- Учителю
- Сценарий Мин уҡыусы булдым
Сценарий Мин уҡыусы булдым
Мин уҡыусы булдым.
1-се уҡыусы Тышта ап-аҡ ҡар яуғанда
Беҙ йыйылдыҡ байрамға
Беҙҙең шатлыҡ ңскә һыймай
Һеҙгә нисек һөйләргә?
2-се уҡыусы Беҙҙә бөгөн ҙур байрам
Оло шатлыҡ тантана
Беҙҙең менән бергәләп
Әсәйҙәр ҙә ҡыуана, атайҙар ҙа шатлана.
Бөтәһе бергә: Беҙ инде ҙур үҫтек
Мәктәпкә лә килдек.
Уҡытыусы: Ҡояш ҡалҡа таң менән
Башлана байрам йыр менән!
(йыр Шаян ҡыҙҙар)
Уҡытыусы: Хәйерле көн уҡыусылар, уҡытыусылар, хөрмәтле ата-әсәләр! Бөгөн беҙҙә беренсе классҡа бағышлау байрамы. Һеҙ I сирек инде мәктәп, уҡытыусылар, дәреслектәр менән таныштығыҙ, парта артында дөрөҫ ултырырға өйрәндегеҙ, тәнәфестә ял иттегеҙ, ҡыңғырау тауышына дәрестәргә индееҙ.
-
ә хәҙер һүҙҙе уҡыусыларҙың үҙҙәренә бирәйек.
3-сө уҡыусы Посмотрите вы на нас
Перед вами первый класс
Первый класс - начало тропки
В жизнь огромного пути,
Вместе с новыми друзьями
Мы по ней хотим идти.
4- уҡыусы Беҙ бит әле быйыл ғына
Мәктәпкә тиеп килдек
Бик күп нәмәләр белергә
Уҡырға һәм һанарға.
5-се уҡыусы Хәрефтәр ҙә өйрәнәбеҙ
Һүҙҙәр теҙеп уҡыйбыҙ
Бер ҡасан да туймайбыҙ.
Уҡытыусы: Балалар! Һеҙгә уҡыусы булыу оҡшаймы?Мин дә шулай тип уйлайым. Сөнки һеҙ тәүге көндән үк бөхтә кейенеп, дәрестәргә әҙерләнеп йөрөнөгөҙ. Уҡыусы булыуығыҙ әллә ҡайҙан күренеп тора.
-
ә хәҙер тикшерәйек әле,һеҙ нисек портфелде йыйырға өйрәндегеҙ
(уйын «Портфелде йый»)
Уҡытыусы: Афарин! Ысын уҡысы булыу өсөн портфелде генә дөрөҫ йыя белеү етмәй, тағы ла дәрескә һуңламай, әҙерләнеп йөрөргә кәрәк.
Йыр «Все новое у нас»
Уҡытыусы: Беҙ уҡыусы булырға әҙербеҙме, үҙебеҙҙе тикшереп ҡарайыҡ. Беҙҙең класс портфелендә лә төрлө эштәр әҙерләнгәнконверт бар. Ҡарайыҡмы?
Конверт № 1 Был эште кем ебәргәнен белер өсөн йомаҡ сисергә кәрәк.
Я желаю от души
Вам здоровья малыши!
Чтоб прививок не боялись,
Ежедневно закалялись
Чтоб не мучил вас бронхит
Добрый доктор (Айболит)
- Айболит һеҙгә эштәр ебәргән икән.(конвертта эштәр)
Конверт № 2
Я хочу вам пожелать
Лишь пятерки получать
Книжки добрые любить,
С математикой дружить
От лица Пьеро, Мальвины
Ваш дружище ... (Буратино)
- Буратино һеҙгә математиканан эштәр ебәргән икән.(конвертта эштәр)
Әсәй уйынсыҡтар алған
Балаларға таратҡан
Алһыуға ул биргә шар
Илгизәргә самовар
Илсур улына барабан
Гөлназ ҡыҙына диван
Һанағыҙ әле дуҫтар,
Күпме уйынсыҡ булған?
Ете малай урамға
Сыҡты футбол уйнарға
өсәү килде тағын да
Иҫәплә һин барыһын да.
Айҙар китте урманға
Тәмле еләк йыйырға
Бына ун еләк тапты
Бишәүһен ауыҙына ҡапты
Нисәүе ҡалыр силәктә?
Конверт № 3
Эш эшләгәндән һуң арып, беҙ әҙерәк ял итеп алабыҙ. Беҙҙең яратҡан дуҫыбыҙ нимә?(уйын)
Уйын «Был мин, был мин, был минең дуҫтарым».Әгәр ҙә килешмәһәгеҙ ҡул сабабыҙ.
- кем һәр көн иртә менән ҡыуанып мәктәпкә килә?
-Кем һәр саҡ китап,дәфтәрен тәртиптә һәр саҡ тота?
- Кемдең ҡолағы бысыраҡ, шалҡан сәсһәң тишерлек?
- Кем һәр көн дә дәрескә гел һуңға ҡалып килә?
- Кем өйгә бирелгән эште, гел бишкә эшләп килә?
-Кемдең йөҙө бик көләс, кемдәр спортты ярата?
- Кем бейей, йырлай белә, әйтеп бирегеҙ миңә?
Балалар, беҙгә бирелгән эштәрҙең барыһын да үтәй алдыҡ. Һеҙҙе ысын ыҡыусылар тип әйтергә мөмкин.
6-сы уҡыусы: Яҙырға ла өйрәнәбеҙ
Ручканы тотоп ҡулға
Хәрефтәрҙе теҙәбеҙ беҙ
Тигеҙ, тура юлдарға
7 се уҡыусы Хыялдар беҙҙең ҡанатлы
Хыялдар шундай матур
Киләсәктә барыбыҙ ҙа
Булыр,быҙ ҡыйыу,батыр.
8-се уҡыусы Миҫал, мәсьәләләрҙе
Сисеү юлын эҙләрбеҙ,
Дәфтәрҙәрҙе, көндәлекте
Бишле менән биҙәрбеҙ
9-сы уҡыусы Мин Рамазан - бер генә
Яратам күп уҡырға
Башватҡыстар сисергә
Таҙа, матур яҙырға.
Бейеү «Танго»
10-сы уҡыусы Русса дөрөҫ, матур һөйләйем
Яратам иҫәпләргә
Матур-матур һүҙҙәр өҫтәп
Әкиәттәр һөйләргә.
11-се уҡыусы Апайымдан ҡалышмайым тип
Тырышам бар көсөмә
Тәртипле бул, күпте бел тип
Маҡсат ҡуйҙым үҙемә.
12-се уҡыусы Иртә менән торам да
Йыуынам һәм кейенәм
Аҙаҡ мәктәпкә барып
Алып ҡайтам бишлеләр.
Уҡытыусы: Һүҙ ҡотлау өсөн мәктәп директорына бирелә.
Йыр «Урман оркестры»
Һүҙ ҡотлау өсөн ата-әсәләргә бирелә.
Бейеү «Ҡуяндар»
Уҡытыусы: Трудно детей своих воспитать.
Многое нужно для этого знать.
Родителям я хочу пожелать:
детям всегда во всём помогать,
В школу с утра ребёнка собрать,
напутствие доброе вовремя дать,
Умную книжку успеть прочитать,
а в выходной не забыть погулять,
Собрания также все посещать,
школе (по мере сил) помогать.
А главное - без сомненья-
Желаю вам терпенья!