- Учителю
- Дүртенсе класс. ҠЫлымдарҙың юҡлыҡ формаһы.
Дүртенсе класс. ҠЫлымдарҙың юҡлыҡ формаһы.
Тема: Нимә яҡшы, нимә насар. Ҡылымдарҙың барлыҡ юҡлыҡ формаһы. | |||
Маҡсат ҡуйы блогы: | |||
1) Шәхси сифаттарҙы үҫтереү: үҙ аллы эштәр эшләргә, яҡшы кәйеф менән эштәр башҡарырға күнегеү, ижади һәләттәрен үҫтереү, яҡшы ғәҙәттәрҙе насар ғәҙәттәрҙән айырырға өйрәнеү, яҡыдарына, дуҫтарына иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу, аралашыу мәҙәниәтенә өйрәнеү, башҡаларҙы тыңлай белеү, үҙ фекерен тартынмайса әйтә белеү. 2)предмет буйынса белем алыу: ҡылымдарҙың юҡлыҡ формаһын таныу, ҡылымдарҙы юҡлыҡ формаһына ҡуя белеү, тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү, тексты аңлап уҡыу, мәғәәһен асыҡларға өйрәнеү, телмәр үҫтереү, һүҙлек байлығын арттырыу., кәрәкле мәғлүмәтте эҙләү, һығымта яһарға өйрәтеү, уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу. 3)универсаль уҡыу эшмәкәрлегген үҙләштереү:үҙ аллы белем алыу, мәғлүмәт туплау һәм уларҙы ҡуллана белеү, дәрескә маҡсат ҡуйыу һәм уны дәрес барышында тормошҡа ашырыу, эште дөрөҫ планлаштырыу, эҙләнеү эштәре алып барыу, башҡарған эштәрҙе дөрөҫ баһалау, рефлексия яһарға өйрәтеү. | |||
Эшмәкәрлекте ойоштороу блогы. | |||
№ | Уҡытыусының эшмәкәрлеге | Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге | УУЭ |
I | Психологик комфорт тыуҙырыу. |
|
|
| Һаумыһығыҙ! Бөгөн беҙҙең дәрестә ҡунаҡтар күп. Әйҙәгеҙ улар менән һаулыҡ һорашайыҡ. Ултырығыҙ! Һеҙҙең алдығыҙҙа төрлө кәйефте белдерггән смайликтар. Был смайлик ниндәй кәйефте белдерә? Был смайлик ниндәй кәйефте һүрәтләй? Ә һинең кәйефең нисек? Яҡшы кәйеф менән дәресте башлайыҡ.
Дәфтәрегеҙҙе асып бөгөнгө числоны яҙып ҡуйығыҙ. Бөгөн нисәһе, ниндәй көн? | Артҡа боролоп ҡунаҡтар менән иҫәнләшәләр. Ултырылар.
Таҡтала ҡуйылған смайликтарҙы күрһәтәләр. | Шәхси-универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: Уҡыусыларҙың хис-тойғоларҙы күрһәтеүе, белем алыуға ынтылышы, яҡшы кәефф менән эш башлауға күнеггеүе, дәрескә эмоциональ әҙерлекте күрһәтеүе. |
II | Уңыш ситуацияһын булдырыу. |
|
|
| Ә хәҙер киләһе юлдарға күҙ һалайыҡ. Уңған Зилә. Иртән сәсен тарамай, Йыуынырға яратмай. Китаптарын, кейемен Ул йыйыштырып ҡуймай.
Зилә ысынлап та яҡшы баламы? Ни өсөн? Был юлдарға ышанһаң Зилә ниндәй ҡыҙ? Ялҡау Зилә. Әйҙәгеҙ бергәләп уҡып китәйек.
Зилә яҡшы, уңған бала булһын өсөн был шиғырҙы нисек үҙгәртергә кәрәк?
| Уҡыйҙар, тәржемә итәләр Һорауҙарға яуап бирәләр.
| Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: Башҡаларҙы тыңлай белеү, тартынмайса үҙ фекерен әйтеү, телмәр байлығын үҫтереү. Һөйләм төрөнә, мәғәнәһенә ярашлы интонация табырға өйрәнеү. |
III | Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу. |
|
|
|
Ә хәҙер шиғыр юлдарындағы үҙгәргән һүҙҙәрҙе яңынан уҡып тәржемә итеп китәйек. Был ниндәй һүҙҙәр? Уларҙы нимә берләштерә.? Нимә менән айырылалар? Ма-мә ялғауы нимәне аңлата? Бөгөнгө дәрестең темаһын кем әйтеп китә. Ниндәй тема үтәсәкбеҙ? Ҡылымдарҙың юҡлыҡ формаһы | Яҡшы һәм насар тураһында. Отрицательная форма глаголов.
| Регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: уҡыусының үҙ уҡыу эшмәкәрлеген ойоштороусы хәрәкәттәр. Маҡсат ҡуйыу, проблемаға сығыу, планлаштырыу, ижади эҙләнеүҙә йүнәлеш биреү, күҙҙаллау һәләтен үҫтереү, ҡыҙыҡһыныу уятыу. |
IV | Уҡыу мәсьәләһен сисеү. |
|
|
1 2 3 | Һүрәткә ҡарап тура килггән ҡылымдарҙы һайлайыҡ. уҡыусылар тураһында һөйләмдәр төҙөйөк. Айгөл нимә эшләй? Булат Нимә эшләй?
Ҡылымдар һөйләмдең ниндәй киҫәгге булып киләләр. Һөйләм төҙөггәдә уларҙы ҡайҙа ҡуйырға кәрәк?
Ике һөйләмде таҡтаға һәм дәфтәрҙәргә яҙырға. Ә хәҙер һеҙҙең алдығыҙҙа һүҙҙәр. Шуларҙан ике һөйләм төҙөп яҙырға кәрәк. Эшләмәй, уҡыусы, ялҡау, дәрестә, тырышмай. Яҡшы, тырыша, уҡыусы, эшләй, дәрестә. Ҡылымдарҙың аҫтын һыҙығыҙ. Ҡылымдар нимәне аңлата? Юҡлыҡ ҡылымдарын әйтегеҙ. Был ҡылымдар нимәне аңлата? Юҡлыҡ ҡылымдары эш хәрәкәттең башҡарылмауын аңлата. Ниндәй осраҡта ҡылымдарға ма ялғауы ҡушыла? Ҡасан мә ялғауы яҙыла?
Парлап эшләү. (Ике уҡыусы таҡтала) Хәҙер беренсе вариант ма ялғауы ҡушылған һүҙҙәрҙе яҙа, икенсе вариант мә ялғауы ҡушылған һүҙҙәрҙе яҙа. Аҙаҡ эштәрегеҙҙе алышып, бер-берееҙҙе тикшерәһегеҙ.
Эшлә. . . й, ила. . . й, йырла. . . йым, һөйлә. . .йһең,, кил…нең, тыңла. . .й, йәшә. . .йем, бар . . ның.
--------------------------------------------------------------------------
|
Һөйләмәр төҙөйҙәр. Таҡтала: Яҡшы уҡыусы дәрестә эшләй, тырыша. Ялҡау уҡыусы дәрестә эшләмәй, тырышмай. | Танып-белеү эшмәкәрлеге: проблеманы күрә белеү һәм уны хәл итеү ысулдарын билдәләү. Кәрәкле мәғлүмәтте эҙләү, иң әһәмиәтлеһен айырып ала белеү, моделләштереү, телдән һәм яҙма формала телмәр ҡороу.
Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: башҡалар фекрен тыңлай белеү, үҙ фекере менән сағыштырыу, үҙ фекерен иҫбатларға өйрәнеү.
Шәхси универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: Бер-береһенә ярҙам, хеҙмәттәшлек итеү, аралашыу мәҙәниәте ҡәғиҙәләрен белеү, үҙ ара ыңғай мөнәсәбәттәр нығыныуы, кәңәшләшеп эшләй белеү, эшкә ҡарата яуаплылыҡ, үҙ мөмкинлектәренә ышаныс, ҡыҙыҡһыныу уятыу.
|
V | Физминутка
|
|
|
| Бер, ике - баҫтыҡ. Өс, дүрт - кирелдек. Биш алты - эйелдек. Ете, һигеҙ - үрелдек. Туғыҙ, ун - ултырҙыҡ. Күҙҙәргә гимнастика. Күҙҙәрҙе йомабыҙ. Асабыҙ. Башты бормай ғына күршегә ҡарайбыҙ, өҫкә ҡарайбыҙ, икесе яҡ күршене күҙәтәбеҙ. Танау осона ҡарайбыҙ.
|
|
|
VI | Практик эштәр һәм күнегеүҙәр |
|
|
1
| һүҙлек эше. Күп ваҡыт - много времени Саңғысы - лыжник Йыш - часто Шунан башлап - с тех пор Шәп - быстрый, лучший |
| Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: башҡалар фекрен тыңлай белеү, үҙ фекере менән сағыштырыу, үҙ фекерен иҫбатларға өйрәнеү. Телдең матурлығын күһәтеү.
Шәхси универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: Бер-береһенә ярҙам хеҙмәттәшлек итеү, аралашыу мәҙәиәте кәғиҙәләрен белеү, үҙ ара ыңғай мөнәсәбәттәр нығыныуы, кәңәшләшеп эшләй белеү, эшкә ҡарата яуаплылыҡ, үҙ мөмкинлектәренә ышаныс, ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Танып-белеү эшмәкәрлеге: проблеманы күрә белеү һәм уны хәл итеү ысулдарын билдәләү. Кәрәкле мәғлүмәтте эҙләү, иң әһәмиәтлеһен айырып ала белеү, моделләштереү, телдән һәм яҙма формала телмәр ҡороу.
|
2 | Текст өҫтөндә эш.
Булат йыш ауырый. Мәктәпкә күп ваҡыт йөрөмәй. Уҡытыусы уны саңғыла йөрөргә саҡырҙы.
Шунан башлап Булат саңғыла йөрөй. Ул хәҙер ауырымай.
Ауырый - Йөрөмәй - Белә - Саҡырманы -
|
| |
3 | Индивидуаль эш.
Ата-әсәйемде тыңлайым. Дәрескә һуңлайым. Компьютер алдында оҙаҡ ултырмайым. Дәрестәремде ваҡытында эшләмәйем.. Китап уҡырға яратам. Өйҙә гел телевизор ҡарайым. Спорт яратмайым. Дәрестә һөйләшмәйем.
Ниндәй һөйләмдәр һеҙгә тап килә? Шулай итеп уңған бала ниндәй булырға тейеш? |
| |
VII | Рефлексив анализ |
|
|
| Бөгөн дәрестә нимәләр тураһында һөйләштек? Дәрестә нимәләр эшләү оҡшаны?. Ниндәй яңылыҡ астығыҙ? |
| Шәхси универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: Уҡыу материалын аңлау, дәрестә өйрәнгәндәрҙе эҙмә-эҙлекле һөйләргә өйрәнеү. Танып белеү эшмәкәрлеге: Белемдәрҙе системаға һалыу уҡыу-эшмәкәрлек мотивы уятыу. |
VIII | Баһалау. Өйгә эш биреү. |
| Регулятив уҡыу эшмәкәрлеге: үҙ эшмәкәрлеген күҙәтеп үҙ эшенә баһа биреү, яуаплылыҡ тойғоһоноң үҫеүе. Шәхси универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: Үҙ-ара мөнәсәбәттәр нығыныуы, кәңәшләшеп эшләй белеүе. Үҙ эшмәкәрлеге һөҙөмтәләренә ҡарата яуаплылыҡ, талапсанлыҡ артыуын билдәләү. |