- Учителю
- «Алтын балта әкиәте». ҒАриф Ғүмәр.
«Алтын балта әкиәте». ҒАриф Ғүмәр.
«Алтын балта әкиәте». Ғариф Ғүмәр.
Өсөнсө класс (икенсе линия)
Маҡсат: « Алтын балта» әкиәте, Ғ.Ғүмәрҙең тормошо, ижады менән таныштырыу, яңы һүҙҙәр менән телмәр байытыу, тасуири уҡырға өйрәтеү, алдашмаусанлыҡ, ғәҙеллек кеүек сифаттар тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: слайдтар, һүҙҙәр яҙылған карточкалар, һыу тауышы яҙылған фонояҙма.
Дәрес барышы.
-
Ойоштороу моменты.
-Һаумы,ҡояш,
-һаумы, көн,
-Һаумы, минең, уҡытыусым.
2. Артикуляцион, фонетик-орфоэпик күнегеүҙәр.
-
Башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтеү
һаҙ һоҙ һуҙ һүҙ һыҙ һиҙ һеҙ
Асыҡ ижектәр: ҙа-ҙа-ҙа Ябыҡ ижектәр: аҙ-аҙ-аҙ
Ҙо-ҙо-ҙо оҙ-оҙ-оҙ
Ҙу-ҙу-ҙу уҙ-уҙ-уҙ
Ҙө-ҙө-ҙө өҙ-өҙ-өҙ
-
Таҙа әйткес.
Те-те-те, уҡыйым әкиәтте.
Тө-тө-тө,таҙа әйткесем бөттө.
3 .Маҡсат ҡуйыу.
-Ике бағаналағы һүҙҙәрҙе уҡыйбыҙ. Артыҡ һүҙҙәр бармы?
-
Ҡайын
Миләш
Алтын
Ҡарағай
Айыу
Бүре
Балта
Ҡуян
-Ҡушып уҡыйыҡ, нимә килеп сыҡты?
-Алтын балта.
Тимәк, нимә тураһында уҡыясаҡбыҙ?
-Дөрөҫ. Беҙ бөгөн Ғариф Ғүмәр исемле яҙыусының «Алтын балта» тигән әкиәте менән танышырбыҙ. Яҙыусы тураһында
( Интерактив таҡтала - портрет) Ғ.Ғүмәр Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуған. Шиғырҙар, хикәйәләр яҙған, нәшриәттә эшләгән.
4. Һүҙлек эше.
-Әкиәттә ошо һүҙҙәр осрай.
Уҡытыусы уҡый.
Хор менән уҡыу.
Бер - ике уҡыусы уҡый.
-Уларҙың тәржемәһен кем белә?
-
Ярлы кеше-
Утынсы-
Алдаҡсы-
ҡомһоҙ (һаран) бай-
Һыу инәһе-
Аңғармаҫтан (ҡапыл)-
бедный человек
дровосек
обманщик
жадный бай
водяная
вдруг
һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.
( Утынсы урманға бара. Был малай - алдаҡсы.
Аңғармаҫтан (ҡапыл) ямғыр яуа башланы.)
5. Яңы тема өҫтөндә эш.
Тексты беренсе ҡат уҡыу.
-Уҡыусылар, мин һеҙгә әкиәтте уҡыйым. Һеҙ дәреслектәрҙе ябып тыңлағыҙ, ошо һорауға яуап бирерһегеҙ:
-Был әкиәттә кемдәр тураһында һүҙ бара?
Уҡытыусы уҡый.
6. Тексты ҡабул итеүҙе тикшереү.
-Һорауға яуап:
…утынсы, Һыу инәһе, бер ҡомһоҙ бай тураһында.
-Әкиәт һеҙгә оҡшанымы?
….
. Тексты икенсе ҡат уҡыу.
-Хәҙер хикәйәне сылбырлап уҡыйбыҙ . Ә һуңынан һорауҙарға яуап бирербеҙ.
Сылбырлап уҡыу.
7. Ял минуты.
-Арынығыҙмы? Күҙҙәрҙе йомабыҙ, партаға баштарҙы һалып ял итәбеҙ.
Релаксация. Музыка. Һыу, шарлауыҡ тауышы.
Балалар күҙен асҡанда персонаж - Һыу инәһе.
Һыу инәһе:
Күҙҙәрҙе астыҡ! Һаумыһығыҙ. Мин кем?
Эйе, мин -_Һыу инәһе, уҡытыусығыҙ күрмәгәндә һеҙҙең менән уйнап китәйем әле.
-Был ҡулым-һыу өҫтө, ә икенсе ҡулым һыу өҫтөндә һикерешкән балыҡтар. Балыҡ күренеү менән сәпәкәй итегеҙ.
-Ой, ҡайһылай матур, шуҡ балалар. Мин буш килмәнем, минең турала әкиәт уҡығанығыҙҙы ишетеп, эштәр алып килдем.
8. Нығытыу күнегеүҙәре.
1) Кире - мире уйыны.
- Кире - мире уйыны. Һүҙҙәрҙе уҡып, уларҙың киреһен табыу.
Мәҫәлән: аҡ-ҡара …
-
Бай,
Илай
Бирә
Сума
Һорай
ярлы
көлә
ала
килеп сыға
яуап бирә
2) Аҙашҡан һүҙҙе тап.
Һөйләмдәрҙә һүҙәр алмашынған, уларҙы дөрөҫләп уҡырға кәрәк.
-
Утынсы, балтаһы һыуға төшкәс, көлә.
Һыу инәһе ярлыға биш балта бирә.
- Афарин. Күҙҙәрҙе йомабыҙ, ҡоштар тауышын тыңлайбыҙ…
Һыу инәһе китә.
Уҡытыусы:
-Дәресте дауам итәбеҙ.
Һорауҙарға яуап бирәбеҙ.
-Ярлы кеше утын ҡырҡырға ҡайҙа барған?
-Һыу инәһе утынсыға балталарҙы ниндәй тәртиптә күрһәтә?
Алтын балтаны, көмөш балтаны , үҙенең балтаһын.
-Бай, ысынлап та, утын ҡырҡамы?
-Юҡ.
-Ҡайҙан белдегеҙ?
(шаҡылдап йөрөй, ҡырҡҡан була, юрамал төшөрөп ебәрә, илай башлаған булған…)
-Бай өйөнә нисә балта алып ҡайта?
-Балтаһыҙ ҡайта.
-Афарин.
Ә хәҙер карточкалар буйынса эшләйбеҙ. Карточкалар таратыла.
-
Я: - Берҙән-бер балтам ине.
Һ.И.: - Ошомо һинең балтаң?
Я.: - Юҡ, был түгел.
Һ.И.: - Ошомо һинең балтаң?
Я: - Юҡ, был да минеке түгел.
Һ.И.: - Ошомо һинең балтаң?
Я.: - Ошо, ошо минең балтам.
Һ.И.: - Алдашмағаның өсөн бөтәһен дә һиңә бирәм.
-Карточкаларҙа диалог. Бында Ярлы һәм Һыу инәһе һөйләшә.
Иғтибар менән тыңлайбыҙ.
Интонация менән уҡытыусы уҡый.
-Интонацияны дөрөҫ итеп ролдәргә бүлеп уҡыйбыҙ.
Ролдәр буйынса уҡыу.
-Ни өсөн Һыу Инәһе ярлыға өс балтаны ла биргән?
-Бай ниңә балтаһыҙ тороп ҡалған?
-Хәҙер таҡтанан мәҡәлде уҡыйбыҙ.
-
Алдаған-тотолор, тура әйткән-ҡотолор.
Кто врет-попадется, а кто правду скажет-спасется.
Был мәҡәлде һеҙ нисек аңлайһығыҙ?
…..
Мәҡәл бөгөнгө әкиәткә тап киләме?
-Әкиәттә кем тотолдо? (Бай, балтаһыҙ ҡалды)
-Ә кем ҡотолдо, хатта отто? (Ярлы, ул байып китә.)
Группала эш.
-Ә хәҙер ошо карточкаларҙан мәҡәлдәрҙең мәғәнәләрен аңлатығыҙ әле. Әкиәткә һәм бөгөнгө тормошҡа бәйләп ҡарагыҙ .
9. Йомғаҡлау.
-Балалар, һеҙ бөгөн ниндәй яңылыҡ белдегеҙ?
…-Әкиәт уҡыныҡ.
…-Һыу инәһе менән осраштыҡ.
-Бөгөнгө дәрестән үҙең өсөн ниндәй һығымта яһаның? Әкиәт беҙҙе нимәгә өйрәтә?
…-Тура һүҙле булырға, алдашмаҫҡа.
-Әҫәрҙең төп фекере нисек булды инде?
-Ғәҙеллек.
10. Рефлексия.
-Һеҙгә әкиәт оҡшанымы? Йөкмәткеһен аңланығыҙмы?
-Үҙегеҙ аңланығыҙмы, йә берәйһе ярҙамындамы?
-Дәрестең маҡсатына ирешеү өсөн нимә эшләргә кәрәк?
-Үҙегеҙгә ниндәй баһа ҡуяһығыҙ?
Өй эше биреү.
-Әкәттең йөкмәткеһен тасуири һөйләргә әҙерләнергә.
-Әкиәт буйынса һүрәттәр эшләп алып килергә.
11. Баһалау.
-Бөтәгеҙ ҙә әүҙем ҡатнашты.
Бишле, дүртле билдәләрен …. ала.
Ә …. тырышырға кәрәк.