7


  • Учителю
  • Рабочая программа по родному (башкирский) языку

Рабочая программа по родному (башкирский) языку

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение

средняя общеобразовательная школа №3 с. Красноусольский

муниципального района Гафурийский район Республики Башкортостан



Рассмотрено

Руководитель МО

учителей родного

(башкирского языка)

Абдуллин А.Ш.

_______________

Протокол №

от « » 2015 года


Согласовано

Заместитель директора

по УВР МОБУ СОШ №3

Абзалилова В.С



____________________


Утверждено

Директор МОБУ СОШ№3

с. Красноусольский

Рудкевич А.С.



____________________

Приказ №75

от «1» сентября 2015 года


Рабочая программа

по родному языку (башкирский язык)

для 3 б класса

на 2015-2016 учебный год





Составитель :


учитель начальных классов

1 категории

Усманова Василя Борисовна



2015 год

Башҡортостан Республикаһы муниципаль район Ғафури районы

муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы

3-сө һанлы Красноусол урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Ҡаралды

ММО етәксеһе

Абдуллин А.Ш..

_______________

Протокол № 1

« 29» август 2015 йыл


Килешелде

Уҡыу-уҡытыу эше буйынса директор урынбаҫары

Абзалилова В.С.



____________________


РаҫлайымДиректор Мәктәп директоры

Рудкевич А.С.

__________________

Бойороҡ №75

«1» сентябрь 2015 йыл





2015-2016- сы уҡыу йылына

3 б класы өсөн

туған тел (башҡорт телендә) предметынан

эш программаһы







Төҙөүсеһе:

1-се категориялы

башланғыс кластар уҡытыусыһы

Усманова Вәсилә Борис ҡыҙы

2015 йыл



  1. Аңлатма яҙыу.

Эш программаһы "Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн башҡорт теленән эш программалары/ төҙ.:З.М. Ғәбитова, М.Ф.Абдуллина һ.б- Өфө: Китап, 2011.-(Икенсе быуын стандарттары.)", Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 2-се синыфында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек/ авторҙары: Х.А.Толомбаев, М.С. Дәүләтшина, Өфө- 2011 нигеҙендә төҙөлдө.

Башҡортостан Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының Красноусол 3-сө һанлы мәктәбенең "Уҡыу планы"на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;

  • «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары

Башҡорт телен уҡытыуҙың маҡсаттары һәм бурыстары түбәндәгеләрҙән тора:

1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

4. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

5. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте һ. б менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

6. Бөтә, һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.

Дөйөм сәғәттәр һаны - 102 сәғәт(Аҙнаға - 3 сәғәт )

Шул иҫәптән:

күсереп яҙыу - 2,

һорауҙарға яуап - 2,

диктант - 4

изложение-2

инша-1


2. Уҡыу предметына дөйөм характеристика


Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө: программа һөйләшеү, телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан тематиканы, уҡыу өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙе, орфоэпия һәм орфография, элементар грамматик һәм пунктуацион материалдарҙы үҙ эсенә ала. Шулар менән бер рәттән мәҡәлдәр, йомаҡтар, тиҙәйткестәр, көләмәстәр, һанашмаҡтар, уйындар өҫтөндә эш үткәреү ҙә күҙ уңында тотола.

Төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт теле курсының йөкмәткеһе белем биреү процесында метапредмет һәм предмет маҡсаттарына өлгәшеүгә йүнәлдерелгән. Был үҙ йәһәтендә коммуникатив, тел, лингвистик һәм мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙы һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, аралашыуҙы, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙыңмаҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммунакация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәренде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.

Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешен, хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата; һүҙлек запасын һәм уҡыусытелмәрәнең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ, лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле булған тел күренеше факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаштырыу; төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ғуллана белеү.

Мәҙәни компетенция туған телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма буларағ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, милли-мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.

Программала материал коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлештә бирелгән. Тәҡдим ителгән материал белем биреүҙе генә иҫәпкә алмай, ә эшмәкәрлек формаһын тормошға ашыра.

Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа метапредмет һөҙөмтәләргә йүнәлтеү, кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләкле булараҡ, фунциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

Фунциональ грамоталылыҡтың мөһим индикаторы - предмет-ара статус: коммуникати универсаль уҡыу эшмәкәрлеге; танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге; регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге. Функциональ грамоталылыҡтың мөһим компоненты телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренә нигеҙләнә һәм телде өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уныңда тота

Фунциональ грамоталылыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу, төрлө аралашыу шарттарында башҡорт теленең ҡулланыу үҙенсәлектәрен белеү нигеҙендә төҙөлә. Төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтерергә, артабан уҡыуын төрлө белем биреү учреждениеларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш.

3.Уҡыу предметының урыны

Эш программаһы базис уҡыу планының 2-се варианты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Йылына -102 сәғәткә иҫәпләнгән (аҙнаға 3 сәғәт).


4. Уҡыу йөкмәткеһенең ҡиммәттәр йүнәлеше

Башҡорт телен өйрәнеү һөҙөмтәһенең бер йүнәлеше булып башланғыс класс уҡыусылары тарафынан рухи ҡиммәттәрҙең системаһын төшөнөү һәм үҙләштереү тора. Башланғыс кластарҙа туған теле дәрестәрендә түбәндәге рухи ҡиммәттәргә иғтибар бүлеү мотлаҡ.

Изгелек ҡиммәте - үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәр-ҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙлнеуен аңлау.

Аралашыу ҡиммәте - аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.

Матурлыҡ (гармония) ҡиммәте - башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап уҙләштереу.

Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте - хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты, халате булыуын ҡабул итеу. Хеҙмәткә һөйөу тәрбиәләуҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.

Илһөйәрлек ҡиммәте - үҙ телеңде һәм халҡыңды хөрмәт итеу, халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.

Кешелеклелек ҡиммәте - үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойон үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.


5. Уҡыу предметын өйрәнеүҙең шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре.

Планлаштырылған һөҙөмтәләр.

Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.

  • Уҡыу процесында белем алыуға ҡарата яуаплылыҡ булдырыу; тиҫтерҙәренә, уҡытыусыға ҡарата ихтирамлы булыу;

  • Мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡараш булдырыу;

  • Тыуған ил, ер, тел төшөнсәләре тураһында аң-белем биреү;

  • Һау-сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштереү.


Предмет һөҙөмтәләре.

Тел буйынса

  • Башҡорт теленең алфавитын белеү;

  • башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтеү;

  • бирелгән ситуациялар буйынса бәләкәй хикәйәләр төҙөү һәм һөйләү;

  • предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең (исемдәрҙең) һөйләмдә эш башҡарыусы булып килеүен, берлек, күплек, яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ, урын, ваҡыт, эйәлек, объект һ.б. мәғәнәләрҙе белдереүен белеү;

  • предметты белдереүсе, предметтың билдәһен, предметтың эш-хәрәкәтен, иҫәбен (һан), белдереүсе һүҙҙәрҙе айыра, дөрөҫ төркөмләй, уларға дөрөҫ һорау ҡуйырға белергә тейештәр;

  • предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙең миҡдарын (сифат дәрәжәләрен) айыра белергә;

  • башҡорт телендә һөйләмдең интонацион төрҙәре билдәләй белергә

  • Һөйләм аҙағында дөрөҫ тыныш билдәләрен ҡуя белергә, уларҙы тасуири уҡый белергә тейештәр ;

  • абзацтың темаһын билдәләй белеү;

  • абзацты һөйләмдәргә бүлеү;

  • айырым һөйләмдәрҙән бәләкәй хикәйә төҙөй белергә тейештәр.

Әҙәбиәт буйынса

  • Тексты өлөштәргә бүлеү, өлөштәргә исем биреү;

  • текстың темаһын һәм төп фекерен билдәләй белеү;

  • ябай план төҙөй белеү;

  • әҙәби геройҙарға характеристика биреү;

  • әкиәт, хикәйә, йомаҡ, мәҡәлдәрҙе бер- береһенән айыра белеү;

  • бирелгән ситуацияға ярашлы бәләкәй, хикәйә, шиғыр, әкиәттәр яҙыу-төҙөү,уларға һүрәттәр төшөрә белергә тейештәр.


Универсаль уҡыу эш төрҙәрен өйрәнергә:

  • уҡытыусыны тыңларға, уның әйткәнен ишетергә;

  • уҡытыусыға һорау бирергә, белешмә алырға;

  • икешәрләп йәки төркөмләп класташтары менән эшләргә;

  • диалог барышында һөйләшеүҙә ҡатнашырға, уның темаһына ярашлы уҡыу мәсьәләһе ҡуйырға, уны сисеү маҡсатында тикшереү эшендә әүҙем ҡатнашырға;

  • парлап, төркөмдә эшләгәндә этикет ҡағиҙәләрен үтәү;

  • эште планлаштырыу, уны тормошҡа ашырыу;

  • график- символик һыҙмаларҙы танырға: һүҙҙең өн (хәреф) моделен, һөйләмдең һыҙмаһын төҙөргә һәм уҡырға;

  • уҡыу һәм яҙыуҙы мәғлүмәт, белем алыу мөмкинселеге итеп ҡулланырға;

  • уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнеү;

  • үҙ аллы белем алыу, мәғлүмәтле булыу;

  • уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу;

  • маҡсатты күҙҙалау;

  • эште планлаштырыу;

  • тикшереү эшен ойоштороу;

  • уҡыу объекттарын күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау;

  • эшләнелгән эшкә байҡау яһау, эште баһалау;

  • контроль.



Уҡыу-уҡытыу программаһында үҙләштереү өсөн планлаштарылған һөҙөмтәләргә ирешеүҙе баһалау

  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.


  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау яҙма эштәре үткәрелә. Ағымдағы яҙма эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы яҙма эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.


  1. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау яҙма эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Яҙма эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 3 класта түбәндәге күләмдә яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

күсереп яҙыу - 2,

һорауҙарға яуап - 2,

диктант - 4

изложение-2

инша-1


Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

- карточкалар менән эш;

- һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

- һүҙлек диктанты;

- һөйләмдәр төҙөү;

- һүҙлек менән эш;

- һүрәтләү иншаһы;

- синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)



Предмет буйынса һөҙөмтәләргә талаптар.

  1. Йыл аҙағында 3-сө класс уҡыусылары түбәндәге телмәр күнемәләренә эйә булырға тейеш:

Һөйләү:

  • Уҡыусы диалог төҙөргә;

  • Картина буйынса һөйләргә;

  • Ҙур булмаған шиғыр, һанашмаҡты яттан һөйләй белергә тейеш.

  • - Уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу:

  • тексты тыңлау һәм йөкмәткеһен һөйләү, йөкмәтке буйынса рәсем яһау;

  • текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорау биреү;

  • 10-12 шиғырҙы яттан белеү.

  • Уҡыған текстар буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә бәләкәй хикәйә төҙөү һәм һөйләү:

  • ишеткәндәр, башҡарған эштәр тураһында һөйләү

  • картиналар, экскурсиялар, фильмдар, иллюстрациялар буйынса бирелгән ситуацияға ярашлы һөйләү;

  • текстың йөкмәткеһен тулыһынса һәм ҡыҫҡартып һөйләү;

  • ваҡиға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтә белеү;

  • башҡорт теленән рус теленә тәржемә итә белеү.

Уҡыу:

Тексты талғын, шыма, һүҙҙәрҙе тотош (ижектәргә бүлмәй) уҡыу:

Был тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;

  • Унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;

  • Текстағы аңлашылмаған һүҙҙәргә иғтибар итмәй генә уҡып ҡарау.

  • - поэтик әҫәрҙәрҙе тейешле интонация менән уҡый белеү;

  • эстән һәм ҡысҡырып, ролләп һәм һайлап уҡыу;

  • текстың темаһын, төп фекерен билдәләй алыу;

  • текстан һорауҙарға яуап табыу уҡыу ;

  • картиналар ҡарау, уға исем биреү.

Яҙыу:

-Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу:

- текст, күҙәтеүҙәр, экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;

-3-6 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;

-бер телдән икенсеһенә тәржемә итеү;

- өйрәтеү характерындағы 1- изложение, 1-инша яҙыу;

-яҙғанды элементар рәүештә камиллаштыра алыу.

Аудиояҙма тыңлау:

  • Аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау;

  • Таныш һүҙҙәре булған тексты контекстуаль яҡтан аңлау.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау


Класс

Һүҙ

Билдә

Эстән уҡыу(һүҙ)

3

40-50

120-150

45-65




6. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Уҡыу планы

Телмәр үҫтереү буйынса тема

Сәғәт һаны

1

Инеш дәрес.

1

2

Һаумы, мәктәп!

2

3

Йәйҙе иҫкә төшөрөү

3

4

Алтын көҙ килә еремә

7

5

Кешене кеше итеүсе-хеҙмәт

6

6

Нимә насар, нимә яҡшы

10

7

Әкиәттәр.

7

8

Тәңкә-тәңкә ҡарҙар яуа

10

9

Уралып ятҡан Уралда…

17

10

Ҡаһарманлыҡ юлынан

7

11

8 март-халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө

5

12

Яҙҙар килә шаулап-гөрләп…

9

13

Тиҙҙән йәй етә

3

14

Балаларҙың тормошо һәм эштәре

2

15

Йәй

3

16

ҡабатлау

3


Контроль диктанттар

4


Изложение

2


Инша

1

Барыһы

102


Инеш дәрес-1сәғәт

Һаумы, мәктәп!- 2сәғәт

1 сентябрь- Белем байрамы. Мәктәп, балаларҙың белем алыуы тураһында әҫәрҙәр уҡыу, әңгәмәләр үткәреү. Уҡыу һәм ятлау өсөн материалдар.Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен иҫкә төшөрөү. Һорауҙарға һөйләмдәр менән яуап биреү.

Йәйҙе иҫкә төшөрөү- 3 сәғәт

Йәйге тәбиғәт, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре, ялы хаҡында шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү. Йәйге тәьҫораттар тураһында әңгәмәләр үткәреү, һүрәттәр төшөрөү. Авторҙар тарафынан темаға ҡарата эшкәртелгән мәҡәләләр. Башҡорт телендә алфавит. Өндәрҙе дөрөҫ әйтергә күнегеү. Бирелгән ситуациялар буйынса бәләкәй хикәйәләр төҙөү һәм һөйләү.

Алтын көҙ килә еремә- 7 сәғәт.

Башҡортостанда, тыуған төйәктә көҙгө тәбиғәт, ундағы буяуҙар байлығы, көҙгө муллыҡ, ололарҙың һәм балаларҙың көҙгө эштәре, осар ҡоштар, йәнлектәр тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү.

Көҙ темаһына альбом төҙөү, әҙәби монтаж әҙерләү, тәбиғәткә экскурсия үткәреү, тәбиғәтте һаҡлау буйынса конкрет эштәр башҡарыу, әңгәмәләр үткәреү, тәбиғәт һәм уҡылған әҫәрҙәр буйынса һүрәттәр төшөрөү.

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең (исемдәрҙең) берлек, күплек, яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ, урын, ваҡыт, объект һ.б. мәғәнәләрҙе белдереүе (күҙәтеү, иҫкә төшөрөү, практик үҙләштереү)

Кешене кеше итеүсе- хеҙмәт- 6 сәғәт.

Кеше тормошонда хеҙмәттең роле, ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте, яҡшы сифаттар тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү, мәҡәлдәр әйтеү.

Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр. Билдәнең төрлөмиҡдарҙа икәнен (сифат дәрәжәләрен) белдереүсе сараларҙы күҙәтеү, практик үҙләштереү.

Абзацтың темаһын билдәләү. Абзацты һөйләмдәргә бүлеү. Айырым һөйләмдәрҙән бәләкәй хикәйә төҙөү.

Нимә яҡшы, нимә насар?- 10 сәғәт.

Кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте, намыҫлы, егәрле кешеләр һәм уларҙың эштәре; ҡурҡаҡ, алдаҡсы, ялҡау кешеләр тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү; балаларҙа яҡшы сифаттар тәрбиәләү.

Данлы кешеләр менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү, улар тураһында альбомдар төҙөү, ишеткәндәр буйынса һүрәттәр төшөрөү.

Эште, процесты белдереүсе һүҙҙәр (ҡылым, хәбәр), уларҙың төп мәғәнәләренән тыш, эш башҡарыусының (эйәнең) затын, берлеген, күплеген, ваҡыт һ.б. мәғәнәләр белдереүҙәрен күҙәтеү һәм практик үҙләштереү.

Әҫәрҙәге предметты һәм геройҙы (персонажды) һүрәтләү элементтары.

Әкиәттәр-7 сәғәт.

Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә кешеләрҙең яҡшы һәм насар сифаттарының сағылышы. Халыҡ әкиәттәре һәм яҙыусылар ижад иткән әкиәттәр.

«Әкиәт геройҙары» темаһына альбом төҙөү, һүрәттәр төшөрөү, инсценировкалар әҙерләү һәм күрһәтеү.

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең (исемдәрҙең) һөйләмдә эш башҡарыусы булып килеүен, урын, ваҡыт, эйәлек, объект һ.б. мәғәнәләрҙе белдереүен практик күҙәтеү һәм үҙләштереү.

Әкиәт, хикәйә, йомаҡ, мәҡәлдәрҙе бер- береһенән айырыу. Бирелгән ситуацияға ярашлы бәләкәй әкиәттәр төҙөү, шул әкиәттәргә һүрәттәр төшөрөү.

Тәңкә- тәңкә ҡарҙар яуа...-10 сәғәт.

Башҡортостанда ҡышҡы тәбиғәт, һауа торошо, үҫемлектәрҙең һәм йәнлектәрҙең ҡышлауы; ололарҙың һәм балаларҙың ҡышҡы эштәре, балаларҙың уйындары һәм эштәре тураһында хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү.

Уҡылған әҫәрҙәр буйынса Яңы йылға ҡарата һүрәттәр төшөрөү, шыршы байрамына әҙерләнеү һәм уны үткәреү. Әҙәби геройҙарға характеристика элементтары.

Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙең һөйләмдәге мәғәнәләрен күҙәтеү һәм практик үҙләштереү.

Текст. Тексты өлөштәргә бүлеү, өлөштәргә исем биреү. Текстың темаһын һәм төп фекерен практик үҙләштереү.

Уралып ятҡан Уралда..- 17 сәғәт

Урал, уның тәбиғәте, байлығы, йылғалары, күлдәре, тауҙары, ҡалалары, экономикаһы, башҡорт әҙәбиәте, сәнғәте, күренекле кешеләре тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү. "Башҡортостан- тыуған төйәгем" темаһына әҙәби монтаж, альбомдар әҙерләү, уҡылған әҫәрҙәр, тәьҫораттар буйынса әңгәмәләр үткәреү, һүрәттәр төшөрөү.

Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең һөйләмдәге мәғәнәләрен, функцияларын күҙәтеү һәм практик үҙләштереү.

Бутап бирелгән һөйләмдәрҙән текст төҙөү. Изложение һәм инша элементтары менән практик танышыу һәм үҙләштереү.

Ҡаһарманлыҡ юлынан- 7 сәғәт

Һалдат хеҙмәте- һәр ир-егеттең изге бурысы. Халҡыбыҙҙың ил дошмандарына ҡаршы героик көрәше тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү.

Ветеран һәм йәш һалдаттар менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү, һалдаттарға бағышланған альбом төҙөү.

Предметтың иҫәбен (һан), эш- хәлдең билдәһен (рәүеш) белдергән һүҙҙәр. Шул һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен һәм телмәрҙә ҡулланылышын күҙәтеү һәм практик үҙләштереү.

Автобиография элементтары. Изложение һәм инша элементтарын өйрәнеү.

8 март- ҡатын- ҡыҙҙар көнө- 5 сәғәт

Илебеҙҙә ҡатын- ҡыҙҙар хеҙмәте, республикалағы данлы ҡатын- ҡыҙҙар, уларға ихтирам тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү.

Алдынғы ҡатын- ҡыҙҙар менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү; "8 март- әсәйҙәр байрамы" тигән иртәлек әҙерләү һәм үткәреү, альбом төҙөү, һүрәттәр төшөрөү.

Предметтың эшен, билдәһен, эш хәлдең билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙең телмәрҙәге (һөйләмдәге) роле һәм үҙенсәлектәре (ҡабатлау, тәрәнәйтеү).

Текста элементар һүрәтләү саралары.

Яҙҙар килә шаулап- гөрләп…- 9 сәғәт

Башҡортостанда яҙғы тәбиғәт, уның күренештәре, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошондағы үҙгәрештәр, кешеләрҙең яҙғы хеҙмәте тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү.

Ҡоштарҙы ҡаршылау, бүлмә гөлдәре үҫтереү, баҡса эштәре тураһында әңгәмәләр үткәреү, темаға ҡарата һүрәттәр төшөрөү.

Башҡорт телендә һөйләмдең интонацион төрҙәре. Уларҙа тыныш билдәләре, тасуири уҡыу (иҫкә төшөрөү, ҡабатлау, нығытыу).

Текст. Уның өлөштәре, өлөштәргә исем биреү. Ябай план менән практик танышыу.

Тиҙҙән йәй етә- 3 сәғәт

Балаларҙың тормошо һәм эштәре- 2 сәғәт

Йәй- 3 сәғәт

Йәйге күренештәр, балаларҙың йәйге эштәре һәм ялы. Уйындар тураһында шиғырҙар, хикәйәләр, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү.

Тәбиғәткә экскурсиялар ойоштороу, әңгәмәләр үткәреү, йәй күренештәре тураһында һүрәттәр төшөрөү.

Грамматик күнекмәләрҙе тәрәнәйтеү, ҡабатлау- 3 сәғәт

Контроль күсереп яҙыу-2 сәғәт

Конроль диктант- 4 сәғәт

Инша-1

Изложение-2


7. Уҡыусыларҙың дәрестәге эшмәкәрлелегенең төрөн билдәләп

тематик план (Ҡушымтаны ҡарарға )



  1. Материаль- техник, уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге

  1. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

  2. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 2-се синыфында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек/ авторҙары: Х.А.Толомбаев, М.С. Дәүләтшина, Өфө- 2011

  3. «Башҡортостан яҙыусылары", "Башҡортостан рәссамдары", "Башҡортостан композиторҙары" портереттатры

  4. Башҡортса - русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. - Өфө: Китап, 1994.

  5. «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары

  6. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. ӘүбәкироваЗ.Ф.- Өфө, 2006.

  7. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы. 1-4-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. Сәлихова М.Т., Шафикова С. Х. - Өфө: Китап, 1997.

  8. Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы. 1- 4 - се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма- Өфө :Китап, 2006 .

  9. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу - методика үҙәге, 2008.

  10. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге,башланғыс синыф уҡыусылары өсөн,З.Ғ.Ураҡсин, З.Ә.Сиразитдинов,Н.Ф.Суфьянова, Өфө: Китап, 2005

  11. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. - Өфө: Китап, 2009.

  12. «Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн башҡорт теленән эш программаһы/ төҙ.:З.М. Ғәбитова, М.Ф.Абдуллина һ.б- Өфө: Китап, 2011.-(Икенсе быуын стандарттары.)",

  13. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  14. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  15. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым - Өфө: Китап, 2007.

  16. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.

Материаль-техник ҡулланмалар

- Уҡытыуҙа ҡулланылған техник саралар

  • телевизор;

  • видеоплеер;

  • магнитофон;

  • компьютер;

  • DVD.

- Электрон әсбаптар



  1. 1-4-се кластар өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек- Өфө: Мәғариф министырлығы,2003

  2. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.

  3. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 - се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. - Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

Ҡушымта.

Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлек төрҙәрен билдәләп тематик план.


План буйынса дата

Факт. дата

Дәрес темаһы

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге

1 сирек-26 сәғәт

1

3.09


Инеш дәрес. Р. Ниғмәти. Беренсе сентябрь.

Мәктәп, балаларҙың белем алыуы тураһында әңгәмәләр үткәреү..Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен иҫкә төшөрөү. Һорауҙарға һөйләмдәр менән яуап биреү.

2

4.09


Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре

3

7.09


А. Игебаев. Еҙ ҡыңғырау.

4

10.09


Д. Бүләков. Йәмбиргән ауылының йәме.

Йәйге тәбиғәт, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре, ялы хаҡында шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү. Йәйге тәьҫораттар тураһында әңгәмәләр үткәреү, һүрәттәр төшөрөү. Һүҙҙәрҙе башҡорт алфавиты буйынса яҙыу. .Өндәрҙе дөрөҫ әйтергә күнегеү. Бирелгән ситуациялар буйынса бәләкәй хикәйәләр төҙөү һәм һөйләү.

5

11.09


Т.ү Йәмле йәй көнөндә


6

14.09


Башҡорт теленең алфавиты


7

17.09


Х.Түләкәев. Ярҙам


8

18.09


Г.Ғәлиева Йәйге болонда.

Контроль күсереп яҙыу

9

21.09


Н. Мусин. Иртә көҙ.


Әҫәрҙәрҙе шыма, тасуири уҡыу һәм һөйләү. Текстҡа план төҙөү.

Көҙ темаһына альбом төҙөү,әҙәби монтаж әҙерләү. Уҡылған әҫәрҙәр буйынса һүрәттәр төшөрөү.

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең (исемдәрҙең) берлек, күплек, яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ, урын, ваҡыт, объект һ.б. мәғәнәләрҙе белдереүен күҙәтеү, иҫкә төшөрөү, практик үҙләштереү.


10

24.09


. А. Ғирфанов. Ҡайын.


11

25.09


Көҙ килде. Предметты белдереүсе һүҙҙәр. Уларҙың уртаҡлыҡ һәм яңғыһлыҡ мәғәнәһе

12

28.09


Предметты белдереүсе һүҙҙәр. Уларҙың уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ мәғәнәһе

13

1.10


Ш. Янбаев. Көҙ.

Инша.Көҙ билдәләре.

14

2.10


Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең берлек һәм күплек мәғәнәһендә килеүе.

15

5.10


Б. Ноғоманов. Беҙ игенсе ғаиләһе


16

8.10


Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең төрлө мәғәнәлә килеүе

17

9.10


Р.байбулатов.Рекорд


18

12.10


Ф.Иҫәнғолов. Тәрбиәсе.


Кеше тормошонда хеҙмәттең роле, ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте, яҡшы сифаттар тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү, мәҡәлдәр әйтеү.

Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр.ҙе таба белеү, дөрөҫ һорау ҡуйыу. Билдәнең төрлө миҡдарҙа икәнен (сифат дәрәжәләрен) белдереүсе сараларҙы күҙәтеү, практик үҙләштереү.

Абзацтың темаһын билдәләү. Абзацты һөйләмдәргә бүлеү. Айырым һөйләмдәрҙән бәләкәй хикәйә төҙөү.


19

15.10


Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр.

20

16.10


Ғ. Шәрипов. Һабаҡ булды.


21

19.10


Предметтың билдәһен төрлө миҡдарҙа белдереүсе һүҙҙәр

22

22.10


Ф.Туғыҙбаева. Шаҡмаҡлы дәфтәр

23

23.10


3-сө сиреккә контроль диктант.


Дөрөҫ, хатаһыҙ диктант тексын яҙыу.

24

26.10


Хаталар өҫтөндә эш. М.Сиражи .Аҡ айыу. Уҡыу техникаһын тикшереү

25

29.10


Резерв

26

30.10


Резерв



2 сирек- 24 сәғәт

27

5.11


Иренгән ике эшләр


Әҫәрҙәр уҡыу һәм уларҙың эстәлеген һөйләү. Яҡшы сифаттарҙы барлау..

Һүрәттәр төшөрөү.

Эште, процесты белдереүсе һүҙҙәр (ҡылым, хәбәр), уларҙың төп мәғәнәләренән тыш, эш башҡарыусының (эйәнең) затын, берлеген, күплеген, ваҡыт һ.б. мәғәнәләр белдереүҙәрен күҙәтеү һәм практик үҙләштереү.

Әҫәрҙәге предметты һәм геройҙы (персонажды) һүрәтләү .




28

6.11


Эште, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәр һәм уларҙың мәғәнәләре

29

9.11


. Ғ.Ғүмәр. Алтын балта


30

12.11


Ғәли. Ял итеп кенә алам


31

13.11


Эште, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлеге.

32

16.11


Х.Хәйретдинов. Дуҫың кем.


33

19.11


Ҡоштар ҡайтып барғанда.


34

20.11


Эште, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлеге.

35

23.11


Тиҙәйткестәр. Йомғаҡлау дәресе.


36

26.11


Әкиәттәр. Йомарт ҡуян.


Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә кешеләрҙең яҡшы һәм насар сифаттарын билдәләү.

«Әкиәт геройҙары» темаһына альбом төҙөү, һүрәттәр төшөрөү, инсценировкалар әҙерләү һәм күрһәтеү.

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең (исемдәрҙең) һөйләмдә эш башҡарыусы булып килеүен, урын, ваҡыт, эйәлек, объект һ.б. мәғәнәләрҙе белдереүен практик күҙәтеү һәм үҙләштереү.

Әкиәт, хикәйә, йомаҡ, мәҡәлдәрҙе бер- береһенән айырыу. Бирелгән ситуацияға ярашлы бәләкәй әкиәттәр төҙөү, шул әкиәттәргә һүрәттәр төшөрөү. Әкиәттәрҙе һөйләү.


37

27.11


Бойҙай бөртөгө.


38

30.11


Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең өҫтәлмә мәғәнәләре.

39

3.12


Юлдыбай


40

4.12


Бал ҡорттары ниңә кешегә эйәләшкән

41

7.12


Н.Ғәйетбаев. Аҡбулат.


42

10.12


М.Садыҡова. Ялҡау кәзә


43

11.12


Йомаҡтар, һынамыштар. Әкиәттәр бүлеген йрмғаҡлау.

44

14.12


Ф.Рәхимғолова. Тәүге ҡар.


Хикәйәләр , шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү.

Уҡылған әҫәрҙәр буйынса Яңы йылға ҡарата һүрәттәр төшөрөү, шыршы байрамына әҙерләнеү һәм уны үткәреүтураһында әңгәмә ҡороу.. Әҙәби геройҙарға характеристика биреү..

Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙең һөйләмдәге мәғәнәләрен күҙәтеү һәм практик үҙләштереү.


45

17.12


С.Ҡудаш. Ҡар бөртөктәре.


46

18.12


З. Биишева. Ҡотолдо.


47

21.12


Предметтың билдәһен, эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең һөйләмдәге мәғәнәләре һәм функциялары.

48

24.12


Ярты йыллыҡҡа контроль эш.


49

25.12


Хаталар өҫтөндә эш.


50

28.12


Т.ү. Яңы йыл килә.

М.Ғәли.Беҙҙең елка.

3-сө сирек- 31 сәғәт

51

14.01


С.Агиш. Яланда ҡыш.


Тексты өлөштәргә бүлеү, өлөштәргә исем биреү. Текстың темаһын һәм төп фекерен практик үҙләштереү.


52

15.01


Р.Бикбаев. Зәп-зәнгәр күк, ап-аҡ ҡар.

53

18.01


С.Сурина. Көләкәс Ҡарбабай.


54

21.01


С.Әлибаев. Оҙайтылған каникул.


55

22.01


Й.Солтанов. Һоҡланғыс ай


56

25.01


М. садиҡова.Ҡар тотҡанда.


57

28.01


Д.Бүләков. Һыңар саңғы.


58

29.01


Аттың аҡылы бармы.


59

1.02


Изложение.


Изложение элементтары менән практик танышыу һәм үҙләштереү.

60

4.02


Хаталар өҫтөндә эш


61

5.02


Д. Бураҡаев. Урал..


Урал, уның тәбиғәте, байлығы, йылғалары, күлдәре, тауҙары, ҡалалары, экономикаһы, башҡорт әҙәбиәте, сәнғәте, күренекле кешеләре тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү. "Башҡортостан- тыуған төйәгем" темаһына әҙәби монтаж, альбомдар әҙерләү, уҡылған әҫәрҙәр, тәьҫораттар буйынса әңгәмәләр үткәреү, һүрәттәр төшөрөү.

Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең һөйләмдәге мәғәнәләрен, функцияларын күҙәтеү һәм практик үҙләштереү.

Бутап бирелгән һөйләмдәрҙән текст төҙөү.


62

8.02


Р.Ниғмәти. Ватан.


63

11.02


Р.Сөләймәнов. Йыр


64

12.02


Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнәләре

65

15.02


Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнәләре

66

18.02


А.Иҙелбаев. Башҡорт ырыуҙары. Бөрйән ырыуы.

67

19.02


Башҡорт ырыуҙары.Ҡыпсаҡтар


68

22.02


Башҡорт ырыуҙары. Юрматылар


69

25.02


Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәрҙе ҡабатлау.

70

26.02


К.Кинйәбулатова. Ватаным тауыштары

71

29.02


Стәрлетамаҡ.


72

3.03


А.Карнай. Ишембай.


73

4.03


Предметтың иҫәбен белдереүсе һүҙҙәр

74

7.03


М.Әмир. Ағиҙел.


75

10.03


М.Кәрим . Дим буйы


76

11.03


Мәжит Ғафури. Аҡкүл


77

14.03


Һәҙиә Дәүләтшина.. Бәхет ҡошо.


78

17.03


Предметтың иҫәбен белдереүсе һүҙҙәр . Халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков.

79

18.03


Рәссам Әхмәт Лотфуллин.


80

21.03


Контроль эш.

81

24.03


Хаталар өҫтөндә эш

4 - се сирек- 21 сәғәт


82

4.04


М.Хәй. Беҙҙең армия. Р.Хәкимов. Башҡорт атлылары.

Халҡыбыҙҙың ил дошмандарына ҡаршы героик көрәше тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү.Ветеран һәм йәш һалдаттар менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү, һалдаттарға бағышланған альбом төҙөү.

Предметтың иҫәбен (һан), эш- хәлдең билдәһен (рәүеш) белдергән һүҙҙәр. Шул һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен һәм телмәрҙә ҡулланылышын күҙәтеү һәм практик үҙләштереү.

Изложение элементтарын өйрәнеү.


83

7.04


Ә. Моратов. Катюшаны йырлай ҡарттар

84

8.04


Эштең билдәһен белдереүсе һүҙҙәр

85

11.04


Изложение.


86

14.04


Хаталар өҫтөндә эш


87

15.04


Юнысова. Һалдат әсәләре.

88

18.04


Д.Бүләков. Ҡояш ярсығы.


Илебеҙҙә ҡатын- ҡыҙҙар хеҙмәте, республикалағы данлы ҡатын- ҡыҙҙар, уларға ихтирам тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү.

Әңгәмәләр үткәреү; "8 март- әсәйҙәр байрамы" тигән иртәлек әҙерләү һәм үткәреү, альбом төҙөү, һүрәттәр төшөрөү.

Предметтың эшен, билдәһен, эш хәлдең билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙең телмәрҙәге (һөйләмдәге) роле һәм үҙенсәлектәре ҡабатлау, тәрәнәйтеү.

Текста һүрәтләү саралары менән практик танышыу.


89

21.04


Н.Иҙелбаев. Әсәкәйем


90

22.04


Батыр Банат.


91

25.04


Предметты күрһәтеүсе һүҙҙәр

92

28.04


М. Дилмөхәмәтов. Яҙ.


Мәҡәләләр , шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү.

Ҡоштарҙы ҡаршылау, бүлмә гөлдәре үҫтереү, баҡса эштәре тураһында әңгәмәләр үткәреү, темаға ҡарата һүрәттәр төшөрөү.

Башҡорт телендә һөйләмдең интонацион төрҙәре. Уларҙа тыныш билдәләре иҫкә төшөрөү, ҡабатлау, нығытыу.

Текст. Уның өлөштәре, өлөштәргә исем биреү. Ябай план менән практик танышыу.


93

29.04


Һ.Дәүләтшина. Яҙғы күренештәр


94

2.05


Ә.Хәмәтдинова. Тамсы менән Тамсыҡай.

95

5.05


Һөйләм. Уның төрҙәре.


96

6.05


Һөйләм. Уның төрҙәре.

Контроль күсереп яҙыу

97

9.05


Һөйләмдең баш киҫәктәре.З.Биишева.

Ҡанатлы ярҙамсыларыбыҙ

98

12.05


Йыллыҡ контроль эш.


Үҙ аллы контроль эш башҡарыу.

99

13.05


Хаталар өҫтәндә эш М.Садиҡова .Тура һүҙ.

Йәйге күренештәр, балаларҙың йәйге эштәре һәм ялы тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу. Уйындар тураһында шиғырҙар, хикәйәләр, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү.

Йәй күренештәре тураһында һүрәттәр төшөрөү.

Грамматик күнекмәләрҙе тәрәнәйтеү, ҡабатлау.

100

16.05


Ә.Вәли. Гүзәл ваҡыттар.


101

19.05


Ауылда һабантуй.


102

20.05


Ф. Иҫәнғолов .Яңғыраубикә.


Резерв - 23.26.27,30.05

Экскурсияға барыу.






 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал