- Учителю
- Викторина ко дню республики Башкортостан
Викторина ко дню республики Башкортостан
Республика көнөнә арналған викторина
Маҡсаттары: 1) балаларҙың тыуған ер тураһындағы белемдәрен арттырыу,
2) тыуған ергә һөйөү, патриотизм тәрбиәләү,
3) уҡыусыларҙа бер-береһенә ярҙам итеү, команда менән эшләй белеү кеүек сифаттар тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: ПК, проектор, экран, презентация.
Уйын барышы:
-Хәйерле көн, уҡыусылар! (1 слайд)
Башҡортостан! Һин икмәкле тупраҡ,
Йәшел урман, болон, тау, дала.
Йәнһеҙгә-йән, йәмһеҙгә йәм биргән
Һин ут һәм һыу, һауа һәм дауа.
Бар булғаның һинең үҙеңдеке-
Ер аҫтың һәм өҫтөң - хазина.
Китаптарың юҡта, китап итеп,
Тарих яҙғанһың һин ташыңа.
-Был юлдар Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең "Башҡортостан" шиғырынан өҙөк. Белеүегеҙсә, тиҙҙән 11 октябрь - Республика көнө билдәләнәсәк. Беҙ ҙә ошо көнгә арналған сараларға үҙ өлөшөбөҙҙө индереп, бөгөнгө викторина уйынына йыйылдыҡ.
( 2 слайд)
Шарттар ябай ғына: 3 команда - 8а,8б, 8в кластары - уйын һорауҙарына яуап бирәсәк. Уларҙың яуаптарын һәм мәрәйҙәрҙе (очколарҙы) баһалама ағзалары иҫәпләп барыр. Көйәрмәндәр ҡарап ҡына ултыралар. Уларға ла сират етер. Командаларға ярҙам итмәҫкә!
-
Башлар алдынан йәрәбә һалайыҡ. (һауыт эсендә 3 йомарлам ҡағыҙ киҫәгендә номерҙар яҙылған: 1, 2, 3)
-
Йәрәбә һалынды, командаларға һүҙ бирәбеҙ.Үҙегеҙ менән таныштырып, девизығыҙҙы әйтегеҙ.
Командаларҙың сығышы.
-1 турҙы башлайыҡ. (исемен атарға) (3 слайд асырға)
1 тур «Минең республикам» (4 - 9 слайдтар)
- 6 һорау һәм һәр һорауға 1 мәрәй
Һорау уҡыла һәм командалар үҙ-ара кәңәшләшә.
-
Яуап әҙерме, әгәр яуап бирә алмайһығыҙ икән , һорау икенсе командаға күсә.
2 тур «Башҡортостан тәбиғәте» (10 - 24 слайдтар)
-
Был турҙа ла 6 һорау һәм 1-әр мәрәй.
Һорау уҡыла һәм командалар үҙ-ара кәңәшләшә.
-
Яуап әҙерме, әгәр яуап бирә алмайһығыҙ икән , һорау икенсе командаға күсә
-
Ә хәҙер командалар саҡ ҡына ял итеп алғансы, тамашасылар менән уйнап алайыҡ. Ил, тыуған ер тураһында мәҡәлдәрҙе дауам итергә.
Иле барҙың -........................... (теле бар)
Көсөк тә ........................................(үҙ ояһында көслө)
Алтын-көмөш сыҡҡан ерҙән..........................................(тыуған-үҫкән ил яҡшы)
Үҙ ерем -.............................................................(алтын бишек)
Сит илдә солтан булғансы, ................................(үҙ ереңдә олтан бул)
-
Командалар менән уйынды дауам итәбеҙ.
3 тур «Ҡалалар» (25 - 37 слайды)
-
Был турҙа ла 6 һорау һәм 2-әр мәрәй.
Һорау уҡыла һәм командалар үҙ-ара кәңәшләшә.
-
Яуап әҙерме, (әгәр яуап бирә алмайһығыҙ икән , һорау икенсе командаға күсә)
4 тур «Билдәле кешеләр». (38 - 44 слайдтар)
-
Был турҙа һорауҙар Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй кимәлендә билдәле кешеләр тураһында ла буласаҡ. Был турҙа ла 6 һорау һәм 2-әр мәрәй.
-
Һорау уҡыла һәм командалар үҙ-ара кәңәшләшә.
-
Яуап әҙерме, (әгәр яуап бирә алмайһығыҙ икән , һорау икенсе командаға күсә)
Блиц-турнир (45 слайд )
-
Викторина һорауҙары тамам, жюри балдарҙы иҫәпләгәнсе, тамашасыларға бер-нисә йомаҡ. ( 5 йомаҡ уҡырға)
-
Жюри һүҙ ала, еңеүселәр бүләкләнә.
-
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!!!
Был сараны ошондай шиғыр юлдары менән тамамлағы килә:
-
Ниндәй ер һин! Ер алтының түгел,
Күңел алтындарың - мең алтын.
Йырлап тора телең. Йөрәгеңдә
Ерҙәр тетрәтерлек дәрт, ялҡын.
-
Йөрәгегеҙ һәр саҡ ялҡынлы , дәртле, телдәрегеҙ татлы булһын. Тыуған республикабыҙ менән ғорурланайыҡ, уны яратайыҡ һәм һаҡлайыҡ! Рәхмәт барығыҙға ла!