7


  • Учителю
  • Внеклассное мероприятие 1 класс

Внеклассное мероприятие 1 класс

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Балалар фольклоры.

Малайҙар, ҡыҙҙар ҡысҡырышып сәхнәгә килеп инәләр.

-Әйҙәгеҙ, уйнарға!

-Ә нимә уйнайбыҙ?

-Йомаҡ әйтеш..

-Йәшенмәк!

-Ю-юҡ! Аҡ тирәк, күк тирәк!

-Ярай! Аҡ тирәк, күк тирәк уйнарға.

Малайҙар, ҡыҙҙар тиҙ генә бүленешеп ике яҡҡа теҙелеп торалар ҙа һамаҡлайҙа башлайҙар.

-Аҡ тирәк тә күк тирәк,

Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

-Аҡ тирәк тә күк тирәк

Беҙгәме, Айсаф кәрәк.

Айсаф йүгереп барып өҙә лә Элмираны алып, бейеп киләләр.

-Аҡ тирәк тә күк тирәк,

Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

-Аҡ тирәк тә күк тирәк

Беҙгәме, Наҙгөл кәрәк.

Наҙгөл барып өҙә алмай ҡала.наҙгөлгә яза бирәләр, ул йыр башлай һәм күмәкләп бергә "Гөлсара"ны йырлайҙар.

-Эй , ялҡытты. Икенсе уйын уйнайыҡ.

-Ә мин һеҙгә бер әкиәт һөйләйем, тыңлайһығыҙмы?

-Һөйлә, һөйлә! Тыңлайбыҙ.

-Борон-борон заманда йәшәгән ,ти ,бер эбей менән бабай. Уларҙың өйө булған ти , таштан.(Пауза). Һөйләйемме баштан?

-һөйлә, һөйлә! (Шул ук текст дауам ителә).

-Э-э-эй!

-Мин һөйләйем.

Борон- борон заманда йәшәгән ,ти, бер әбей менән бабай. Уларҙың ике ҡыҙҙары булған, ти. Бер ҡыҙының исеме Һөйлә, икенсеһе- Һөйләмәбулған, ти. Бер көндө ике ҡыҙ һыу буйына киткәндәр, ти. Һөйлә һыуға ингәндә батҡан да ҡуйған,ти. Яр буйында кем ҡалды әле?

-Һөйләмә.

Әкиәт һөйләүсе тынып ҡала.

-Йә, нимә артабан һөйләмәйһең?

-Һуң һөйләмә тинегеҙ бит.(көлөшәләр)

-Тик ултырғансы үҙебеҙ әкиәт ҡуйып ҡарайыҡ.

Әкиәт инсценировкалау.

-Әкиәт шәп килеп сыҡты.йырлашып алайыҡ.

Йыр "Үҫәм".

Бейеү "Лирик бейеү".

Айсаф йырлай

Түңәрәк бейеүе.

Күңелле көлөшөп ҡайтып китәләр.

А.З.Назарова







 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал