7


  • Учителю
  • Урок башкирского языка в 4 классе по теме 'Ф. Гаскаров - мастер танца. Составные числительные'

Урок башкирского языка в 4 классе по теме 'Ф. Гаскаров - мастер танца. Составные числительные'

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание: Урок башкирского языка посвящен жизни и творчеству знаменитого танцора, хореографа Ф.Гаскарова.На уроке учащиеся познакомились с творчеством Ф.Гаскарова и его ансамбля, увидели фрагмент танца, историю его создания. Учащиеся говорили скороговорки, чистоговорки, читали,
предварительный просмотр материала

Подготовила учитель начальных классов Назарова З.Х.

Тема: Фәйзи Ғәскәров - бейеү оҫтаһы. Ҡушма һандар.

Маҡсат: 1. Уҡыусларҙы Башҡортостандың арҙаҡлы бейеүсеһе Ф. Ғәскәровтың ҡыҫҡаса биографияһы һәм ижады менән таныштырыу.

2. Уҡыусыларҙың һандар тураһында белемдәрен нығытыу, ҡушма һандар менән таныштырыу.

3. Бәйләнешле телмәрҙе, логик фекерләүҙе үҫтереү, ижади һәләттәрен асыу.

4. Башҡорт теленә теленә ихтирамды арттырыу, тарихына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Дәрес барышы:

Дәрестең этаптары

Дәрес барышы

Метод, алым, УУЭ формалаштырыу. Хеҙмәттәшлек һөҙөмтәләре

  1. П сихологик инеш

  1. Артикуляцион күнегеү



Слайд



3.Өй эшен тикшереү

4.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.



5.Уҡыусыларға уҡыу эшмәкәрлегенең мотивация формалаштырыу.



6. Яңы тема әөтөндә эш.



-Текст менән танышыу



-Һүҙлек эше.

Һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.

7.Материалды аңлау кимәлен тикшереү.

8.Сылбырлап уҡыу.

Үҙбаһа биреү.



изминутка.

9.Грамматик тема буйынса эш.



Үҙ аллы эш.

Карточкалар менән эш.

11.Өйгә эш биреү.

12.Рефлексия.




Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Әйҙәгеҙ әле бер беребеҙгә ҡарап йылмайайыҡ, үҙебеҙгә, дуҫтарыбыҙға хәйерле эш сәғәте теләп сәләмләйек.

Ҡыңғырау шылтыраны

Беҙ ултырҙыҡ дәрескә

Китап, дәфтәрҙәр әҙер

Тотонайыҡ беҙ эшкә.



Әйҙәгеҙ әле дәрес алдынан тел шымартып алайыҡ

Ҙа-ҙа-ҙа - беҙ йәшәйбеҙ Южныйҙа

Да-да-да - Стәрлетамаҡ районында

Дә-дә-дә - Юрматылар ерендә

Матур башҡорт илендә.



Мейес башында биш бесәй

Биш бесәйҙең биш башы

Биш бесәйҙең биш башына

Төшмәһен меәйес ташы.



Афарин. Эшебеҙҙе дауам итәбеҙ. Өйгә эш нимә бирелгән ине?

Һорауҙарға дәреслектән һөйләмдәр табып яуап биреү.

  1. Кем ул Ҡ. Дәүләткилдиев?

  2. Ҡ. Дәүләткилдиев ҡайҙа тыуған?

  3. Кем уны тәрбиәләгән?

  4. Ул ҡайҙа белем алған?

Тағы ла Башҡортостандың ниндәй күренекле рәссамдарын беләһегеҙ?



Бейеү көйө уйнай.

Беҙ көй ишеттек. Ниндәй көй икәнен беләһегеҙме?

Кем бейей?

Һеҙ бейеүселәрҙән кемде беләһегеҙ?

Шулай итеп, беҙҙең бөгөнгө дәрестең темаһы нимә тураһында тип уйлайһығыҙ.

Уҡыусылар, дәрес темаһын билдәләнек. Бөгөнгө дәрескә ниндәй маҡсаттар ҡуябыҙ.

Хәҙер беҙ дәфтәрҙәрҙе асабыҙ һәм числоны, дәрестең темаһын яҙабыҙ.

Утыҙынсы апрель.

Кесаҙна.

Класс эше.

Матур итеп: Фф, Ғғ. Фәйзи Ғәскәров - бейеү оҫтаһы.

Дәресктәреҙе асабыҙ 264-се күнегеү, бер уҡыусы ҡысҡырып уҡый ҡалғандар күҙ йүгертеп эстән генә уҡый(читает шепотом ), таныш булмаған һүҙҙәрҙе билгеләп барығыҙ



Бейеү- танец

Бейеүсе - танцор

Сәхнә- сцена

Сығыш яһағандар -выступали

Сит илдәр - зарубежные страны

Атҡаҙанған - заслуженный

Ошо һүҙлек һүҙҙәре булған һөйләмдәрҙе табып уҡығыҙ,

яуап бирегеҙ ;

Гөлнәзирә ҡайҙа барҙы?

Ул кем менән осрашҡан ?

Риф Габитов нимә тураһында һөйләй?



Хәҙер беҙ тексты сырбырлап уҡыйбыҙ һәм тәржемә итәбеҙ .



Элина, уҡыуың оҡшанымы?

Ни өсөн?

Арып киткәнһегеҙәр

Ял итеп алайыҡ.

Таянабыҙ бөйөргә

Тотонабыҙ белергә

Тыпыр тыпыр

Тыпырлашып

Әйләнәбеҙ беҙ бергә



Уҡыған текста һандар осранымы?

Улар ниндәй һандар?

Слайдта күрһәтелгән Һандарҙы уҡып китәйек : 11, 20, 70, 507, 695, 8, 2015, 23, 90, 1000

1941 - һуғыш башланған йыл

1945 - һуғыш бөткән йыл

Дәреслекте асығыҙ, 261-се күнегеү(дәфтәрҙә үҙ аллы эш. Дәфтәрҙәрҙе алмаштырып бер береһенә баһа бирәләр)

Белешмә өсөн һүҙҙәр ярҙамында диалог түҙөү: нисә йәш, тыуған йылың, нисәнсе йортта йәшәйһең, нисәнсе фатир, нидәй урам.

Карточкалар менән эшләү(һандәрҙы һүҙ менән яҙыу)



Таҡтала эш(ябай һәм ҡушма һандарға бүлеү).



Өй эше: Башҡортостанда ниндәй мәшһүр бейеүселәр бар. Өйҙә ата-әсәләрегеҙҙән һорашып мәғлүмәт яҙып килтерергә.



Бөгөнгө дәрес һеҙгә оҡшанымы?

Дәрестә нимәләр эшләнегеҙ?

Дәрестә нимәләр белдегеҙ?


Уҡысыларҙың бер береһенә ҡарап йылмайып сәләмләүе.

Дәрес алды шиғыры.



Тиҙәйткесте уҡыу.

Яуап бирәләр.

Музыка, көй тыңлау.



Бейеү көйө.

Бейеүсе

Бейеүселәр тураһында.

1.Тексты уҡырға.

2. Йөкмәткеһен аңларға

3. Һандар менән артабан танышырға.

Числоны дәфтәргә яҙып ҡуйыу.

Күҙ йүгертеп уҡыу, тыңлау.

Һүҙҙәрҙәе уҡыу.

Һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.



Һөйләмдәрҙе һайлап уҡыу.

Уҡыусылар тексты уҡый.

Ҡушма һандар.

Слайд ҡарайҙар, һандарҙы уҡыйҙар.

Дәреслек менән эш.

Һорауҙарға яуап биреү.






Алған белемдәрен тикшереү.



Проблеманы ҡуйыу һәм хәл итеү, проблеманы аңлатыу.



Танып белеү УУЭ



Коммуникатив УУЭ

-контроль коррекция

-партнерҙың эшмәкәрлеген баһалау

Танып белеү УУЭ шәхси регулятив

-анализ

-сағыштырыу



Дөрөҫ ултырыу, матур яҙыу.



Метод: репродуктив

самоанализ

Индуктив

аңлатыу



Анализ яһарға өйрәнеү.

Форма: төркөмләп эшләү, үҙ аллы эшләү.



Алым: күнегеү эшләү.

Регулятив УУЭ. Уҡытыу маҡсатын баһалау.



Нисә йәш

тыуған йылың

нисәнсе йортта йәшәйһең

нисәнсе фатир

нидәй урам.



Нисә йәш

тыуған йылың

нисәнсе йортта йәшәйһең

нисәнсе фатир

нидәй урам.





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал