7


  • Учителю
  • Конспект урока по башкирскому языку В пословицах народная мудрость

Конспект урока по башкирскому языку В пословицах народная мудрость

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала



SMART Notebook

Программное обеспечение к интерактивной доске SMART Board

Цели, задачи дидактического материала

Закрепить знания о взаимосвязи слов в предложении ; развивать творческие способности, речь; выработать навыки правильного построения и записи предложения на башкирском языке; воспитывать моральные качества, интерес к башкирскому языку.

Содержание дидактического материала (раскрыть подробно)

Рисунок "Природа Башкортостана" и стихотворение Гульназ Кутуевой о языке используется для актуализации знаний, словарной работы и раскрытия темы урока. На доске появляется слайд с разбросанной пословицей, которую нужно собрать и объяснить, подобрать синонимичные пословицы, сделать вывод.

Следующие слайды с пословицей используются, чтобы закрепить знания о связи слов в предложении. Дети дописывают окончания на интерактивной доске, распределяют данные окончания в два столбика по указанным признакам. После каждого задания делаются выводы.

Для индивидуальной работы раздаются карточки, где нужно дописать пословицы, один работает у доски.

Для закрепления используются слайды с рисунками, к которым нужно подобрать соответствующие пословицы.





Ресурсы дидактического материала

фото, графические изображения





Используемые источники информации (литература, Интернет, ЦОР и др.)



Демонстрационный материал - «Пословицы и поговорки» Москва, «Книголюб», «Башҡорт халыҡ ижады» Өфө, «Китап»



Возможности использования дидактического материала:

- педагогом на уроке (указать этапы урока);

- учащимися

Фото- актуализация знаний;

Слайды для фронтальной и дифференцированной работы с учащимися.

Учащиеся могут использовать пословицы на других уроках











Тема: Мәҡәлдәрҙә - халыҡ аҡылы.

Маҡсат: - ялғауҙарҙың һөйләмдәге роле тураһында үтелгәнде нығытыу; мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен төшөнөү өҫтөндә эш, халыҡ ижады тураһында ҡабатлау;

-һүҙлек запасын арттырыу, ижади һәләттәрен үҫтереү,

-телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, әхлаҡ ҡағиҙиҙәләрен ҡабатлау;

Дәрес тибы: ҡабатлау

Йыһазландырыу: дидактик материал «Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр», «Башҡорт халыҡ ижады» китабы, индивидуаль карточкалар

Дәрес барышы:

Ойоштороу моменты.

- Бөгөн беҙҙә башҡорт теле,

Яратам һине, телем.

Рәхмәт һиңә . Һинең аша

Алам мин яҡшы белем.

  • Рәхмәт, уҡыусылар. Бер-беребеҙгә, килгән ҡунаҡтарға хәйерле көн , күтәренке кәйеф теләп дәресте башлайыҡ.

  • Үҙ сиратымда мин дә һеҙгә Гөлназ апайығыҙ Ҡотоеваның шиғырынан өҙөк уҡып ишеттергем килә.

Таҡтала:

Туған телем минең - сабырлыҡ,

Инәйҙәрҙән ҡалған таһыллыҡ…

Әсәм теле минең киләсәк,

Килер быуындарға бирәсәк…

  • Был шиғырҙы ниндәй уй-кисерештәр менән яҙҙы икән? Нимә әйтергә теләне икән? ( Тыуған телен ярата; телем тел сабыр, ти; минең киләсәгем телемә бәйле, киләһе быуындарға һаҡлап алып барып еткерергә кәрәк, ти)

  • Тимәк, киләсәк быуындарға еткерер өсөн, беҙгә уны ентекле итеп өйрәнергә кәрәк.

Матур яҙыу минуты. Һүҙлек эше.

Таҡтала:

Д, һ, ғ, ң, б, м

-Ниндәй хәреф артыҡ? Ни өсөн? (Һаңғырау тартынҡы)

Һ хәрефен яҙыу.

Тел төҙәткесте дауам ит.

Һәң-һәң-һәң - туған телде өйрәнһәң,

Һаң-һаң-һаң - тыуған ерҙе яратһаң,

(М-н: ған-ған-ған - булырһың һин бик уңған.)

-Шиғырҙан һ хәрефе менән һүҙ тап.

.

  • Таһыллыҡ һүҙен нисек аңлайһығыҙ. (Эште еренә еткереп, теүәл эшләү, оҫталыҡ сифаты.)

  • Кемдәргә ҡарата был һүҙҙе ҡуллана алабыҙ.

(Мәҫәлән: Кәримә таһыллыҡ менән һүрәт төшөргән)



-Иҫтә ҡалдырыу өсөн дәфтәрҙәргә яҙып ҡуяйыҡ.





ДӘРЕСТЕҢ ТЕМАҺЫН БИЛДӘЛӘҮ

Дәфтәрҙә эш.

-Таһыллыҡ - нисек яһалған. Составы буйынса тикшереү.

Тамыры - таһыл, ялғауы - лыҡ, был яһаусы ялғау, сөнки яңы һүҙ яһалған.

-Ошо уҡ юл менән яһалған тағы ла ниндәй һүҙ бар шиғырҙа.

- Сабырлыҡ һүҙен - нисек аңлайһығыҙ.

Интерактив таҡтала эш

Төбө алтын сабырлыҡ һары

  • Бирелгән һүҙҙәрҙән һөйләм төҙөгөҙ. Уҡы. Был нимә. Яҙып ҡуй.

