7


  • Учителю
  • Открытый урок по башкирскому языку: Нимә ул һан? (4 класс)

Открытый урок по башкирскому языку: Нимә ул һан? (4 класс)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Открытый урок по башкирскому языку-4 класс

МОБУ СОШ с. Серменево

Учитель начальных классов

Низаметдинова Айгуль Вахитовна.

БАШҠОРТ ТЕЛЕ.

</<font size="4">Тема: Нимә ул һан?

Дәрес төрө: Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу дәресе.

Уҡыу-методик комплект: УМК " Башҡорт теле". (авт. Сынбулатова Ф.Ш. һ.б.)

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: балаларҙың телгә ҡарата булған ҡыҙыҡһыныуын, күҙәтеүсәнлеген үҫтереү, Башҡортостандың ете мөғжизәһе менән танышыу, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Метапредмет өлкәһендә үҫеш: халыҡ ижадын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, балаларҙың фекерләү һәләтлеген үҫтереү.

Предмет өлкәһендәге һөҙөмтәләр: һан тураһында төшөнсә биреү; ябай һәм ҡушма һандар, уларҙың дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү, иҫтә ҡалдырыу.

Йыһазландырыу: слайдтар, карточкалар, тәбиғәт тауышы яҙылған диск.





Дәрес барышы.

  1. Психологик комфорт тыуҙырыу. (слайд 1)

Бөгөн беҙҙә Башҡорт теле

Яратам һине телем

Рәхмәт һиңә, һинең аша

Алам мин яҡшы белем.

--Бер-беребеҙгә йылмаябыҙ, йылмайыу күңелдәрҙе иретә, яҡшы кәйеф бүләк итә.

2. Белемдәрҙе актуалләштереү.

Һүҙлек эше.

а) Матур яҙыу минуты

-Числоны яҙабыҙ.

Ее

ете

(2-се слайд)

б) Һүҙлек: көн.яҡ, төн.яҡ, бир.яҡ, ар.яҡ, ҡул.яулыҡ, дон.я.

-Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе ҡуйып күсереп яҙырға кәрәк.

-Ҡайһы осраҡта ъ, ә ҡайһы осраҡта ь билдәһе яҙыла?

-Был ниндәй һүҙҙәр?

-Ни өсөн уларҙы ҡушма һүҙҙәр тип әйтәбеҙ?

в) Фонетик анализ.

(3-сө слайд)

-Ҡайһы һүҙ бында артыҡ? Шул һүҙҙең транскрипцияһын яҙайыҡ.

Д о н ъ я - (д о н, й а) - 5 х., 5 өн, 2 ижек

-Һәр өнгә характеристика бирәбеҙ.

г) Һөйләм киҫәктәре буйынса тикшереү.

(4-се слайд)

Яҙғы ҡояш йылы нурҙарын һибә.

  1. Уңыш ситуацияһын тыуҙырыу.

Төркөмләп эшләү.

( 5-се слайд)

-Арағыҙҙан берәү сығып яуап бирә.

-Балалар, миндә бер эш бирелмәй тороп ҡалды. Ҡайһы төркөм ала?

-Бер, ике, өс, дүрт, биш - ниндәй һүҙҙәр?

-Нимә ул һан?

Һандарҙы ҡайһы осраҡта ҡулланабыҙ?

Бына шуларҙы асыҡлау - бөгөнгө дәрестең маҡсаты.

(6-сы слайд)

  1. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу.

  • Элиза һанашмаҡ һөйләй.

Бер, ике, өс, дүрт, биш,

Алты, ете, һигеҙ, туғыҙ, ун.

Ундан - уймаҡ,

Табала - ҡоймаҡ,

Мейестә бәлеш,

Сыҡ та йәбеш!

  • Элиза нимә әйтте? (һанашмаҡ)

  • Нимә ул һанашмаҡ? (һанашмаҡты уйын уйнар алдынан әйтәләр)

  • Ниндәй һандар алынған?

(7-се слайд)

-Нимәне белдерә һуң һандар?

-Ниндәй һорауҙарға яуап бирәләр?

(8-се слайд)

Ял минуты. ( баштарын партаға һалып тәбиғәт тауышын тыңлайҙар)

  1. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү

а) Китап буйынса эш.

311-се күнегеү. -уҡып сығыу;

-һүҙҙәрҙе төркөмдәргә бүлеү;

-ниндәй үҙенсәлек менән бүлергә була.

- Ике бағанаға бүлеп яҙайыҡ.

-Шулай итеп, яһалышы яғынан ниндәй һандар була?

(Китап буйынса ҡағиҙә уҡыу)

(9-сы слайд)

  1. Ижади эш. Парлап эшләү. (карточкалар)

-Мәҡәлдәрҙә һандар төшөп ҡалған, ә һеҙ шул һанды уйлап яҙаһығыҙ.

( бер нисә баланан һорау, аңлаттырыу)

  • Нисек аңлайһығыҙ был мәҡәлдәрҙе?

  1. Нығытыу.

Башҡортттарҙа ете һаны...

Мөғжизәле ете һаны...

(уҡытыусы Башҡртостандың ете мөғжизәһе тураһында һөйләй)

(10-сы слайд- ете ҡыҙ һындары менән фонтан)

  1. Рефлексив анализ. Баһалау.

Миңә оҡшаны...

Мин белдем...

Миңә ауыр булды...

  1. Өйгә эш.

331-се күнегеү.- нөктәләр урынына цифрҙар ҡуйып биографияғыҙҙы яҙып килегеҙ.







 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал