7


  • Учителю
  • Дәрес планы Ноғман Мусин Атайымдың ос һәнәге

Дәрес планы Ноғман Мусин Атайымдың ос һәнәге

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Класс: 5

Тема: Ноғман Мусиндың "Атайымдың ос һәнәге" хикәйәһен өйрәнеү.

Маҡсат: Ноғман Мусиндың тормош юлы һәм ижады менән танышыу; уның әҫәрҙәре аша тәбиғәттең серҙәре менән таныштырыу; уҡыусыларҙың фекерләү кеүәһен үҫтереү, йүгерек, тасуири, аңлы, дөрөҫ уҡыу күнекмәләрен нығытыу; ос һәнәк тураһында белем биреү.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге формалаштырыу:

Шәхси: үҙеңә баһа бирә белеү

Регулятив: дәрестең маҡсатын белеү, эште планлаштырыу

Коммуникатив: дөрөҫ телмәр төҙөү

Йыһазландырыу: Н.Мусиндың портреты, презентация

Дәрес барышы

  1. Ойоштороу мәле: Һаумыһығыҙ!

Хәйерле көн теләп ҡояш ҡалҡа,

Уяналар ауыл, ҡалалар.

Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем,

Хәйерле көн һеҙгә балалар.

Ултырығыҙ, балалар!





  1. Психологик инеш. Ҡәҙерле уҡыусылар! Бөгөн беҙ дәрестә һеҙҙең менән Башҡортостандың күренекле яҙыусыһы һәм уның хикәйәһе менән танышасаҡбыҙ.

  2. Фонетик-орфоэпик күнегеү.

Ҡайырылып әсәй бесән саба,

Шулай саба ине элек тә.

Мин ташыған булам ҡосаҡлап та,

Һәнәк остарына элеп тә.





  1. Маҡсатҡа сығыу: Был шиғыр юлдарында нимә тураһында һүҙ бара?

(Балаларҙың яуабы).

  • Дөрөс, уҡыусылар, бөгөн беҙ һеҙҙең менән Ноғман Мусиндың "Атайымдың ос һәнәге" хикәйәһе менән танышасаҡбыҙ.

Яҙабыҙ дәфтәрҙәргә бөгөнгө числоны һәм теманы.

  1. Уҡытыусы һүҙе.

Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуған. Маҡар урта мәктәбен, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын, БДУ-ның филология факультетын тамамлаған. Армияла хеҙмәт иткән, тыуған ауылында дүрт йыл мәктәптә уҡытҡан. Оҙаҡ йылдар "Ағиҙел" журналы, "Башҡортостан" газетаһы редакцияларында, Башҡортостан китап нәшриәтендә,Яҙыусылар союзы идараһында эшләгән.

2001 йылда уға Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән юғары исем бирелде.

  1. Әҫәр өҫтөндә эш.Хикәйә тураһында баш һүҙ. Хәҙер инде хикәйәне уҡып китәйек. Мин уҡый башлайым, һеҙ ихтибар менән тыңлағыҙ. Таныш булмаған һүҙҙәрҙе билдәләй барығыҙ.Сылбырлап уҡыу.

  2. Физкультминутка.

Күрһәт әле, үҫкәнем, нисек бесән сабалар?

Бына шулай, бына шулай, шулай бесән сабалар.

Күрһәт әле, үҫкәнем, нисек бесән йыялар?

Бына шулай, бына шулай, шулай бесән йыялар.

Күрһәт әле, үҫкәнем, нисек кәбән ҡоялар?

Бына шулай, бына шулай, шулай кәбән ҡоялар.

Ял итеп алдыҡ. Хәҙер инде эшкә тотонайыҡ. Дәфтәрҙәрҙе асабыҙ, таныш булмаған һүҙҙәрҙе яҙып алабыҙ.

  1. Һүҙлек эше:

Һәнәк - вилы

Бимазалау - ҡамасаулау, беспокоить

Бакуй - ҡайырым, покос

Кәбән-стог

Йәп- сата, зуб, рожок

Өс йәпле һәнәк- вилы-тройчатки

Ҡомартҡы-реликвия, памятник

Үлә-бата-изо всех сил, из последних сил

Һоло- овес

Сатанлау, һылтыҡлау- аҡһау, хромать

Йәтеш-удачно

Кәр- көс, сила, мощь

Ҡутара - бик күп, вдоволь, очень много

Тилбер - етеҙ, йылдам, проворно, достаточно

Һалмауыр- рычаг

Ижади эш. Уҡыусылар бер-береһенә хикәйә буйынса һорау бирәләр. Тема-идеяһын асыҡлау.

  1. Рефлексив баһалау.

Дәресте йомғаҡлап нимә әйтергә була? (Уҡыусыларҙың фекерҙәрен тыңлау. ) Тимәк, Н.Мусин кем һәм уңың ниндәй хикәйәһен уҡыныҡ?

Был әҫәр һеҙгә оҡшанымы?

Нимәһе менән оҡшаны?

Тормошта шундай хәлдәр осраймы?

Кемдәрҙе ысын патриот тип һанайһығыҙ?



Дәресте мин ошондай һүҙҙәр менән тамалаһы килә: Ноғман Мусин башҡорт халҡының күңеленә кергән яҙыусы. Уның ижадында кешелеклек сифаттары алға ҡуыйла. Тәбиғәткә, ватанға, кешегә оло һөйөү тойғоһо уята. Яҙыусының әҫәрҙәрен уҡыған һайын уҡыһы килә. Бөгөн беҙ танышҡан хикәйәлә лә нәкъ ошо тураһында бара.

Беҙ балалар, һеҙҙең менән, юғары кластарҙа яҙыусы тураһында, уның бик матур күңел доньяһын яҡтырта торған хикәйәләре менән тағы ла тәрәнерәк танышырбыҙ.





  1. Бөгөн дәрестә айырыуса әүҙем ҡатнаштылар Эльвина, Рәнис, Ленар, Ғолшат уларға бишле.

  2. Өй эше: хикәйәнең йөкмәткеһен белеп килергә.Ос һәнәк һүрәте төшөрөргә.

  3. Ошоноң менән дәресебеҙ тамам.

Һау булығыҙ!

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!













































Башҡортостан республикаһы Мишкә районының Али Ҡарнай исемендәге Оло Шаҙы урта мәктәбе









Тема

Ноғман Мусин "Атайымдың ос һәнәге" хикәйәһен өйрәнеү









































Төҙөнө: башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы

Ситдикова Инзилә Илүс ҡыҙы









 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал