7


  • Учителю
  • 12 апреля - день космонавтики (на башкирском яз.я)

12 апреля - день космонавтики (на башкирском яз.я)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

12 апрель - космонавтика көнө

</ Класс сәғәте. Үткәрҙе: Абузарова Динара Мухаметгалеевна

Маҡсат: 1. Уҡыусыларҙы космонавтика көнө менән таныштырыу.

2. Космосты үҙләштереү, космосты үҙләштергән бҡйөк кешеләр тураһында мәғлүмәт биреү

3. Ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, үҙ илең менән ғорурланыу хисе тәрбиәләү

Йыһазландырыу:фотолар, һүрәттәр, презентация



Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле.

  2. Психологик инеш. ( СЛ. 1)

  3. СЛ. 2

12 апрель - Космонавтика көнө. 1961 йылдың апрель айының йәмле иртәһен кешелек донъяһы бер ҡасан да онотмаҫ. Сөнки ошо көндө рус егете Юрий Гагарин космосҡа юл аса. Йәғни ошо көндө кеше беренсе тапҡыр космоста була. Космосҡа осҡан кеше Юрий Гагарин беҙҙең алда йылмайып баҫып тора. Ул бөтә донъяға йылмайып ҡарап торған кеүек. Беҙ йәшәгән планетаға, ҡояшҡа, урмандарға, яландарға... "Ер шарын урап сыҡҡас планетабыҙҙың ни тиклем матур, күркәм булыуын күрҙем. Эй, кешеләр! Ошо матурлыҡты һаҡлағыҙ һәм яҡлағыҙ!" тип кешелеккә өндәшкән ул.

Эйе, беҙ йәшәгән Ер шары бик матур. Йәшел үҫемлектәре, төрлө бейеклектәге тауҙары, төрлө хайуандары, эсәр һыуҙары, һулар һауаһы бар уның.



Кем бер планетанан икенсе планетаға осоп йөрөгәндәрҙе, күсеп йөрөгәндәрҙе тураһында берәй фильм йәки әкиәт, китап уҡығаны бар?

Ошо нисек атала? Фантастика. Нисек уйлайһығыҙ, бәлки ошо фантастика киләсәктә булыр микән, юҡмы икән?

Уйын " Ҡыҙыу һорау". "Марста тормош бармы?" тигән һорауға яуап эҙләйек.

Хәҙер беҙ һеҙҙең менән "Йондоҙло сәғәт" (СЛ. 3 ) уйыны уйнаясаҡбыҙ.



1 тур. (СЛ.4)

  1. Ҡайһы ғалим беҙҙең илдә космонавтиканы үҫтереүгә ҙур өлөш индерә?

  1. Аристорнг

  2. Циолковский

  3. Иванов

  1. Космосҡа иң беренсе булып осҡан хайуан (эт) исеме. (СЛ.5)

  1. Лайка

  2. Стрела

  3. Шарик

  1. Ракеталарҙы конструкторлаусы кеше (СЛ. 6)

  1. Гагарин

  2. Циолковский

  3. Королев

4.Космосҡа иң беренсе осҡан кешене атағыҙ (СЛ.7)

1. Титов

2. Гагарин

3. Леонов

5. космонавтика көнө нисәнсе йылдан билдәләнә башлай? (сл.8)

1. 2011 йылдың 12 апреле

2. 1971 йылдың 12 апреле

3. 1961 йылдың 12 апреле

6. беҙҙең илдән иң беренсе булып ниндәй ҡатын-ҡыҙ космосҡа осҡан? (СЛ.9)

1. Валентина Терешкова

2. Соколова

3.Николаева

7. Совет космонавтарынан кем иң беренсе асыҡ космосҡа сыҡҡан? (СЛ.10)

1 .Гагарин

2. Леонов

3. Терешкова

8. космонавтарҙы айға еткереүсе космик кораблде атағыҙ (СЛ.11)

1. Апполон - 11

2. Аппарат

3. Армсторнг

9. Ҡояш системаһындағы бөтә планеталарҙың да бер һыҙыҡҡа теҙелеүе нисек атала? (СЛ.12)

1. Планеталар йүгереүе

2. Планеталар һикереүе

3. Планеталар парады

10. Осоусы космик аппарат нисек атала? (сл.13)

1. Ракета

2. Самолет

3. Вертолет

2 тур.

  1. Йыһанды күҙәтеү өсөн астрономик прибор нисек атала? (СЛ.14)

  1. Очки

  2. Бинокль

  3. Телескоп

  1. Беренсе телескопты кем уйлап тапҡан? (сл.15)

  1. Галилео Галиллей

  2. Николай Коперник

  3. Декарт

3.Ҡояш системаһындағы иң ҙур планета. (сл.16)

1. Венера

2. Юпитер

3. Ер

4. Ерҙән күренгән иң сағыу, яҡты планета (сл.15)

1. Венера

2. Ай

3. Марс

5. Ҡояш системаһындағы иң бәләкәй планета (сл.16)

1. Меркурий

2. Уран

3. Плутон

6. Ҡояш системаһындағы ниндәй планетаны Ҡыҙыл планета тип йөрөтәләр? (сл.17)

1. Марс

2. Нептун

3. Венера

7. Ҡояш системаһындағы ниндәйурынға кеше аяғы баҫҡан? (сл.18)

1. Марс

2. Меркурий

3. Ай

3 тур

  1. Ниндәй планетаны иртәнге йондоҙ тиҙәр? (сл.19)

1.Ай

2. Венера

3. Юпитер

2. Ерҙең Ҡояш тирәләй әйләнеүен ҡайһы ғалим иҫбатлаған? (сл.20)

1. Николай Коперник

2. Галилей

3. Королев

3. Астрономик күҙәтеүҙәр ере, здание (сл.21)

1. Планетарий

2. 20-се этаж

3. Обсерватория

4. Айҙа һауа бармы? (сл21)

1. Бар

2. Юҡ

3. Белмәйем

5. Шырпыны Айҙа яндырһаң ни булыр? (сл.22)

1. Һүнә

2. Яна

3. Белмәйем

6. Ҡайһы миҙгелдә Ер Ҡояшҡа яҡыныраҡ? (сл.23)

1. Йәй

2. Яҙ

3. Ҡыш

4 тур 2 уҡыусы ҡала. Һүҙҙәр төҙөү (сл.24)



Космонавтика

Обсерватория



Йомғаҡлау. Еңеүсене бүләкләү. Еңеүсегә һүҙ биреү. (сл.25)







 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал