7


  • Учителю
  • Урок башкирского языка для 2 класса по теме Семья

Урок башкирского языка для 2 класса по теме Семья

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресенең технологик карта

Уҡытыусы: Юлтина Фидалиә Заһир ҡыҙы

Класс: 2а

УМК (уҡытыусы өсөн, уҡыусылар өсөн): дәреслек, эш дәфтәре, проектор.

Дәрес темаһы: Ғаилә, аш-һыу.

Дәрестең маҡсаттары:

1). Уҡытыу: Ғаилә һәм аш-һыу тураһында уҡыусыларҙың белемдәрен системаға килтереү, камиллаштырыу; темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе нығытыу, яңы һүҙҙәр менән таныштырыу.

2). Үҫтереү: Дөрөҫ, шыма уҡырға өйрәтеү,яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү;

3). Тәрбиәүи: Төркөмләп эшләү күнекмәләрен нығытыу, башҡорт теленә, тыуған районыбыҙға ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

Көтөлгән һөҙөмтәләр:

Предмет һөҙөмтәләре: текст, китап менән эш итеү алымдарын өйрәнеүҙе дауам итеү, кәрәкле материал туплау; белем алыу өсөн төрлө сығанаҡтар ҡулланыу;

Шәхси һөҙөмтәләр: үҙеңде дөрөҫ контролләргә, баһаларға өйрәнеү; ижади-эҙләнеү эше менән шөғөлләнеү; үҙ-үҙеңә баһа биреү; башҡаларҙы тыңлау, үҙ фекереңде яҡлай белеү;

Метапредмет: Төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белеү, алған белемде системалаштырыу; дәрескә маҡсат ҡуя белеү, коллектив менән, төркөмләп, индивидуаль эшләү күнекмәләрен нығытыу, үҙләштерелгән белем менән эш итә белеү.

Дәрес төрө: ҡабатлау дәресе

Эштең төрҙәре: төркөмләп, парҙар менән эшләү, фронталь эшләү күнекмәләрен үҫтереү.

Предмет-ара бәйләнеш: рус теле, әҙәбиәт, тарих, тирә-яҡ мөхит.

Йыһазландырыу: компьютерҙа презентация, карточкалар, һүрәттәрДәрестең этаптары

Уҡытыусының эшмәкәрлеге

Уҡыусының эшмәкәрлеге

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге

1.Психологик инеш (3-5 минут).

Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

Һаумы, ҡояш!

Һаумы, дуҫым!

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

Эш атмосфераһы булдыра, уҡыусыларҙы дәрескә көйләй

-Яҡшы кәйефтәр менән дәресте башлайбыҙ.

Телдәребеҙҙе башҡортсаға көйләп алайыҡ әле:

ү ҡ ғ ҫ ҙ һ ң ә ө

Хәрефтәр менән һүҙҙәр төҙөгөҙ.

Уҡыусылар дәрескә әҙерләнә

















Хәрефтәрҙе уҡыу,

(әсәй, өләсәй, үтек, ҡалаҡ, Ғата, һ.б

Регулятив: уҡытыусыны тыңлай, үҙен эшкә көйләй.

2. Булған белемдәрен актуалләштереү - өй эштәрен тикшереү.

Шиғырзы яттан һөйләү:

Әсәй, өләсәй, ейәнсәр

Өсәүләп сәй эсәләр.

Сәйнүк сәйен эсеп бөткәс,

Самауырға күсәләр.







Үтелгән теманы үҙләштереү кимәлен асыҡлай, уҡыусыларҙан һөйләтә













Ошо шиғырҙан ғаилә ағзаларын табығыҙ

Ә хәҙер аҙыҡ-түлек атамаһын табығыҙ.

Уҡыу күнекмәләрен нығытыусы эш төрҙәрен эшләй,

Һәр кем өй эше буйынса яуап бирә.













Һүҙҙәрҙе табалар һәм рус теленә тәржемә итәләр.

Коммуникатив:

уҡытыусы менән хеҙмәттәшлек итә.

Танып-белеү:

белгәндәрен анализлау.



3. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу, мотивация формал-рыу (3 мин.):

-Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, бөгөнгө дәрестең темаһын нимә тип билдәләргә мөмкин?

- Ниндәй маҡсат ҡуйырһығыҙ үҙегеҙгә?

Яңы тема буйынса маҡсат ҡуйҙырта, проблемалы ситуация булдыра:













- Һеҙ дәрестә нимәләр эшләргә теләйһегеҙ?

















- Был белем тормошта беҙгә кәрәкме?

Теманы билдәләй, үҙенә маҡсат ҡуя, теманы, датаны дәфтәрҙә яҙып ала:

Тема: Ғаилә, аҙыҡ-түлек. Ҡабатлау.





Беҙҙең маҡсат:

-уҡырбыҙ,

- яҙырбыҙ,

- һөйләрбеҙ

- ҡабатларбыҙ.





- Был тема беҙгә кәрәк…

Шәхси: әхләҡи

нормаларҙы белеү, шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙе дөрөҫ ҡороу.

Регулятив: танышты әлегәсә таныш булма-ғандан айыра белеү, үҙ-үҙеңде көйләү, ихтыяр көсөңдө туплау.

Танып-белеү: проблеманы хәл итеү, практик ҡулланыу.

4). Уҡыу мәсьәләһен сисеү, (10 мин.)

Һүҙлек эше (китапта эш)

Ярҙам итә - помогает

Уйнай - играет

Йоҡлай - спит













  • Һүҙлек һүҙҙәрен хор менән уҡыу;

  • Һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.



Регулятив: контроль, баһалау;

Танып-белеү: аңлы рәүештә фекер йөрөтөү, проблеманы сисеү. Коммуникатив: иптәштәре менән фекер алышыу.

5. Материалды аңлау кимәлен тикшереү, нығытыу (7-8)

а) Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе ҡуйып, дәфтәргә күсереп яҙығыҙ: А.ай, әс.й, өл.сәй, ей.н, .усты.

б) Дөрөҫ тәржемәләрҙе уҡтар ярҙамында тоташтыр:

һеңле младший брат

олатай сестра

ейәнсәр мама

апай дедушка

ҡусты сестренка

әсәй внучка

в) Ике бағаналағы һүҙҙәрҙе тоташтырып «Ғаиләлә кемдәр нимә эшләй?»тигән һорауға яуап бирегеҙ. (Соедините слова и ответечайте на вопрос «Кто чем занимается в семье?»)

әсәй ашарға бешерә

олатай ҡурсаҡ уйнай

һеңле икмәк телә

атай бәйләм бәйләй

өләсәй машина уйнай

ҡусты телевизор ҡарай

………………………………………………………………….

6 эш бирелгән, шуларҙың бишеһенә дөрөҫ яуап бирһәгеҙ - "5" , 4 дөрөҫ яуапҡа - "4", 3-кә - "3".













ЯЛ МИНУТЫ.

Сәп-сәп сәпәкәй

Минең ҡустым бәләкәй

Ҡулын күтәргән була

Сәпәкәй иткән була.





г) Карточкалар менән группаларҙа эшләү .( хәрефтәрҙән һүҙҙәр йыйыу) Һүҙҙәрҙе таҡтаға (дәфтәргә) яҙалар.(7-8)

Слова "Рассыпались". Помоги собрать.

ймоаҡҡ

шәлеб

кәмки

ҡабту

амрдыңту

тркфау

Подсказка: блины, мороженое, хлеб, пирог, каша, картофель.

д)Дәфтәрҙәге 29- биттәге 2-се күнегеүҙе эшләү. Эште кем аңлатыр?

Сәйҙе тағы нимә менән эсәләр?

Тортты ғәҙәттә ниндәй байрамға әҙерләйҙәр?

Беҙҙең районыбыҙҙың да тыуған көнө булды. Уға 85 йәш. ( Слайд )районға бағышланған китап һәм дисканы күрһәтеү)

Карточка буйынса һорауҙарға яуаптар бирәләр.













б) һүҙҙәрҙе тәржемәһе менән тоташтырырға





























в)һүҙҙәрҙе тоташтыралар, кем нимә эшләй ? һорауына яуап бирәләр.





Әүҙем фекер йөрөтәләр, яуаптар бирәләр…

































Бер-береңде тикшереү, баһалау. Билдәләрҙе поляға ҡуялар. Бер-нисә бала аңлата.





















Сәпәкәй итеү

Сүгеп ултырыу

ҡулдарҙы күтәреп, тороп баҫыу

Сәпәкәй итең





г)хәрефтәрҙән һүҙҙәр йыялар, Дәфтәрҙә эшләйҙәр

















































д) Уҡыусылар үҙ аллы дәфтәрҙә эшләй. Бер бала таҡтала.





(бал менән, торт менән)

(тыуған көнгә)

Регулятив: контроль, коррекция, белгәнде-белмәгәнде айыра белеү, үҙеңдең белемеңдең сифатын, кимәлен билдәләү;

Танып-белеү: үҙләштергән белемдәрен, нығытыу, практик ҡулланыу.

Коммуникатив: иптәштәре менән аралашыу, фекер алышыу,





уларҙың эшмәкәрлеген төҙәтеү һәм

баһалау

Баһалау.

Көндәлектәрҙе асабыҙ һәм билдәләр ҡуйып сығабыҙ.

Уҡыусылар уҡытыусы әйткән билдәләрҙе көндәлегенә ҡуя



6. Өйгә эш биреү, инструктаж үткәреү: (2-3 минут)

(Слайд №)

Һүҙлек һүҙҙәрен ҡабатларға (Б.38)

1в. «Ғаиләмдең ял көнө" темаһына һүрәт төшөрөргә, һөйләргә.(Д.б.30)

2в. «Минең яратҡан аҙығым»темаһына дәфтәргә һүрәт төшөрөргә, һөйләргә





Бирелгән күп кимәлле эш төрҙәренән үҙенә оҡшаған эш төрөн һайлап ала, өйҙә эшләргә әҙерләнә.











Шәхси: үҙеңде көйләү, маҡсатлы эш эшләү

7.Рефлексия (3-5 минут)

Дәрескә ҡуйған маҡсаттарыбыҙға әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Беҙ үҙебеҙгә ҡуйған маҡсаттарға ирештекме?



Рефлексияны ойоштора:

- Дәресте йомғаҡлайбыҙ. Һеҙ бөгөн нимәләр белдегеҙ?

-Теманы аңланығыҙмы?

- Нимә аңлашылып етмәне?

Һығымталар яһай, үҙенең һәм иптәшенең эшмәкәрлеген баһалай.

Коммуникатив: үҙ фекереңде дөрөҫ, тулы итеп әйтеп биреү, танып-белеү: рефлек-сия - үҙ эшмәкәрлегеңә анализ; шәхси: фекереңде яҡлау







 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал