- Учителю
- Урок по башкирскому языку. «Зима», 9 класс
Урок по башкирскому языку. «Зима», 9 класс
Тема: Беҙ ҡышты ла яратабыҙ.Хәлдәрҙе ҡабатлау.
(Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡыған 9 класс уҡыусылары өсөн)
Маҡсат:
1. "Ҡыш" темаһы буйынса уҡыусыларҙың белемдәрен, һүҙ байлыҡтарын арттырыу, телмәр үҫтереү.
2. Хәлдәрҙе ҡабатлау.
3. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһаҙландырыу: һүрәттәр, таблица, карточкалар.
Дәрес барышы:
-
Ойоштороу мәле.
-
Дежур менән әңгәмә.
-Кем бөгөн дежур?
-Бөгөн ниндәй көн?
-Дәрестә кем юҡ?
Артикуляцион күнегеү.
Шиғырҙы уҡыу.
-Был юлдарҙа нимә тураһында һүҙ бара?
-Беҙ бөгөн дәрестә ҡыш тураһында һөйләшербеҙ,Фәүзиә Рәхимғолованың "Ҡыш" шиғыры менән танышырбыҙ,хәлдәрҙе ҡабатларбыҙ.
Дәфтәрҙәргә датаны, теманы яҙып ҡуйыу.
-
Өй эшен тикшереү.
-
Нимә ул хәл?
-
Хәлдәрҙең ниндәй төрҙәрен беләһегеҙ?
-
Миҫалдар.
-
Төп өлөш.
-
Фәүзиә Рәхимғолованың тормош һәм ижад юлы менән ҡыҫҡаса таныштырыу.
1921 йылдың 15 декабрендә Ишембай районы Йәнрус ауылында тыуған.
Интернатта тәрбиәләнә.
Һуғышҡа тиклем Башҡорт педагогия институтында уҡый
Өфө моторҙар заводында эшләй.
Ишембай районында уҡытыусылыҡ итә.
1930 йылдарҙа шиғырҙар яҙа башлай.
Беренсе китабы-шиғырҙар йыйынтығы- "Яҡын дуҫ"(1947)
20-ләп китап авторы.
Бөгөн беҙ уның "Ҡыш" шиғырын уҡып үтәрбеҙ(42 бит).Иң элек яңы һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ.
-
Яңы һүҙҙәр:
-
Әйтерһең- как будто
-
Муйыл-черемуха
-
Тәлгәш-кисть,гроздь
-
Ябалаҡлап-хлопьями
-
Йылғыр-быстрый
-
Бәҫ-иней
-
Көрт-сугроб
-
Шиғыр өҫтөндә эш:
-
Уҡытыусының тасуири уҡыуы.Бер нисә уҡыусы уҡый.
-
Һүҙлек эш.Тәржемә итеү.
-
Шиғырҙы анализлау.
- Был шиғырҙы уҡығанда һеҙҙең күҙ алдында нимә,ниндәй картина, һүрәт барлыҡҡа килде?
- Шиғырҙы тыңлағанда ниндәй көй ишетелә?Моңһоумы, әллә күңеллеме, шатлыҡлы йә шаянмы,маршы йә талғын көймө?
- Нисек уйлайһығыҙ, автор был шиғырҙы яҙғанда ниндәй кәйефтә булған?
- Ниндәй миҙгел тураһында һүҙ бара?Авторҙың уға ҡарашы, мөнәсәбәте ниндәй? Ҡайҙан белеп була?
- Һеҙҙең ошондай күренеште күҙәткәнегеҙ бармы?Оҡшаймы ул һеҙгә?
-Шиғырҙың ҡайһы юлдары һеҙгә нығыраҡ оҡшаны һәм хәтерҙә ҡалды?Шиғырҙың лейтмотивы итеп ниндәй юлдарҙы алырға була?
-Шулай итеп, шиғырҙың темаһы, идеяһы ниндәй?
-Автор ниндәй тел саралары ҡуллана?Миҫалдар.Улар ниндәй роль үтәйҙәр? (муйыл сәскәһендәй, таң нурындай,коньки йырлай, ер аҡ шәлен ябынған, бәхет һипкән төҫлө һәм башҡалар )
-
Карточкалар менән эш.
Бирем:һүҙтеҙмәләрҙән хәлдәрҙе табырға, уның төрөн билдәләргә.(таҡта алдында)
Тауҙа байрам, ҡышын матур, туғайҙарҙа саңғы эҙҙәре, әкрен генә яуа, бер-ике көн һыуыҡ торҙо, бер нисә тапҡыр әйтте, шатлығынан ҡысҡырҙы,иртә-кисен уйнайҙар,урамда рәхәт.
-
Һүрәттәр менән эш(группаларҙа).
Бирем: һәр группаға 3 һүрәт бирелә, бирелгән һөйләмдәр араһынан улар үҙҙәренең һүрәттәренә тап килгәнен табып,ул текстты дауам итергә тиештәр.)
-
Ике иптәш саңғыла йөрөргә ярата.Бер көн улар урманға барҙы.Унда бик матур ҡош күрҙеләр..
-
Балаларҙың яратҡан байрамы-Яңы йыл килеп етте.Зал матур биҙәлгән.Уртала шыршы тора…
-
Юлиә,Коля һәм Артур бөгөн ҡар бабай эшләнеләр.Мороно кишерҙән, ҡулдары таяҡтан, башына биҙрә кейҙерҙеләр…
-
Беҙҙең йылға буйындағы ағас ап-аҡ булған,ул бәҫкә күмелгән.Ҡыҙылтүштәр һыуыҡтан ҡурыҡмай…
-
Мәктәптән һуң балалар уйнарға сыҡты. Раил конькиҙа, Игорь санала шыуа,ә Катя саңғылы…
-
Кейектәргә ҡышын ҡыйын.Айыу, сысҡандар йоҡларға ята…
IV.Йомғаҡлау. Тест.
-
V.Баһалау.
VI. Өй эше. 81 күнегеү(кроссвордты сисергә)