һеҙ атап китә алыр инегеҙ? Бөгөнгө көн, мәҫәлән, бик заманса булған (актуаль) - йырсы, шағир, оратор, уҡытыусы, эшҡыуар (предприниматель), фермер кеүек һөнәр эйәләре элек нисек аталған икән?

Уҡыусыларҙың яуаптары тыңланыла.

-Рәхмәт, йәш дуҫтарым! Ысынлап та, борондан халҡыбыҙҙың ерле кәсеп-һөнәрҙәре бөгөнгө көн профессияларға башланғыс биргән дә инде. Иғтибар менән ҡарап үтәйек әле (слайдтар китә: 6-10). Һәр береһенә туҡталып, аңлатып китәм. Сәсән кем ул, ниндәй сәсәндәрҙе беләһегеҙ? Уларҙың ҡулында айырылғыһыҙ юлдашы - думбыра һәм ҡумыҙ булған, күрһәтеп китәм. Мөғәллимдәр, шәкерттәр, абыстайҙар тураһында һөйләп үтәм. Бөгөн уларҙың эшен дауам итеүсе, мин уларҙың ейәнсәре. Ярлы шәкерттәр, аҡсалары булмаһа, уҡыуҙары өсөн аҙыҡлата түләгәндәр, йә булмаһа, мәҙрәсәлә бөтә булған физик эште башҡарғандар. Был - бартер тип атала. Артабан сауҙагәрҙәр тураһында. Улар - иң бай халыҡ булған. Улар алыпһатарлыҡ иткән, хәҙер уларҙы эшҡыуарҙар тип атап йөрөтәләр. Борон халыҡ кәсебенә бәйле килеп сыҡҡан, бөтөнләй икенсе төрлө аталған һөнәрҙәр хәҙер нисек атала икән? Слайдтан №11 ҡарап үтәбеҙ. Уҡыусылар, ә ҡайҙа беҙ һеҙҙең менән тағы ла антонимдарҙы күрҙек? (яуап: боронғо-хәҙерге). Дөрөҫ, уңғандарым!

Ә бына бөгөнгө көн популяр булған эшҡыуар профессияһы кемегеҙгә оҡшай? Уның эше нимә менән бәйле? Йә, ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ әле, кем эшҡыуар - предприниматель булғыһы килә?

Уҡыусылар ҡулдарын күтәрә. Айырым һәр уҡыусы менән һөйләм төҙөү китә.

  • Әйҙә, бергәләп, минең эшҡыуар булғым килә! Тип әйтәйек әле. Индивидуаль эш төрө. Дәфтәрҙәргә яҙып ҡуябыҙ.

Уҡыусылар, беҙҙең алда ҡағыҙ битендә Ф.Фәтҡуллинаның "Эшҡыуарҙар" тип аталған тексы ята. Ул нимә тураһында икән? Балалар яуап бирә.

-Эйе, әйҙәгеҙ, беҙ уның менән танышып китәйек әле. Тәүҙә мин һеҙгә тасуири итеп уҡып ишеттерәм, һеҙ иғтибар менән тыңлап ултыраһығыҙ. Артабан дауам итәрһегеҙ. Текст буйынса һорауҙар буласаҡ.

Уҡытыусы уҡый.

-Уҡыусылар, текст нимә тураһында? Ҡыҫҡаса йөкмәткеһенә туҡталабыҙ. Ниндәй таныш һөнәрҙе ишеттегеҙ? "Һатыусы".

Артабан уҡыуҙы дауам итәбеҙ.

Балалар уҡый.

  • Уҡыусылар, тағы ла ниндәй һөнәр эйәләрен осраттыҡ текста? (бухгалтер, кассир). Дөрөҫ, үҫкәндәрем.

  • Китаптар - ҡыйбат, дәфтәрҙәр - арзаныраҡ, тигән һөйләмде уҡыныҡ, балалар. Ҡайҙа бында беҙ бөгөн өйрәнгән антонимдар? Ҡыйбат-арзан. Дөрөҫ, афарин! (слайдтан ҡарап яҙалар).

  • Яңы һүҙ ишеттек, шулаймы? Мин һеҙгә һөнәрҙәрҙе, боронғо башҡорт халҡының кәсептәрен һөйләгәндә, бартер тигән һүҙҙе ҡулланғайным. Тимәк, нимәне аңлата икән был һүҙ? Эйе, уҡыусылар, бартер - ул әйберләтә алыштырып алыу була. Борон аҡса урынына сауҙагәрҙәр әйберләтә тауарҙары менән алыш-биреш иткәндәр. Мәҫәлән, ҡиммәтле тиреләтә, батман-батман бал, көтөү мал менән.

Текстан ниндәй яңы һүҙҙәр белдек? Әйҙәгеҙ, тағы бер ҡат ҡабатлап китәйек әле:

Ваҡытлыса - временно

Бурыс - долг

Тере аҡса - живые деньги (өйҙә күсереп яҙып килергә).

Текстан һуң һорауҙарға яуап бирәбеҙ.

Ял минуты.

-Уҡыусылар, арып киттек, эшләй-эшләй, әйҙәгеҙ, ял итеп алайыҡ. Башҡорт халҡының милли көйҙәренә өҙә баҫып алайыҡ әле.

Ҡумыҙ - ҡулдарҙы өҫкә күтәреп сиртәбеҙ,

Думбыра - ҡулдарҙы яурын тәңгәлендә сиртәбеҙ,

Ҡурай - тыпырлайбыҙ. Башланыҡ! Уҡытыусы балалар менән бергә хәрәкәттәр эшләй.

-Ял да итеп алдыҡ. Кире урындарға ултырҙыҡ.

Үтелгәнде нығытыу.

-Үҫкәндәрем, шулай итеп беҙ һеҙҙең менән бөгөн нимәләр белдек? Ниндәй яңы һүҙҙәр өйрәндек, әйҙәгеҙ иҫкә төшөрөп китәйек әле.

Уҡыусылар яуап бирә.

-Шулай, уңғандарым! Беҙ бөгөн антонимдарҙы үттек, уларҙы дәфтәрҙәргә яҙып барҙыҡ, тасуири уҡыныҡ, тәржемә иттек. Борон халҡыбыҙҙың кәсептәре, элекке һөнәрҙәре менән таныштыҡ. Әйҙәгеҙ, дәрес һуңында халҡыбыҙҙың тағы ла бер матур мәҡәлен уҡып китәйек әле. (һуңғы слайд)

Рефлексия.

Ниндәй һорауҙарығыҙ бар? Барыһы ла аңлашылдымы?

Баһалау. Өй эшен биреү. Яңы һүҙҙәрҙе яҙып, ятлап килергә.

Һау булашыу.



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал