7


  • Учителю
  • КИМ по башкирскому языку для 2-4 классов

КИМ по башкирскому языку для 2-4 классов

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

2-4 класс уҡыусылары өсөн башҡорт теленән контроль - тикшереү материалдары

Контроль - тикшереү материалдар 2-4 класс уҡыусыларының башҡорт дәүләт теленән белемдәрен тикшереү өсөн тәғәйенләнгән. Материалдар башланғыс кластарҙа Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптары нигеҙендә төҙөлгән. Улар уҡыусыларҙың башҡорт дәүләт теленән белем кимәлен тикшереүгә, предмет буйынса алған белемдәре һөҙөмтәләре динамикаһын күҙәтергә һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең формалашыу кимәлен билдәләргә булышлыҡ итә.

Уҡыусыларҙың башланғыс дөйөм белем биреү программаһын үҙләштереүенең йомғаҡлау (һөҙөмтә) баһаһы булып предмет һәм метапредмет һөҙөмтәләргә эйә булыуы тора. Шуға күрә лә Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың өлгәшеүҙәрен нисек баһаларға? Предмет буйынса алған белемдәре һөҙөмтәләре динамикаһын нисек күҙәтергә һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең формалашыу кимәлен нисек билдәләргә мөмкин? Был һорауҙар бөгөнгө көндә бөтә башҡорт теле уҡытыусыларын да борсойҙор.

</ Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре лә, яҙма эштәр үткәреү методикаһы ла бик үҙенсәлекле. Шуға күрә, бер яҡтан, контроль-тикшереү эштәр, уларға ҡуйылған баһалар, уҡыусыларҙың башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын уятыу, дәртләндереү, ыңғай ҡараш формалаштырыу сараһы булып торһа, икенсе яҡтан, ул - уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү, баһалау, динамикаһын күҙәтеү, балаларҙың универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү кимәлен билдәләү. Ошо уҡ күрһәткестәр уҡытыусылар аттестация үткәндә лә иҫәпкә алына. Былар бөтәһе лә уҡытыу-өйрәтеүгә етди ҡараш булдырыуҙы, ижади эшләүҙе талап итә.

Контроль эштәр төрлө типтағы күнегеүҙәрҙе тәшкил итә: һүҙҙәрҙе тәржемә итеү, һорауҙарға тулы яуап биреү, төшөп ҡалған хәрефтәрҙе, һүҙҙәрҙе яҙыу, һөйләмдәрҙе, кескәй тексты тәржемә итеү, дөрөҫ яуапты табыу, артыҡ һүҙҙе табыу, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү, таблицаны тултырыу, дөйөм яуабын табыу һәм башҡалар. Шулай уҡ контроль-тикшереү материалдарының төрлө формалары бирелә: үтелгәндәр буйынса контроль эштәр, текст менән эш диагностикаһы, тест һорауҙары. Эштәр һәр класҡа айырым тәҡдим ителә. Бирелгән эш моделдәрен ижади эшләүсе уҡытыусылар кластың, уҡыусыларҙың үҙенсәлегенән, әҙерлек кимәленән сығып, үҙгәртә, өҫтәй алалар.

Контроль-тикшереү материалдары коммуникатив, ябайҙан ҡатмарлыға принцибы буйынса төҙөлгән. Эштәр сиректәргә бүленгән һәм уҡыусыларға телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, ыңғай мотивация булдырыу маҡсатында йөкмәткеһе, формаһы буйынса ҡыҙыҡлы эш-биремдәрҙән тора.

Уҡыусыларға контроль-тикшереү материалдарын ошо уҡ биттәрҙә эшләргә тәҡдим ителә. Биремдәр ике телдә: башҡорт һәм рус телендә төҙөлгән. Башҡорт телен төрлө кимәлдә белгән уҡыусыларҙы иҫәптә тотоп, ҡайһы бер контроль эш варианттарында йондоҙсоҡ менән өҫтәлмә, йәки, ауырыраҡ кимәлдәге ижади эштәр бирелде.

Һәр эште тикшергән саҡта балл системаһын ҡулланыу тәҡдим ителә. Уҡыусыларҙа башҡорт дәүләт теленә ҡарата ыңғай мотивация, стимул, ҡыҙыҡһыныу булдырыу маҡсатында эштәрҙе баһалау һәм анализлау берҙәм йөкмәтке һәм критерийҙар нигеҙендә булырға тейеш.

Контроль-тикшереү материалдарын баһалау, анализлау уҡыусыларҙың ниндәй теманы яҡшы, йәки, насар өлгәшеүен күрһәтә, динамикаһын күҙәтергә, предмет һәм метапредмет һөҙөмтәләрҙе (УУЭ - регулятив, танып белеү, коммуникатив) баһаларға булышлыҡ итә.







2 класс

Фамилия, исем ____________________________________________

Класс 2_____ Дата _________________

I сиректә үтелгәндәр буйынса контроль эш

1.Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен яҙығыҙ. Напишите буквы свойственные только башкирскому языку.

_________________________________________________________________________ _____________________________________________________________________________

2. "Уҡыу әсбаптары" темаһына ҡараған һүҙҙәрҙе табығыҙ. Найдите слова на тему "Учебные принадлежности"

а) китап, ҡәләм, дәфтәр;

б) йома, дүшәмбе, шәмбе;

в) алма, ҡурай еләге, ҡарағат.

3. Тема буйынса тап килгән һүҙҙәрҙе уҡ менән тоташтырығыҙ. Соедините стрелкой слова по теме.

Аҙна көндәре китап, дәфтәр, дәрес, уҡыусы

Ғаилә өләсәй, ағай, апай, һеңле

Мәктәп кесаҙна, шишәмбе, шаршамбы.

4.Артыҡ һүҙҙе табығыҙ һәм аҫтына һыҙығыҙ. Найдите и подчеркните лишние слова.

а) китап, ҡәләм, дәфтәр, олатай;

б) әсәй, алма, олатай, ҡусты;

в) уҡыусы, кесаҙна, дүшәмбе, шишәмбе,

5. Һөйләмдәрҙе рус теленә тәржемә итегеҙ. Переведите предложения на русский язык.

Мин алма, кишер, сәй яратам. Өләсәй аш, ҡоймаҡ бешерҙе. Ҡоймаҡ тәмле.

________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

6. Һөйләмдәр төҙөгөҙ. Составьте предложения.

Гәзит, уҡый, олатай.

Ҡустым, ярата, һөт.

Бутҡа, олатай, ашай.

________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________



Фамилия, исем ____________________________________________

Класс 2______ Дата _________________

II сиректә үтелгәндәр буйынса контроль эш

1. Һүҙҙәрҙе рус теленә тәржемә итегеҙ. Был һүҙҙәрҙе бер һүҙ менән нисек атайҙар? Переведите слова на русский язык. Каким общим названием можно назвать эти слова?

________________________________

Икмәк -

Ҡоймаҡ -

Май -

Туңдырма -

Кишер -

Ҡаймаҡ -

Сәй -

Ит -

Картуф -

Һөт -

2. Тема буйынса тап килгән һүҙҙәрҙе уҡ менән тоташтырығыҙ. Соедините стрелкой слова по теме.

Һауыт-һабалар ҡоймаҡ, сәй, туңдырма, май

Аҙыҡ-түлек ҡатыҡ, ҡымыҙ, һөт, ҡорот

Һөт аштары ҡалаҡ, сәнске, бысаҡ, кәстрүл

3. Бирелгән һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөгөҙ. Составьте предложения из данных слов.

а) Өләсәй, эсә, сәй.

б) Ашайым, картуф, мин, тәмле.

в) Бутҡаны, малай, ҡалаҡ, ашай, менән.

____________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

4. Һөйләмдәрҙе тәржемә итегеҙ. Переведите предложения.

Алина иртәнге аш ашай. Ул һөтлө сәй эсә, бутҡа ашай. Бутҡа тәмле. Уны әсәй бешергән.

____________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________



Фамилия, исем ____________________________________________

Класс 2_____ Дата _________________

III сиректә үтелгәндәр буйынса контроль эш

(I вариант)

1. Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе яҙығыҙ. Допишите пропущенные буквы.

К….лдәк б…йма с…лбар

Бей…ләй яулы… т…н

2. Тема буйынса тап килгән һүҙҙәрҙе уҡ менән тоташтырығыҙ. Соедините стрелкой слова по теме.

Кейем-һалым туп, ҡурсаҡ, уйынсыҡ, ат

Уйынсыҡтар салбар, күлдәк, бүрек, тун

Аҙыҡ-түлек алма, икмәк, ҡаймаҡ, бутҡа

3. Таблица буйынса һөйләмдәр төҙөгөҙ. Составьте предложения по таблице.

Минең

матур

күлдәк

бар

кәрәк

оҡшай

Миңә

йылы

салбар

Минең

яңы

итек

____________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

4. Һөйләмдәрҙе яҙып бөтөгөҙ. Допишите предложения.

Минең …………………………. бар. Уны ………………… һатып алды. Уның хаҡы …………………. Һум. Был уйынсыҡ миңә бик оҡшай.

5. Һандарҙы һүҙҙәр менән тоташтырығыҙ. Соедините цифры словами.

17 егерме һигеҙ

35 ун туғыҙ

52 ун ете

28 илле ике

19 утыҙ биш

Фамилия, исем ________________________________________

Класс 2_______ Дата _______________

III сиректә үтелгәндәр буйынса контроль эш

(II вариант)

1.Һүҙҙәрҙе тәржемә итегеҙ. Переведите слова.

Һөнәрҙәр - Учитель -

Уйынсыҡтар - Строитель -

Уйнай - Продавец -

Ҡурсаҡ - Врач -

Кейем-һалым - Повар -

2.Дөрөҫ яуапты табығыҙ. Найдите правильный вариант ответа.

Беҙ нимә эшләйбеҙ?

а) Беҙ уҡыйбыҙ;

б) Беҙ яҙалар;

в) Беҙ уйнайһығыҙ.

Һеҙ нимә эшләйһегеҙ?

а) Һеҙ уйнайбыҙ;

б) Һеҙ яҙаһығыҙ;

в) Һеҙ уҡыйҙар.

Улар нимә эшләйҙәр?

а) Улар яҙалар;

б) Улар уҡыйбыҙ;

в) Улар уйнайһығыҙ.

3. Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе яҙығыҙ. Допишите пропущенные буквы.

У…ытыусы, я…ыусы, бейе...се, йырс…, рәсс…м, төҙ…үсе .

4. Һөйләмдәрҙе тәржемә итегеҙ. Переведите предложения.

Был беҙҙең мәктәп. Беҙҙең мәктәп ҙур, матур. Мәктәптә ашхана бар.

Беҙҙең синыфта 30 уҡыусы: 14 малай, 16 ҡыҙ. Уҡыусылар бик дуҫ.

__________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

____________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

5. Һорауҙарға тулы яуап бирегеҙ. Дайте полный ответ на вопросы.

Балаларҙы кем уҡыта?

________________________________________________________________

Самолетты кем йөрөтә?

________________________________________________________________

Ашханала кем тәмле аштар бешерә?

________________________________________________________________

Беҙ мәктәптә нимә эшләйбеҙ?

__________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

Фамилия, исем ____________________________________________

Класс 2_____ Дата _________________

IV сиректә үтелгәндәр буйынса контроль эш

(I вариант)

1. Бер һүҙ менән әйтегеҙ. Назовите одним словом.

Баш, аяҡ, күҙ, танау, бит, ҡаш, ҡул - ……………………………………..

Ҡыяр, картуф, кишер, помидор, һуған - ………………………………….

Алма, ҡарбуз, крыжовник, еләк - ……………………………………………

2.Тәржемә итегеҙ. Переведите.

Это наш огород. На огороде растет редиска, капуста, огурцы. Я ем огурцы. Огурцы вкусные.

____________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

3.Төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе яҙығыҙ. Допишите пропущенные слова.

Мин әсәйгә .................... итәм. Иҙән, һауыт-һаба ..........................

Беҙҙең ........................ дуҫ, татыу.

4.Һүҙҙәрҙе таблицаға тултырығыҙ. Заполните таблицу.

Баҡса, сөгөлдөр, алма, малай, бысраҡ, уҡыусы, әсәй, таҡта, уйнай, тәртипле, һатыла, һүрәт төшөрә, тәмле, ауырый, бәләкәй, ҡусты.

Кем?

Нимә?

Ниндәй?

Ни эшләй?





5. "Беҙҙең баҡса" темаһына 3 һөйләм төҙөп яҙығыҙ. Напишите 3 предложения на тему "Наш сад"

____________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

Фамилия, исем ____________________________________________

Класс 2_____ Дата _________________

IV сиректә үтелгәндәр буйынса контроль эш

(II вариант)

1. Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе яҙығыҙ. Допишите пропущенные буквы.

киш…р ҡаба… ба…са

һу…ан сөгөлд…р ҡ…яр

2. Артыҡ һүҙҙе табығыҙ һәм аҫтына һыҙығыҙ. Найдите и подчеркните лишнее слово.

Баш, теш, сәс, ҡулдар, ҡабаҡ.

Борос, аяҡ, картуф, һуған.

Кәбеҫтә, уйнай, уҡый, һүрәт төшөрә.

3. Кәрзиндәрҙе тултырығыҙ. Дөйөм атамаһын яҙығыҙ. Заполните корзины. Напишите общее название.

кишер ҡауын ҡарбуз ҡабаҡ алма сейә







_______________ ______________

кәбеҫтә ҡыяр картуф ҡарағат помидор еләк

4. Һөйләмдәрҙе тәржемә итегеҙ. Переведите предложения.

Был беҙҙең баҡса. Баҡсала алма, ҡыяр, картуф, кишер үҫә. Мин кишер яратам. Кишер тәмле.

____________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

_____________________________________________________________________________

5. Төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе яҙығыҙ. Допишите пропущенные слова.

а) Айрат ……............., ………….. йыуа. б) Беҙҙең баҡсала ……………, ……………., ……………… үҫә. в) Минең …………….…. ауырта.



3 класс

Фамилия, исем ____________________________________________

Класс 3______ Дата _________________

I сиректә үтелгәндәр буйынса контроль эш

1. "Мәктәп" темаһына ғына ҡараған һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙығыҙ. Подчеркните только слова по теме "Школа".

Уҡыусы, таҡта, баҡса, матур, тәнәфес, урман, китап, дәрес, сәскә, дәреслек, уҡытыусы, ҡала, ҙур, ҡәләм.

2. Һүҙҙәрҙең парын табығыҙ. Найдите пары слов.

Дәфтәр строитель

Төҙөүсе дети

Балалар мел

Аҡбур тетрадь

Дәреслек учебник

3. Бирелгән һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөгөҙ. Составьте предложения из данных слов.

а) Мәктәп, беҙҙең, матур, ҙур, һәм.

б) Өсөнсө, мин, уҡыйым, класта.

в) 25, уҡыусы, класта, беҙҙең.

____________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

4. Һөйләмдәрҙе тәржемә итегеҙ. Переведите предложения.

1) Беҙҙең мәктәп ҙур һәм өс ҡатлы. 2) Иртәгә башҡорт теле дәресе була. 3) Балалар мәктәптә уҡыйҙар, яҙалар, һүрәт төшөрәләр.

____________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

5. "Беҙҙең мәктәп" темаһына 4 һөйләм яҙығыҙ. Напишите 4 предложения на тему "Наша школа".

___________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

_____________________________________________________________________________

Фамилия, исем ____________________________________________

Класс 3______ Дата _________________

II сиректә үтелгәндәр буйынса контроль эш

1. Һүҙҙәрҙе тәржемә итегеҙ. Переведите слова.

Уҡытыусы - Времена года -

Төҙөүсе - Осень -

Һатыусы - Весна -

Ашнаҡсы - Лето -

Табип - Зима -

Рәссам - Месяц -

Тегенсе - Год -

2. һөйләмдәрҙе дауам итегеҙ. Продолжите предложения.

Ҡыш кейә торған кейем-һалым;……………………………............................

…………………………………………………………………………………………..

Йәй көнө кейә торған кейем-һалым:…………………………………………....

……………………………………………………………………………………….

3. Артыҡ һүҙҙе табығыҙ. Найдите лишние слова.

а) Күлдәк, яулыҡ, ашнаҡсы, тун.

б) Рәссам, табип, төҙөүсе, көҙ.

в) Һатыусы, миҙгел, ҡыш, яҙ, йәй.

4. Һөйләмдәрҙе яҙып бөтөгөҙ. Допишите предложения.

1) Бер йылда ……………. миҙгел. 2) Мин ………………… миҙгелен яратам. 3) Көҙ еткәс, ………………………… мәктәпкә баралар. 4) Ҡыш айҙары: …………………., ……………………, …………………… .5) Мин үҫкәс, ……………………….. булам.

5. "Минең яратҡан миҙгелем" темаһына 4-5 һөйләм яҙығыҙ. Напишите 4-5 предложений на тему "Мое любимое время года"

___________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________



Фамилия, исем ____________________________________________

Класс 3______ Дата _________________

III сиректә үтелгәндәр буйынса контроль эш

(I вариант)

1. Һүҙҙәрҙе дауам итегеҙ. Продолжите слова.

Ғаилә: өләсәй, олатай,……………………………………………..………….…

………………………………………………………………………………………………

Тәбиғәт: йылғалар, күлдәр, …………………………………………………..

………………………………………………………………………………………………

2. Һөйләмдәрҙе яҙып бөтөгөҙ. Допишите предложения.

Олатайым атайымдың …………………. көнөнә ……………………… бүләк итте. Компьютер хәҙер беҙҙең ……………… булды. ………………………. унда нимәлер иҫәпләй. ……………………… шиғыр баҫа. Тыуған көн - …………………………. байрам.

3. Һөйләмдәр дөрөҫмө? Правильны ли предложения?

4. Һүҙҙәрҙең тәржемәһен тап, стрелка менән тоташтыр. Найдите перевод слов и соедините стрелкой.

Тәбиғәт Насекомые

Йорт хайуандары Звери (дикие животные)

Ҡырағай хайуандар Лекарственные травы

Бөжәктәр Природа

Дарыу үләндәре Домашние животные

5. Бирелгән һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөгөҙ. Составьте предложения с данными словами.

а) Күңелле, байрам, тыуған көн.

б) Яҙ көнө, тыуған, минең, көн.

в) Әсәйҙәр, 8 Март, байрамы.

________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

Фамилия, исем___________________________________________

Класс 3 _____ Дата ___________

III сиректә үтелгәндәр буйынса контроль эш.

(II вариант)

1.Һүҙҙәрҙе тәржемә итегеҙ. Переведите слова.

тауҙар -

ҡоштар -

тәбиғәт -

һауа -

тыуған көн -

һарыҡ -

2. Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе яҙырға. Дописать пропущенные буквы.

Ҡу…н, ҡуна …, т…уыҡ , ҡур….аҡ, бес…й.

3. Дөрөҫ яуапты тап. Найди правильный вариант ответа.

Руслан ниндәй малай?

а) ҡурҡаҡ;

б) батыр;

в) көслө.

Әтәс иртән нимә эшләй?

а) йөк ташый;

б) уята;

в) һөт бирә.

Ике ҡуян балаһы юлда нимә таба?

а) алма;

б) кишер;

в) һуған.

4. Һөйләмдәрҙе тәржемә итегеҙ. Переведите предложения.

а) Бер көндө ҡуян ҡайғыға ҡалған. б) Закир бер генә һүҙ белә. в) Ишек алдында әтәс хужа. г) Бер көндө йәнлектәр бер кешегә эш һорап киләләр.

___________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

5. Һөйләмдәр төҙөгөҙ. Составьте предложения.

Ат йөн бирә

Һыйыр йөк ташый

Һарыҡ йомортҡа

Тауыҡ эш бирә

Хужа һөт бирә

Фамилия, исем _______________________________________

Класс 3______ Дата ___________

Ш сиректә үтелгәндәр буйынса контроль эш

(III вариант)

1. Һүҙҙәрҙе тәржемә итегеҙ. Переведите слова.

Төлкө-

Иҙән йыуҙы-

Бүләк-

Һарыҡ-

Тәлмәрйен-

Ҡурҡаҡ-

2. Дөрөҫ яуапты тап. Найдите правильный ответ.

Кем батыр булырға өйрәтә?

а) өкө;

б) ҡуян;

в) бүре.

Иҙәнде кем йыуҙы?

а) өләсәй;

б) Рөстәм;

в) әсәй.

Атайыма олатайым нимә бүләк итте?

а) өҫтәл;

б) машина;

в) компьютер.

3. Һөйләмдәр төҙөгөҙ. Составьте предложения.

Ат иртән уята

Һыйыр йөн бирә

Һарыҡ йөк ташый

Әтәс йомортҡа һала

Тауыҡ һөт бирә

Хужа эш бирә

4. Таблицаны тултыр. Заполни таблицу.

5. Һорауҙарға яуап бирегеҙ. Ответьте на вопросы.

Ҡуян балалары юлда нимә тапҡан? Ишек алдына кем (нимә) хужа?

__________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

__________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

_____________________________________________________________________________

Фамилия, исем ____________________________________________

Класс 3______ Дата _________________

3 класс уҡыусыларына

йыллыҡ белемдәрен тикшереү өсөн тест һорауҙары.

1.Һорауҙарға тулы яуап бирегеҙ. Дайте полный ответ на вопросы.

Һинең исемең нисек? ________________________________________________

Һин нисәнсе класта уҡыйһың?________________________________________

__________________________________________________________________

Һиңә нисә йәш?_____________________________________________________

Һеҙҙең ғаиләлә нисә кеше?____________________________________________

Башҡортостан символдарына нимәләр инә?____________________________

__________________________________________________________________

2. "Һөнәрҙәр" һүҙен тәржемә итегеҙ. Переведите слово "Һөнәрҙәр"

а) предложение;

б) профессии;

в) переводчик.

3. Артыҡ һүҙҙе табығыҙ. Найдите лишние слова.

а) Дүшәмбе, шәмбе, аҙна, кесаҙна.

б) Уҡытыусы, шиғыр, табип, төҙөүсе;

в) Өләсәй, ҡусты, һеңле, әтәс.

4. Бер йылда нисә йыл миҙгеле?

а) 3;

б) 4;

в) 2.

5. Ҡыштың тәүге айы?

а) ғинуар;

б) декабрь;

в) март.

6. Дөрөҫ яуапты табығыҙ. Найдите правильный ответ.

а) Бер йылда дүрт йыл миҙгел;

б) Йәй - иң һыуыҡ миҙгел;

в) Йәй көнө ҡар күп була.

7. К…лдәк һүҙендә ниндәй хәреф төшөп ҡалған? Какая буква пропущена в слове к…лдәк?

а) Ү;

б) Ә;

в) Ө.

8. Һабантуй байрамын ҡасан үткәрәләр? Когда проводится праздник Сабантуй?

а) ҡыш көнө;

б) яҙғы баҫыу эштәренән һуң;

в) ҡоштар йылы яҡтан ҡайтҡас.

9. Дарыу үләндәре генә яҙылған яуапты табығыҙ. Найдите ответ, где написаны только названия лекарственных трав.

а) Ҡырмыҫҡа, күбәләк, мәтрүшкә;

б) Кесерткән, юл япрағы, көтөүсе муҡсаһы.

в) Үрмәксе, үлән, дауахана.

10. "- Эх, һин, ҡурҡаҡ, - тип көлдө Руслан. - Ҡурҡҡас өйҙә генә ултыралар. Руслан ҡулдарын һелтәп, Әтәсте ҡыуып ебәрҙе. Был өҙөк ниндәй әкиәттән? Из какой сказки этот отрывок?.

а) "Кем батыр";

б) "Эш табылды";

в) Ике ҡуян балаһы".

Фамилия, исем ____________________________________________

Класс 3______ Дата _________________

IV cиректә үтелгәндәр буйынса контроль эш.

1.Һүҙҙәрҙе тәржемә итегеҙ. Переведите слова.

Тәбиғәт - Путешествие -

Йылға - Праздник -

Күл - Родина -

Урман - Пешком -

Тыуған ил - Столица -

2.Һорауҙарға тулы яуап бирегеҙ. Дайте полный ответ на вопросы.

Һин нимә менән сәйәхәт итергә яратаһың?

_______________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

Башҡортостандың баш ҡалаһы нимә?

__________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

Башҡортостандың тәбиғәте ниндәй?

_______________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

3.Һөйләмдәрҙе яҙып бөтөгөҙ. Допишите предложения.

1) Башҡортостанда иң ҙур йылға - ………………….. .

2) Башҡортостанда иң ҙур күл - ………………………….. . 3) Мин мәктәпкә ………………………… менән киләм.

4.Дөйөм атамаларын табығыҙ. Найдите общее название.

Күбәләк, үрмәксе, бал ҡорто, ҡырмыҫҡа. Дарыу үләндәре

Андыҙ, мәтрүшкә, кесерткән. Тәбиғәт

Урман, тау, йылға, үҫемлектәр. Бөжәктәр

5.Һөйләмдәрҙе тәржемә итегеҙ. Переведите предложения.

1) Һау булайым тиһәң, спорт менән шөғөллән. 2) Өфө эргәһендә Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим йылғалары аға. 3) Беҙҙең тәбиғәт матур, бай.

____________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

6/ Бирелгән һүҙҙәрҙе ҡулланып, 3 һөйләм төҙөп яҙығыҙ. Составьте 3 предложения, используя данные слова.

Сәйәхәт итә, тәбиғәт, Башҡортостан, Ватан, баш ҡала.

___________________________________________________________________________

____________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________



Фамилия, исем___________________________________________________

Класс 3 _________ Дата____________________

Диагностика. Текст менән эш.

1. Тексты уҡығыҙ, йөкмәткеһен аңларға тырышығыҙ.

Прочитайте текст и постарайтесь понять содержание.

Беҙҙең дуҫ.

Олатайым атайымдың тыуған көнөнә компьютер бүләк итте. Мин дә, атайым да быға бик ҡыуандыҡ. Атайым компьютерҙы өҫтәлгә ҡуйҙы ла:

- Был беҙҙең яҡшы дуҫ булыр, - тине.

Хәҙер атайым компьютерҙа нимәлер иҫәпләй. Әсәйем шиғыр баҫа. Мин уйындар уйнайым, һүрәттәр төшөрәм, шахмат уйнайым. Һеңлем компьютерҙа һүрәттәр төшөрә.

Ысынлап та, компьютер беҙҙең дуҫ булды.

(Ф. Ғөбәйҙуллина.)

2. Тәржемә итегеҙ. Переведите слова и словосочетания.

Тыуған көн -

Иҫәпләй -

Уйнайым -

Беҙҙең дуҫ -

Минең олатайым -

Һеңлем һүрәт төшөрә -

Бүләк -

3.Һорауҙарға яуап бирегеҙ. Ответить на вопросы.

Атайым олатайыма нимә бүләк итте?

_______________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

Атайым компьютерҙы ҡайҙа ҡуйҙы?

_______________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

Әсәй компьютерҙа нимә эшләй?

_______________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

Атай компьтерҙа нимә эшләй?

_______________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

Һин компьютерҙа нимәләр эшләйһең?

____________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

4. Дөрөҫ һөйләмде тап. Найдите правильное предложение.

а) Атайым компьютерҙа һүрәттәр төшөрә.

б) Мин уйындар уйнайым, һүрәттәр төшөрәм.

в) Һеңлем нимәлер иҫәпләй.

5. Һөйләмдәр төҙөгөҙ. Составьте предложения.

Әсәй бүләк итте

Һеңлем шиғыр баҫа

Атайым һүрәт төшөрә

Олатай нимәлер иҫәпләй

6. Аҫтына һыҙылған һөйләмде тәржемә итегеҙ.

Переведите подчеркнутое предложение.

____________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________



4 класс

Фамилия, исем ____________________________________________

Класс 4______ Дата _________________

I сиректә үтелгәндәр буйынса контроль эш

1. Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе яҙырға. Дописать пропущенные буквы.

Икм...к бел...м һ...йкәл

Хеҙм...т халы... бейе...се

2. Исемдәрҙе күплек һанда ҡуйығыҙ. Поставьте слова во множественном числе.

Алма -

үлән -

урман -

кеше -

малай -

3. Өҙөктөң авторын һәм исемен билдәлә. Определите автора и название отрывка.

"Уларҙың өйөндә ярангөлдән башҡа хризантема, ләлә гөлдәре бар ине. Әлисә уларға көн аша һыу һибеп торҙо."

а) Ф. Ғөбәйҙуллина. Тамырҙар.

б) Ә. Сөләймәнов. Яңы аш.

в) Т. Сәғитов. Футбол тубы.

4. Бирелгән исемдәргә сифатын (билдәһен) ҡуйып яҙ. Допишите прилагательные к словам.

................ күл, ............. төн, ................ урман, ................... уҡыусы,

.................... ҡыш.

5. Ҡылымдарҙы юҡлыҡ формала ҡуй.

Уҡый - ярата -

Яҙа - өшөй -

6. Һөйләмдәрҙе башҡорт теленә тәржемә ит.

Я учусь в четвертом классе. В школе мы изучаем русский, башкирский, английский языки. Я люблю свою школу.

______________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

Фамилия, исем _____________________________________________

Класс 4 ________ Дата ______________

II сиректә үтелгәндәр буйынса контроль эш

1. Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе яҙырға. Дописать пропущенные буквы.

Баш…ортостан, к…с, там…р, фай…алы, иг…нсе, шөғ...л.

2. Дөрөҫ яуапты тап. Найди правильный вариант ответа.

Мөхәррәм бабай - :

а) балыҡсы

б) умартасы

в) урмансы

Әлисәгә өләсәһе нимә бүләк итте:

а) ҡурсаҡ

б) туп

в) ярангөл

Илшатҡа кем көс бирә?

а) икмәк

б) бутҡа

в) алма

3.Һүҙбәйләнештәр төҙөгөҙ. Составьте словосочетания.

Буш юл

Тигеҙ бал

Кәрәҙле төп ризыҡ

Икмәк ваҡыт

4.Һүҙҙәрҙе тәржемә итегеҙ. Переведите слова.

Сәйәхәт -

Йәйәү -

Шөғөлләнәм -

Күстәнәс-

Ҡәҙерле -

Ғалим -

5. Һорауҙарға тулы яуап бирегеҙ. Дайте полный ответ на вопросы.

Һин буш ваҡытыңда нимә эшләйһең?

____________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

Нимә менән сәйәхәт итәләр?

_______________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

Һин мәктәпкә нимә менән киләһең?

_______________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________



Фамилия, исем ____________________________________________

Класс 4______ Дата _________________

Диагностика

Текст менән эш.

I. Тексты иғтибар менән уҡып сығығыҙ һәм эстәлеген аңларға тырышығыҙ.

Внимательно прочитайте текст и попытайтесь понять его содержание.

Башҡортостан - беҙҙең тыуған төйәгебеҙ. Башҡортостан - башҡорт иле тигән һүҙ. Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы - Өфө. Өфөлә бик күп халыҡтар йәшәй. Улар дуҫ, татыу йәшәй.

Башҡортостан ерендә йылғалар, күлдәр бик күп. Бында иң ҙур йылға - Ағиҙел. Ул Кама йылғаһына ҡоя. Башҡортостанда күлдәр ҙә бик күп. Иң ҙур күл - Асылыкүл.

Башҡортостан һыуыҡ көндәре менән Себерҙе, шифалы һыуҙары менән Кавказды, көслө елдәре менән тайганы хәтерләтә.

II. Текст буйынса һорауҙарға яуап бирегеҙ. Бер генә дөрөҫ яуапты билдәләгеҙ.

Ответьте на вопросы. Отметьте один правильный ответ.

1. Башҡортостандың баш ҡалаһы нимә?

а) Салауат;

б) Өфө;

в) Стәрлетамаҡ.

2. Башҡортостан ерендә нимәләр күп?

а) йылғалар,күлдәр;

б) халыҡтар, кешеләр;

в) машиналар, автобустар.

3. Башҡортостанда иң ҙур йылға?

а) Ҡариҙел;

б) Дим;

в) Ағиҙел.

4. Башҡортостан һыуыҡ көндәре менән нимәне хәтерләтә?

а) тайганы;

б) Себерҙе;

в) Кавказды.

5. Республикала халыҡтар нисек йәшәй?

а) дуҫ;

б) матур;

в) көслө.

6. Тәржемә итегеҙ. Переведите.

Тыуған төйәк -

Халыҡ -

Баш ҡала -

Һыуыҡ көндәр -

Дуҫ йәшәй -

7. Аҫтына һыҙылған һөйләмдәрҙе рус теленә тәржемә итегеҙ. Переведите на русский язык подчеркнутые предложения и запишите.

______________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

__________________________________________________________________________

8.Текстҡа исем бирегеҙ.

Озаглавьте текст.

_________________________________________________

9. Тыуған төйәк һүҙенең синонимдарын яҙығыҙ.

Напишите синонимы слова тыуған төйәк.

_____________________________________________________________________________

Фамилия, исем ____________________________________________

Класс 4 _______ Дата ____________________

III сиректә үтелгәндәр буйынса контроль эш

(I вариант)

1.Һүҙҙәрҙе тәржемә итегеҙ. Переведите слова.

Тәбиғәт -

Һыбайлы -

Шәхес -

Мәмерйә -

Ғалим -

Рәссам -

2. Дөрөҫ яуапты тап. Найди правильный вариант ответа.

Шүлгәнташ мәмерйәһе ҡайҙа урынлашҡан?

а) Өфө районында;

б) Бөрйән районында;

в) Салауат районында.

Башҡорт халҡының рус халыҡтары менән дуҫлығын нимә сағылдыра?

а) Салауат Юлаев һәйкәле;

б) Дуҫлыҡ монументы;

в) Шүлгәнташ мәмерйәһе.

Башҡортостан сатнама һыуыҡтары менән нимәне хәтерләтә?

а) Себерҙе;

б) тайганы;

в) Кавказды.

3. Һорауҙарға яуап бирегеҙ. Ответьте на вопросы.

Башҡорт аты ниндәй?

__________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

Беренсе башҡорт рәссамы кем ул?

__________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәр ансамбле кем исемен йөрөтә?

_______________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

4.Һөйләмдәр төҙөгөҙ. Составьте предложения.

Зәки Вәлиди кешенең хеҙмәттә лә, яуҙа ла юлдашы

Башҡорт аты бөйөк рәссам

Муса Мортазин күп телдәр белгән

Ҡасим Дәүләткилдеев халҡыбыҙҙың ҡаһарман улы

5. Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе яҙырға. Дописать пропущенные буквы.

Баш…ортостан, я…ыусы, …алим, ш…хестәр, бейе...се, йырс…, рәсс…м, һыб…йлы.

Фамилия, исем ____________________________________________

Класс 4 _______ Дата ____________________

III сиректә үтелгәндәр буйынса контроль эш

(II вариант)

1.Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе яҙығыҙ. Допишите пропущенные буквы.

Сыҙамл… һ…байлы ду…лыҡ

К…слө м…мерйә һ…йкәл

А…ыллы Ш…лгәнташ ш…хестәр

2.Һүҙҙәрҙе тәржемә итегеҙ. Переведите слова.

Дуҫлыҡ - Художник -

Һәйкәл - Выносливый -

Шәхес - История -

Ғалим - Всадник -

Тәбиғәт - Пещера -

3. Һөйләмдәрҙе яҙып бөтөгөҙ. Допишите предложения.

а) Башҡорт аты аҡыллы, …………………, ………………. Ҡасим Дәүләткилдеев - беренсе башҡорт …………………….. . в) Башҡорт һәм рус халыҡтарының дуҫлығын ……………………… монументы сағылдыра.

4. Һөйләмдәрҙе тәржемә итегеҙ. Переведите предложения.

а)Зәки Вәлиди күп телдәр белгән. _____________________________________________________________________________

б) Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәр ансамбле Фәйзи Ғәскәров исемен йөрөтә. ____________________________________________________________________________

в) Исмәғил Тасимов Санкт-Петербург ҡалаһында тау училищеһы һалдырған.

_____________________________________________________________________________

5.Һөйләмдәрҙе төҙәтеп яҙығыҙ. Исправьте предложения.

Батыры, халыҡ, Салауат, Юлаев, башҡорт.

Мәмерйәһе, Шүлгәнташ, районында, Бөрйән, урынлашҡан.

Башҡортостандың, матур, бай, тәбиғәте.

____________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

_______________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________



2 класс

Диктант

II сирек

Китап.

Китап белем бирә. Китапты яратырға кәрәк. Мин китап уҡыйым. Китапты яратам, һаҡлап тотам. Минең китаптарым күп.

III сирек

Врач кәңәштәре.

Сәлимә апай - врач. Бөгөн ул мәктәпкә килде. Уҡыусыларға өҫ кейемдәрен таҙа тотоу, үтекләп кейеү тураһында һөйләне. Тештәрҙе щетка һәм порошок менән таҙартырға ҡушты.

IV сирек

Тауҙа.

Ял көнө беҙ тауға сыҡтыҡ. Тауҙа үлән сыҡҡан. Сәскәләр күренә. Ҡыҙҙар сәскәнән гөлләмә яһайҙар. Сәғит менән Вәкил туп уйнайҙар. Айһылыу һүрәт төшөрә. Балалар тауҙа оҙаҡ уйнанылар.

Контроль күсереп яҙыу

I сирек

Хат.

Зилә уҡый һәм яҙа белә. Ул Сабирға хат яҙҙы. Сабир хатты алды. Ул Зиләгә яуап хаты яҙҙы.

IV сирек

Сыбар тауыҡ.

Сыбар тауыҡ ояһынан төштө. Себештәре йүгерешеп уйнайҙар ине. Ҡапыл улар сипылдаштылар. Себештәр янына уҫал бесәй килгән ине. Тауыҡ бесәй өҫтөнә ташланды, уның ҡолағын суҡып алды. Бесәй ҡасып китте.

Инша

III сирек

Ҡышҡы уйындар

Изложение

IV сирек

Мәктәп.

Был мәктәп. Мәктәп ҙур һәм матур. Мәктәптә уҡыусылар һәм уҡытыусылар бар. Мин мәктәбемде яратам.



3 класс

Диктант

I сирек

Ҡуян менән тейен.

Бына көҙ ҙә үтте. Һалҡын ҡыш килде. Тейен ағас ҡыуышына йәшенде. Ҡуян шыршы аҫтында ҡарға сумды. Бер саҡ тейен тышҡа ҡараны. Ул ҡуянды күрҙе, ләкин таныманы. Ҡуян аҡ тун кейгәйне.

II сирек

Ҡыш.

Бына ҡыш та етте. Бөгөн ҡар яуҙы. Бөтә ер ап-аҡ булды. Тышта һыуыҡ түгел.

Балалар уйнарға сыҡтылар. Малайҙар саңғыла йөрөйҙәр. Ҡыҙҙар сана шыуалар. Бәләкәйҙәр ҡар бабай яһайҙар.

III сирек

Йылғалар.

Тәбиғәт күрке - һыу. Башҡортостанда йылғалар күп. Иң ҙур йылға - Ағиҙел. Ул Ирәмәл тауынан башлана. Кама йылғаһына барып ҡоя. Ағиҙелгә Дим, Танып, Инйәр, Өршәк йылғалары ҡушыла.

IV сирек

Тумыртҡа.

Тумыртҡа - бик уңған ҡош. Ул урманда иртәнән кискә тиклем туҡылдай. Көслө һәм оҙон суҡышы менән ул ағас ҡабығын тишә һәм ундағы бөжәктәрҙе соҡоп сығара. Тумыртҡа ағастарҙы төрлө ҡоротҡостарҙан һаҡлай. Шуға тумыртҡаны "урман докторы" тип атайҙар.

Контроль күсереп яҙыу

I сирек

Көҙ еткәс.

Иген баҫыуҙары бушап ҡалған. Ундағы бөтә ашлыҡтар ҙа урып алынған. Ағастар япраҡтарын ҡоя. Ҡояш ҡыҙҙырмай. Күктә ҡара болоттар йөҙә.

IV сирек

Иң бәләкәй ат.

Иң бәләкәй ат - Горбунок. Ул ишәк кеүек оҙон ҡолаҡлы, йөнтәҫ була. Уның арҡаһында ике үркәсе лә бар. Иң ғәжәп ат - доктор Айболиттың дуҫы Тянитолкай. Уның ике башы, дүрт тояғы була, ә ҡойроғо юҡ.

Изложение

II сирек

Әсәйем.

Һәр кешегә үҙ әсәһе яҡын. Әсәйемдең йомшаҡ ҡулдары мине иркәләй. Мин әсәйемде яратам. Әсәйем дә мине ярата.

III сирек

Фил.

Фил - бик ҙур йәнлек. Ул йылы яҡта йәшәй. Кешеләргә ярҙам итә. Оҙон мороно менән йөк ташый. Филдең ҡолаҡтары ла бик ҙур. Ҡолаҡтары уны эҫенән һаҡлай.

Инша

III сирек

Ҡыш миҙгеле.

IV сирек



4 класс

Диктант

I сирек

Матурлыҡ.

Көҙ етте. Уҫаҡ япраҡтары төрлө төҫтә балҡый. Ерҙә сәскәле келәм ята. Уның янында бер балан ағасы тора. Уның япраҡтары йәшел, емештәре ҡып-ҡыҙыл. Беҙҙең урман бик матур. Мин уны рәсемгә төшөрҙөм.

II сирек

Йомарт алмағас.

Урманда ҙур алмағас үҫкән. Бер саҡ уның янынан терпе үтеп барған. Бер алма терпенең арҡаһына төшкән. Терпе уны алып ҡайтҡан. Балалары алманы бик яратҡан.

Терпе алмағасҡа көн һайын барған. Ул ҡышҡа шулай аҙыҡ йыйған.

III сирек

Яҙ күренештәре.

Көн уяна. Тау аҫтынан алһыу ҡояш күтәрелә. Яҙғы ҡояш ергә йылы нурҙарын һибә. Беренсе шифалы ямғыр яуып үтте. Тамсылар ҡояш нурында ялтырай. Йомшаҡ ел иҫә. Ағастар, үләндәр йәшәрәләр. Һабан турғайҙары һайрай.

IV сирек

Башҡортостан.

Башҡортостан - минең тыуған ерем. Яҡын да был ер, йылы ла был ер. Уның һәр ҡарышы, һәр ташы олатайҙар ҡаны менән яулап алынған. Шуға ла ҡәҙерле ул тыуған ерйәшәһен ер! Беҙгә йәшәү биргән, беҙҙе туйҙырған һәм кейендергән һөйөклө ер йәшәһен!

Контроль күсереп яҙыу

II сирек

Беҙҙең ауыл.

Беҙҙең ауыл тау итәгендә ултыра. Тауҙар уны ҡыш әсе елдәрҙән, бурандарҙан һаҡлай. Тауҙан сылтырап шишмә аға. Шишмә тауышы ҡыңғырау сыңлауын хәтерләтә. Тау итәгендә зифа ҡайындар үҫә. Ә ҡарағайҙар маһайып ултыра. Ауылым халҡы йыл һайын мул уңыш үҫтерә.

Изложение

II сирек

Турғай.

Көн һыуыҡ ине. Тәҙрә төбөнә турғай килеп ҡунды. Тәҙрә янында Марат тора ине. Ул бәләкәй тәҙрәне асты. Турғай өйгә осоп инде. Марат уны ашатты. Туйғас турғай осоп сығып китте.

IV сирек

Поход.

Беҙ бөгөн иртә торҙоҡ. Тиҙ генә йыйылдыҡ та походҡа киттек.

Тәүҙә урман эсенән барҙыҡ. Унан йылға янына туҡтаныҡ. Малайҙар костер яғып ебәрҙеләр. Костер янына ултырып, йырҙар йырланыҡ, әкиәттәр һөйләнек.

Бөтәбеҙгә лә бик күнелле булды.

Инша

III сирек

Минең тыуған ауылым.

Минең әсәйем.







 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал