7


  • Учителю
  • Һыу - йәшәү сығанағы. Класс сәғәте (на башк. языке)

Һыу - йәшәү сығанағы. Класс сәғәте (на башк. языке)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

</<font face="Times New Roman, serif">Асыҡ класс сәғәте. " Һыу - йәшәү сығанағы"

Үткәрҙе : Абузарова Динара Мухаметгалеевна



Маҡсат:

1. Һыуҙың тәбиғәттә, кешеләрҙең көнкүрешендә булған әһәмиәте һәм уның бөтә Ер шарындағы тереклектең йәшәү сығанағы булыуы тураһында төшөнсәне камиллаштырыу.

2. Һыу менән эксперименталь практик эштәр - тәжрибәләр, күҙәтеүҙәр аша кәрәкле һығымталар яһау, уның төрлө сифатҡа эйә булыуын үҙҙәренең күҙәтеүҙәре, сағыштырыуҙары аша төрлө һығымта яһарға өйрәтеү, балаларҙың телмәрен яңы һүҙҙәр менән байыҡтырыу.

3. Һыуға - йылғаға, күлгә, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.



Йыһазландырыу: интерактив таҡта, презентация



  1. Ойоштороу моменты.

  • Балалар, мин һеҙгә бер йомаҡ ҡоям. Әгәр дөрөҫ сисһәгеҙ, бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәгебеҙҙе белерһегеҙ:

Ул оса күберәк һауала,

Ялҡып китһә, ергә лә төшә.

Табырһың уны диңгеҙҙә һәм йылғала,

Ул булмаһа, беҙҙең ерҙәр буш ҡала. (һыу)

  • 22 март көнөн Халыҡ -ара һыу көнө тип билдәләнгән. Ни өсөн һыу көнөн билдәләргә булғандар икән?

-Ә Ерҙә һыу күпме икән, нисек уйлайһығыҙ?

-Әйҙәгеҙ, Ер шарының макетына - глобусҡа күҙ һалайыҡ, ниндәй төҫтәрҙе күрәһегеҙ? Улар нимәне аңлата?

-Хәҙер мин ошо глобуста һоро төҫтәрҙе юҡҡа сығарам. ( глобусты шәп әйләндерәм). Ниндәй төҫтәр күренде? Эйе, зәңгәр төҫтәр, беҙҙең Еребеҙ йыһандан шулай зәңгәр булып күренә.

-Ни өсөн? Сөнки Ер шарының бик күп өлөшө һыу ятҡылыҡтарынан тора.

-Һеҙ ниндәй һыу ятҡылыҡтарын беләһегеҙ? (океан, диңгеҙ, йылға, күл, быуа, шишмә)

-Дөрөҫ. Ер шарында һыу 70% алып тора.

-бөтә һыуҙы ла кешегә эсергә, ҡулланыррға яраймы? Юҡ. Диңгеҙҙә,океанда һыу тоҙло, эсеп булмай.

-Тимәк, эсә торған һыу аҙ ғына. Эйе, Ер шарының бөтә һыуын 3л банка тип күҙ алдына килтерһәк, эсәр һыу тик ярты стакан ғына булыр. Ул ни бары 3 %

ҡына булып тора.

-Кешеләр йылдан-йыл һыуҙы күберәк тотона башланы. Тотонған һыуҙы ла дөрөҫ файҙалана белергә кәрәк. Артыҡ тотонорға ярамай.

8. Гонит капля дождевая

Ручеёк за ручейком,

Те бегут не унывая

В реки быстрые. Потом…

А потом и синь морская!

А за нею - океан!

Воду зря не выпуская,

Закрывай покрепче кран!

Әгәр боҙоҡ крандан 1 тамсы һыу ағып торһа ла, 1 ай эсендә 400 л һыу ағып китә икән. Был һыу 1 ай буйы 6 кешегә йәшәү өсөн етер ине.

3. Какой только воды не бывает на свете!

Есть вода морская и речная.

Озерная и ключевая,

Мёртвая и живая,

Газированная и минеральная,

Питьевая и индустриальная,

Колодезная и водопроводная,

Дождевая и болотная,

Есть даже вода тяжёлая,

А есть вода и весёлая,

Солнечная, чудесная,

Привозная и местная,

Волшебная, талая,

Большая и малая,

Сточная, проточная,

Чистая и грязная ...

Ну, в общем, очень разная.



Әйҙәгеҙ , әҙерәк башты эшләтеп йомаҡтар сисеп алайыҡ:

  1. Аяғы юҡ- ил гиҙә,

Күҙҙәре юҡ - йәш түгә. Б олот

  1. Күктән килде, ергә китте. Я мғыр

  2. Күҙгә күренмәй, кеше унһыҙ тора алмай. Һ ауа

  3. Ап - аҡ юрған таптым, ер өҫтөнә яптым. Ҡ ар

  4. Утта янмай, һыуҙа батмай. Б оҙ

  5. Мунсанан мунсаҡ ҡойола, иҙәнгә төшһә юғала. Б оҙ яуыу.

  6. Аҡ мунсағым төшөп ҡалды, ай күрҙе, ҡояш алды. Ы сыҡ

  7. Көндө төн итә,үлән башын һыу итә. Т оман

  8. Моронһоҙ сәпсек боҙ тишә. Тамсы

  9. Аға ла аға - ағып бөтмәй, йүгерә лә, йүгерә- йүгереп туҡтамай.йылға

  10. Туҫтаҡ тулы һыу, һыуҙың өҫтө быу . күл

  11. Һалҡынға ҡуйһам, ташҡа әйләнә, йылыға ҡуйһам, һауаға менә. Һ ыу м-н быу

  12. Тарта ла кире ала. диңгеҙ

  13. Бауырын киҫтем урыны юҡ. Һ ыу





Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр



Ағас башын ел алыр, күпер башын һыу алыр

Ағыр һыуҙың ҡәҙере юҡ

Аҡҡан һыу кире ҡайтмай

Аҡҡан һыу юлын табыр

Аҡҡош күлдә булыр, аҡсарлаҡ һыуҙа булыр

Аҡсаны берәү ҙә һыуға атмай

Аҡмаған һыуҙы үлән баҫа

Алйотҡа әйткән кәңәшең ағып киткән һыуға тиң

Алтынды тут алмаҫ, һыуҙы ут алмаҫ.





Хәҙер һыу тураһында ҡыҙыҡлы факттарҙы тыңлағыҙ:

  1. Һыу - Ер шарында 3 төрлө хәлгә әйләнә алған берҙән - бер матдә. Ниндәй 3 хәлдә була ала? ( ҡаты, шыйыҡ, газ)

  2. Бәләкәй баланың кәүҙә ауырлығының 80 проценты һыу булһа, өлкән кешенең кәүҙә ауырлығының 70 проценты һыу була икән.

  3. Донъя океандары тарафынан атмосфераға 50 % кислород, ә 82%

дымлылыҡ килеп тора.

  1. Күлдәрҙә 26 мең км куб эсәр һыу тупланған.

  2. Диңгеҙ һәм океан һыуы составында ирегән төрлө матдәләр бар. 1 литр океан һыуында яҡынса 35 г тоҙ(күберәге аш тоҙо) бар. Бындай һыу сәнәғәттә, ауыл хужалығында ҡулланырға яраҡһыҙ.

  3. Боҙлоҡтағы һыу

Боҙлоҡтарҙы һыу туңғанда барлыҡҡа килгән боҙ менән бутарға ярамай. Боҙлоҡтар ҡарҙан барлыҡҡа килә. Ҡар яуып иреп өлгөрмәй, ҡар ҡатламы тығыҙлана һәм боҙға әйләнә. Антарктида материгы ҡалын боҙ менән ҡапланған. Һималай, Памир, Тянь-Шань тау түбәләре боҙлоҡ аҫтында. Боҙлоҡтарҙа барлыҡ һыуҙың 2 % тирәһе тупланған.





  1. Ер аҫты һыуҙары.Ер аҫты һыуҙары Ер ҡабығының өҫкө өлөшөндә урынлашҡан. Улар сөсө, тоҙло, һыуыҡ, йылы, ҡайнар ҙа булыуы мөмкин. Ер аҫты һыуҙары ҡайһы бер урындарҙа шишмә булып ер өҫтөнә сыға. Ер аҫты һыуҙары бөтә һыуҙың 2 %.

  2. Атмосфералағы һыу.

Беҙҙең планета атмосфераһындағы һыу ваҡ тамсылар, болот, томан һәм боҫ хәлендә була. Конденсат барлыҡҡа килгәндә һыу атмосферанан яуым-төшөм, ямғыр, ҡар, боҙлауыҡ, ысыҡ рәүешендә ергә төшә. Дөйөм алғанда Ерҙең һыу өлөшө гидросфера, ә ҡоро өлөшө криосфера тип атала. Һыу Ерҙәге бөтә организмдар өсөн иң мөһим матдә булып тора. Ерҙәге тормош һыу мөхитендә барлыҡҡа килгән тигән фараз бар.

9 . Һыу әйләнешенең тулы циклы атмосферала 10 көн, йылғала 20 көн, күлдәрҙә 7 йыл, ә океанда 3000 йыл бара

  • Ә нимә ул тәбиғәттә һыу әйләнеше? Бер әкиәт тыңлағыҙ әле.

" Борон- борон заманда шишмәкәй йәшәгән, бына шул шишмәкәй, донъя күреп киләм тип, гөрләүек булып ағып киткән, шунан ул йылғаға ҡушылған, бер төнөн шишмә томанға әйләнеп, өҫкә күтәрелгән, ә иртәнсәк ҡояш йылытҡас, ул болотҡа әүерелгән. Өҫтә һыуыҡ, һалҡын булғас, ул ямғыр булып кире ергә әйләнеп ҡайтҡан икән. Ҡышҡыһын инде ул ҡар бөртөктәре булып ергә төшә икән."



Викторина " Йылға- күлдәр һәм диңгеҙ- океандар".

  1. Планетала нисә океан бар?

  2. Иң ҙур океан ул ... (Тымыҡ Тихий)

Иң бәләкәй океан ул .. (Северный Ледовитый Төнъяҡ Боҙло)

  1. Боҙлоҡтар(ледники) нимәнән барлыҡҡа килә? Ҡар

  2. Океандарҙа йөҙөп йөрөгән ҙур боҙҙар киҫәге нисек атала? Айсберг

  3. Ер аҫты һыуҙары ер өҫтөнән ҡалҡап сығып ағып китһә ул нимә була? Шишмә

  4. Һыуҙа йәшәгән ваҡ күп төрлө тере организмдар.планктон

  5. Ниндәй хайуанбер юлы 250 л һыу эсә ала?

  6. Ниңә күлдәр ҡоромай? Һыу аҫтан сыға, йылға ағып төшә.

  7. Ниндәй үҫемлек һыуҙа ғына үҫә? Рис

  8. Аҡ, Ҡыҙыл, Ҡара, Һары был нимә ул?

  9. Планетабыҙҙағы иң тоҙло күл . Үле диңгеҙ Мертвое море.

  10. Ер шарындағы иң оҙон йылға. Нил

  11. Ниндәй күлдә беҙҙең илебеҙҙең Рәсәйҙең 80% эсәр һыуы, ә планетаның 5-тән 1 өлөшө булған эсәр һыуы бар. Байкал

  12. Ниндәй хайуан ҡойроғо менән балыҡ тота?

  13. Ниндәй 2 балыҡ, төрлө әкиәттәрҙә йәшәһә лә кешенең теләктәрен үтәй?

  14. Ҡарлуғастар ҡасан аҫтан осалар? Ямғыр алдынан, сөнки бөжәктәр ямғыр алдынан аҫҡа төшә.

Физ -ка.

Баҫтыҡ. Әгәр был һүҙҙә һыу булһа торабыҙ, әгәр был һүҙ һыуға бәйле булһа ҡул күтәрәбеҙ,әгәр ҙыуға бәйле булмаһа сәпәкәй итәбеҙ.

Һыу - болот, күләүек, ҡар, бәҫ, боҙбармаҡ

Бәйле- корабль, аҡҡош, кит, тәлмәрйен, томбойоҡ

Бәйле түгел - ел, таш, ҡая, хәреф.



- Кем иҫләй, эсәр һыу Ер шарында нисә процент ҡына тинек әле?

- кешеләргә, тере йәндәрҙең һәммәһенә лә һыу кәрәк.Кешенең организмы ла һыуҙан тора. Кеше аҙыҡһыҙ 2 ай тирәһе йәшәй алһа, һыуһыҙ 5 көндән артыҡ йәшәй алмай. Хәҙер һеҙгә ошондай һорау:

- кешегә эсерҙән тыш, һыу нимәгә кәрәк?( йыуыныу, мунса инеү, тамаҡ бешереү, һауыт-һаба , кер , иҙән - тәҙрә йыуыу, гөлдәргә һыу ҡойоу, баҡсаға, йорт хайуандарына...)

-бына күпме нәмәгә һыу кәрәк! һыу булһа - йәшәү була, һыу юғалһа - тормош та юғала, туҡтала тигән һүҙ. Сөнки һыу- йәшәү эликсыры. Сөнки һыуҙан да ҡәҙерлерәк, ҡиммәтерәк нәмә юҡтыр.

4-се сообщение. . " Вода! Вода, у тебя нет ни вкуса, ни запаха, ни цвета; тебя невозможно описать; тобой наслаждаются, не ведая, что ты такое! Нельзя сказать, что ты необходима для жизни: ты - сама жизнь. Ты наполняешь нас радостью, которую не объяснить нашими чувствами …Ты самое большое богатство на свете ", - писал о воде Антуан де Сент-Экзюпери.

Ләкин һыуға ҡурҡыныс янай.

Мин -һыу,

Һуҡранып йәшәйем,

Һулҡылдап илайым,

Һыуһаным таҙалыҡҡа,

Нисек таҙарайым.

Мин - һыу, тонсоғам,

Һулышым ҡыҫыла,

Һуҡыр булмағыҙ-

Мине -ҡотҡарығыҙ!





Йыл һайын һыу ятҡылыҡтарына мәңәрләгән химик ҡалдыҡтар әләгә. Пестицидтар, нитраттар, фосфаттар ,нефть продукттары. Ошо бысраныуҙар эҙһеҙ үтмәй: һыу аҫты донъяһы һәләк була, күпме балыҡ, ҡоштар, киттар, дельфиндар, хатта акулалар ярға ташланып үлә.

- Ә бысранған һыу кешегә зыянлымы икән? Әлбиттә. Эсәр һыуың, һыу ингән ерең бысраҡ булһа - бик ҡурҡыныс, хатта төҙәлә алмаҫлыҡ ауырыуҙар йоҡторорға мөмкин. Былар инде ҙур фажиғә илтә.

-Ошо фажиғә булмаһын өсөн үҙебеҙ өлөш индерә алабыҙмы? ( ....)

Эйе, балалар, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә лә күпме яҡшылыҡ, файҙа эшләргә була! Әгәр мин, һин, ул, улар тәбиғәтте һаҡлау өсөн нимәлер эшләй икән, ниндәйҙер һыуға ҡарата яуызлыҡтан тыйыла икән - планетабыҙ ҙа тере , саф, таҙа булыр, йәшәүе лә күңелле булыр!

Һәм, һеҙгә, һыуҙың һүҙҙәрен еткерергә теләйем: " мин, һыу, кешеләргә өндәшәмен! Мине ҡасан ҡәҙерләргә өйрәнерһең? Әгәр мине юҡҡа сығарһағыҙ, Зәңгәр планетабыҙҙы үлтерәһегеҙ бит! Был - Тамсыҡай, минең өлөшсәм, уны һаҡлағыҙ, яҡлағыҙ".

-Балалар! Һеҙҙең ҡулығыҙҙа бәләкәй генә яҡлауға мохтаж булған Тамсыҡай. Әйҙәгеҙ, ошо тамсыҡайҙы өҫкә күтәрәйек. Ҡарағыҙ, " Тамсынан күл йыйылыр" тигән башҡорт халҡы.Әгәр һәр беребеҙ 1 тамсы ғына һыуҙы ла һаҡлап алып ҡалһа, һаҡсыл тотонһа, беҙ планетабыҙҙағы һыуҙы һаҡларға булышлыҡ итәсәкбеҙ!

Ямғырҙар яуып торһон,

Шаулатып иген үҫһен,

Һәр төрлө емештәрҙән

Өҫтәлдәр һығылып торһон.

Самауырҙан сәйҙәр ҡойоп

Балалар эсеп туйһын.

Олоһо ла, кесеһе лә

Һыу ҡәҙерҙәрен белһен!













 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал