7


  • Учителю
  • Конспект урока в 1 классе на тему: 'Буквы К, к'

Конспект урока в 1 классе на тему: 'Буквы К, к'

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала



Тема: К к хәрефе һәм өнө.

Дәрес төрө: уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

Уҡыу- методик комплект: УМК Сынбулатова Ф.Ш., Исламғолова Ы.Ә., Яйҡарова З.И.Әлифба: Башҡорт мәктәптәре өсөн дәреслек.- 3- сө баҫма, яңыртылған.- Өфө: Китап, 2012.- Һүрәттәре менән 148 бит.

Йыһазландырыу: мультимедиа проекторы, компьютер, экран, дәрескә презентация.

Маҡсат:

а) шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш:

- китап менән эшләү оҫталығын үҫтереү

- дәреслектәге биремдәрҙе уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү, телмәреңде камиллаштырырға ынтылыу, хайуандарға, бөжәктәргә иғтибарлы булыу

б) метапредмет өлкәһендәге үҫеш:

- төркөмдәрҙә мәҙәниле аралашыу күнекмәләрен үҙләштереү, башҡаларҙың әйткәнен тыңлай белергә, үҙ фекереңде нигеҙләп, дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә белергә өйрәнеү.

в)предмет өлкәһендәге үҫеш:

- яңы өн- хәрефте өйрәнеү, Кк хәрефенең әйтелешен иғтибарлы тыңлау, яһалышын (артикуляцияһын) күҙәтеү, шул өн менән һүҙҙәр туплау, уҡыу, өндөң тамғаһын дөрөҫ яҙырға өйрәтеү

Дәрес барышы.

I.Уңыш ситуацияһы булдырыу.

а)Психологик комфорт тыуҙырыу.

-Ҡыңғырау шылтыраны,

Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.

Китап, дәфтәрҙәр әҙер,

Тотонайыҡ беҙ эшкә.

б) Тел төҙәткестәр

Һы- һы- һы- бигерәк матур арбаһы

Ңө- ңө- ңө- ана айыуҙың өңө

Ны- ны- ны- өңө уның өр- яңы

Нә- нә- нә- айыу беҙгә күренә

Уа- уа- уа- хуш еҫ бөркә яҙын һауа

Ға- ға-ға- ҡарға килгән ҡарарға.

-Хәйерле иртә, балалар!

-Кәйефтәрегеҙ нисек?

-Ҡояшлы иртә кеүек!

II.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу ситуацияһы.

-Балалар, беҙ дәрестә ни эшләрбеҙ? ( уҡыусыларҙың яуаптары)

- Бөгөн һеҙгә түбәндәге бирелгән һүҙҙәрҙең өн-моделен төҙөп, хәрефтәр менән тамғаларға кәрәк буласаҡ .Был һүҙҙә бер хәреф һеҙгә таныш түгел. Ниндәй таныш булмаған хәреф икәнлеген белеү- һеҙҙең бурысығыҙ.

.үгәрсен ө.ө ите.

-Тимәк, беҙ ниндәй өн-хәреф менән танышырбыҙ?

- Кк өн-хәрефе.

-Дәрестә тағы нимә эшләрбеҙ?

-Уҡырбыҙ, яҙырбыҙ.

III.Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.

К өнөнөң тамғаһы менән танышыу.

-Мин һеҙгә йомаҡ ҡоям. Йомаҡтың яуабын табығыҙ.

Гөлдөр, гөлдөр, гөлдөр был,

Ҡыҙыл тәпей кемдер ул?

- Күгәрсен.( слайд 1)

-Дөрөҫ, күгәрсен.

-Һүҙҙең башында ниндәй өн ишетәбеҙ?

- Кк тартынҡымы, әллә һуҙынҡымы?

-Тартынҡы булыуын нисек иҫбатларһығыҙ?(уҡыусылырҙың яуаптары )

-К өнө тауыш ярҙамында яһаламы, әллә шау ғына ишетәбеҙме?

- Шау.

Балалар ҡолаҡтарын устары менән ҡаплап әйтеп ҡарайҙар.

-Әйҙәгеҙ, к өнөн саҡырайыҡ.Ишетмәй икән.Әллә ҡолағы ҡышҡы һыуыҡта тонған, һаңғырауланғанмы икән!

Уҡытыусы хәрефте күрһәтә һәм балалар һығымта яһайҙар.

1.Баҫма һәм яҙма хәрефтәр менән таныштырыу.

2.Алфавиттан к хәрефен эҙләп табыу.

Иҫтә ҡалдырыу.Фотоға төшөрөү.

3.Пластилиндан Кк хәрефен әҙерләү.

-Кк хәрефе нимәгә оҡшаған?

Ҡарағыҙсы, Кк хәрефе-

Күбәләктең яртыһы.

Кемдер килеп өҙөп киткән

Пар ҡанаттың яртыһын.

-Бер ҡанат менән күбәләк оса алырмы? Өҙөргә яраймы һуң? Әлбиттә, ярамай. Күбәләк тә бит тәбиғәттең бер биҙәге, бәләкәй генә йән эйәһе, ул да йәшәргә хоғуҡлы.

4.Кк хәрефен дәфтәргә яҙыу.

-Кк хәрефе нисә элементтан тора ?

-Өс.

а) Һауала яҙыу.

б) Дәфтәрҙә яҙыу. Кк . (таҡтала өлгө биреү)

Эште,дәфтәрҙе ауыш һалып, ручканы дөрөҫ тотоуҙан һәм хәрефтәрҙе таҙа, матур яҙыуға кәрәклекте иҫкә төшөрөү.Өлгөлө яҙыу күрһәтеү.Кк өнө һүҙҙең башында, уртаһында, аҙағында булған һүҙҙәр уйлатыу.

5.Ял минуты. Хәрәкәттәр менән ҡабатлау.

Кәзә,кәзә,кәзәкәй,

Кәзә итә сәпәкәй.

Бәләкәй генә үҙе,

Һөҙөп йыҡҡан үгеҙҙе.(слайд 2)

6.Дәреслек менән эш.78-се бит.

Гөлфиә Юнысованың ике юллыҡты уҡыу һәм к өнлө һүҙҙәрҙе табыу.

Кәзә, көтөүҙән ҡайтышлай,

Баҡсаға инеп киткән.

7.Китаптан бағаналағы һүҙҙәрҙе уҡыу.

кил көл иләк күнәк

көр күл иркә икмәк

кер көн көйә күркә

көй күн үтек көрәк

8.Һүҙлек эше.

Иләк- сито

Көйә- моль

Күнәк- ведро ( слайд 3)

9.Миңлегөл Хисмәтуллинаның Көсөгөм шиғырын уҡыу.

Көсөгөм.

Көсөгөм бар кескенә,

Әле ул бәпес кенә,

Эсерәмен һөт кенә,

Торам иркәләп кенә.

-Был шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара?

-Кемдең көсөгө бар? Асыҡлау.

10.Һүрәттәге предметҡа ярашлы һүҙҙәр табыу. 79-сы бит

Өркә, өрә, мүкле, иркә.

IV.Дәрескә рефлексив анализ.Баһалау.

-Бөгөн дәрестә ниндәй хәреф менән таныштыҡ?

-Нимәләр эшләнек?

-Нимәгә өйрәндегеҙ?



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал