7


  • Учителю
  • Пояснительная записка к рабочей программе по башкирскому языку для 4 класса

Пояснительная записка к рабочей программе по башкирскому языку для 4 класса

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала











2013-2014 уҡыу йылына



4-се б, в класс өсөн



башҡорт (дәүләт) теленән



эш программаһы



сәғәттәр һаны: 4 б - 35 сәғәт; 4 в - 70 сәғәт



аҙнаһына: 4 б - 1 сәғәт; 4 в - 2 сәғәт иҫәбенән.



Фахретдинова Лилиә Фәнил ҡыҙы төҙөнө





Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I - XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. һ.б. - Өфө: Китап, 2008















Аңлатмалы яҙыу.



Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙән 4-се кластары өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

</ Эш прогаммаһы: 4 б - 35сәғәт; 4 в - 70 сәғәткә бүленгән (аҙнаға: 4 б - 1; 4 в - 2 сәғәт).

Төҙөүсе: Фахретдинова Лилиә Фәнил ҡыҙы.

Дәреслек: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө : Китап, 2006.

Программа кимәле : базис.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: Ғәбитова З. М., Толомбаев Х. А. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр. - Өфө: Башҡортостан, 2006. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле һәм туған (башҡорт) тел буйынса берҙәм талаптар.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты : Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2006.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «Бәләбәй ҡалаһы мәктәп - интернаты » муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән:

  • Телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу, телдең системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү, бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

  • Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

  • Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).





Маҡсаттар һәм бурыстар.



  • Балаларҙың һүҙлек запасын арттырыу, шул һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләрен әүҙемләштереү.

  • Грамматик материалды үҙләштереү, уны дөрөҫ файҙаланып, бәйләнешле һөйләү, яҙыу күнекмәләрен артабан үҫтереү.

  • Республиканың тәбиғәте, халҡы, улар араһында башҡорттар, уларҙың тормошо, тарихы, хеҙмәте, көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары.

  • Башҡортостан Республикаһының дәүләт символдары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре тураһында белемдәрҙе киңәйтеү.

  • Программала бирелгән шиғырҙарҙы ятлау, башҡортса йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу. Башҡортса телмәр төҙөү.

Уҡыу - уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау.

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була. Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

Күсереп яҙыу - 1

Һорауҙарға яуап - 2

Диктант - 4

Изложение - 1

Инша - 2

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.

1-се сентябрь - Белем байрамы-3 сәғәт

Бөтә балалар өсөн ҙур байрам- 1 сентябрь, уҡыу, йәйге каникул, белем көнө, класс, ундағы уҡыусылар, уларҙың эштәре тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт теленең өндәре һәм хәрефтәре (ҡабатлау) . Темаға ҡараған һүҙ байлығын арттырыу, бәйләнешле телмәр төҙөү.

Мәктәптә - 7 сәғәт.

Уҡыу, белем алыу, мәктәп тормошо, кластағы эштәр, мәктәп бинаһы, ундағы кабинеттар, дәрестәр тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт теленең лексикаһы. Һүҙ, уның лексик һәм грамматик мәғәнәһе (практик үҙләштереү).

Ғаилә. Хеҙмәт- 7 сәғәт.

Ғаилә ағзалары, уларҙың эш-шөғөлдәре. Ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте. Һөнәрҙәр төрлө, уларҙың һәр береһе лә кәрәкле. Һөнәр һайлау. Башҡорт телендә исем. Исемдең күплек, берлек формалары. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Синоним, антоним исемдәр.

Хобби. Буш ваҡыт - 8 сәғәт.

Һәр кешенең яратҡан шөғөлө, төп эше була. Бынан тыш кеше ниндәйҙер эште ҡыҙыҡһынып башҡара. Балаларҙың башҡарған эштәре. Файҙалы эштәр. Кешеләргә ярҙам, киң күңеллелек тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә эште, хәрәкәтте, белдереүсе һүҙҙәр (ҡылым). Ҡылымдың мәғәнәләре, берлек һәм күплек формаһы. Ҡылымдарҙың зат менән үҙгәреше.

Транспорт. Юл. Сәйәхәт - 5 сәғәт.

Юлһыҙ тормош. Бөтә кеше юлда: йәйәүлеләр, машиналар, автобустар, троллейбустар. Юлдар ҙа төрлө. Юл ҡағиҙәләре бар. Уны күҙәтеү бик мөһөм. Юл буйлап сәйәхәткә лә сығалар. Сәйәхәттә кәрәкле әйберҙәр тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә ҡылым. Уның заман мәғәнәләре. Үткән, хәҙерге, киләсәк заманы. Уларҙың грамматик күрһәткестәре. Ҡылымдың һөйләмдәге урыны.

Врачта. Поликлиникала - 5 сәғәт.

Кеше үҙенең һаулығы тураһында үҙе хәстәрләй. Врачҡа күренә, төрлө дарыуҙар ала. Уҡыусының һаулығы ла бик мөһим. Шуға ла был тема буйынса күберәк балаларҙың һаулығы , сынығыу, көн тәртибен күҙәтеү кеүек мәсьәләләр тураһында әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу кәрәк. Башҡорт телендә сифат. Уның мәғәнәләре. Сифаттарҙың һөйләмдә исемгә бәйләнеүе. Дәрәжәләр менән үҙгәреүе.

Почтала - 5 сәғәт.

Почта, телефон, телеграф, интернет беҙҙең тормошҡа ныҡлап килеп инде. Уларҙы нисек файҙаланырға, почтала, телеграфта үҙеңде нисек тоторға, телефондан нисек һөйләшергә - был мәсьәләләр бик мөһим. Был темала бына шулар тураһында белем, һәйбәт күнекмәләр биреү күҙ уңында тотола. Башҡорт телендә исем, ҡылым, сифаттарҙың һөйләмдә ҡулланылышы (практик күнекмәләр).



Башҡортостан тәбиғәте - 4 сәғәт.

Башҡортостандың бай тәбиғәте, үҫемлектәре һәм хайуандар донъяһы. Тәбиғәттәге предметтарҙың исемдәре, уларға ҡыҫҡаса характеристика биреү. Йылғаларын, күлдәрен белеү. Тауҙар һәм урмандар. Тәбиғәтте һаҡлау тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә тиң киҫәктәр.Һөйләмдә уларҙың ҡулланылышын практик үҙләштереү.

Башҡортостанда иҫтәлекле урындар - 1 сәғәт.

Башҡортостан ерендәге, Өфө ҡалаһындағы иҫтәлекле, уникаль урындар менән таныштырыу. Башҡортостандағы данлыҡлы уҡыу йорттары, сәнғәт һарайҙары. Уларҫа ҡыҫҡаса характеристика биреү. Тыйған төйәктең матурлығын күрһәтеү, әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу. Башҡорт телендә ябай һөйләм төрҙәре.

Башҡортостандың күренекле шәхестәре - 2 сәғәт.

Башҡортостан тарихында, уның бөгөнгө тормошонда күренекле шәхестәрҙең әһәмиәте бик ҙур. күренекле шәхестәр тураһында әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу. Һан, уның телмәрҙәге роле, һан төркөмсәләре.

Ауыл тормошо - 3 сәғәт.

Ауыл тормошо, ауыл кешкләренең көнкүреше, эш- шөғөлдәре. Игенсе, малсы мкңеханизатор хеҙмәте. Ауылда аттың файҙаһы тураһында һөйләшеү, текстар уҡыу. Алмаш, һорау һәм зат алмаштары, телмәрҙәге роле. Практик үҙләштереү.

Башҡорт халыҡ ижады - 5 сәғәт.

Башҡорт халыҡ ижады тураһында төшөнсә. Әкиәттәр. Йырҙар. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Халыҡ ижадын өйрәнеүсе ғалимдар тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә рәүештәр, телмәрҙәге роле. Практик үҙләштереү.

Балалар ижады - 5 сәғәт.

Балалар ижадында йырҙар, ҡобайыр элеменнтары, әкиәттәр, көләмәстәр, тел көрмәлдергестәр, тиҙәйткестәр. Балалар ижады әҫәрҙәрен уҡыу, әңгәмәләр. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

IV класс уҡыусыларының белем кимәленә талаптар.

«Башҡортостан » темаһы буйынса (тәбиғәте, халҡы, уның тормошо, ҡалалары, йылғалары, күлдәре, кейем- һалымы, ижады ) тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу, һөйләү.

Тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү.

Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.

Ҡысҡырып шыма һәм тасуири уҡыу.

Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

25-30 һүҙ күләмендә диктант яҙыу; ошо уҡ күләмдә изложение һәм инша яҙа белеү; ҡотлау хаты (открытка) яҙа белеү.

Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү.

Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар.

  1. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  2. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1 - 4 - се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. - Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

  3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

  4. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап. - Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.

  5. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу - методика үҙәге, 2008.



Материаль - техник ҡулланмалар.

телевизор

компьютер

видеомагнитофон

принтер

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт.

  1. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө : Китап, 2006.

  2. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. - Өфө: Китап, 2009.

  3. Башҡортса - русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. - Өфө: Китап, 1994.

  4. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым - Өфө: Китап, 2007.

  5. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.- Өфө, 2006.

  6. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  7. Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».

  8. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.

9. М. Ғ. Усманова. Башҡортса русса - синонимдар һүҙлеге. Өфө : Китап, 2010.

10. Ураҡсин З. Ғ., Сиразетдинов З. Ә., Суфьянова Н. Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге.: Башланғыс синыф уҡыусылары өсөн. - Өфө : Китап, 2005.

11. Саяхова Л. Г., Ураксин З. Г., Хасанова Д. М. Русско - башкирский иллюстрированный тематический словарь.





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал