7


  • Учителю
  • Урок, Презентация, Р. Бикбаев, стихотворение

Урок, Презентация, Р. Бикбаев, стихотворение

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Башҡортостан Республикаһы мәғариф министырлығы

Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты

Дәүләкән районы муниципаль районы

мәғариф бүлеге

ТЕМА:

Рауил Бикбаевтың «Тәбиғәттең теле асылған саҡ»

шиғырын өйрәнеү



Башҡарыусыһы:

Дәүләкән ҡалаһы 4-се һанлы

лицейының башҡорт теле

һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Кәримова Рәсимә Ғайса ҡыҙы

Маҡсат:

1. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев ижады, шиғыр йөкмәткеһе менән таныштырыу.

2. Уҡыусылырҙың һүҙлек байлығын арттырыу, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү.

3. Яҙғы тәбиғәттең матурлығын күрһәтеү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһаҙландырыу:

Р. Бикбаевтың портреты, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары, компьютер, проектор, ҡурай моңо яҙылған аудиотаҫма.

Дәрес барышы:

1.Иҫәнләшеү.

Уҡытыусы:

Һәр көн һеҙҙе сәләмләйем

Һөйөклө тыуған телдә.

Тыуған телһеҙ, тыуған ерһеҙ

Йәшәй алмай бер кемдә.

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Әйҙәгеҙ, бер - беребеҙҙе йылмайышып сәләмләйек!

Уҡыусылар:

Һаумы ҡояш, һаумы дуҫым,

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

Ҡояш, һауа, тыуған ер,

Йән тыныслығын бир.

Мин сәләмәт, мин матур

Салауат кеүек батыр.

2. Артикуляцион күнегеүҙәр

Уҡытыусы: Башҡорт телендә дөрөҫ һөйләшер өсөн телдәрҙе шымартып алайыҡ әле.

1.Башҡорт телендәге өндәрҙе ҡабатлау. Ә, ө, ҡ, ғ, ҫ, ҙ, һ, ү, ң

2.Телтөҙәткес.

Тә- тә- тә- ултырабыҙ дәрестә

Са- са- са- һөйләшәбеҙ башҡортса

Ый- ый- ый- уҡыусы шиғыр уҡый

Ыш-ыш-ыш- беҙ шундай тырыш.


3. Бөгөнгө дәрестең темаһын билдәләр өсөн һеҙгә уҡыусылар һүрәттәр алып килдем. Был һүрәттәрҙә ниндәй йыл миҙгеле һүрәтләнгән? Һүрәттәге ағастарға ҡарап һеҙҙә ниндәй тойғолар уянды? (Уҡыусылырҙың яуаптары). Бөгөн уҡыусылар беҙ һеҙҙең менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Р. Бикбаевтың тормош юлы һәм ижады менән танышасаҡбыҙ. Шағирҙың «Тәбиғәттең теле асылған саҡ» шиғырын уҡыясаҡбыҙ

4.Яңы тема. Уҡытыусы Р. Бикбаевтың биографияһы менән таныштыра. / Слайд. Яҙыусы портреты.

«Тәбиғәттең теле асылған саҡ» шиғыры буйынса эш. Һүҙлек эше. (уҡыусылар хор менән уҡытыусы артынан һүҙҙәрҙе уҡый, тәржемә итә, һүҙлектәренә яҙып ала / Слайд)

Шыйыҡ - жидкий ( -ая , -ое)

Һығыу - выжимать

Һырылып - прильнув

Хаҡ- дөрөҫлөк

Уҡытыусы ҡурай моңо аҫтында шиғырҙы уҡый.Уҡыусылыр уны рус теленә тәржемә итә һәм үҙ аллы уҡый. Шиғырҙы уҡыусылар сылбырлап уҡыйҙар.

Һорауҙарға яуаптар:

1.Тәбиғәттә япраҡ яҙын үҙен нисек һиҙҙерә.Шиғырҙан ошо юлдарҙы ҡабат уҡып күрһәтегеҙ.

2.Тәбиғәт менән кешегә яҙ миҙгеле нимә алып килгән? Автор был турала нисек әйтә?

Табып уҡыйбыҙ.

3.Тел асыла, сабый япраҡ, ярһып шыбырлай, тел ос, тел осонда талпына, ялғанға юлыҡма һүҙбәләнештәрен нисек аңлайһығыҙ?

Ял минуттар

Күрһәт әле, үҫкәнем

Сәскә нисек үҫкәнен.

Бына шулай, бына шулай,

Бына шулай үҫәләр.

Күрһәт әле, үҫкәнем,

Ҡоштар нисек осҡанын.

Бына шулай, бына шулай,

Бына шулай осалар.

Уҡыусылар быйылғы йыл беҙҙең республикала ниндәй йыл тип иғлан ителде? (Яуаптар). «Тирә - яҡ мөхите хаҡлау» йылының эмблемаһы ниндәй? (Яуаптар). (Слайд. Эмблема). Унда нимәләр төшөрөлгән һәм нимә аңлата? Уҡыусылар ошо йыл менән бәйле һеҙ ниндәй эштәр башҡарҙығыҙ? Ошо эштәрҙе һеҙ артабан да дауам итергә уйлайһығыҙмы? Уҡыусылар тирә -яҡты, тәбиғәтте беҙ һаҡларға тейешбеҙ. Хәҙер беҙ һеҙҙең менән «Беҙ һаҡлауға мохтаж» кроссвордын сисәсәкбеҙ. (слайд)

1.Биш нәҙек билән ат,

Барыһынан да көслө ат.

Тауға менһә, таймаҫ ат,

Арыу - талыу белмәҫ ат.

(Ҡырмыҫҡа)

2.Ҡойроғо бик ҡыҫҡа,

Мөгөҙө ботаҡтай,

Сабырға бик оҫта.

(Болан)

3.Үҙе былай кес кенә,

Баҫҡан инем өҫтөнә.

Ҡойроғон өҙҙө тиҙ генә.

(Кеҫәртке)

4.Һыу өҫтөндә һары май.

(Томбойоҡ)

5.Башы бар - сәсе юҡ,

Күҙе бар - ҡашы юҡ,

Ҡанаты бар - оса алмай,

Болоттарҙы ҡоса алмай

(Балыҡ)

6.Сик - сик итә лә ситкә ҡуна

(Сиңерткә)

Бик яҡшы уҡыусылар, шулай итеп беҙ һеҙҙең менән кроссвордты ла сисеп бөттөк . Беҙҙең тәбиғәт һаҡлауға бик тә мохтаж, мин һеҙгә тәбиғәтте һаҡлау ҡағиҙәләрен уҡып ишетерергә теләйем.

1. Ҡош ояларына яҡын барма, уларҙы туҙҙырма.

2. Ҡоштар өсөн тағараҡтарға ем һал,оялар эшлә.

3. Сәскәләрҙе өҙмә, ҡыуаҡтарҙы һындырма.

4. Йылға, күлдәрҙе бысратмаҫҡа.

Йомғаҡлау. Өй эше: 1.Шиғырҙы тасуири уҡырға

2."Тәбиғәт- беҙҙең байлыҡ " темаһына бәләкәй инша яҙырға.



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал