7


  • Учителю
  • Разработка открытого урока по теме Памятник Салавату Юлаеву

Разработка открытого урока по теме Памятник Салавату Юлаеву

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Дәрес темаһы: Салауат Юлаев һәйкәле.

Дәрестең төрө: Яңы материалды өйрәнеү, нығытыу.

Дәрестең маҡсаты:

1)Европала иң ҙур атлы һәйкәл һаналған- Салауат Юлаев һәйкәле менән танышыу. Милли батырҙың һынын эшләүсе авторҙарҙы белеү. Монументаль скульптура хаҡында әңғәмә йөрөтөү. Салауат Юлаев тураһында иҫкә төшөрөп белемде камиллаштырыу

2) Уҡыусыларға геройҙың һәйкәлен күрһәтеп рухи яҡтан үҫтереү. 221-се күнегеү аша милли аңды тәрбиәләү. Әңгәмә үткәреү: башҡорт атына һоҡланыу, халҡыбыҙҙың үткәненә хөрмәт, ҡыҙыҡһыныу, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

3) Текст менән эшләү, һүҙҙәрҙе тәржемә итеү. Архитектураға ҡараған башҡорт һүҙҙәре менән танышыу. Был үҙ сиратында телмәр үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Көтөлмәгән һөҙөмтәләр: Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: Салауат Юлаев һәйкәле хаҡында һорауҙарға яуап ҡайтара белеү, Монументаль скульптураны аңлау.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын,маҡсатын билдәләргә, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып белеү; милли батыр тураһында белемде камиллаштырыу;

в) коммуникатив: шиғырҙы уҡыу, диалогта ҡатнашыу, үҙ-ара аралашыу. Шәхес булараҡ формалаштырыу УУЭ һөҙөмтәләре: уҡыу процесына ыңғай мөнәсәбәт булыу, ҡыҙыҡһынына белеү, белем алыуға ынтылыш.



Йыһазландырыу: Салауат Юлаев һәйкәленең портреты, 8-се синыф дәреслеге, Салауат Юлаев майҙанының фотоһүрәттәре. Һәйкәл буйынса слайд-шоу, Чехияның баш ҡалаһында булған Ян Жижка һәйкәленең фотоһы (Был сағыштырыу өсөн, бәхәс бара иң ҙур атлы һәйкәл тигән һорауға. Өфө һәйкәле менән Прага һәйкәле араһында.)



Дәрес барышы.

Ойоштороу моменты. Балаларҙы тынысландырыу. Дәрескә әҙерләнеү.

I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу. Белемдәрҙе актуалләштереү. Өйгә эште тикшереү

А. А. Кузнецовтың «Салауаттан һорау алыу» картинаһы буйынса иншаны йыйып алыу. Һорауҙар биреү:-10 минут1.Картинала һүрәтләнгән күренеш Салауат тормошоноң ҡайһы осорона тура килә?

2. Салауаттан һорау алған урынды тасуирлағыҙ.

3. Cалауат нисек һүрәтләнгән?



4. Һорау алыусылар нисек һүрәтләнгән?

5. Персонаждарҙы һүрәтләүҙә ниндәй төҫтәр өҫтөнлөк итә?

1. Салауатты ҡулға алынған ваҡыт.

1774 йыл.

2. Ҡараңғы , моңһоу, ҡотһоҙ.



3. Ғорур, бөркөт ҡарашлы, баһадир кәүҙәле, һынмаҫ рухлы, нәфрәт ҡараш ташлап тора.

4. Мыҫҡыл ҡараш, нахаҡ йөҙ, әкиәттәге насар көстәге геройҙар менән сағыштырып була.

5. Ҡараңғы, ҡара төҫтәр. Картинаға ҡарау менән моңһоҙлоҡ уяна.



Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу. . Карточкалар таратыу, Картина буйынса тағы 3 һорау-.5 минут

II. Яңы теманы үҙләштереү.

Яңы теманы аңлатыу: Салауат Юлаев һәйкәле.-10 минут

Һәйкәл буйынса уҡытыусы һөйләй: Европа буйынса иң ҙур атлы һәйкәл һаналған Салауат Юлаев һәйкәле баш ҡалабыҙҙың ғорурлығы һәм рух күрһәткесе булып тора. Туристарҙың яратҡан урыны һанала. Салауат Юлаев һәйкәленең бейеклеге гранит постаменты менән бергә 19, 8 метр, ауырлығы 40 тонна. Ул Ленинградтың «Монументскульптура» заводында суйындан ҡойолдо. Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссаме скульптор Сосланбәк Дафаевич Тавасиев ижад иткән был һәйкәл (архитектор БАССР-ҙың халыҡ рәссаме И.Ғ. Ғәйнетдинов) баш ҡалабыҙҙың символына әйләнде. Ул Ырымбур юлы менән машинала үткәндә лә, самолеттан да бик һәйбәт күренә. Салауат көслө ҡулдары менән теҙгенде тартып, ярһыу арғымағын яр ситендә туҡтатҡан да, өҙәңгеһенә баҫып ҡалҡа биреп, үткер күҙҙәре менән Ағиҙел аръяғын күҙәтә. Йөҙөндә-ихтыяр көсө, ныҡлы, ышаныс. Ҡамсы тотҡан уң ҡулы яуҙаштарын алға ташланырға саҡыра. Сосланбәк Дафаевич Тавасиевҡа 1970 йылда СССР-ҙың дәүләт премияһы бирелде.

4. Яңы теманы нығытыу. -10 минут.

221-се күнегеүҙе башҡарыу.

"Салауат һәйкәле" исемле текст менән эшләү. Яңы һүҙҙәрҙе яҙыу. (Теҙген-вожжи, арғымаҡ-аргамак, суйын-чугун, ҙур ҡаҙаныш-ольшое достижение, ихтыяр көсө-сила воли, мөһабәт-величественный)

Ял минуты:

Батырҙың һәйкәле буйынса презентация (Слайд-шоу) күрһәтеү. Салауат Юлаев һәйкәле менән Прагала урынлашҡан Ян Жижка һәйкәлен сағыштырыу. Әңгәмә. Фото һүрәт ҡарау.

Белемде нығытыу: Парлап эшләү, диалог формаһында һорауҙар биреү.

6. Өйгә эш биреү-5 минут. (111-се бит, бирелгән һорауҙарға яуап яҙырға)

V. Дәресте йомғаҡлау. Рефлексия.

-Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?

- Нимәгә өйрәндегеҙ?

-Дәресте ниндәй кәйеф менән сығаһығыҙ?

-Дәрестә әүҙем, яҡшы эшләнегеҙ. Афарин.

Уҡытыусы баһаһы.









 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал