7


  • Учителю
  • Тикшеренеү эҙләнеү эше :Исемдар донъяһы

Тикшеренеү эҙләнеү эше :Исемдар донъяһы

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала



Баш7ортостан Республика3ы

Архангел районыМуниципаль районы

Т212к2с ауылыны8 т0п д0й0м белем бире1 м2кт2бе





«Исемдәр донъяһында»

темаһына тикшеренеү эше



Тикшеренеү эҙләнеү эше :Исемдар донъяһы













Эшләнеләр: 3 класс уҡыусылары

Суфьянова Алина,

Сәғитов Данил

Етәксеһе:башланғыс кластар уҡытыусыһы

Сәғәҙәтова Ризида Зинур ҡыҙы



Тәүәкәс -2016 й







Йөкмәткеһе.

Инеш

Беренсе бүлек. 1. Теоретик өлөш.

Исемдәрҙең килеп сығышы.

Икенсе бүлек. 2. Практик өлөш.

Башланғыс класс уҡыусыларының исемдәрен өйрәнеү.

Йомғаҡлау

Ҡулланылған әҙәбиәт

Ҡушымта

























































Инеш

«Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, һине күреп кем туйған» тигән йыр бар. Ысынлап та, һәр кешенең үҙе яратҡан һәм күркәм исеме була. Исемең шәп булһын, ырыуыңа тап булһын, ырыуыңа тап булмаһа, ораныңа тап булһын.

Сығышыбыҙҙың маҡсаты: ҡайһы бер исемдәр тураһында мәғлүмәт биреү.

Теманың актуаллеге: бөгөнгө көндә бик күп төрлө исемдәр бар. Хәҙерге заманда балаларға исем ҡушыуға атай - әсәйҙәр бик ҙур иғтибар бирә. Исем һайлау беҙҙе ҡыҙыҡһындырҙы, шуға күрә беҙ уны тикшеренеү эшенең темаһы итеп алдыҡ. Сөнки исем кеше яҙмышына тәҫьир итә. Баланың киләсәген дә, ниндәй булып үҫерен дә исем менән бағлайҙар. Тимәк, исем - ябай ғына атама түгел. Бөгөнгө көндә балаға исем һайлау проблемаһы әле лә актуаль булып ҡала.

Теманың исеме: исемдәр донъяһында.

Тикшеренеү эшенең маҡсаты:

  • исемдәрҙең килеп сығышын өйрәнеү;

  • башланғыс класс уҡыусыларының исемдәренең мәғәнәһен асыҡлау;

Ҡуйған маҡсаттарға ирешеү өсөн, түбәндәге мәсьәләрҙе хәл итергә кәрәк:

  • исемдәр тураһында әҙәбиәтте өйрәнеү;

  • башланғыс кластарҙа исемдәр буйынса тикшеренеү эше үткәреү;

Тикшереү эшенең предметы - исемдәр.

Тикшереү эшенең объекты - Тәүәкәс төп дөйөм белем биреү мәктәбе.







</

Беренсе бүлек.



Теоретик өлөш. Исемдәрҙең килеп сығышы.



Билдәле рус яҙыусыһы Антон Павлович Чеховтың ошондай һүҙҙәре бар: "Кешелә бөтә нимә лә - йөҙө лә, кейеме лә, тәне лә, күңеле лә матур булырға тейеш". Шуға өҫтәп әйтергә булалыр, моғайын: исемдең дә үҙ матурлығы, мәғәнәһе бар.

Матур, яғымлы, ҡолаҡҡа ятышлы исемде кем генә яратмай. Әммә шуныһы бар: кешегә үҙ исемен үҙенә һайлау мөмкинселеге бирелмәгән.

Исемдәр донъяһын өйрәнеү үҙе бер фән. Кеше исемдәрен генә түгел, ә бөтә төр яңғыҙлыҡ исемдәрҙе өйрәнә торған фән бар донъяла. Ул ономастика тип атала.

Ә хәҙер исемдәрҙең төркөмдәргә бүленешен ҡарайыҡ:



Башҡорт исемдәренең төркөмдәре.

I. ТАСУИРИ ИСЕМДӘР

1. Баланың төҫөн, һәм башҡа үҙенсәлектәрен сағылдырған исемдәр:Мәҫәлән: Баҙыҡ, Сибек, Ҡараҡаш, Аҡбала,«Миң» һүҙе менән күп исемдәр яһалған: Миңһылыу, Миңдекәй.

2. Тәбиғәт күренештәренә бәйле исемдәр: Башҡорт исемдәре составында тәбиғәт күренештәрен күрһәткән һүҙҙәрҙән яһалған исемдәр күп: Буранбай, Буранғол, Томансы,Аяҙғол, Ҡояшбикә,Айсыуаҡ, Борсаҡ, Елкәй, Болотбай һ. б.

3. Ваҡыт төшөнсәһенә бәйле исемдәр Мәҫәлән:Айһылыу, Айбикә, Көнбикә, Көнһылыу,Таңһылыу,Ҡояшбай ,Мөхәррәм, Сәфәр, Рәжәп, Шаһбан, Рамазан, Зөлҡәғиҙә, Зөлхизә, Йомадил тигәндәр.

4. Тормошта төрлө ваҡиғаларҙы сағылдырған исемдәр Күсәк, Күсәкбай, Күсем,Юлдыбай, Юлтый, Туйсура, Туйһылыу, Байрамбикә, Байрамғол, Байрас; ураҡ өҫтөндә, бесән сапҡанда тыуған балаға Ураҡбай, Ураҡсы.

5.Төҫ атамаларынан яһалған исемдәр Аҡһылыу, Аҡбатыр, Аҡсолтан, Аҡсулпан, Ҡарабаш, Сарынбәт, Ҡыҙырас, Ҡыҙылғол, Күкбаш, Күкҡужа, Күккүҙ.

6. Үҫемлек, иген, сәскә атамаларынан яһалған исемдәр Имәнҡол, Байтирәк, Муйылбикә, Ҡарағай, Сейәбикә, Таулыбай ,Ирәндек, Уралтау, һамар, Иҙелбай, Иҙелбәк, Иҙелғужа, Ырғыҙ, Иргиз.

8. Баланың ниндәй хәлдә (еңелме, ауырмы) тыуыуына ҡарап ҡушылған исемдәр. Аҙналы

9. Эш, хеҙмәт, һөнәрҙе сағылдырған исемдәр Илсебай, Илсеғол,Сирубай, Сирбай, Мәргән, Алтынсы, Балтас.

10. Эш, яу ҡорамалдарын, һауыт-һабаны сағылдырған кеше исемдәреМәҫәлән: Балтағол,Балтабикә,Балтай, Бысҡыбай, Килекәй, Иләкбай, Тағанай, Һабансы, Ҡаҙанғол, Ҡаҙанбай, Ҡаҙанҡай.

11. Аҙыҡ-түлек, кейем атамаларынан яһалған исемдәр Ризыҡҡужа, Буҙабей, Баллыбикә, Барсын, Барсынһылыу.

12. Һанды һәм һан төшөнсәһен аңлатҡан һүҙҙәрҙән яһалған исемдәр. Мәҫәлән: Тәүлесура, Тәүеней, Алйегет, Алгилде, Алда, Алдансиру, Алдагәрәй, Игеҙәк,Ҡушар, Ҡушый,Өскилде,Әсәкәй,Өстөм.

13. Оҡшаш исемдәр Мәҫәлән: Ҡамырбатыр ,Иллмырҙа , Ишмырҙа, Аҡмырҙа, Буранбай, Төлкөбай һәм Ҡонанбай; Ҡарлуғас, Ҡарасәс, Байрас, Ишбулды, Ишкилде , Ишбикә, Ишҡол, Ишҡужа, Ишҡара, Ишбирҙе, Ишбулды, һ. б.

II. Теләк исемдәр.

1. Яҡшы, изге теләк, бәхет, уңыш теләп ҡушылған исемдәр Мәҫәлән: Ҡоткилде, Уразбай, Ырыҫҡол,Йәнгилде, Йәнгил, Йәнбирҙе, Йәнсура, Йәнбикә, Йәнһылыу ,Яҡшығол.

3. Таш, төрлө металл атамаларынан яһалған исемдәр Мәҫәлән: Таштимер, Тимерйән, Биктимер, Тимербикә, Ташбулат, Бикташ,Ташкөрәк, Аҡбулат, , Алтынбай, Алтынбикә, Алтынсәс, Көмөшбай, Көмөшбикә, Еҙбикә.

4. Көслө януар, ҡош-ҡорт атамаларынан яһалған исемдәр. Мәҫәлән: Барс, Арслан,Арсланғужа, Бүребай, Аҡҡош, Ҡарағош, Ҡарлуғас, Һандуғас.

5. Социаль титул, дәрәжә, батырлыҡ атамаларынан яһалған исемдәр Мәҫәлән: Ишембай, Тимербәк, Сурабай, Иштүрә, Аҡкөбәк, Ейәнсура, Аҡсура, Ишсолтан, Солтанғол, Яҡшығол, Ҡарағол, Ишбикә.

III. АРНАУ ИСЕМДӘР

1. Табыныу йолаларына бәйле исемдәр.Мәҫәлән: Бүләк, Бүләкбай, Бүләкбикә , Мирас, Мирасбай, Аҡай, Ағый.

4. Тарихи шәхес, халыҡ батырҙары исемдәре .Мәҫәлән:Мөхәммәт, Ғәли, Ғайса, Муса, Йосоп, Фатима, Ғәйшә, Хәҙисә,Салауат, Юлай, Арҫлан, Маркс, Ингил (Энгельс) Вил (Владимир Ильич Ленин), Вилена, Ленар (ленинская армия), Ким (коммунистический интернационал молодежи). Рева һәм Люция (революция), Октябрь, Октябрина, Марат, Клара, Рифмир революционный мир.

Хәҙерге ваҡытта Салауат исеме йыш осрай. Был батыр исеме. Тимәк,ошо исемде йөрөтөүсе малайҙар көслө, ҡыйыу булырға тейеш.

Башҡорттарҙа һоҡланғыс исемдәрҙең тағы береһе - Урал. Уның да тәрән мәғәнәһе һәм тарихы бар. Урал, билдәле булыуынса, беҙҙең тыуған еребеҙ, Урал тауының атамаһы. Ул бик боронғо замандарҙа уҡ барлыҡҡа килгән. Урал һүҙе, Урал исеме башҡорт халҡы өсөн ҡәҙерле лә, матур ҙа, тимәк, популяр ҙа.

Бик күп исемдәр йөҙәр, меңәр йыл йәшәп килә. Бер генә исем дә осраҡлы барлыҡҡа килмәгән. Исемдәрҙә, ҡыҫҡа ғына әйткәндә, тарих сағылған.

Шулай уҡ, әкиәт, эпостарға мөрәжәғәт итһәк, унда ла бик күп боронғо исемдәр осратырға була. Мәҫәлән, Айһылыу, Таңһылыу, Айбикә, Ҡарлуғас, Һандуғас һ. б. Бында күренеүенсә, ниндәй генә сағыштырыуҙар юҡ бында. Һылыу, ай, көн, гөл, алтын, аҫыл, ынйы кеүек һүҙҙәр исемдән исемгә теҙелеп киткән. Мәҫәлән: Айҙар, Айнур, Айрат, Айгөл, Айһылыу, Айсолтан, Айсара, Айваз, Гөлназ,Гөлйөҙөм, Гөлгөнә, Гөлкәй, Гөлмира, Илсур,Илбатыр, Илгиз,Илдар, Илдус,һ. б.

Дөйөм алғанда, башҡорт исемдәренең күпселеге ғәрәп һүҙҙәренән алынған, ғәрәп исемдәре беҙгә дин менән бергә ингән, шуға үҙләшеп киткән. Саф башҡорт исемдәре лә күп. Ғалимә Таңһылыу Кусимованың "Исемдәр донъяһында" тигән китабында һәр бер кеше үҙ исеменең тәржемәһен таба ала.

Икенсе бүлек.

Практик өлөш.

Башланғыс класс уҡыусыларының исемдәрен өйрәнеү.



Исемдәр тарихын өйрәнгәндән һуң, беҙ үҙебеҙҙең мәктәптә уҡыусы ҡыҙҙары һәм малайҙары араһында тикшереү эше үткәрҙек. Был тикшереүҙә бөтәһе 50 кеше ҡатнашты.Бөгөнгө көндә киң таралған башҡорт исемдәрен билдәләү ине беҙҙең маҡсатыбыҙ. Тикшеренеүҙәрҙән сығып шуны әйтергә инем,башҡорт исемдәре күп булыуға ҡарамаҫтан,бер үк исемдәр йыш ҡабатлана.

Йыш ҡабатланған исемдәр:

Регина - 2 уҡ

Алмаз- 2 уҡ

Вадим- 3 уҡ

Айгүзәл- 2 уҡ

Ғаяз- 2 уҡ

Вильдан - 2 уҡ





Ҡалғандары:

Юлиә,Марат,Лиана,Алһыу,Ләйсән,Илназ,Зөлфиә,Динә,Элиза,Аделина,Фәдис,Алмаз,Айгизә,Рената, Риана, Иделия,Азалия,һ.б

Уҡыусыларҙың араһында Азамат, Ислам, Ғаяз, Айҙар, Айнур,Ильнур исемле башҡорт исемдәре лә осраны.

Тәүәкәс ауылында 2015-2016 йылдарҙа тыуған балаларҙың исемдәре:



Кәмилә, Наҙгөл,Фәдис, Йәсмина,Гөлфиә,Арслан, Алмаз,Әминә, Таймас кеүек исемдәр осраны.



Йомғаҡлау.

Тикшеренеү эшенең һөҙөмтәләрен анализлағас,түбәндәге һығымталар барлыҡҡа килде:

Башланғыс кластарҙа үҙ исемдәренең мәғәнәһен белеүсе уҡыусылар һаны асыҡланды: 28 уҡыусы араһынан - 8 уҡыусы белә.

Балаға исем ҡушыу - яуаплы эш.

Яны тыуған сабыйға -исем һайлағанда исемдең ҡолаҡҡа ятышлы яңғырашы, башҡортса һәм русса әйтелеше һәм яҙылышы, яҡшы мәғәнәһе иҫәпкә алынырға тейеш.Исемдең тәрбиәүи яғын да иҫтән сығармаҫҡа кәрәк.

Бала бәләкәйҙән үҙ исеменең мәғәнәһен белеп,исемен яратып үҫһә,унда үҙенең милләтенә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо уяна.Һәр кеше исемен ғорур йөрөтһөн,үҙгәртмәһен,оялмаһын. Әйтеп үтергә кәрәк, балаға исемде ата-әсәһе һайлаһа ла, был исем менән баланың ғүмер буйы йәшәйәсәген иҫтә тотоу мотлаҡ. Шулай уҡ, балаға милләтенә ҡарап исем ҡушһалар, яҡшыраҡ булыр ине. Бер исем дә эҙһеҙ юғалмаҫ ине.

Беҙ был тикшеренеү эшенең маҡсаттарына ирештек, тип уйлайбыҙ.



Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге:

1. Ф.Аҡбулатова "Исем биреү-балаға фатиха биреү"(мәҡәлә)

2. Р.Ғәббәсова "Сәпәкәй" (шиғыр)

3. Т. Кусимова "Исемдәр донъяһында"

4. З.Толомғужин "Асылға ҡайтыу"









 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал