7


  • Учителю
  • Башҡорт һәм рус донъяуи тел картинаһында 'Тыуған ил ' концепты

Башҡорт һәм рус донъяуи тел картинаһында 'Тыуған ил ' концепты

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала


Уҡыусыларҙың эҙләнеү эшмәкәрлеген үҫтереү.

Клявлин Ильсун, Ауырғазы районы , Төрөмбәт дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы.

(Етәксеһе- Г.Р.Ильясова)

Тема: "Тыуған ил" концепты башҡорт һәм рус донъяуи тел картинаһында"

Тыуған ил-кешенең тыуған ере генә түгел, был һүҙгә тәрән мәғәнә һалынған...

Һәр кешенең үҙенең тыуған ере , иле бар. Ул уға бик ҡәҙерле. Тыуған илгә мөхәббәт-башҡорт милли характерының иң төп үҙенсәлеге. Ул әсәгә булған һөйөү менән генә сағыштырыла ала. Һәр халыҡ тыуған илен ярата, һаҡлай,уға арнап шиғырҙар, йырҙар ижад итә, бәйеттәр сығара. Эпос, әкиәт, риүәйәт, легендалар ҙа күп.

Эҙләнеү маҡсаты: "Тыуған ил" концепт-һүҙенең башҡорт һәм рус донъяуи тел картинаһындағы әһәмиәтен күрһәтеү.

Бурыстары:

башҡорт һәм рус халҡында тыуған ил һүҙенең ҡулланылышын күҙәтеү;

тыуған ил һүҙенең мәғәнәһен асыу;

был һүҙҙең фольклорҙа, әҙәби әҫәрҙәрҙә ҡулланылыуын күҙәтеү;

тыуған ил һүҙенең мәғәнәһен класташтарымдың аңы, көнкүреше, донъяға ҡарашы аша асыу,

һүҙлек байлығын артттырыу.

Эҙләнеү объекты: тыуған ил һүҙенең мәғәнәһе, төҙөлөшө, ҡулланылышы.

Эҙләнеү субъекты: башҡорт теле һүҙлектәре, әҙәби әҫәрҙәр

Актуаллеге: тыуған ил һүҙенең башҡорт теле һәм әҙәбиәтендә тотҡан урынын һәм әһәмиәтен асыҡлау.

Яңылыҡ: башҡорт телен лингвокультурологик йүнәлештә өйрәнеү бөгөнгө көн талабы булырға тейеш.

Донъяуи тел картинаһының төп төшөнсәләренең береһе булып концепт һанала. Концепт - тел менән мәҙәниәтте бәйләп өйрәнеүсе лингвоменталь берәмек. Концепт аша кешелә туған тел образы барлыҡҡа килә.

Концепттың йөкмәткеһе өс бүлектә сағылыш таба:

  • Концептты тасуирлау.

  • Һүҙ һүҙлектә.

  • Һүҙ фольклорҙа, текстарҙа.

Концепттарҙы өйрәнеү сығанағы булып фәнни хеҙмәттәр, һүҙлектәр, халыҡ ижады өлгөләре, башҡорт шағирҙары һәм яҙыусыларының әҫәрҙәре торҙо.

"Тыуған ил" концепты башҡорт һәм рус тел картинаһында иң мөһим һәм төп концептарҙың береһе .

1.Ассоциатив эксперимент

Эҙләнеү эшенең башында ассоциатив эксперимент үткәрҙек. Ҡатнашыусылар: башланғыс класс уҡыусылары, уҡытыусылар..

Уларға ошондай һорау бирелде:

Һеҙҙә "тыуған ил"һүҙе ниндәй ассоциация тыуҙыра? Һәм яуаптарҙы түбәндәге төркөмдәргә бүлдек:

тәбиғәт, пейзажды белдереүсе һүҙҙәр: яландар, урмандар, сәскәләр(6 кеше);

ил атамаларын белдергән һүҙҙәр: Рәсәй, Башҡортостан(12 кеше);

кешеләрҙе белдереүсе һүҙҙәр: атай, әсәй, туғандарым(7 кеше);

административ берәмек исемдәрен һәм учреждение исемдәрен белдереүсе һүҙҙәр: ауыл, мәктәп, урам (5 кеше);

һүҙбәйләнештәр ярҙамында аңлатма биреү: тыуған ил, беҙ йәшәгән ер,беҙҙең ауыл(10 кеше).

Алтынсы төркөм:ғорурлыҡ, һөйөү, хөрмәт, шатлыҡ.

Шулай итеп, тишереү барышында беҙ шундай һығымталар яһаныҡ:

  • "Тыуған ил" концепт-һүҙен уҡыусылар үҙҙәре йәшәгән, тыуған, уҡыған урын, яҡын кешеләре менән бәйләй.

  • Был һүҙ кешеләрҙең аңында ыңғай эмоциялар шатлыҡ, ғорурланыу, хөрмәт тойғолары тыуҙыра.

Тимәк, һүҙ үҙе үк ҙур көскә эйә. Тыуған ил - кешенең донъяға килгəн ере; кешенең ата-əсəhе, яҡындары, туғандары менəн бергə булған донъя итеп ҡабул ителə.

Башҡорт тел картинаһында "тыуған ил" концепты "өй", " ватан", " тыуған ер", , "Тыуған төйәк","ғаилә","усаҡ",матурлыҡ", "азатлыҡ","хеҙмәт" концепттары менән бәйле.

2.Һүҙлектәр менән эш

Һүҙлектәрҙән тыуған ил һүҙенең мәғәнәләрен яҙып алдыҡ.

Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә тыуған ил айырым ғына юҡ, шуға күрә тыуған һүҙен һәм ил һүҙен айырым эҙләнек.

тыуған сифат.. Тыуып үҫкән, йәшәгән. Тыуған ауыл. Тыуған ил. Тыуған төйәк.тыуған тупраҡ. ер;

тыуған-үҫкән.сифат. тыуып үҫкән. Тыуып-үҫкән ауыл. Тыуған-үҫкән яҡ.

Ил.исем. был һүҙгә дүрт төрлө аңлатма бирелгән.

  1. Үҙ сиге, халҡы, идараһы булған дәүләт. Совет иле. Ил сиге. Ил һаҡлау. Ил гиҙеү. Сит ил. Сит дә-ләт. Ят урын. □Үҙ илкәйе өсөн ҡорбан булған ир-егеттең ғүмере йәл булмаҫ.

  2. (йәки тыуған ил) Тыуып үҫкән, йәшәгән ер, ватан. Ят ил. □Атайың яу асһа ла, тайшанмаҫҡа уйым бар! Үҙ егетен яңғыҙлатмаҫ Урал тигән илем бар!(ҡобайырҙан). Алыҫ ҡына ҡалды шул тыуған илкәйем, Ирәндекәй буйында үҫкән еркәйем(халыҡ йырынан)

  3. Халыҡ. Ил аҡылы. Ил араһы. Ил бәхете. Ил зары. Ил ҡайғыһы. Ил намыҫы. Ил күрке булыу. Ил менән хәл итеү. □ Айбулат:етәр , Гөлйөҙөм, илама. Бер мин генә түгел бит,ил менән.

  4. Һөйләү телендәге һүҙ.Ауыл. ил халҡы.□ ил Тамды һыуы буйында оҙаҡ ултырҙы. А. Таһиров. Ике-өс көн эсендә йәйләүҙәге бөтә ил күсеп тә китте. И. Көҫәпҡолов.

Башҡортса-русса һүҙлек: тыуған ил родина, родная страна.

Синонимдар һүҙлеге:ватан, ил

Ил:дәүләт, ватан, мәмләкәт.

тыуған ер, тыуған яҡ,тыуған төйәк, атайсал

Антонимдар:сит(ят) ил (ер,яҡ)

3.Һүҙ башҡорт халыҡ мәҡәл-әйтемдәрендә

Алтын-көмөш яуған ерҙән

Тыуған-үҫкән ил яҡшы

Рәхәт булһа ла торған ер, һағындыра тыуған ил.

Астан үлһәң дә, ата-әсәңде,

Тыуған илеңде ташлама.

Иле барҙың - көнө бар.

Айғыр малға ни етә, йөрөй белгән кешегә?

Тыуған илгә ни етә - ҡәҙерен белгән кешегә?

Мал торған ерен онотмаҫ, егет тыуған илен онотмаҫ.

Тыуған ерҙең әреме лә хуш еҫле.

Тыуған ер - яҡын, тыуған ил - алтын

Тыуған ерҙәй ер булмаҫ, тыуған илдәй ил булмаҫ.

Тыуған илдең ҡәҙерен ситтә йөрөһәң белерһең.

Тыуған илдең эте лә яҡын.

Сит илдә олтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул.

Һыуһыҙ ергә йорт ҡорма, утынһыҙ ергә ил ҡорма.

Илдең итәге киң.

Илдә сәпсек үлмәй.

Иле барҙың теле бар, теле барҙың көнө бар.

Һүҙ рус халыҡ мәҡәл-әйтемдәрендә

На чужой стороне родина милей вдвойне.

Чужбина - калина, родина - малина.

Смело иди в бой, родина за тобой.

Родина любимая - мать родимая.

Родина вспомнит, кто целину поднимал и кто, как заяц, удирал.

Родина - мать, умей за нее постоять.

Родная сторона колыбель, чужая дырявое корыто

Шулай итеп, мəҡəл həм əйтемдəрҙə "тыуған ил" концептының

йыш ҡулланылыуын күҙәттек һәм уның башҡорт һәм рус донъяуи тел картинаhында төп концепттарҙың береhе булғанлығын тағы ла бер ҡабат иҫбат иттек.

4.Һүҙ фразеологизмдарҙа

Ил ағаһы оло дәрәжәле, абруйлы ир кеше. Ил аҙаматтары илдә аҡыллы, яҡшы эше, ҡыйыулығы менән дан алған кешеләр. Ил ауыҙы күмәк халыҡтың һөйләгән теле, үҙе. Ил аяғы һил булыу ҡараңғы төшөп, кеше йоҡлап бөтөп, тирә-яҡта тынлыҡ урынлашыу. Ил ғәрибе тыуып үҫкән иленән айырылып, алыҫта йәшәгән кеше. Ил ҡартттары күп йәшәп, күпте күреп,халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙанған аҡыллы ҡарттар; аҡһаҡалдар. Илдән сыҡҡан аҙаҡҡы сиккә еткән, ныҡ боҙолған. Илдән сыҡҡан аҙғын. Ил өҫтө ил, халыҡ араһы. Ил өҫтөндә йөрөү. Ил өҫтөндә имән сөй.

Ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай.

Илдә бер. Бик хөрмәтле, мәртәбәле кеше хаҡында. Ил аралау. Халыҡ араһында йөрөү, кешеләр менән киң аралашыу.

5.Концепт-һүҙ текстарҙа

Артабан беҙ "тыуған ил" концептын төрлө текстарҙа күҙәттек. Бының өсөн беҙ төрлө яҙыусылар, шағирҙар әҫәрҙәрен, әкиәттәр, легендалар уҡыныҡ.

Әкиәттәрҙә

Ҡариҙел

Батыр егет, ҡара айғырҙы менеп, осҡан ҡоштай елеп, үҙенең тыуған иленә, Урал тауҙарына, ҡайтып килде, ти. Тегенең айғырына һоҡланмаған кеше ҡалманы, ти. Бик яман көнләшә лә башланылар, ти, бынан. Дуҫ бар, дошман бар, айғырға ҡул һалырға теләүселәр ҙә ишетелә башланы, ти. Шунан был батыр уйлай: «Минең иркем бар, менергә айғырым бар. Ни эшләп әле мин бында ятам?» Китте, ти, был сығып, йөрөнө, ти, ил гиҙеп, шунан бер тау итәгенә барып урынлашты, ти. Тауҙы умырып өң яһаны ла шунда йәшәй башланы, ти.

Ташбаш батыр,Солтанғол батыр, Солтанбай батыр

- Тыуған төйәгенә алып барығыҙ, - ти. Пәрейҙәр Ташбашты ла, уның ҡатынын да ата йортона алып киләләр. Ташбаш батыр батшалыҡ итә башлай. Ташбаш батыр батша булын тора бирһен, беҙ Солтанғолға күсәйек әле.

Батыр малай

Бер көн үтә, ике көн үтә, бер йыл тула, егет тыуған илен һағына башлай.

- Ниңә ҡайғыраһың, нимә оҡшамай? - тип һорашалар хур ҡыҙҙары.

- Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ, - ти ҙә егет, хур ҡыҙҙары менән хушлашып, ожмахтан сығып китә. Йөндө яндырыу менән, теге арыҫлан сабып килеп тә етә. Былар бер ҡараңғы ҡуйы урманға килеп инәләр. Егет, арыҫланға рәхмәттәр әйтеп, ҡайтарып ебәрә. Ожмахта тороп, егет бер йыл буйына йоҡламаған икән. Йыуан ағас төбөнә ята ла йоҡлап китә.

Әҙәби әҫәрҙәрҙә

Тыуған ил. Кәрим Булат

Ҙур хазина-был тәбиғәт,

Ҡарап ҡына торорлоҡ.

Тыуған илем- Башҡортостан

Үҙе ниндәй ғорурлыҡ

Рауил Шаммас. Тыуған ил.

Йөрәгемдә мәңге яныр

Ялҡын ул-

Тыуған ил,

Тыуған ил!

Радик Хәкимйән "Тыуған илем"

Һәр кешенең тыуған ере була,

Тыуған иле була донъяла,

Әсхәл Әхмәт-Хужа "Үҙ илемдә"

Йөрәгеңде аштырғансы

Дәрт-дарман һал,-

Оло тылсым һинең ерең,

Был - атайсал.

Был мөғжизә һинең илең,

Был - атайсал.

Фәүзиә Ҡотлогильдина. Башҡортостан

Рәсәйемдең ҡуйынында
Тыуған илем Башҡортостан,
Уның йылы ҡосағына
Бик күп төрлө милләт һыйған.
Береһе лә үгәй түгел,
Барыһына ғәзиз әсә,
Уңдырышлы тупрағынан
Һуттар алып улар үҫә.

Йыһат Солтанов. "Ҡайҙа һуң ул , тыуған ил?"

Уралда бер ауыл бар. Урал тигән малай шунда йәшәй. Ул бөтәһен дә белмәй әле. Бер көн өйҙә ултырғанда:
- Их, Тыуған илде күргем килә! - тине атаһына.
"Мәскәү илебеҙҙең баш ҡалаһы" Йыһат Солтанов

- Мәскәү ул - Тыуған илебеҙҙең баш ҡалаһы. Унан юлдар бөтә донъяға тарала. Ләкин шуны бел, улым, ҡайҙа ғына барһаң да, ошо Тыуған илдән дә матурыраҡ, ғәзизерәкте тапмаҫһың. Сөнки ерҙә илдәр күп, ә Тыуған ил берәү генә була. Бына ошо Мәскәү кеүек. Әсәйең кеүек, атайың кеүек. Тыуған өйөң кеүек. Шуға күрә Тыуған ил ғәзиз ул.

"Иң ҡәҙерле һүҙҙәр" Фаҡиһа Туғыҙбаева

- Аҡыллыларым, әйтегеҙ әле, «Тыуған ил» һүҙе ниндәй хәрефтән башлана?
Бөтәһе лә ҡулдарын күтәрҙе. Ысынлап та, был класҡа бик матур исемле балалар йыйылғайны.
Тәлғәт аяҡ үрә баҫты:
- Минән башлана ул, апай.
Класташтар ҡысҡырып көлдө.

6.Һүҙ сәнғәттә

"Тыуған ил" концепты сәнғәттә лә төп урынды алып тора. Тыуған илде данлап бик күп йырҙар,(ҡушымта 1) уның матурлығын һүрәтләп картиналар ижад ителә(ҡушымта 2)

Рус рәссамы Аполлинарий Михайлович Васнецовтың «Тыуған ил» (1886,) рәссам Рәмил Миһрановтың " Мостай иле" картиналары.

Йомғаҡлау

Тыуған ил- кешенең донъяға килгән ере; кешенең ата-әсәһе, яҡындары, туғандары менән бергә булған донъя.

Тыуған ил һүҙен уҡыусылар үҙҙәре йәшәгән, тыуған, уҡыған урын, яҡын кешеләре менән бәйләй.

Был һүҙ кешеләрҙең аңында ыңғай эмоциялар шатлыҡ, ғорурланыу, хөрмәт тойғолары тыуҙыра;

"Тыуған ил " концепты башҡорт һәм рус донъяуи тел картинаһында " өй", "ғаилә", "батырлыҡ", "халыҡ", " хеҙмәт", "матурлыҡ", "азатлыҡ" концептары менән тығыҙ бәйле.Башҡорт тел картинаhында ла ,рус тел картинаһында ла "тыуған ил" концепты төп концепттарҙың береhе hанала, шунлыҡтан ул мəҡəл həм əйтемдəрҙə лə йыш ҡулланыла .

Тыуған илде данлап композиторҙар йырҙар, шағирҙар шиғырҙар , рәссамдар картиналар ижад итә.Тыуған төйәге, йорт-ере Уралды маҡтап башҡорт халҡы классик йырҙарын, ҡобайырҙарын, эпостарын ижад иткән, Уралды тыуған иле итеп данлаған.

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ

  1. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге, I,II том, Мәскәү, 1993

  2. Башҡортса-русса һүҙлек

  3. Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге, Өфө, 2006

  4. Башҡортса-русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге, Өфө, 1994

  5. Башҡортса-русса синонимдар һүҙлеге/ м. Ғ. Усманова-Өфө: китап,2010/

  6. Фразеологический словарь русского языка. Свыше 4000 словарных статей. Под редакцией А.И. Молоткова. Издание второе, стереотипное.Издательство «Советская энциклопедия», Москва,1968 г.

  7. Мин уҡырға яратам./ ф. Туғыҙбаева.-Өфө: китап,2009

  8. Уҡыу китабы./мәүлийәрова ә.т.,-Өфө: китап,2010

  9. Башҡортостан-тыуған ерем. Татар мәктәптәре өсөн уҡыу китабы./ г. М. Бүләкова.- Өфө: китап, 2009

Интернет- ресурстар:





Ҡушымта 1

РӘССАМДӘР ИЖАДЫНДА ТЫУҒАН ИЛ

РУС РӘССАМЫ АПОЛЛИНАРИЙ МИХАЙЛОВИЧ ВАСНЕЦОВ «ТЫУҒАН ИЛ», 1886

МОСТАЙ ИЛЕ.РӘССАМ МИҺРАНОВ РӘМИЛ


ОВЧИННИКОВ НИКОЛАЙ «МИНЕҢ ТЫУҒАН ИЛЕМ»

















Ҡушымта2

СОВЕТ РӘССАМДӘРЕНЕҢ ПЛАКАТТАРЫ

Автор: И. М. Тоидзе «За Родину - мать», 1943 год.

А. В. Пахомов





Ҡушымта 3



Интернет ресурстары менән эш








Һүҙлектәр менән эш












Иптәштәрем алдында сығыш яһайым




 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал