7


  • Учителю
  • Әҙәби уҡыуҙан календарь-тематик план (4 класс)

Әҙәби уҡыуҙан календарь-тематик план (4 класс)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Аңлатма яҙыу

"Әҙәби уҡыу" буйынса программа "Мәғариф тураһында"ғы законға, "Дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең фундаменталь үҙәге" документына, "Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын Федераль дәүләт хөкүмәт стандарттарына", "Әҙәби уҡыу" дәреслегенең методик ҡулланмаһына таянып эш программаһы төҙөлдө. Уҡытыу туған (башҡорт) телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 4-се класы өсөн тәғәйенләнә.

Уҡытыу - методика комплекты түбәндәге әҙәбиәт менән тәьмин ителә:

  • Ә.Т. Мәүлийәрова, Ф.Ш.Сынбулатова. Әҙәби уҡыу. Дөйөм белем биреү учреждениеларының дүртенсе класы өсөн уҡыу китабы. Ике киҫәктә.- Өфө: Китап, 2012.

  • Ә.Т. Мәүлийәрова, Р.Ә. Зәйниева "Әҙәби уҡыу" дәреслегенә методик ҡулланма. Өфө : Китап, 2015.

  • "Әҙәби уҡыу" дәреслегенә эш дәфтәре. Ике киҫәктә. Өфө : Китап, 2016.





"Башҡорт әҙәбиәте" предметына дөйөм характеристика

Кластан тыш уҡыу. Башланғыс кластарҙа әҙәбиәт менән таныштырыу кластан тыш уҡыу дәрестәрендә дауам итә.Кластан тыш уҡыу шулай уҡ балаға тәрбиә биреү һәм шәхес үҫтереү сараһы итеп ҡарала.Кластан тыш уҡыуҙың маҡсаты-уҡыусыларҙы хәҙерге көндәге балалар әҙәбиәте менән һәр яҡлап таныштырыу,китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм үҙ- аллы даими уҡыу күнекмәһе булдырыу.Уҡытыусы ярҙамында балалар республикала сыҡҡан "Йәншишмә" гәзите, "Аҡбуҙат", "Аманат "журналдары менән танышып, даими уҡып баралар.

Һүҙҙәр менән эш. Уҡыусыларҙы дөрөҫ һөйләргә,аныҡ һәм тасуири уҡырға, һүҙҙе урынлы ҡулланырға өйрәтеү,уларҙың һүҙ байлығын арттырыу,һүҙбәйләнештәр,фразеологик берәмектәр,һөйләм,бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш уҡыу дәрестәрнең төп йөкмәткеһен тәшкил итә.

Тел күнекмәләре араһында һүҙлек эше, һөйләмдәр,ябай хикәйәләр төҙөү, уҡығанды дөрөҫ итеп һөйләү ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға ла тексты уҡыу алдынан йәки уҡытыусының тәүге ҡат уҡыуынан һуң,ундағы яңы һүҙҙәр,фразалар, һөйләмдәр аңлатыла,һүҙлек эше үткәрелә. Әҫәрҙе өлөшләп,һайлап, ролләп ,сылбыр буйынса уҡыу, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү, әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләү кеүек эштәр башҡарғанда ла һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.

"Башҡорт әҙәбиәте" - башланғыс белем биреүҙә төп предметтарҙың береһе. Уҡыу - телмәр эшмәкәрлегенең бер төрө. Уҡыу дәрестәренең маҡсаттары-уҡыусыларҙа аңлы, йүгерек, тасуири уҡыу күнекмәләре булдырыу,үҙаллы уҡыу тәжрибәһен формалаштырыу, телмәр эшмәкәрлегенең бар төрҙәрен камиллаштырыу;текст һәм китап менән эшләү оҫталығын тәрбиәләү, башланғыс кластарҙа уҡ уҡыусыларҙа китап уҡырға ынтылыш тыуҙырыу, уларҙы дөрөҫ итеп китап һайларға, әҙәби әҫәрҙәрҙе анализларға өйрәтеү; һүҙ сәнғәтенә дөрөҫ мөнәсәбәт формалаштырыу, әҙәби текстар аша уҡыусыларҙың әхлаҡи тәжрибәһен байытыу, ижади һәләттәрен үҫтереү. Башланғыс кластарҙа "Башҡорт әҙәбиәте" дәрестәренең төп маҡсаты булып уҡыусыларҙың уҡыу компетентлығын формалаштырыу һәм китап уҡыу эшмәкәрлеген үҙаллы белем алыу сараһы итеп үҫтереү тора. Ошонан сығып, уҡыу дәрестәренең бурыстары түбәндәгесә билдәләнә:уҡыусыларҙы әҙәбиәт донъяһына алып инеү һәм һүҙ сәнғәтенең образлылығын, әҙәби әҫәрҙәрҙең рухи асылын аңларға өйрәтеү;әҙәби әҫәрҙе автор менән аралашыу өсөн уҡыу, уның позицияһын, яҙылғанға мөнәсәбәтен асырға өйрәтеү;бер үк әҫәрҙе яҙыусы, уҡыусы, әҙәби критик күҙлегенән тикшерергә өйрәтеү;төрлө жанрҙағы әҙәби әҫәрҙәр менән таныштырыу; әҙәби әҫәрҙәр аша уҡыусыларҙың хис-тойғоларын байытыу;әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыу барышында уҡыусыларҙы әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләренә өйрәтеү, әхлаҡи ҡиммәттәр формалаштырыу;

Шуны ла күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк: башланғыс кластарҙа "Башҡорт әҙәбиәте" дәресенең төп бурысы булып уҡыусыларҙың уҡыу техникаһын һәм уҡыу тиҙлеген үҫтереү тора.

Әҙәби әҫәрҙе ҡабул итеү уҡыусының тормош тәжрибәһенә бәйле, шуға күрә әҫәрҙә барған хәл-ваҡиғаларҙы ул иң элек үҙенә үлсәп ҡарай , үҙенең фекерен әҫәр геройыныҡы менән сағыштыра, донъяны аңлау кимәленә таянып образ тыуҙыра, барыһын да үҙ аңы аша үткәрә. Уҡыусыға әҫәрҙең төп фекере тәү тапҡыр уҡығанда аңлашылып та бөтмәҫкә мөмкин. Уны яңынан уҡығанда күҙ уңынан төшөп ҡалған өлөштәре лә иғтибарға алына һәм икенсерәк күҙлектән ҡабул ителә. Шуға күрә әҫәрҙе аңлау, ҡабул итеү өсөн ваҡыт кәрәк.

Тасуири уҡыу - әҫәрҙе аңлы ҡабул итеүҙә ҙур ярҙамсы, сөнки геройҙарҙың төрлө кисерештәре, авторҙың йөкмәткегә мөнәсәбәте, әҫәрҙең теле тасуири уҡыу барышында уҡыусыға тағы ла нығыраҡ тәьҫир итә, аңлауҙы еңеләйтә. Тасуири уҡырға уҡыусылар иң элек уҡытыусыһына оҡшатып уҡып өйрәнәләр, артабан был күнекмә үҙ аллы уҡыу барышында камиллаша бара.

Дәрестәрҙә уҡыусыларҙың күңеле төрлө кисерештәр менән дә байырға тейеш: уҡылған әҫәрҙән баланың күңеле үҫә йәки, киреһенсә, кәйефе кителә,герой эшләгән яҡшылыҡтан ҡәнәғәтлек кисерә, яманлыҡтан йәне көйә. Шуға күрә уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә балаларҙы тирә-йүнде күҙәтергә, күргәндәрҙе анализларға, һығымта яһарға өйрәтергә бурыслы. Ошоға бәйле уҡыусылар әҙәби әҫәрҙәрҙе тормоштоң сағылышы итеп ҡабул итергә өйрәнәләр., 2010.

Программа 68 сәғәткә (аҙнаһына 2 сәғәт) иҫәплангән.

Әҙәби уҡыу дәрестәренең бурыстары

Илдәге социаль-экономик күтәрелеш һөҙөмтәһендә социаль шартттарҙың тамырынан үҙгәреүе мәғариф өлкәһенә яңы талаптар ҡуя. Баланы яңы социаль шарттарҙа бөтә яҡтан гармониялы үҫешкән шәхес итеп тәрбиәләү, нигеҙҙә, мәктәпкә йөкмәтелә. Был үҙ аллы фекерләгән, йәшәйешен тейешле кимәлдә ойоштора алған, стандарт булмаған шарттарҙа тормош проблемаларын оптималь хәл итә белгән, ғаиләһе, яҡындары, йәмғиәт алдында яуаплылыҡ тойған һәм рухи яҡтан ныҡлы булған интеллектуаль шәхес итеп тәрбиәләү бурысын ҡуя.

Юғарыла бәйән ителгән бурыстарҙы хәл итеүгә тейешле шарттар булдырыу зарур.Иң төп шарттарҙың береһе- телде өйрәнеү өсөн мөмкинселектәр тыуҙырыу, сөнки тел аралашыу ҡоралы ғына түгел, ә йәмғиәттең йәшәйешен, үҫешен көйләүсе сара булып тора. Үҙеңдең туған телеңде,милләт-ара аралашыу теле булған рус һәм инглиз телдәрен тейешле кимәлдә белеү- ҙур ҡаҙаныш һәм йәшәйешеңде, интеллектуаль үҫешеңде көйләүсе мөһим шарт ул. Шуға күрә,балаларҙы тел ғилеменә өйрәтеү башланғыс кластан маҡсатлы рәүештә ентекләп алып барыла. Уҡыу - фекерләү һәм телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәренең береһе. Шуға күрә, башланғыс мәктәптә уҡыу дәрестәре, фән булараҡ, балаға белем биреү, төрлө яҡлап үҫешен тәьмин итеү һәм тәрбиәләүҙә мөһим урын алырға тейеш.

4-се класта әҙәби уҡыуҙың беренсе этабы тамамлана. Башҡорт әҙәбиәте буйынса белем биреүҙең тәүге баҫҡысы булған был курс алдында ҡуйылған бурыстар түбәндәгесә билдәләнә:

  • Аңлы, етеҙ, тасури уҡыу; телмәр үҫтереү өҫтөндә күнекмәләрҙе дауам итеп, алған белемде системаға һалыу, артабан киңәйтә барыу;

  • Уҡыусыларға айырым әҫәрҙәрҙе аңларға ярҙам итеү маҡсатында авторҙар тураһында биографик белешмәләр биреү;

  • Әҙәбиәт теорияһынан тасуирлау, сағыштырыу, йәнләндереү, синоним, антоним, омонимдар, әкиәттәр, мәҡәлдәр, йырҙар, биография, мәҫәл, эпитет терминдары тураһында төшөнсәләрҙе тәрәнәйтеп өйрәнеү һәм нығытыу.

Ғөмүмән, башланғыс класс уҡытыусыһы алдында ҡуйылған бурыстарҙың иң мөһиме - тексты уҡыусыларға эмоциональ йоғонто яһарлыҡ итеп тасури уҡып, әҙәби әҫәрҙе ҡабул итергә ярҙам итеү, уҡыусыларҙы образдар донъяһына алып инеү.

Уҡыу дәрестәренең төп маҡсаты- китап уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу, уҡыу техникаһын камиллаштырыу, балаларҙы китап уҡыуға ылыҡтырыу, һөйләү һәм аралашыу телмәрен үҫтереү, үҙ аллы ижад итеүгә мөмкинселектәр, шарттар булдырыу.

Был мөһим бурыстар программаға индерелгән материалдар, донъя һәм башҡорт әҙәбиәтенән һайланып, художестволы һәм фәнни-популяр текстар, шулай уҡ халыҡ ижады әҫәрҙәре ярҙамында ғәмәлгә ашырыла.





Уҡыу техникаһы.

Тексты етеҙ, тасуири аңлап уҡыу. Әҫәр йөкмәткеһенә ярашлы хис-тойғоларҙы, уй-фекерҙе белдереп, тауышты көйләп уҡыу. Ҡысҡырып минутына 90-100 һүҙ уҡыу. Эстән уҡығанда минутына 120 һүҙҙән күберәк уҡыу.





4 -се класты тамалаған уҡыусының белем һәм уҡыу күнекмәләренә ҡуйылған талаптар.

-әҙәби һөйләү нормаларын күҙәтеп, йылдан-йыл аңлы, дөрөҫ, тасуири уҡырға,

-әҫәрҙе эстән аңлы уҡый белергә,

-китаптың өлөштәрен, йәғни титул битен, йөкмәткеһен, инеш һүҙен, йомғаҡ һүҙен табыу, һылтанмаһын, аннотацияһын айыра белергә,

-үҙ аллы төҙөлгән планға таянып, әҫәрҙең йөкмәткеһен ентекләп,ҡыҫҡартып йәки һайлап,ижади һөйләү күнекмәһенә эйә булырға,

-уҡылған әҫәрҙең темаһын һәм төп фекерен билдәләргә,

-уҡылған әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләргә, әҫәрҙең исемен, авторын белергә, авторҙың уй-фекерен асыҡларға,

-уҡылған әҫәрҙеңйөкмәткеһен тулы, ҡыҫҡартып, һайлап һәм ижади һөйләү күнекмәһенә эйә булырға,

-уҡылған әҫәрҙе мәғәни яҡтан тамамланған өлөштәргә үҙ аллы бүлергә, улар араһынан төп фекерҙе белдергәнен таба белергә, хикәйәнең, мәҡәләнең планын төҙөргә,

-уҡылған текстың йөкмәткеһенә нигеҙләнеп, ҡыҫҡа хикәйәләр төҙөргә, яҙырға,ижади эштәр башҡарырға, автор ҡарашынан сығып, уның төп геройына баһа бирә белергә,

-әҫәрҙәге хәл-ваҡиғаларға, күренештәргә уҡыусының шәхси уй-фекерен, ҡарашын белергә

-әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылығын, холҡон, тәртибен, тойғоһон, уй-фекерен аңларға, уларҙы бер-береһе менән сағыштырырға,үҙ мөнәсәбәтеңде белдерергә, ҡылыҡһырлама төҙөй белергә.

-шиғырҙы, ауыҙ-тел ижады өлгөләрен тасуири, яттан һөйләй белергә,

-фольклор әҫәрҙәренә миҫалдар килтерә белергә,

-төрлө тематикаға уҡылған әҫәрҙәргә миҫалдар килтерә белергә.

"Әҙәби уҡыу" предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре

Метапредмет кимәле

Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, регулятив һәм коммуникатив

эшмәкрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡыуға, белеем алырға өйрәтеү.

Предмет - ара һөҙөмтәләр түбәндәге талаптарҙан тора:

- әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай

материалдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;

- әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау һәм текстыӈ төп фекерен асыҡлау;

- үҙеӈдеӈ фекереӈде, уйыӈды әӈгәмәсеӈә еткерә алыу;

- тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;

- йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү;- аӈлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу;

- төркөмдәрҙә эшләүҙеӈ әһәмиәтен аӈлау һәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү.

Предмет кимәле

Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яӈы белем үҙләштереү, уны анализлау һәм ҡулланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.

Предметы өйрәнеүҙеӈ һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:

- компетенлы уҡыуҙы формалаштырыу;

- уҡыу техникаһын үҙләштереү;

- уҡылған йәки тыӈланған әҙәби әҫәрҙәрҙе аӈлау алымдарына эйә булыу;

- интепретацияныӈ төп элементтарын үҙләштереү;

- әҙәби әҫәрҙәрҙе, фәнни-популяр уҡыу текстарын анализлау һәм үҙгәртеү күнекмәләренә эйә булыу;

- ҡыҙыҡһындырған әҙәбиәтте үҙ аллы һайлай алыу;

- һүҙлектәр, белешмәләр менән эш итә белеү;

- үҙеӈде ижади эшмәкрлеккә һәләтле, белемле китап уҡыусы итеп тойоу;

- сюжет элементтарын индереп, бәләкәй текстар төҙөү;

- шиғырҙы яттан һөйләү һәм таныш булмаған аудиторияла сығыш яһау күнекмәләренә эйә булыу.

Программаның йөкмәткеһе

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған программаға нигеҙләнеп төҙөлдө, башланғыс дөйөм белем биреүҙең Федераль дәүләт белем биреү стандартына тура килә.

Программа етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәһе формалаштырыуға йүнәлтелгән: "Башҡорт әҙәбиәте" дәрестәрендә һүҙҙәрҙе һөйләмдә интонацион бәйләп уҡыу (ҡысҡырып уҡыу), уҡыу етеҙлеген үҫтереү (шымыраҡ уҡыуға күсеү, йыл аҙағына бышылдап уҡыу) өйрәнәләр. Етеҙ уҡыу,уҡыу техникаһын камиллаштырыу өҫтөндә системалы эш алып барыла. Һәр дәрестә текстың йөкмәткеһен үҙләштереү һәм уның төп идея тематикаһын асыҡлау өҫтөндә ентекле эш ойошторола. Бала тормош тәжрибәһенән сығып, теге йәки был хәл-ваҡиғаға, күренешкә, кешенең холоҡ-фиғеленә үҙ фекерен белдерә. Әҫәрҙәге ситуация, хәл-ваҡиғаларҙы ентекле анализлап, етди дәлилдәр килтереп, балалар дөрөҫлөктө иҫбатларға тырыша. Был осраҡта ҡыҙыу бәхәс тыуа. Бындай ситуациялар файҙалы әңгәмәләшеү,э шлекле һөйләшеүгә әйләнергә тейеш.

Һаумы, мәктәп. (1 сәғәт). 1 сентябрь - Белем байрамы. Мәктәп, уҡыу, уға мөнәсәбәт тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.

Башҡорт теленең өндәре һәм хәрефтәре (ҡабатлау һәм тәрәнәйтеү) . Әҫәрҙең темаһы һәм төп фекере. Балаларҙа уҡыу эшенә етди ҡараш, уҡыу дәрте, ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу. Әҫәр уҡыу күнекмәләрен камиллаштырыу, уҡыуҙан алған тойғоларҙы, кисерештәрҙе кинәйтеү һәм тәрәнәйтеү, яҙыусынын әйтергә теләгән төп фекерен билдәләү.

Мостай Кәрим (6 сәғәт). " Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы буйынса. « Беҙҙең өйҙөң » повесы аша уҡыусыларҙың алдында " ябайлыҡтың матурлығы", " матурҙың-ябайлығы" н асыу күҙаллана. Алты-ете йәшлек бала ауыҙынан һөйләтелгән был әҫәрҙә Бөйөк Ватан Һуғышының башҡорт ауылдарына алып килгән ауырлыҡтарын, ир-аттар фронтҡа киткәс, ҡатын-ҡыҙҙарҙың, йәш-үҫмерҙәрҙең, ҡарттарҙың колхоздағы бөтә эште үҙ елкәләренә йөкмәп ҡалыуын, яҡындарҙы юғалтыу ҡайғыһын һәм еңеү шатлығын уҡыусыларға аңларлыҡ һәм зиһененә һеңеп ҡалырлыҡ итеп еткереү. Дәһшәтле һуғыш йылдарында илебеҙҙең халыҡтары араһындағы дуҫлыҡты тағы ла нығытып, дуҫлыҡ-туғанлыҡты ябай итеп күрһәтеү. Әҫәрҙә балалар менән өлкәндәр мөнәсәбәтен күрһәтеү: оло кешеләрҙең һәр бер хәрәкәте, эш- ҡылыҡтары, үҙ-ара мөғәләмәләре, донъяға ҡараштары йәш быуынды тәрбиәләй.

Зәйнәб Биишева (5 сәғәт) Балаларҙа ижтимағи тормошҡа, файҙалы хеҙмәткә ыңғай мөнәсәбәт тәрбиәләү. Уларҙың уҡыуы, уйыны, бергәләп эшләүҙәре, эҙләнеүҙәре процесында коллектив булып ойошоуҙарын иғтибар үҙәгендә тотоу. Балалар образын тыуҙырғанда, уларҙың эске донъяларына, тәрән кисерештәренә, характерҙың үҫешенә айырыуса иғтибар итеп, теләк ынтылыштарына бәйләп күрһәтеп, мәҫәл жанры менән таныштырыу. Тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу.

Йомғаҡлау дәресе.

Ҡыш баһадир. Ҡышҡы тәбиғәттең матурлығын асыу. Сағыштырыу, йәнләндереү алымдарына иғтибар итеү. Картина буйынса эш алып барыу.

Динис Бүләков(8 сәғәт) Әҫәрҙә ысын хеҙмәттең тәме, ялған һәм хаҡлы дан, ысын батырлыҡ һәм тышҡы ялтырау, тәкәбберлек һәм баҫалҡылыҡ кеүек сифаттар конкрет персонаждарҙың образдары асыла һәм халыҡтың тәжрибәләр менән һыналған тапҡыр һүҙҙәре, мәҡәлдәр менән нығытыла.

Яныбай Хамматов(5 сәғәт)"Салауат", "Һырдаръя" романдарынан өҙөктәрҙе өйрәнеү үрнәгендә жанр( роман) тураһында әҙәби-теоретик төшөнсә биреү. Әҫәрҙә һүрәтләнгән тарихи осор, Башҡортостандағы ижтимағи-сәйәси хәл тураһындағы мәғлүмәттәрҙе уҡыусыларға еткереү шарт. Ваҡиғаларҙы, факттарҙы , геройҙарҙың эштәрен сағыштырыу, баһа биреү, әҫәрҙең төп фекерен табыу, һығымталар яһау- быларҙың бөтәһе тарихи материалды аңлап үҙләштерегә ярҙам итә.

Инеш әңгәмәлә геройҙарҙың кем булыуын, баларҙың улар тураһында нимәләр белеүен, ниндәй әҫәрҙәр уҡығанын асыҡлау. Әҫәрҙе уҡып һөйләтеү, план төҙөү, геройҙарға характеристика биреү, уларҙың тарихта тотҡан урынын билдәләү. Тарихи әҫәрҙәр уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Абдулһаҡ Игебаев (2 сәғәт) Поэма жанры поэзияның иң ҡатмарлы формаларынан һанала. Шуның өсөн жанрҙың үҙенсәлектәрен өйрәнеүҙе, шиғыр һәм мәҫәлдәр менән сағыштырып , 4-се класта уҡ өйрәнә башларға мөмкин.

Әҫәрҙең сюжеты лирик геройҙың уй-фекерҙәренән, кисерештәренән, һоҡланыуҙарынан тора. Һәр һүрәтләү әҫәрҙең йөкмәткеһен һәм идеяһын төрлө яҡлап аса: сағыштырыуҙар һәм йәнләндереүҙәр Урал тәбиғәтенең матурлығын, Уралдың мөһабәтлеген ҡабатлауҙан поэманың төп идеяһын тәрәнәйтеп, күҙ алдына баҫтыра.

Был жанрҙың теле ифрат үҙенсәлекле, халыҡсан. Әҫәрҙе уҡығанда тел байлығына иғтибар итергә, конкрет миҫалдарҙа күрһәтергә кәрәк.

Поэманың тексы өҫтөндәэшләгәндә түбәнге эш этаптарына иғтибар итергә: һүҙлек, фразеологик эш, уҡыусының тасуири уҡыуы һәм аңлатып биреү, әңгәмә, әҫәрҙең төп идеяһын билдәләү, уҡыусыларҙың аллы эштәрен ойоштороу.

Ноғман Мусин(6 сәғәт) Кескәй уҡыусыларҙы ғаләмдең, тәбиғәттең әлегә улар өсөн сер булып ҡалған төрлө яҡтары менән таныштырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйылған әҫәрҙәр урын алған.

Әҫәрҙә тәбиғәт донъяһы менән таныштырыу кешеләрҙең шул тәбиғәткә һәм бер-береһенә мөнәсәбәтенә ҡағылған әхлаҡи проблемалар менән дә тығыҙ бәйләп алып барыла.

Хикәйәләрҙә хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең насар бәндәләрҙән күргән йәберҙәрен уларҙың кисерештәре аша күрһәтеү балаларҙың тойғоһона тәьҫир итеү һәм тәбиғәткә һаҡсыл, мәрхәмәтле мөнәсәбәт тәрбиәләү маҡсаты ҡуйылған.

Фәрит Иҫәнғолов(6 сәғәт) Хикәйәләрҙә балаларҙың тәбиғәткә мөнәсәбәте уның ябай ғына серҙәрен асыуҙа, ҡоштарҙы, хайуандарҙы тәрбиәләүҙә күрһәтелә. Әҫәрҙә үҫмерҙәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуы кеүек көндәлек ваҡиғаларҙан алып, илһөйәрлек тойғоларын сағылдырыусы ситуацияларға тиклем, йәш геройҙарҙың рухи- әхлаҡи йөҙөн асыусы төрлө ваҡиғалар яҡтыртыла. Үҙ аллы уҡыу күнекмәләрен нығытыу.

Кәтибә Кинйәбулатова(4 сәғәт) Әҫәрҙәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тыл тормошо, унда балаларҙың, үҫмерҙәрҙең яҙмышы сағылдырыла .Йәш үҫмерҙәрҙең алдарында торған бурысты дөрөҫ аңлауҙары, өҫтәренә төшкән ауырлыҡтарҙы ғорур күтәреүҙәре, киҫкен һынауҙарҙа характерҙары сынығыуы күрһәтелә.

Сафуан Әлибай(3 сәғәт) Балалар был бүлеккә ингән әҫәрҙәрҙе уҡып, уларға анализ яһап, тылсымлы ҡыш һәм алтын көҙ тәбиғәтенең үҙенсәлекле күренештәре менән таныша.Ике миҙгелдең тәбиғәтен сағыштырыу, айырмалыҡтарын билдәләү аша һәр миҙгелдең үҙенә генә хас күркәмлегенә баҫым яһау.

Балаларға эстетик тәрбиә биреү, уларҙа тыуған яҡтың тәбиғәтенә, туған телгә мөхәббәт тәрбиәләү- әҫәрҙе өйрәнеүҙә төп маҡсат булып тора. Тасуири һәм һайлап уҡыу күнекмәләрен нығытыу.

Фәүзиә Рәхимғолова(5 сәғәт) Хикәйәләрҙә хеҙмәттең тормоштағы бөйөк ролен аңлауҙа өлкәндәрҙең шифалы йоғонтоһо һәм кесе йәштәге геройҙарҙың эш өҫтөндә тәрбиәләнеүе һүрәтләнә. Әҫәрҙә ыңғай геройҙар һәм уларҙың күркәм эштәре, тормош сынығыуҙары күрһәтелә. Балаларҙың ата-әсәләренә, өлкәндәргә ярҙамлашыуы, хеҙмәт барышында тыуған һәм нығынған уй-фекерҙәре сағыу буяуҙар аша бирелә.

Кирәй Мәргән(2 сәғәт) Бөркөт ҡанаты.

Фаҡиһа Туғыҙбаева(1 сәғәт) Шиғырҙарҙа ысын хеҙмәттең еңел булмауын, кешеләрҙән тырышлыҡ, оло көсөргәнеш, түҙемлек, таҫыллыҡ талап итеүенкүрһәтә, хеҙмәт кешеһенең бөйөклөгөнә инандыра, хеҙмәткә мөхәббәт темаһы уның емешенә, бигерәк тә игенсе тире менән дә берләштерелә.

Наил Ғәйетбай(3 сәғәт) Әҫәрҙәрҙә хеҙмәт тәрбиәһе балалар аңларҙай төшөнсәләр һәм образдар аша бойомға ашырыла. Был тема балаларҙың физик һәм аҡыл эшенә төрлөсә мөнәсәбәтен сағылдырыу ярҙамында хәл ителә. Балалар характерындағы ыңғай һәм кәмселекле яҡтары уларҙың хеҙмәтенә, өлкәндәргә ҡарашы аша һүрәтләнә.

Гөлфиә Юнысова(2 сәғәт) Әсә һәм Ватандың бөйөклөгө, гүзәллеге, улар менән ғорурланыу- шиғырҙарҙың төп йөкмәткеһен тәшкил итә. Әсәгә һәм Тыуған илгә һөйөү, шатланыу, шул ерҙә тыуып үҫеү менән ҡыуаныу тойғолары баланың күңеленә ғүмерлеккә һеңеп ҡалған "киң туғайҙар", "алтын бешә торған баҫыуҙар", "түңәрәк күл", "күкһел тауҙар" аша сағыла.

Раил Байбулатов(5 сәғәт)Хикәйәләрҙә балаларҙың уйындары, ҡыҙыҡһыныуҙары, үҙ-ара дуҫлыҡтары менән бәйле төрлө ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс ваҡиғалар һүрәтләнә.

Балалар араһындағы берсә ҡаршылыҡлы, берсә эскерһеҙ йылы мөнәсәбәттәр, дуҫлыҡтың нисек нығыуы, батырлыҡҡа ынтылыуы үҙенсәлекле итеп һүрәтләнә. Яҙыусы уларҙың эске донъяларына, тәрән кисерештәренә айырыуса иғтибар итә, характерҙарының үҫешен конкрет ситуацияларҙа күрһәтә.

Рәис Ғабдрахманов(6 сәғәт) Яҙыусы балаларҙың ижтимағи тормошҡа, файҙалы хеҙмәткә ҡатнашырға ынтылыштарын мажаралы ваҡиғалар ярҙамында һүрәтләй.

Әҫәрҙәрҙә төрлө ситуацияларҙа балалар характерында булған тиҫкәре сифаттар тәнҡит ителә; ысын хеҙмәттең тәме, ялған һәм хаҡлы дан, дуҫлыҡ ҡәҙере кеүек сифаттар конкрет персонаждарҙың хәрәкәттәре менән һыналған тапҡыр һүҙҙәре, мәҡәлдәре менән нығытыла.

Марс Әхмәтшин(4 сәғәт) Хикәйәләр балаларҙың эштәре, уй-хыялдары, үҙ-ара мөнәсәбәттәре, үҫмерҙәрҙең үҙ ҡылығы, тормоштағы урыны һәм яуаплылығы хаҡында мәжбүр итә. Үҫмерҙәрҙең йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуы кеүек көндәлек ваҡиғаларҙан алып, романтик ынтылыштарын, илһөйәрлек тойғоларын сағылдырыусы ситуацияларға таянып , йәш геройҙың рухи-әхлаҡи йөҙөн асыусы төрлө факттар яҡтыртыла.

Фәрзәнә Аҡбулатова(3 сәғәт) Был әҫәрҙәр балаларҙың тормошто аңлау, эстетик ҡабул итеү ҡеүәһенә тәрбиәүи маҡсаттан сығып бирелә. Уларҙа һүҙ балалар уыҙынан алып барыла, сабыйҙарҙың тормош күренештәренә үҙ ҡарашы, тойғолары, эске кисерештәре сағылдырыла.





Уҡытыу һөҙөмтәһендә башланғыс мәктәптә балала артабан белем алырға әҙерлек, кәрәкле әҙәби үҫеш кимәле булдырыуға теләк уянасаҡ. Был түбәндәге күнекмәләрҙе булдырыуҙы күҙаллай:

  • тирә-йүнде өйрәнгәндә туған тел дәресенеӈ тотҡан урынын һәм ролен төшөнөү,

  • уҡыуҙыӈ мәҙәниәтле кеше тәрбиәләүҙәге ролен аӈлау, шәхси сифаттарҙы һәм

  • социаль ҡиммәттәрҙе тәрбиәләү;

  • әҙәбиәттеӈ дөйөм кешелек сифаттары тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен аӈлау

  • әҙәби текстар өҫтөндә эстетика һәм әхлаҡ күҙлегенән сығып эш итеү.

  • Әҙәбиәттеӈ сәнғәттеӈ бер төрө икәненә төшөнөү, аӈлау;

  • әҙәби жанрҙы билдәләү, геройға характеристика биреү өсөн анализлау,

  • сағыштырыу алымдарын ҡулланыу; тексты һөйләй белеү күнекмәләренә эйә

  • булыу;

  • үҙеӈә кәрәкле информацияны әҙәби, фәнни-популяр, өйрәтеү текстарынан таба

  • белеү;

  • энциклопедик, белешмә баҫмалар менән эшләү күнекмәләренә эйә булыу.















"Әҙәби уҡыу"ҙан календарь-тематик план, 4 класс





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал