- Учителю
- Вечерние посиделки 9 класс
Вечерние посиделки 9 класс
-
се алып барыусы:Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле уҡытыусылар,
уҡыусылар һәм ата- әсәләр!
2- се алып барыусы: Здравствуйте, дорогие учителя,
ученики и родители!
1- се алып барыусы: Сәләм һеҙгә иҫкән таң еленән,
Сәләм һеҙгә роза гөлөнән,
Сәләм һеҙгә барлыҡ балаларҙан,
Сәләм һеҙгә моңдар иленән.
-
се алып барыусы:
Мир вам, дети дорогие, вы явились в добрый час.
Встречу теплую такую мы готовили для вас.
Хлебосольством да радушием знаменит наш башкирский
край,
Здесь для вас и песни башкирские, и медовый каравай.
(Башланғыс класс уҡыусылары башҡарыуында дәртле бейеү, Г. Ишҡыуатова "Нурлы баласаҡ")
-
се алып барыусы: Ә хәҙер һеҙгә 5-11 класс уҡыусылары әҙерләгән "Аулаҡ өй" тип аталған сценарий тәҡдим итәбеҙ. Рәхим итеп ҡарағыҙ!
-
се алып барыусы: А теперь перед вами выступают ученики 5-11 класса. Сценарий называется "Посиделки".
Аулаҡ өй.
Сәхнә биҙәлеше: боронғо өй, һандыҡ өҫтөндә түшәк, юрған, яҫтыҡтар. Иҙәндә балаҫ, сәхнә уртаһында тәҙрә. Таҫтамал, сигеү өлгөләре, сәңгелдәк эленгән.
Сәхнә асылғанда, ҡыҙ, малай, әсәһе, атаһы күренә. Ҡыҙ сигеү сигә, малай атаһы менән сыбырты үрә, әсәһе бәпәйен көйләп сәңгелдәктә йоҡлата.
Әсәһе. Йоҡла - йоҡла һин, балам,
Һине бишеккә һалам.
Һин йоҡоға киткәнсе,
Үҙем яныңда ҡалам.
Атаһы. Ҡыҙым, самауырҙы борҡотоп ин әле, тамаҡ кибеп киттесе.
Шул саҡ бер малай килеп инә, һаулыҡ һораша.
Малай. Һаумыһығыҙ!
Бергәләп. Әле һаубыҙ.
Малай. Инәй, олатай, тиҙ генә беҙгә ҡунаҡҡа барығыҙ.
Атаһы. Саҡырыуына рәхмәт, улым!Эңер төштө бит, баланы ла йоҡлатырға һалғайныҡ. Бара алмаҫбыҙ ул.
Малай. Юҡ инде. Әсәйем бергә алып ҡайтырға ҡушты. Беҙгә йыраҡтан ҙур ҡунаҡтар килгән. Ат менән килдем. Әйҙәгеҙ, йәһәт кенә!
Атаһы. Ярай, улай булғас, әсәһе, барырға тура килә инде.
Әсәһе (балаһын төрә). Ҡыҙым, беҙ өйҙә юҡ тип, өйгә кеше индерәһе булма! Ҡустыңды ҡара!
Ҡыҙ. Ярай, ярай, әсәй!
Сығып китәләр.
Ҡыҙ. Ҡустым, кил әле. Һин тиҙ генә минең дуҫтарымды саҡырып кил! Аулаҡ өй яһайбыҙ, тик әсәйгә әйтә күрмә!
Ҡустыһы. Ярай, апайым. Мин хәҙер! (Сыға)
Ҡыҙ өй йыйыштыра.
Төйөнсөктәр тотоп, сырҡ-сырҡ көлөшөп, ҡыҙҙар килеп инәләр. Түргә уҙып ҡул эштәре эшләйҙәр, көй көйләйҙәр.
Ситтән шиғыр уҡыла:
Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә,
Биҙәктәргә ялғап биҙәкте.
Биҙәктәре шундай гүзәл, матур,
Тик йырҙары өҙә үҙәкте…
Тышта егеттәрҙең йыры ишетелә. ("Йәле, иркәм" йыры башҡарыла).
1-се ҡыҙ (тәҙрәнән ҡарап) Ҡыҙҙар, егеттәр килә!
Хужабикә ҡыҙ. Әсәйем бер кемде лә индермәҫкә ҡушты. Тик кенә ултырығыҙ!
(Уны ике ҡыҙ ситкә алып китеп ҡолағына шыбырлайҙар һәм бүләк бирәләр). Булды былай булғас, егеттәргә ишекте асайым әле.
Егеттәр. Бөркөттәрҙән һандуғастарға сәләм!
Ҡыҙҙар. Сәләм!
Шаян ҡыҙ. Кәнфитле һүҙҙәрегеҙҙе алдыҡ.
Ҡапма-ҡаршы тороп таҡмаҡтар әйтешеү.
2- се ҡыҙ. Ҡыҙҙар, егеттәр, әллә уйын уйнап алайыҡмы?
Бергә. Ә ниндәй уйын?
2- се ҡыҙ. "Йәшерәм яулыҡ" уйынын.
Ҡыҙҙар һәм малайҙар түңәрәк яһап ултыралар. Урынһыҙ ҡалған кешегә наказ бирелә. (Трифонов Гена башҡарыуында йыр, Карпова Диана башҡарыуында бейеү)
1- се егет. Ә хәҙер "Ҡалаҡ"ты уйнайыҡ. Бына, исмаһам, уйын!
1- се ҡыҙ. Нисек уйнайбыҙ?
2- се егет. Көй уйнап туҡтаһа, ҡалаҡ кемдә ҡала, шуға яза бирәбеҙ. Ә хәҙер кемдә туҡтай, шул шиғыр һөйләһен.
(Ҡалаҡ 2- се ҡыҙҙа туҡтай)
2-се ҡыҙ. Һеҙгә йомаҡ әйтәм, яуабын дөрөҫ әйтһәгеҙ, шиғыр һөйләйем, әйтмәһәгеҙ - юҡ! "Ҡара урман башында ала ҡарға ултыра". Нимә ул?
Бөтәһе. Ер өҫтөндәге трактор.
2- се ҡыҙ. Дөрөҫ түгел, үҙем әйтәм - түбәтәй. Шиғыр һөйләмәйем.
Шаян ҡыҙ. Ә хәҙер яза алған кеше бейеһен!
(Ҡалаҡ хужабикә ҡыҙҙа туҡтай)
Хужабикә ҡыҙ. Мин үҙем генә бейергә оялам, әйҙәгеҙ ҡыҙҙар бергәләп бейейек.
(Ҡыҙҙар бейеүе)
1-се ҡыҙ. Ә хәҙер ҡалаҡ кемдә туҡтай, шул йырлай!
(Карпова Диана башҡарыуында йыр)
Ҡустыһы. Апай, хәҙер оҙаҡламай әсәйҙәр ҡайта.
Хужабикә ҡыҙ. Ой, таң атып килә бит!
Егеттәр. Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар ҡайтышайыҡ! Иртәгә осрашҡанға тиклем! (Йәштәр йырлап сығып китә."Йәле, иркәм")
Викторина һорауҙарына яуаптар уҡыла. Еңеүсе уҡыусы билдәләнә.