7


  • Учителю
  • Ер-һыу атамаларын өйрәнеү үҙенсәлектәре.

Ер-һыу атамаларын өйрәнеү үҙенсәлектәре.

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание: Башҡорт теле буйынса кластан тыш эштәрҙә төрки сығанаҡлы ер-һыу атамаларын өйрәнеүҙе индереү балаларға туған телдең байлығын күрһәтеү һәм үҙләштереү өсөн кәрәк.Топонимдарҙың мәғәнә йөкмәткеһе халыҡтың тарихы, культураһы,менталитет үҙенсәлектәре менән тығыҙ бәйләнг
предварительный просмотр материала

Ер-һыу атамаларын өйрәнеү үҙенсәлектәре.

Башҡорт теле буйынса кластан тыш эштәрҙә төрки сығанаҡлы ер-һыу атамаларын өйрәнеүҙе индереү балаларға туған телдең байлығын күрһәтеү һәм үҙләштереү өсөн кәрәк.Топонимдарҙың мәғәнә йөкмәткеһе халыҡтың тарихы, культураһы,менталитет үҙенсәлектәре менән тығыҙ бәйләнгән.Аңлашылмағанлыҡтан ҡулланылыштан төшөп ҡалған,яһалышын һәм мәғәнәһен аңлатыуҙы талап иткәндәре лә бар.

Был эште уҡыусыларға топонимика,этимология терминдарын аңлатып,һүҙлектәр менән эш итергә өйрәтеүҙән башларға кәрәк.Микротопонимдарҙы өйрәнеү,тау-таш,ауыл исемдәрен аңлатыуҙы мин үҙемдең бурысым тип һанайым.Дөйөм Дәүләкән районындағы, Ҡоръятмаҫ,Алға ,Яңы Тормош ауылдары тирә-яғындағы,Асылыкул буйҙарының ер-һыу атамаларының мәғәнәһен,яһалышын күберәк осраҡта үҙем аңлатырға тырышам.Ә ул атамалар шул тиклем күп!Ололарҙан һорашып, Рәшит Шәкүрҙең "Ерҙең хәтер китабы"нан уҡып та өйрәндек беҙ уларҙы.

Төрки сығанаҡлы ер-һыу атамалары түбәндәгесә яһалырға мөмкин:

1) кеше исемдәренән (Ҡыҙрас,Боранғол,Ҡупаяр,Мәкәш,Әбкәрим умарталығы,Нураш ҡойоһо ,Бикташ,Иҫәнсапҡан,Зәйнулла аҡланы,Василий аҡланы,Бикәҡарағы йылғаһы,Бәҙиҡә тауы һ.б.);

2)төҫө буйынса(Аҡҡолай-аҡ ҡола),Ҡыҙылъяр(ҡыҙыл яр),Ҡараҡойо,Ҡаратабын күле-ҡара табын ырыуы торған ер(Асылыкулдең тәүге атамаһы);

3)обьекттың формаһы,ҙурлығы буйынса (Оло Урҡар, Бәләкәй Урҡар,Кесе Урҡар,Бүләк,Арҡылыбүләк,Оло Бүләк,Кесе Бүләк,Оло Ҡойо,Түңәрәк аҡлан,Урман аҡланы);

4). уларҙың ҡасан барлыҡҡа килеүенә ҡарап:Алға,Яңы Тормош,Яҡты Йондоҙ-колхозлашыу осоронда Ҡоръятмаҫтан бүленеп сыҡҡан ауылдар,Яңауыл-Ҡоръятмаҫ ауылының йәштәр урамы;



5)хайуандар,ҡоштар,балыҡтар атамаларынан:Айыу баҫыуы,Бөркөт соҡоро,Берғаҙан һаҙлығы-пеликан(легенда ), Өйҙөрәк(өйрәк),Үгеҙ ҡулы),Алабейә ҡойоһо,Ябалаҡлы,Ябалаҡ ҡойоһо;

6)эш һәм хәрби ҡоралдарға бәйле (Завод тауы);

7)иҫәп буйынса:Дүртөйлө урамы ,Өстүбә ,Яңғыҙ түбә,Берғаҙан.

8)һөнәр,кәсепкә бәйле:Тимертырнаҡ,Ташҡаҙыған,Ташҡурғы,Иҫәнсапҡан;

9). Тау исемдәре:Таштау,Норатау,Улаҡлытау,Ослотау,Завод тауы,Ҡарағас тауы,Бәҙиҡа тауы.

10)килеп сығышы буйынса:Ҡаҙран(ҡаҙыған),Йырбаҡан(йырып аҡҡан,Аслыкул яҙ көндәре йырып быуаға ағып сыҡҡан урын),Сығыш ҡулы(көн тыуыу-ҡояш ҡалҡҡан яҡ),әрәмә(урема),Төн бите( ҡояш байыған урын),Имәнтөбәк,Ҡабыҡкүпер,Суҡйерек,Оҫҡонноуяҙ,Имәнсейәлек .Ҡоръятмаҫ ауылының тирә-яғында "ҡул", "ҡар","үр","түбә" һүҙҙәре менән ҡушма атамалар бик күп.



1."Ҡар"-Ҡар ҡулы,Урҡар,Оло Урҡар,Бәләкәй Урҡар;

2."Ҡул"-Ильяс ҡулы, Сығыш ҡулы,Иген ҡулы,Ҡар ҡулы,Шәриф ҡулы,Сығыр ҡулы;

3."Түбә"-Яңғыҙтүбә,Өстүбә;

4."Бит"-Төн бите,Сыпай бите,Урҡар бите,Имәнсейәлек бите.

5.Ҡойо,шишмә атамалары ла бик күп беҙҙең ауылда, улар Өйҙөрәк йылғаһының һыуын байыталар:Улаҡлытау ҡойоһо,Оло ҡойо,Ябалаҡлы ҡойоһо,Нураш ҡойоһо,Ҡараҡойо,Гөлбикә ҡойоһо,Иҫәнсапҡан (Хәниф)ҡойоһо,Ҡаҙран ҡойоһо,Алабейә ҡойоһо,Төнҡамыш ҡойоһо.

6."Төн"һүҙе менән дә исемдәр бар:Төн бите,Төнҡамыш ҡойоһо.

Уҡытыусы ер-һыу атамаларының килеп сығышын,яһалышын дөрөҫ аңлатырға һәм уҡыусыларҙан да шуны талап итергә тейеш.

Балаларға түбәндәге эш төрҙәрен тәҡдим итергә була:

1.ауыл эргәһендәге ер-һыу атамаларын йыйыу;

2.тау,йылға,күл исемдәре буйынса һүҙлек төҙөү;

3.тыуған яҡ тәбиғәте тураһында һүрәтле,аңлатмалы альбом сығарыу;

4.урындағы һәм ваҡытлы матбуғат баҫмаларында сыҡҡан топонимияға бәйле материалдарҙы туплау;

5.доклад, реферат кеүек фәнни эштәр әҙерләү;

6.микротопонимдарҙың барлыҡҡа килеү тарихын белгән кешеләрҙән һорашып, ауыл, район ер-һыу атамаларының исемдәре тупланған яҙма журналдар,альбомдар сығарыу;

Бындай эштәрҙең файҙаһы ифрат ҙур.Беренсенән, уҡыусылар өлкәндәр менән аралашырға өйрәнә;икенсенән,уларҙың яҙыу,яҙып алыу һәләте үҫә.Өсөнсөнән, был эштәрҙең практик әһәмиәте лә бар:микротопонимдар юғалмаҫ өсөн теркәлә бара.

Башҡорт теле буйынса кластан тыш эштәр балаларҙың телгә ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәртә,фекерләү ҡеүәһен арттыра,ә ер-һыу атамаларын өйрәнеү иһә уларҙа ҡыҙыҡһыныусанлыҡ,һүҙҙәргә иғтибарлылыҡ,тыуған яҡ тәбиғәтенә ихтирамлы ҡараш тәрбиәләй.Исемдәре аңлатылмаған атамалар ҙа байтаҡ әле:Көйөк,Оҫҡонноуяҙ,Томтаҡ,Шаҙай…

Ер-һыу атамаларын өйрәнеү-бер көнлөк кенә,бер кешенең генә эше түгел.Топонимик атамаларҙы, уларҙың аңлатмаһын төрлө ваҡытта, төрлө кешеләрҙән яҙып алдыҡ.Ә киләсәк быуын белһен өсөн уларҙы яҙып,мәғәнәһен аңлатыу һис шикһеҙ иң отошло юл дыр.Эҙләнеү эштәре дауам итә.Ә алға маҡсаттар, бурыстар ҡуйып йәшәү тормошобоҙҙо тағы ла йәмләй,ҡыҙыҡлыраҡ итә.





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал