- Учителю
- Разработка классного часа на тему Без ислэйбез(7 класс)
Разработка классного часа на тему Без ислэйбез(7 класс)
Беҙ иҫләйбеҙ һеҙҙе шағир-яугирҙәр......
(асыҡ класс сәғәте)
Төҙөнө: Таһирова Гүзәлиә Мөҙәрисовна ҡыҙы.
Маҡсат: уҡыусыларҙа илгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағир- яуғирҙарға ҡарата ихтирам тәрбиәләү;
Йыһаҙландырыу: мультимедиа проекторы, экран, компьютер.
Таҡтала:
Һалдат һуғышты һайламай. Ул һуғышты иғлан да итмәй. Ул бары тик, биргән антына һәм хәрби бурысына тоғролоҡло булып, халыҡ һәм Ватан исеменән бирелгән бойороҡто ғына үтәй.
Уның ҡаһарманлығы, батырлығы, Тыуған илгә ихтирамы һәм мөхәббәте нәҡ бына шунда күренә.
Класс сәғәтенең барышы.
1. («Вставай страна огромная» исемле йыр уйнай)
Презентация күрһәтеү. ( Һуғыштың дәһшәт яғын сағылдырған фотолар менән)
1-се алып барыусы:
Аҡ ҡайындар йыл да шаулай- шаулай
Һағыш булып япраҡ яралар.
Ә йәндәрҙә беҙҙең, ә йәндәрҙә
һулҡылдай ҙа һыҙлай яралар…
(Муса Сиражи).
2-се алып барыусы:
Һуғыш йәшһеңме һин?, ҡартмы?- тип ҡарап тормай, барыһында үҙ дәһшәт ҡосағына алып китә. Бөйөк Ватан Һуғышы быға дәлил булып тора. Был Бөйөк һуғыштв Башҡортостандан бик күп шағирҙар ҡатнаша. Күбеһенең исемен беҙ белмәйбеҙ, кемделер шиғырҙары аша ғына беләбеҙ, кемделер танып беләбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы күп талантлы, маһир яҙыусылар, шағирҙар һуғыш яланында ятып ҡалалар. Бөгөнгө беҙҙең класс сәғәте, шул яугирҙәргә бағышлана.
2.(Слайдта окоптарҙа яҙып ултырған һалдаттарҙы күрһәтеү)
1-се алып барыусы: Һуғыш … Биш йыл буйы дауам иткән һуғыш…
Күпме кешеләрҙең ғүмерен өҙгән ҡәһәр һуҡҡан һуғыш. Был яу күп башҡорт шағирҙарының һәм яҙыусыларының ғүмерҙәрен алып китә. Улар араһында: С. Мифтахов, М. Хәй, А. Карнай, М. Харис, Х. Кунакбай, Т. Мурайа, Б. Мукамай.
2-се алып барыусы:
Ә беҙ бит күптәренең исемдәрен белмәйбеҙ. Кемдеңдер шиғырҙары килеп еткән, кемдәрҙеңдер ижады бөтөнләй, һалдатттар менән бергә ҡара ер аҫтында ятып ҡала. Беҙ уларҙы оноторға тейеш түгелбеҙ........(Һуғыш тураһында видеояҙма)
Уҡытыусы: Уҡыусылар, әйҙәгеҙ һанап китәйек, башҡорт яҙыусылары, шағирҙары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан? (Уҡыусылар һанай, уҡытыусы ярҙам итә)
(Мостай Кәрим, С. Мифтахов, М. Хәй, А. Карнай, М. Харис, Х. Кунакбай, Т. Мурайа, Б. Мукамай, Төхвәт Морат, Мәҙғәр Абдуллин, Гәли Әхмәҙи, Ғәмир Дәүләтшин, Нур Исмәғилов, Сабир Кинйәкәй, Зиннәт Кутип, Зөфәр Мансуров, Әхмәт Шакири, , Ғәйнән Әмири, Тимер Арслан, Ғәли Әхмәти, Ғабдулла Байбурин, Шәриф Биҡҡол, Әҡрәм Вәли, Батыр Вәлид, Муса Ғәли, Хәҡим Ғиләжев, Фәйзи Ғүмәров, Ғәмир Дәүләтшин, Кәҙер Даян, Нәжиб Иҙелбай, Нур Исмәғилов, Әхтәм Ихсан, Хәниф Кәрим, Сабир Кинйәкәй, Сәлих Кулибай, Яҡуб Ҡулмыҡай, Хөсәйен Ҡунаҡбай, Зиннәт Ҡотип, Зөфәр Мансуров, Бәҙруш Моҡамай, Сөләймән Муллабаев, Төхвәт Морат, Фаиҡ Мөхәмәтйәнов, Назар Нәжми, Ғилемдар .
(Әҙиптәрҙең фотоларын слайдта күрһәтеү.)
1-се алып барыусы.
Тын ҡал, иптәш!
Ҙур һынаулы йылдар килгән саҡта
Беленә икән кемдең-кемлеге.
Бер минутлыҡ тынлыҡ менән
Иҫкә алайыҡ бөгөн беҙ һеҙҙе.
(1 минут тынлыҡ).
2-се алып барыусы
Ә шулай ҙа бер көн
Тыуған яҡҡа ҡайтты Ҡайтмағандар!
Исемдәре гөлгә күмелгән,
"Хәтер китабы"нда ҡайтты улар -
Һәйкәл булып баҫты Ҡайтмағандар.
Тыуған тупраҡта
Мәғрүр һәйкәл булып…