  • Нисек аңлайһың. Мәғәнәһе буйынса оҡшаш тағы ла ниндәй мәҡәл менән танышҡайныҡ. (Сабыр иткән моратына еткән)

  • Нимәгә өйрәтә был мәҡәл?



  • Тимәк, бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? (Ялғауҙар тураһында ҡабатлайбыҙ, мәҡәлдәрҙе нығытабыҙ)

Үтелгәнде ҡабатлау.

  • Нимә ул - мәҡәл. ( Мәҡәл ул халыҡ ижады.)

  • Тағы ла ниндәй халыҡ ижады менән танышбыҙ. (Көләмәс, йыр, һынамыш, таҙаәйткес, һанашмаҡ, тел төҙәткестәр.)

  • Ни өсөн уны халыҡ ижады тип атайбыҙ?

Өй эшен тикшереү.

- Ә хәҙер һүҙҙе һеҙгә бирәм. Ниндәй эштәр башҡарып килдегеҙ.

-Көләмәстәр:

- Хәмзә, ниңә һин инглиз телен уҡымайһың?

- Ә ниңә кәрәк ул миңә?

- Беләһеңме, ул телдә Ер шары халҡының яртыһы аралаша.

- Шул етмәйме ни?



-Айрат, Пушкин ҡасан тыуған?

- 1799 йылда.

- Афарин. Ә 1812 йыл нимә менән иҫтәлекле?

- Пушкинға 13 йәш булған.



-Көләмәстәрҙе халыҡ ни өсөн яҙған?

(Көләмәстәр айырым кешеләрҙең эш-ҡылыҡтарының кәмселегенән, етешһеҙлегенән көлә. Көләмәстәрҙе фәһем алыу өсөн яҙалар, ҡайһы бер ҡылыҡтарҙан көләләр.)



-Һынамыш (Йәй, яҙ айҙарында күҙәтеү өсөн таратыу - йәй көнө күҙәтегеҙ)

Беренсе октябрҙә торналар йылы яҡҡа осоп китһә, ун дүртенә һыуытыр.

Ҡар япраҡтар ҡойолоп бөтмәҫ элек яуһа, тиҙ иреп бөтөр. Өсөнсө октябрҙә үрмәксе ауы күпләп осһа, көҙ оҙон килер. Имән сәтләүеге уңһа, ҡыш йылы килер. Ун дүртенсе октябрҙә көн ниндәй булһа, ҡыш та шулай килер.

(Һынамыштарҙа халыҡтың йылдар буйы тәбиғәт үҙгәрештәрен күҙәтеүе сағыла, алдан күрә белеүсәнлеге күренә)

- Ә мәҡәлдәр нисек барлыҡҡа килде икән?



187 - се күнегеү.

Табып уҡып күрһәт.

Физтәнәфес. Ҡарабай

Нығытыу өсөн күнегеүҙәр.

Таҡтала:

Ҡал… эш… ҡар яуа.

  • Таҡтала нимә яҙылған, мәғәнәһе аңлашыламы. Ни өсөн.(Сөнки ҡайһы бер һүҙҙәрҙең ялғауҙары юҡ.)

  • Был һеҙгә таныш мәҡәл. Кәрәкле ялғауҙар өҫтә.

Ҡал - ни эшлә (ҡылым), ниндәй - ҡалған, эш - нимә (исем) , эшкә - нимәгә (исем)ҡар яуа.



  • Ниндәй ялғау ҡушабыҙ? Нимә яһалды?

  • Тимәк, ни өсөн кәрәк икән ялғауҙар.

Һығымта:

Һөйләмдәге һүҙҙәрҙе бер-береһенә бәйләр өсөн, телмәребеҙ аңлашылһын өсөн.

  • Нисек аңлайһығыҙ? Тағы ла ниндәй мәҡәл тап килә? (Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма)

  • Бөгөнгө эштәребеҙҙе дәрестә эшләп бөтөргә тырышайыҡ.



Интерактив таҡтала эш



яһаусы ялғауҙар үҙгәртеүсе ялғауҙар

дуҫ даш тар дуҫ

юл дан лыҡ юл

таш сы ҡа таш

Һығымта: яһаусы ялғауҙар яңы һүҙ яһай,

үҙгәртеүсе ялғауҙар һүҙҙең мәғәнәһен үҙгәртә.

Парлап эшләү урындарҙа.

Мәҡәлдәрҙе яҙып бөт.

(Интерактив таҡтала ла эшләйҙәр - икенсе яртыһын тап, бергәләп төркөмлә)

Йөҙ һум аҡсаң булғансы,…

Алтын көмөш сыҡҡан ерҙән, …

Группаларҙа эш.

Бирелгән һүрәттәргә ниндәй мәҡәлдәр тап килә. Уйла. Һүрәткә ҡарап бер нисә һөйләм төҙө.

Ете ҡат үлсә - бер ҡат киҫ.

Аҙ һөйлә, күп эшлә.

Беҙ ҡапсыҡта ятмай.

Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.

Йомғаҡлау.

  • Һығымта: Телебеҙ бай, шуның өсөн уны өйрәнергә һәм таһыллыҡ менән киләсәк быуындарға алып барып еткерергә кәрәк.

-Дәрестә нисек эшләнек.

-Ниндәй мәҡәл тап килә.

Тырышҡан таба - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаға. Бөгөн бигерәк тә һәйбәт эшләнеләр:



















 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал