7


  • Учителю
  • Рабочая программа по гос. башкирскому языку 4 класс

Рабочая программа по гос. башкирскому языку 4 класс

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала





Башҡорт теленән программа (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I - XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

нигеҙендә төҙөлдө.

Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. һ.б. - Өфө: Китап, 2008

  1. Аңлатма яҙыу







Килешелгән:

ҠМБ етәксеһе

______/Г.К. Ғаскәрова/

протокол №_____

«__»_________20__й.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙән 4-се в коррекция класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Дәреслек: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө : Китап, 2010.

Программа кимәле : базис.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: Ғәбитова З. М., Толомбаев Х. А. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр. - Өфө: Башҡортостан, 2010. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле һәм туған (башҡорт) тел буйынса берҙәм талаптар.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты : Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2010.



2.Программаның дөйөм характеристикаһы.

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «5-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла.

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.



Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән:

  • Телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу, телдең системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү, бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

  • Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

  • Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).



Маҡсаттар һәм бурыстар.



  • Балаларҙың һүҙлек запасын арттырыу, шул һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләрен әүҙемләштереү.

  • Грамматик материалды үҙләштереү, уны дөрөҫ файҙаланып, бәйләнешле һөйләү, яҙыу күнекмәләрен артабан үҫтереү.

  • Республиканың тәбиғәте, халҡы, улар араһында башҡорттар, уларҙың тормошо, тарихы, хеҙмәте, көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары.

  • Башҡортостан Республикаһының дәүләт символдары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре тураһында белемдәрҙе киңәйтеү.

  • Программала бирелгән шиғырҙарҙы ятлау, башҡортса йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу. Башҡортса телмәр төҙөү.



3.Уҡыу предметының уҡыу планындағы урыны.

4-се в коррекция класында башҡорт телен уҡытыу Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «5-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла. Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).



4.Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау.

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була. Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

Күсереп яҙыу - 1

Һорауҙарға яуап - 2

Диктант - 4

Изложение - 1

Инша - 2



5.Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.



1-се сентябрь - Белем байрамы-4 сәғәт

Бөтә балалар өсөн ҙур байрам- 1 сентябрь, уҡыу, йәйге каникул, белем көнө, класс, ундағы уҡыусылар, уларҙың эштәре тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт теленең өндәре һәм хәрефтәре (ҡабатлау) . Темаға ҡараған һүҙ байлығын арттырыу, бәйләнешле телмәр төҙөү.





Мәктәптә - 9 сәғәт.

Уҡыу, белем алыу, мәктәп тормошо, кластағы эштәр, мәктәп бинаһы, ундағы кабинеттар, дәрестәр тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт теленең лексикаһы. Һүҙ, уның лексик һәм грамматик мәғәнәһе (практик үҙләштереү).

Ғаилә. Хеҙмәт- 7 сәғәт.

Ғаилә ағзалары, уларҙың эш-шөғөлдәре. Ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте. Һөнәрҙәр төрлө, уларҙың һәр береһе лә кәрәкле. Һөнәр һайлау. Башҡорт телендә исем. Исемдең күплек, берлек формалары. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Синоним, антоним исемдәр.

Хобби. Буш ваҡыт - 8 сәғәт.

Һәр кешенең яратҡан шөғөлө, төп эше була. Бынан тыш кеше ниндәйҙер эште ҡыҙыҡһынып башҡара. Балаларҙың башҡарған эштәре. Файҙалы эштәр. Кешеләргә ярҙам, киң күңеллелек тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә эште, хәрәкәтте, белдереүсе һүҙҙәр (ҡылым). Ҡылымдың мәғәнәләре, берлек һәм күплек формаһы. Ҡылымдарҙың зат менән үҙгәреше.

Транспорт. Юл. Сәйәхәт - 6 сәғәт.

Юлһыҙ тормош. Бөтә кеше юлда: йәйәүлеләр, машиналар, автобустар, троллейбустар. Юлдар ҙа төрлө. Юл ҡағиҙәләре бар. Уны күҙәтеү бик мөһөм. Юл буйлап сәйәхәткә лә сығалар. Сәйәхәттә кәрәкле әйберҙәр тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә ҡылым. Уның заман мәғәнәләре. Үткән, хәҙерге, киләсәк заманы. Уларҙың грамматик күрһәткестәре. Ҡылымдың һөйләмдәге урыны.

Врачта. Поликлиникала - 3 сәғәт.

Кеше үҙенең һаулығы тураһында үҙе хәстәрләй. Врачҡа күренә, төрлө дарыуҙар ала. Уҡыусының һаулығы ла бик мөһим. Шуға ла был тема буйынса күберәк балаларҙың һаулығы , сынығыу, көн тәртибен күҙәтеү кеүек мәсьәләләр тураһында әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу кәрәк. Башҡорт телендә сифат. Уның мәғәнәләре. Сифаттарҙың һөйләмдә исемгә бәйләнеүе. Дәрәжәләр менән үҙгәреүе.

Почтала - 4 сәғәт.

Почта, телефон, телеграф, интернет беҙҙең тормошҡа ныҡлап килеп инде. Уларҙы нисек файҙаланырға, почтала, телеграфта үҙеңде нисек тоторға, телефондан нисек һөйләшергә - был мәсьәләләр бик мөһим. Был темала бына шулар тураһында белем, һәйбәт күнекмәләр биреү күҙ уңында тотола. Башҡорт телендә исем, ҡылым, сифаттарҙың һөйләмдә ҡулланылышы (практик күнекмәләр).

Башҡортостан тәбиғәте - 9сәғәт.

Башҡортостандың бай тәбиғәте, үҫемлектәре һәм хайуандар донъяһы. Тәбиғәттәге предметтарҙың исемдәре, уларға ҡыҫҡаса характеристика биреү. Йылғаларын, күлдәрен белеү. Тауҙар һәм урмандар. Тәбиғәтте һаҡлау тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә тиң киҫәктәр.Һөйләмдә уларҙың ҡулланылышын практик үҙләштереү.

Башҡортостанда иҫтәлекле урындар - 4 сәғәт.

Башҡортостан ерендәге, Өфө ҡалаһындағы иҫтәлекле, уникаль урындар менән таныштырыу. Башҡортостандағы данлыҡлы уҡыу йорттары, сәнғәт һарайҙары. Уларҫа ҡыҫҡаса характеристика биреү. Тыйған төйәктең матурлығын күрһәтеү, әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу. Башҡорт телендә ябай һөйләм төрҙәре.

Башҡортостандың күренекле шәхестәре - 4 сәғәт.

Башҡортостан тарихында, уның бөгөнгө тормошонда күренекле шәхестәрҙең әһәмиәте бик ҙур. күренекле шәхестәр тураһында әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу. Һан, уның телмәрҙәге роле, һан төркөмсәләре.



Ауыл тормошо - 4 сәғәт.

Ауыл тормошо, ауыл кешкләренең көнкүреше, эш- шөғөлдәре. Игенсе, малсы мкңеханизатор хеҙмәте. Ауылда аттың файҙаһы тураһында һөйләшеү, текстар уҡыу. Алмаш, һорау һәм зат алмаштары, телмәрҙәге роле. Практик үҙләштереү.

Башҡорт халыҡ ижады - 3 сәғәт.

Башҡорт халыҡ ижады тураһында төшөнсә. Әкиәттәр. Йырҙар. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Халыҡ ижадын өйрәнеүсе ғалимдар тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә рәүештәр, телмәрҙәге роле. Практик үҙләштереү.

Балалар ижады - 3 сәғәт.

Балалар ижадында йырҙар, ҡобайыр элеменнтары, әкиәттәр, көләмәстәр, тел көрмәлдергестәр, тиҙәйткестәр. Балалар ижады әҫәрҙәрен уҡыу, әңгәмәләр. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

IV класс уҡыусыларының белем кимәленә талаптар.

  • «Башҡортостан » темаһы буйынса (тәбиғәте, халҡы, уның тормошо, ҡалалары, йылға- к-лдәре, кейем- һалымы, ижады ) тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу, һөйләү.

  • Тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү.

  • Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.

  • Ҡысҡырып шыма һәм тасуири уҡыу.

  • Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

  • Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

  • 25-30 һүҙ күләмендә диктант яҙыу; ошо уҡ күләмдә изложение һәм инша яҙа белеү; ҡотлау хаты (открытка) яҙа белеү.

Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү.

6.Башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар.

  1. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  2. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1 - 4 - се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. - Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

  3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

  4. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап. - Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.

  5. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу - методика үҙәге, 2008.



Материаль - техник ҡулланмалар.

  • телевизор

  • компьютер

  • видеомагнитофон

  • принтер



Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт.

  1. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө : Китап, 2006.

  2. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. - Өфө: Китап, 2009.

  3. Башҡортса - русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. - Өфө: Китап, 1994.

  4. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым - Өфө: Китап, 2007.

  5. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.- Өфө, 2006.

  6. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  7. Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».

  1. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  1. Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы. 1- 4 - се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма- Өфө :

  2. М. Ғ. Усманова. Башҡортса русса - синонимдар һүҙлеге. Өфө : Китап, 2010.

  3. Ураҡсин З. Ғ., Сиразетдинов З. Ә., Суфьянова Н. Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге.: Башланғыс синыф уҡыусылары өсөн. - Өфө : Китап, 2005.

  4. Саяхова Л. Г., Ураксин З. Г., Хасанова Д. М. Русско - башкирский иллюстрированный тематический словарь. Уфа: Китап, 1998.























7.Календарь - тематик планлаштырыу



Тема

Йөкмәтке элементтары

биттәр

сәғәт һаны

дата

IVБ

иҫкәрмә



план.

үткәр.

план.

үткәр.



Беренсе сентябрь . Белем көнө. 2 сәғәт.

1.

1 сентябрь - Белем көнө.

Түбәнге синыфтарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу.

Һөйләм телмәрен үҫтереү.

Башҡорт теленә ихтирам тәрбиәләү.

5-6

1

02.09.









2.

Тәүге көн.

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау һәм яңыларын өйрәтеү.

Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.

7-9

1

08.09.











Мәктәптә. 9 сәғәт.

3.

Хәйерле сәғәттә.

Мәктәпкә, белем алыуға һөйөү тәрбиәләү.

10-12

1

09.09.









4.

Башҡортостан.

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау һәм яңыларын өйрәтеү.



12-14

1

15.09.









5.

Боҙоҡ телефон. Нимә ул тел?

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау һәм яңыларын өйрәтеү.



15-16

1

16.09.









6.

Диктант. Башҡортостан.

Һөйләм телмәрен үҫтереү.



1

22.09.









7.

Ф.Ғөбәйҙуллина.Ҡәләмдәрем.

Уҡыусыларға яңы һүҙҙәр, сифат төркөмө һәм уның дәрәжәләрен айырырға өйрәтеү. Темалар буйынса уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү.



17-19

1

23.09.









8.

Уҡырға кем бара?

Сифат төркөмө һәм уның дәрәжәләрен айырырға өйрәтеү.

19-21

1

29.09.









9.

Баҡса.

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау һәм яңыларын өйрәтеү.

22-23

1

30.09.









10.

Р.Ғәббәсова. Яңы мәктәп.

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау һәм яңыларын өйрәтеү.

23-24

1

06.10.









11.

Инша . Мәктәптә.

Яҙма һөйләм телмәрен үҫтереү.

24-25

1

07.10.











Ғаилә. Хеҙмәт. 9 сәғәт.

12.

Беҙҙең ғаилә.

Ғаилә ағзаларына, хеҙмәткә ихтирам, һөйөү тәрбиәләү.

26-27

1

14.10.









13.

Шәжәрә ағасы.

Ғаилә ағзаларына, хеҙмәткә ихтирам, һөйөү тәрбиәләү.

28-29

1

20.10.









14.

Һөнәрҙәр. Ф.Туғыҙбаева. Икмәк көсө.

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау һәм яңыларын өйрәтеү.

30-34

1

21.10.









15.

Экскурсия.

Тема буйынса яңы һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү.

34-36

1

27.10.









16.

Контроль диктант.

Яҙма һөйләм телмәрен үҫтереү.





1

28.10.









17.

Хаталар өҫтөндә эш. Синонимдар.

Уҡыусыларға яңы һүҙҙәр, сифат төркөмө һәм уның дәрәжәләрен айырырға өйрәтеү.Темалар буйынса уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү.



1

03.11.









18.

Кластан тыш уҡыу.

Һөйләм телмәрен үҫтереү



1

10.11.











19.

Хәйерле иртә!

Тема буйынса яңы һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү.



43-48

1

11.11.









20.

Ф.Ғәбиҙуллина "Тамырҙар".

Һөйләм телмәрен үҫтереү.

53-54

1

18.11.











Буш ваҡыт. Хобби. 8 сәғәт.

21.

Ғ.Хөсәйенов "Кеше ғүмере".

Тема буйынса яңы һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү.

55-56

1

24.11.









22.

Контроль изложение. Минең көндәлегем.

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау һәм яңыларын өйрәтеү.



56-57

1

25.11.









23.

Ә.Сөләймәнов"Яңы аш".

Тема буйынса яңы һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү.

57-60

1

01.12.









24.

Ф.Фәтҡуллина "Аквариум балыҡтары".

Тексты аңлап һөйләү күнекмәләрен үҫтереү.

61-63

1

02.12.









25.

Ҡылымдарҙың заман менән үҙгәреше.

Ҡылымдарҙы заман менән үҙгәртергә өйрәтеү.

63-65

1

08.12.









26.

Г.Юнысова "Ниңәләр?"

Тема буйынса яңы һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү.



65-67

1

09.12.









27.

Һорауҙарға яуаптар. Минең буш ваҡытым.

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау һәм яңыларын өйрәтеү.





67

1

15.12.









28.

Уҡыу техникаһын тикшереү. Яңы йыл.

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау һәм яңыларын өйрәтеү.



68-69

1

16.12.











Транспорт. Юл. Сәйәхәт. 6 сәғәт.

29.

Минең мәктәпкә юлым.

Нимә ул юл? Ни өсөн кәрәк? һорауҙарына дөрөҫ яуап бирергә өйрәтеү. Юлда әңгәмәләшергә, аралашырга өйрәтеү.

70-71

1

22.12









30.

А.Әхмәтова "Троллейбуста"

Уҡыусыларҙы юлда бер-береңә иғтибарлы булырға кәрәклекте аңлатыу.



72-74

1

23.12.









31.

Контроль диктант.

Яҙма һөйләм телмәрен үҫтереү.



1

29.12.









32.

Хаталар өҫтөндә эш. Светофор.

Уҡыусыларҙы төрлө ситуацияларҙа һөйләшергә, мөрәжәғәт итергә, әңгәмәләшергә өйрәтеү;



74-76

1

30.12.









33.

Өфөлә транспорт. Трамвай юлы.













Тема буйынса яңы һүҙҙәр һәм һүҙбәй-ләнештәрҙе үҙләш-тереү һәм телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү;





1

12.01.









34.

Ҡылымдарҙың барлыҡ-юҡлыҡ формаһы.

Һөйләм телмәрен үҫтереү



1

30.12.











Врачта. Поликлиникала. 3 сәғәт.

35.

Беренсе ярҙам.

Беренсе ярҙам күрһәтергә кәрәклекте аңлатыу Таҙалыҡ,бөхтәлек һыҙаттары тәрбиәләү.

86-89

1

14.01.









36.

"Кем көслө?"

Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү. Кеше араһында үҙеңде нисек тотарға кәрәклекте аңлатыу, әҙәплелек тәрбиәләү.

89-92

1

15.01.









37.

Һаулыҡ һаҡлау.

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау һәм яңыларын өйрәтеү;





93-95

1

21.01.









38.

Ғ.Шәмсетдинова "Конькиҙар".

Тема буйынса яңы һүҙҙәр һәм һүҙбәй-ләнештәрҙе үҙләш-тереү һәм телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү.

95-98

1

22.01.











Почтала. 4 сәғәт.

39.

Почта. С.Агиш "Бүләк".

Тема буйынса яңы һүҙҙәр һәм һүҙбәй-ләнештәрҙе үҙләш-тереү һәм телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү.

99-103

1

28.01.









40.

"Һөнәрбаш".

Һөйләм телмәрен үҫтереү.

104-109

1

29.01.









41.

Ҡыш.

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау һәм яңыларын өйрәтеү.





110-111

1

04.02..











Башҡортостан тәбиғәте. 9 сәғәт.

42.

Дүрт миҙгел.

Уҡыусыларҙың йыл миҙгелдәре тураһындағы белемдәрен камиллаштырыу.Тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.

112-114

1

05.02.









43.

Был ниндәй ваҡыт?

Һәр миҙгелдең билдәләрен айырырға өйрәтеү.

114-117

1

11.02.









44.

Башҡортостан тәбиғәте.

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау һәм яңыларын өйрәтеү.



117-119

1

12.02.









45.

Яҙ етә.

Һәр миҙгелдең билдәләрен айырырға өйрәтеү.

120-122

1

18.02.









46.

Ф.Бәширова "Үгәй инә япрағы".

Яңы һүҙҙәр ҡулланып һөйләү телмәрен үҫтереү.



122-125

1

19.02.









47.

Контроль инша. Яҙ килде.

Тема буйынса яңы һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү.

125-127

1

04.03.









48.

"Имән сәтләүеге".

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау һәм яңыларын өйрәтеү.

128-130

1

05.03.









49.

С.Кәрим "Һабаҡ".

Яңы һүҙҙәр ҡулланып һөйләү телмәрен үҫтереү.

131-133

1

11.03.









50.

Балыҡтар.

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау һәм яңыларын өйрәтеү.



134-135

1

12.03.











Башҡортостанда иҫтәлекле урындар. 4 сәғәт.

51.

Контроль диктант.Башҡортостан.

Яҙма һөйләм телмәрен үҫтереү.Яңы һүҙҙәр ҡулланып һөйләү телмәрен үҫтереү.

136

1

18.03.









52.

Хаталар өҫтөндә эш. Өфө ҡалаһында.

Тема буйынса яңы һүҙҙәр һәм һүҙбәй-ләнештәрҙе үҙләш-тереү һәм телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү.

140-141

1

19.03.









53.

Контроль һорауҙарға яуаптар.

Яҙма һөйләм телмәрен үҫтереү. Тема буйынса яңы һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү.

137-139

1

25.03.









54.

Шүлгәнташ мәмерйәһе.

Башҡортостандың иҫтәлекле урындары менән таныштырыу.Тема буйынса һөйләү телмәрен үҫтереү.

142-143

1

26.03.











Башҡортостандың күренекле шәхестәре. 4 сәғәт.

55.

Күренекле шәхестәр. Зәки Вәлиди.

Кем ул күренекле шәхестәр икәнлеген аңлатыу.Зәки Вәлиди тураһында тарихи мәғлүмәт биреү. Башҡортостандың үткәненә, тарихына һөйөү тәрбиәләү.

148-151

1

01.04.









56.

Муса Мортазин.

Тексты аңлап һөйләү күнекмәләрен үҫтереү.

151-153

1

02.04.









57.

Исмәғил Тасимов.

Исмәғил Тасимов тураһында мәғлүмәт биреү.

153-156

1

15.04.









58.

Ҡ.Дәүләткилдиев. Ф.Ғәскәров.

Башҡортостандың һынлы сәнғәтенә һәм бейеү сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләү.

157-164

1

23.04.











Ауыл тормошо. 4 сәғәт.

59.

Ҡалаламы, ауылдамы?

Уҡыусыларҙы ауыл тормошона ҡағылышлы һүҙлек запасы менән таныштырыу.Яңы һүҙҙәр ҡулланып һөйләү телмәрен үҫтереү.Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау һәм яңыларын өйрәтеү.

165-166

1

29.04.









60.

Ат - кешенең дуҫы.

Яңы һүҙҙәр ҡулланып һөйләү телмәрен үҫтереү.

166-170

1

30.04.









61.

Тәбиғәтте һаҡлайыҡ!

Һөйләм телмәрен үҫтереү

170-172

1

06.05.









62.

Сөмбөлә - уңыш байрамы.

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау һәм яңыларын өйрәтеү.



176-180

1

07.05.











Башҡорт халыҡ ижады. 3 сәғәт.

63.

Уҡыу техникаһын тикшереү. Әкиәттәр.

Башҡорт халыҡ ижады ҡомартҡы лары менән таныштырыу.Әкиәттәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү өҫтөндә эшләү.Халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу. Балалар фольклоры менән таныштырыу.

181-186

1

13.05.









64.

Экскурсия.

Башҡорт халыҡ ижады ҡомартҡы лары менән таныштырыу



1

14.05.









65.

Мәҡәлдәр һәм йомаҡтар.

Һөйләм телмәрен үҫтереү

188-190

1

20.05.











Балалар ижады. 3 сәғәт.

66.

Алдаусы әкиәттәр һәм көләмәстәр.

Яңы һүҙҙәр ҡулланып һөйләү телмәрен үҫтереү. Әкиәттәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү өҫтөндә эшләү.

191-193

1

21.05.









67.

Контроль диктант.

Яҙма һөйләм телмәрен үҫтереү.



1

27.05.









68.

Хаталар өҫтөндә эш.Төлкө менән торна. Башҡорт халыҡ уйындары

Балалар фольклоры менән таныштырыу.

186

1

28.05.













Рассмотрено на заседании методического совета « 28 » августа 2014 г.























 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал