7


  • Учителю
  • Рабочая программа по башкирскому языку для 7 класса

Рабочая программа по башкирскому языку для 7 класса

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

школа-интернат №3

Калининского района городского округа город Уфа

Республики Башкортостан





РАССМОТРЕНО:

ШМО учителей башкирского языка и ИКБ Протокол №1 от 25.08.2016 г.

Руководитель ШМО

__________Г.М. Тагирова

СОГЛАСОВАНО:

ЗД УВР

______Л.Г. Субхангулова

26.08.2016 г.

УТВЕРЖДАЮ:

Директор МБОУ ШИ №3

_____________И.З. Ярмеева

Пр.№336 о/д от 31.08.2015 г.













Рабочая программа

Башкирский язык

7 а класс











Составила:

Тагирова Гузалия Мударисовна,

Учитель башкирского языка





Уфа-2016

Аңлатма яҙыу.

Эш программаһы 70 сәғәткә бүленгән (аҙнаһына 2 сәғәт)

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-ХI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Г. - Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа 3-сө төп дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһыныңе "уҡыу планына" ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.



Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән:

1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.

2. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

3. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Маҡсаттар һәм бурыстар:

1. Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу

(аудирование).

2. Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәлекимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

3. Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

4. Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.

5.Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролдәргә бүлеп, сылбыр буйынса уҡыу, тексты магнитофон яҙмаһынан тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү кеүек эштәр башҡарғанда, һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.

6. 5-6-сы кластарҙа алған белемдәр тулыландырыла. Темалар буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу, диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә.

7. Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала.

8. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла.

Эш программаһы 70 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт)

Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең

7-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. - Өфө: Китап, 2008. Программа кимәле : базис.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты :

1. Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I - XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

2. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Өфө: Китап, 2009.

3. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-8-се кластары өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Өфө: Китап, 2006.

4. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле буйынса уҡыусыларҙың телмәр үҫтереүенә, яҙма эштәренә, дәфтәр тотоуҙарына һәм яҙма эштәр үткәреүгә берҙәм талаптар. (Протокол №4, 13 ғинуар 2010 йыл)



Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. - Өфө: Китап, 2008. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

I. Яңынан мәктәпкә (3 сәғәт)

5-6-сы кластарҙа алған белемдәрҙе тулыландырыу. Был тема буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу. Диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә. Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала. Бәйләнеп ше текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла. Көҙ, көҙгө эштәр, уңыш йыйыу темаһы төп урындарҙың береһен алып тора.

Мәктәп, уҡыу. китап, икмәк, уңыш, емеш-еләк тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар менән танышыу.

Грамматика:

6-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

II.Ауыл тормошо (4 сәғәт)

Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, хеҙмәт, игенсе хеҙмәте тураһында әңгәмәләр үткәреү. Игенсе эшенең нескәлектәрен һөйләү. Ауыл тормошоноң ҡала тормошонан айырмалы яҡтары тураһында аңлатыу. Ауыл еренән сыҡҡан күренекле шәхестәрҙең тормош юлы менән таныштырыу, осрашыуҙар ойоштороу. Был тема буйынса яҙылған әҫәрҙәр уҡыу. Грамматика:

Ҡылым, һүҙбәйләнеш, һөйләм төҙөлөшө.

III.Башкортостан буйлап сәйәхәт (7 сәғәт)

Башҡортостан тураһында 1-6 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлап, белгән фактик материалды эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү. Был тема буйынса уҡыусыларға яңы мәғлүмәт биреү. Тыуған еребеҙҙең сал тарихы барлығын, Башҡортостан тураһында рус яҙыусылары, «Урал» эпосы, һуңғы йылдарҙағы тарихи Башҡортостан ерендә үткәрелгән фәнни экспедициялар мәғлүмәттәре менән таныштырып китеү («Арҡайым», «Сынташты», боронғо ҡалалар, алтын әйберҙср табыу һ.б. тураһында), бының өсөн һуңғы йылдарҙа сыҡҡан матбуғат баҫмаларына мөрәжәғәт итеү. Был тема буйынса тәҡдим ителгән әҫәрҙәр менән танышыу, уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш алып барыла.



Грамматика:

Яңғыҙлыҡ исемдәр.

IV. Спорт. Спорт кәрәк-ярактары (6 сәғәт)

Кешегә сәләмәт булыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәк икәнлеген аңлатыу һәм ил турала уҡыусылар менән һөйләшеү, әңгәмә ойоштороу. Уҡыусылар үткәре спорт менән ҡыҙыҡһыныуҙары, күренекле спортсмендар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Спорт тураһында теле-радио тапшырыуҙары, газета материалдары буйынса һөйләү.

Башкортостанда спорт төрҙәре. Спорт өлкәһендә данлыҡлы кешеләр. Грамматика:

Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәреф, өндәре, һөйләм төрҙәре.

V.Мин һәм минең ғаилә (12 сәғәт)

Уҡыусы үҙенең ғаиләһе тураһында тулы һәм иркен һөйләй белергә тейеш. Сөнки был тема йылдан-йыл ҡабатлана. Ғаилә ағзаларын дөрөҫ атау, уларға ихтирамлы и иғтибарлыбулырға өйрәтеү. Ғаилә, ғаилә ағзалары тураһында яҙылған әҫәрҙәр уҡыу, уларҙы аңлы ҡабул итергә өйрәтеү, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү. Уҡылған әҫәрҙәр буйынса план төҙөргә өйрәтеү, план буйынса һөйләү. Телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә. Был бүлектә билдәле рәссамдарҙың әҫәрҙәре күп кенә урын алған. Картинаны ҡарай, аңлай һәм уның йөкмәткеһен һөйләргә өйрәтеү.

Грамматика:

Ҡылым. Ҡылымдарҙың заман, зат, һан менән үҙгәреше.

VI. Әсәйҙәр байрамы. (4 сәғәт)

Әсәй, өләсәйҙәрҙең изгелеге, ҡәҙере хаҡында әҫәрҙәр уҡыу, йөкмәткеһе өҫтөндә эш төрҙәре башҡарыу, һүҙлек байлыҡтарын арттырыу. "Катын- ҡыҙҙар байрамы тураһында әңгәмәләр, иртәлектәр үткәреү, данлыҡлы ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыуҙар ойоштороу.

Грамматгла:

Теркәүес тураһын да төшөнсә. Теҙеү теркәүестәре.

VII. Сәнғәт оҫталары. ( 5 сәғәт)

Республикабыҙҙың данлыҡлы һәм арҙаҡлы шәхестәре менән танышыуҙы дауам итеү. Сәнғәт оҫталарының тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу. Теле-радио тапшырыуҙар, яҙмалар ҡарау. Уларҙың әҫәрҙәрен таныу, данлыҡлы кешеләребеҙ тураһында һөйләй белеү. Йырҙар өйрәтеү, бергәләп йырлау, һәләтле балалар менән йырҙар өйрәнеү. Мәктәп сәхнәһе өсөн концерт номерҙары әҙерләү.

Грамматика:

Эйәртеү теркәүестәре. Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Теркәүес темаҙын нығытыу.

VIII. Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? Исемдәрҙә-ил тарихы (3 сәғәт)

Был тема кеше исемдәренән башҡа тау, ер, һыу атамалары менән берлектә алып барыла. Исемдәрҙең мәғәнәһе, уның кеше холоҡ-фиғеленә тәьҫир итеүе. Данлыҡлы кешеләрҙең исемдәренә бәйләп, төрлө тарихи ваҡиғалар һөйләү, әҫәрҙәр уҡыу. Атамалар буйынса легендалар, риүәйәттәр уҡыу ҙа дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә ярҙам итәсәк.

«Исемдәрҙә-ил тарихы», «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?» темаһына иртәлектәр үткәреү, уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтерергә, кеше алдында сығыш яһау өсөн ярҙам итәсәк.

Грамматика: Бәйләүестәр. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәһен ҡабатлау.

IX. Борон-борон заманда...(3 сәғәт)

Башҡорт халыҡ ижады темаһын киңәйтеү, уҡыусыларҙың белгәндәрен тулыландырыу, һүҙ байлығын, һөйләү телмәрен үҫтереү маҡсат булып тора. Күберәк иғтибарҙы тексты аңлы ҡабул итеү һәм йөкмәткеһен һөйләү белеүгә йүнәлтеү. Бында башҡорт халыҡ әкиәттәрен башҡа Ф. Туғыҙбаеваның «Тайыштабан ниңө уйнарға сыҡманы?» әкиәте лә урын алған. Уларҙың айырмаһын билдәләп үтеү кәрәк.

Грамматика:

Киҫәксә тураһында төшөнсө. Киҫәксәләрҙең бүленеше. Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы.



X. Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ ( 3 сәғәт )

Иң төп темаларҙың береһе-берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ. Бында тик кешеләр араһындағы дуҫлыҡ тураһында ғына һөйләшеү бармаясаҡ, ә халыҡ-ара булған мөнәсәбәттәр ҙә иғтибар үҙәгендә торорға тейеш. Был тема буйынса уҡыусыларҙы аңлап фекер йөрөтөргә һәм һөйләй белергә өйрәтеү. Уҡылған әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе буйынса фекр алышыу, әңгәмә ойоштороу.

Грамматика:

Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ымлыҡтар. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.

XI. Йәмле йәй (20 cәғәт)

Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Уҡыусылырҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Тәбиғәтте күҙәтеү, алған тәьҫораттар буйынса фекер алышыу. Был айҙарҙа уҙғарылҙан Милли байрамдар менән таныштырыу, улар тураһында белгәндәрен һөйләү. Балаларҙың йәйгее ялы, хеҙмәте, ололарға ярҙамы тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.

Грамматика

7-се класта үткәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.



Бүлек темалары

Сәғәттәр һаны



Тикшереү

эштәре.

Контроль

эштәр.

1.

Яңынан мәктәпкә.







2.

Ауыл тормошо







3.

Башҡортостан буйлап сәйәхәт







4.

Спорт. Спорт кәрәк-яраҡтары







5.

Мин һәм беҙҙең ғаилә.







6.

Әсәйҙәр байрамы







7.

Сәнғәт оҫталары.







8.

Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? Исемдәрҙә-ил тарихы.







9.

Борон-борон заманда...







10.

Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ









11.

Йәмле йәй













Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар:



1. Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү;

2. Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу;

3. Эпик һәм лирик әҫәрҙәр айыра белеү;

4. Программала ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең тексын ятлау, 8-10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

5. Художестволы, фәнни популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу;

6. Художестволы әҫәрҙәр тасуири уҡыу;

7. Ҙур булмаған хикәйәләрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү.

8. Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһиәмиәте;

9. Фонетика, телмәр өндәре, ижек баҫым, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр;

10. Графика алфавит; хәрефтәрҙең өндәрҙе сағылдырыуы төшөнсәләре;

11. Лексик һүҙҙең лексик мәғәнәһе; һүҙҙең тура һәм күсмә мәғәнәһе; синоним, антоним, омоним;

12. Исемдәрҙең һан, килеш менән үҙгәреше, күплек һәм килеш ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы, яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы;

13. Ҡылымдарҙың заман, һан, зат менән үҙгәреше;

14. Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре, уларҙың яҙылышы, һөйләмдәге роле.

15. Ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу.



Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе

Үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү хакактерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  1. Башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  2. Тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  3. Дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  4. Һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  5. Тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проектар төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлығынан, уҡыусыларҙың белем кимәлен сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙесиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

Һорауҙарға яуаптар-1

Диктант-5

Изложение-2

Инша-2

Календарь-тематик планлаштырыу



Материаль-техник ҡулланмалар

  1. Телевизор;

  2. Компьютер;

  3. Принтер;

  4. DVD проигрыватель

  5. Аудио-видеомагнитофон.

  6. Уҡыу-уҡытыу методик әҙәбиәт теҙмәһе.

  1. Ғәбитова З.М., Усманова М.Ф. 9 класс. Башҡорт теле. Өфө, 2014.

  2. Башҡорт теле буйынса уҡытыу программаһы. Ижевск, 2008.-61 б.

  3. Агишев И.М., Биишев Ә.Г. Башҡорт теленең һүҙлеге:- 2 томда, Мәскәү. 1993.-987

  4. Ураҡсин З.Ғ. Урыҫса-башҡортса һүҙлек:-2 томда, Өфө, Китап, 2005.-

  5. Ураҡсин З. Ғ Хәҙерге башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге: Өфө. 2004.-527 б.

  6. Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге: Өфө, 2006.-ҡҡҙ б.

  7. Әхтәмов М.Х. Грамматика һүҙлеге: Өфө, 2007.-172 б.

  8. Әхтәмов М.Х. Антонимдар: Өфө, 2009.-343 б.

  9. Әхтәмов М.Х. Синонимдар һүҙлеге: Өфө, 2006.-250 б.



  1. Белем биреү интернет ресурстары теҙмәһе.

Башҡорт телен өйрәнеү өсөн булдырылған сайттар:

  1. tel. bashqort.com/ home

  2. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының электрон журналы.

  3. ostaz.ru/</</b>

Башҡорт теле порталы.

  1. bashqort-tele.narod.ru/

  2. Башҡорт форумы-http: // www. Bashforum.net/



































































































7 а класс



Инеш диктант



Көҙ уртаһы

Октябрҙә ағастар яланғаслана, көн һыуыта башлай.Ямғырҙар йыш яуа. Шуға, халыҡ календары буйынса,уны бысраҡ ай,тип тә йөрөтәләр.һуңғы күсмә ҡоштар көньяҡҡа осоп бөтә. Ҡышлаусалар аҙыҡ эҙләп, ауып тирәһенә яҡын килә. Хайуанддар, ҡоштар ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә.Туҙбаш, ҡара йыландар һәм тәлмәрйендәр ауыҡ урындарға йәшеренеп,ҡышҡы йоҡоға тала. Айыуҙар, бурһыҡтар көҙ көнө шул тиклем һимерә, уларҙың майы ҡыш буйына үҙҙәренең өңдәрендә тыныс йоҡларға етә.

  1. четверть

Тыуған ил

Тыуған ил ҡайҙан башлана? Бәләктәй саҡта ла, ҙурайғас та, ҡартайғас та кешеләр ошо һорауға яуап эҙләйҙәр. Ә яуап бик тә ябай - Тыуған ил ул һинең үҙеңдән, һинең өйөңдән, атайың менән әсәйеңдән, олатайың менән өләсәйеңдән, күрше йорттарҙа йәшәгән тиҫтерҙәреңдән, үҙең уҡыған мәктәп, ҡаланан йәки райондан, республиканан башлана. Кешегә йәшәр өсөн Тыуған ил шулай кәрәк!

  1. четверть.

Ҡышты кем нисек үткәрә?

Буранлы ҡыш етте.Бөтә ерҙе мамыҡ кеүек ап-аҡ ҡар ҡапланы.Урмандағы кейектергә һәм ҡоштарға ауыр көндәр килде. Ҡыш айыу менән терпе үҙ өңдәрендә йоҡлай.Төлкөләр,бүреләр,аҙыҡ эҙләп, урман һәм ҡырҙарҙа йөрөй.Ҡуянды дошмандарынан аҡ төҫө, оҙон ҡолаҡтары, үткер күҙҙәре һәм йүгерек аяҡтары һаҡлай. Мышылар ҡышын ағас ҡайыры менән туҡлана,үлән,мүк соҡоап ашай. Ҡорҙар,һуйырҙар ҡышты ҡар аҫтында үткәрә.Ҡыҙылтүштәр,ҡарабаш турғай кеше йәшәгән ерҙәргә яҡыныраҡ килә.Иртәнән кискә тиклем урманда тумыртҡа туҡылдауы ишетелә.

  1. четверть Тәбиғәт ҡосағында.

Тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итергә яратаһығыҙмы?

Яратаһығыҙҙыр.Тәбиғәткә барған һәр сәфәрҙән һуң тын иркенәйеп,яҙылып ҡала бит.Йылға буйҙарын ҡыҙырыу, емеш-еләк, бәшмәк йыйыу, балык ҡармаҡлау, тау-таштарға күтәрелеү,ҡоштар һайрауын ләҙҙәтлнеп тыңлап, урмандарҙы таң ҡаршылау үҙе бер иҫтәленле сәхифә була, ғүмерҙең һағынышлы бер сәғәте булып хәтергә уйыла.Тәбиғәт менәән аралашыу нығый.Күңелдә донъяға һөйөү,матурлыҡҡа наҙ тойғоһо көсәйә төшә. Көс-ҡеүәтең, сыҙамлылығың арта.Рухың сыныға...һәр ваҡыт үҙенә саҡырып торғандай йәмле төйәктәр.

  1. четверть Балан

Ап-ак сәскә атҡан баланды кем генә белмәй.Уның сәскәһе бал ҡорттарын да үҙенә тарта.Иүкәнән һуң иң күп бал биргән ағас ул.Балан сетябрь, октябрь айҙарында өлгөрә.Емештәрен тәүге һалҡындарҙан һуң йыя лар. һыуыҡтан һуң балан тәмләнә. Бал ан ды ҡышҡылыҡҡа ике төрлө юл менән һаҡлап була. Тәлгәшләп йыйылғанды соланға баулап эләләр.Тирелгән баланды кунәккә тултыралар ҙа һыу ҡойоп туңдыралар.һыу менән ҡуша туңған емеш һәйбәт һаҡлана.Баланды йыйғанда ҡыуағында ла ҡалдырырға кәрәк, сөнки ҡышын уны ҡоштар ҙа ашай.























 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал