- Учителю
- Урок по родному языку.
Урок по родному языку.
КМО. 10 ноябрь 2015 йыл. 2класта туған телдән асыҡ дәрес.Гузаирова Л.И
Тема: Әкиәттә ҡунаҡта.
Маҡсат: 1.Әкиәттәрҙең эстәлегенә төшөндөрөү,һүҙ байлығын арттырыу,тасуири уҡыу һәм һөйләү күнекмәләрен үҫтереү.
2.Балаларҙың күңел байлығын үҫтереү.Эстәлекте аңлап уҡыуҙарына, һөйләй алыуҙарына модель ярҙамында ирешеү.
3.Әкиәттәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.Халыҡ педагогикаһы нигеҙендә һәм әкиәт геройҙары миҫалында әхлаҡи тәрбиә биреү.
Дәрес барышы.
-
-Балалар, бөгөнгө ҡыңғырауҙың серле тауышы беҙҙе сәйәхәткә саҡыра.Ниндәй сәйәхәт икәнен белер өсөн ошо йомаҡтың яуабын табырға кәрәк.
Ул илдә йәшәй
Серле хайуандар.
Ҡамыр -батыр кеүек
Көслө батырҙар.
Осрай тағы ла
Йылан, Шүрәле
Ниндәй ил һуң был?
Йә , уйла әле.
-Дөрөҫ , балалар, был-әкиәттәр иле.Әйҙәгеҙ бергәләп халыҡ күңеле тыуҙырған серле әкиәттәр иленә юл алайыҡ.Ә ҡайҙа урынлашҡан һуң был ил? (Балаларҙың яуаптары: Ирәмәл тауы артында,Күмәс тауында һ.б)
-Тик яуыз Мәскәй беҙ инә торған ишектәрҙе бикләп алған бит әле.Ул йоҙаҡтарҙы асыр өсөн һынауҙарҙы үтергә кәрәк.
2. (Шомло музыка яңғырай)
-Балалар, был музыканы тыңлағанда һеҙҙә ниндәй хистәр тыуҙы?
(ҡурҡыу, шомланыу, борсолоу)
-Был музыканы тыңлағанда һеҙ үҙегеҙҙе ҡайҙа тип хис иттегеҙ?
(ҡара урманда, убыр ҡарсыҡ өйөндә, тау ҡыуышында)
-Ә ниндәй әкиәт геройҙарын күҙ алдығыҙға килтерҙегеҙ?
(Йыланды, Дейеү пәрейҙе, Мәскәй әбейҙе ,Һыу инәһен, ас бүреләрҙе)
(Күңелле музыка яңғырай)
-Ә был музыка ниндәй хистәр уятты?
(шатланыу, ышаныу, һөйөнөү ,шаян, дәртле)
-Был музыка беҙ яратҡан ыңғай геройҙарға хас.Кемдәр һуң был геройҙар?
(Ҡуян, ҡырмыҫҡа, батыр малай, тәлмәрйен, Күк йөҙө)
-Был музыкаларҙы ошо геройҙарҙың холоҡтарын асыу өсөн Мирсәйет Яруллин тигән композитор" Балалар сюитаһы" әҫәрен яҙған.
3. -Бик зирәктәр икәнһегеҙ, геройҙарҙы тиҙ һанап сыҡтығыҙ.Ә әкиәттәрҙең эстәлеген беләһегеҙме икән?Быны асыҡлар өсөн Серле ҡумта ярҙам итер.
(Ҡумта эсенән ҡулдарын тығып бер предмет сығаралар һәм уның ниндәй әкиәттән икәнен һөйләйҙәр.)
4. -Ә хәҙер зирәклекте тикшерер өсөн блиц һорауҙар.
1.Әкиәттәр нисек башлана?
2.Тәлмәрйен тыуған көнөнә кемдәрҙе саҡырған? (Сиңерткә,Кеҫәртке,Әрмәндебикә)
3.Батыр малай йыландың итен нимә эшләй?(ҡошсоҡтарға ташлай)
4.Айыу балаларының уҡытыусыһы кем?(Төлкөбикә)
5.Айыухас аҡыллыраҡмы ,әллә Айыукәсме?(Айыукәс)
6.Төлкө тауыҡ һарайына нисә тапҡыр һунарға килә?(3)
7.Ихатала әтәс кемдәрҙе һаҡлай?
8.Урман мәктәбе ҡайҙа урынлашҡан?(Оло аҡланда)
9.Айыу балалары ниндәй күлдә ҡойондолар?(Йомрокүл)
10.Төлкөбикә апай айыу балаларына ниндәй китап бүләк итә.?
11.Кем ул саҡырылмаған ҡунаҡ?
12.Йыһанда нимәләр берәр генә?
13.Ҡунаҡ ашы ҡара ҡаршы .Был кемдең һүҙҙәре?
14.Терпе лә үҙ балаһын нимә тип ярата?
15.Төлкө ниндәй бәләгә тарыған?
5. Физминут.
Алға табан барабыҙ
Әкиәт яратабыҙ.
Арабыҙҙа геройҙар
Ҡуяндар һәм айыуҙар.
Гел йылмайып торабыҙ,
Ҡунаҡтар яратабыҙ.
Әкиәттәр беҙ уҡып,
Яҡшы дуҫтар табабыҙ.
6. -Ә хәҙер парлашып әкиәттәргә тура килгән мәҡәлдәрҙе төҙөп ҡарайыҡ.Кемдәр тиҙерәк төҙөр икән.
(Парҙар менән буталған мәҡәлдәрҙе тура килтереп төҙөү һәм ҡысҡырып уҡыу.)
7. -Группаларҙа эш.Мин һеҙгә әкиәт геройы йәбештерелгән ҡағыҙ бирәм, ә һеҙ шул геройҙың холҡо тураһында ошо ҡағыҙға яҙаһығыҙ.Бер кеше таҡта алдына сығып уҡый, ә башҡалар әйтергә тейеш был кем тураһында икәнен.
8. -Балалар әкиәттәр ни өсөн кәрәк һуң?
1.Әкиәт өйрәтә беҙҙе
Батыр тырыш булырға.
Әҙәплелек сифаттарын
Үҙеңдә булдырырға.
2.Матурлыҡҡа, дөрөҫлөккә
Өйрәтә ул әкиәт.
Уҫаллыҡты, яуызлыҡты
Фаш итә ул әкиәт.
3.Изге эштәргә һоҡлана
Әкиәт тыңлаусылар.
Яуызлыҡҡа нәфрәтләнә
Хаҡлыҡ яратыусылар.
9. -Шулай итеп, беҙ Мәскәй ҡуйған бөтә һынауҙарҙы ла үтеп бөттөк.Әкиәт илендә сәйәхәтебеҙ дауам итер, тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ әкиәттәр менән танышырбыҙ.Сөнки... (таҡталағы яҙыуҙарҙы уҡыу)
9. Рефлексия «Ҡояш".
-Балалар , әгәр һеҙгә дәрес оҡшаһа, файҙалы булһа, кәйефегеҙ күтәрелһә ошо ҡояшҡа һары нурҙар йәбештерегеҙ, ә инде киреһенсә булһа фиолетовый төҫтө һайлағыҙ.
-Бына беҙҙең ҡояш йылмайып ебәрҙе.
-
Дәрестә уйланым...
-
Мин дәрестә өйрәндем...
-
Миңә дәрестә оҡшаны...
-
Иң ҡыҙыҡлыһы булды...
-
Өйҙә мин...