7


  • Учителю
  • Конспект урока башкирского языка 3 класс

Конспект урока башкирского языка 3 класс

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание: Конспект урока башкирского языка для национальных школ. 2 класс. Автор учебника Сынбулатова Фания Шугаиповна.Разработала урок учитель начальных классов начальной общеобразовательной школы д.Уразбаево-филиала муниципального бюджетного общеобразовательной школы сред
предварительный просмотр материала

Уразбай төп дөйөм белем биреү мәктәбе

Уҡытыусы: Бибакова Айһылыу Зинур ҡыҙы

Башҡорт теле. 2 класс


Тема: Ы хәрефле һүҙҙәр. 2 дәрес.


Маҡсат: 1) һүҙ башында, уртаһында, аҙағында ы өнө ишетелгән һүҙҙәрҙе тыңлау һәм уларҙы дөрөҫ яҙырға өйрәнеү;

2) күҙәтеүҙән, башҡарылған ғәмәли эштәрҙән сығып, һығымталар, йомғаҡлауҙар яһарға өйрәнеү;

3) үҙ - ара хеҙмәттәшлек итергә, мөнәсәбәт ҡорорға өйрәнеү.


Йыһазландырыу: мультимедиа проекторы, дәрескә презентация, эштәр яҙылған карточкалар, өн һыҙмалары, һүрәттәр.


Дәрес төрө: нығытыу дәресе.


Дәрес барышы:

  1. Психологик инеш. Слайд.

Балалар: Әсәм теле - башҡорт теле

Минең өсөн изге тел.

Туған телемдә һөйләшәм

Һөйөнә шуға күңел.

Уҡытыусы: Бер - беребеҙгә ҡарап йылмайҙыҡ

Эстән генә дәрестең уңышлы, файҙалы булыуын теләйек. Ҙур теләк менән эш башлайыҡ. Бындай саҡта нимә тиҙәр әле?

Балалар: Хәйерле сәғәттә!


  1. Үтелгәнде нығытыу.

  • Балалар, бөгөн дә дәрескә беҙҙең айырылмаҫ дуҫыбыҙ Отҡор килде (һүрәте эленә). Отҡор робот булғас, модель, схемалар менән эшләргә ярата. Һәм бөгөн ул һеҙҙең дә белемегеҙҙе ошо өлкәлә тикшереп ҡарарға булды. Әйҙәгеҙ таҡтала Отҡорҙоң эшен ҡарайыҡ.

  • Һүҙҙәрҙе бергәләп уҡыйыҡ. Слайдта: дуҫлыҡ, ыласын, тырыш, эшлекле, саңғы, ыумас

  • Ошо һүҙҙәргә тап килгән өн моделдәрен табып ҡуйырға кәрәк.

  • Афарин. Отҡор һеҙҙең менән бик ҡәнәғәт. Әйҙәгеҙ, ошо һүҙҙәр өҫтөндә эшләп алайыҡ.

а) Һүҙлек эше.

Ыумас һүҙҙен аңлайһығыҙмы?

- Ыумас - ул онға йомортҡа йәки һыу һалып ыуғандан һуң килеп сыҡҡан аш төрө. Ыумасты балтырған ашына ла һалалар

- Ыумас һүҙҙен ижеккә бүлеп эйтәйек әле. Ыу - мас; у был осраҡта һуҙынҡы әллә тартынҡы булып киләме? (тартынҡы).

- Дөрөҫ, иҫбатлағыҙ.

б) - Бында ниндәй һүҙ артыҡ тип уйлайһығыҙ?(эшлекле).

- Ни өсөн ошо һүҙ ?(нәҙек әйтелешле һүҙ)

- Был һүҙҙә ниндәй орфограмма бар?

- Эшлекле һүҙен нисек аңлайһығыҙ, синонимдар әйтегеҙ(егәрле, тырыш,ныҡышмал).

в) - Ә ҡалғандары ниндәй һүҙҙәр?(ҡалын әйтелешле һүҙҙәр)

- Иҫбатлағаҙ (ҡалын һуҙынҡылар)

- Һәр бер һүҙҙә ниндәй һуҙынҡы бар?(ы һуҙынҡыһы)

-Тимәк, бөгөн дә беҙҙең дәрестең темаһы ниндәй тип уйлайһығыҙ? Слайдта:Ы хәрефле һүҙҙәр.


III. Уҡыу маҡсатын ҡуйыу.

  • Беҙҙең бөгөн Ы хәрефен нығытыу дәресе.

  • Ә дәрескә ниндәй маҡсат ҡуяйыҡ?

  • Дөрөҫ, ы хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға һөм уҡырға өйрәнеү (таҡтаға яҙыу).

  • Ә тағы ла ниндәй маҡсат ҡуйырһығыҙ? Нимәләр белергә һәм өйрәнергә теләр инегеҙ?

а) Матур яҙыу минуты.

б) Ы хәрефле һүҙҙәрҙе яҙыу.

- Ы хәрефе һүҙҙең ҡайһы урынында яҙылған (башы, ураһы, аҙағы)

Ы хәрефенең аҫтына һыҙыу.

в) Бармаҡтар өсөн күнекмә.

г) Мәҡәлдәр өҫтөндә эш.Үҙ аллы эш.Слайд.

- Отҡор мәҡәл яҙған, тик ҡайһы бер хәрефтәрен төшөрөп ҡалдырған.

Был мәҡәлдәрҙе төшөп ҡалған хәрефтәрен ҡуйып дөрөҫ һәм матур итеп күсереп алығыҙ.(Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә. Ысын дуҫлыҡтың ҡәҙерен бел.)

д) Слайд буйынса үҙ аллы эште тикшереү. Мәҡәлдәрҙе уҡыйҙар, мәғәнәһен аңлаталар. Ы хәрефтәренең урынын әйтәләр, аҫтына һыҙалар


IV. Ял минуты.

Ыж-ыж итә, ыж-ыж итә,

Беҙҙе тыз-быз йөрөтә,

Ҡайһыбыҙҙы йүгертә,

Ҡайһыбыҙҙы һикертә,

Асыуланһа, танауҙы ла

Ҡып-ҡыҙыл борос итә.

Ҡолаҡтарҙы семетә

Балаларҙы гармунһыҙ ҙа

Тыпыр-тыпыр бейетә.

V. Тиҙәйткес өйрәнеү.

Ырғытһаң ырғый

Ырғытмаһаң да ырғый,

Ырғытһаң да, ырғытмаһаң да

Ырғый ҙа ырғый, ырғый ҙа ырғый.

Ниндәй өн күп ишетелә (ы өнө)

VI. Дәреслек менән эш.

1. Текст өҫтөндә эш. 1-се күнегеү, 41 бит.

«Ысығүлән-йыртҡыс үлән".

а) Һүҙлек эше. Ысығүлән.

б) Тексты уҡыу һәм уҡытыу.

в) Слайдтан ысығүлән һүрәттәрен ҡарау.

2. Парлап эшләү

а) Карточкалағы һорауҙарға 2-3 һүҙ менән яуап яҙыу.

б) Эштәрҙе тикшереү.

- Афарин, әйҙәгеҙ ял итеп алайыҡ.


VII. Ял минуты.

Ҡаҙҙар кеүек йөҙәйек,

Ҡоштар кеүек осайыҡ,

Ҡуян кеүек һикерәйек,

Айыу кеүек атлайыҡ.

Аттар кеүек еләйек,

Бесәй кеүек һуҙылайыҡ,

Һәм урынға ултырайыҡ.


VIII. Төркөмдә эш. «Һүҙ уйла" уйыны.

Һәр төркөмгә эш. Ы хәрефе булған һүҙҙәрҙе яҙыу.

Һүҙҙәрҙе уҡытыу.

IX. Дәреслек менән эш. 2-се күнегеү,42 бит (һүҙҙәрҙе ижек һаны буйынса төркөмләү)

Һүҙлек эше: шыртлай-шөрләй-ҡурҡа

Слайд буйынса эштәрҙе үҙҙәре тикшерә.

X. Дәрескә рефлексив анализ.

а) -Дәрестә нимәгә өйрәндегеҙ?

-Ы хәрефе һүҙҙең ҡайһы урынында яҙыла? Ниндәй һүҙҙәрҙә?

- Рус һүҙҙәрендә нисек яҙыла икән?

-Дәрестә бөтәһе лә аңлашылдымы? Сигнал карточкаларын күрһәтегеҙ (йәшел,һары,ҡыҙыл түңәрәктәр)

Өй эше: 3-сө күнегеү, 42-се бит. Баһалау.



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал