7


  • Учителю
  • Разработка урока в 5 классе на тему Мәҡәлдәр

Разработка урока в 5 классе на тему Мәҡәлдәр

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Тема: Башҡорт халыҡ ижады. Мәҡәлдәр.

Маҡсаттар: 1. Халыҡ ижадының бер төрө булараҡ мәҡәлдәрҙе үҙләштереү.

2. Һөйләмдә һһәм телмәрҙә уларҙы дөрөҫ ҡулланыу.

3. Халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһындырыу, телмәр үҫтереү, парҙарҙа эшләргә өйрәнеү, универсаль уҡыу эшмәкәрлеген булдырыу, уйлап - белеүҙе үҫтереү.

Йыһаҙландырыу: Халыҡ ижады йыйынтығы, мәҡәлдәр яҙылған карточкалар.

Дәрес барышы

Ойоштороу моменты: 1. Психологик ыңғай һәләт тыуҙырыу.

  • Хәйерле иртә балалар. Кәйефтәрегеҙ нисек. Көндө матур башлаһаң көн яҡшы үтә тиҙәр. Бер-беребеҙгә ҡарап йылмайып алайыҡ, дәрес алды шиғырын һөйләп алайыҡ.

2. Өй эштәрен тикшереү. Рәсем экспозицияһы яһау. Уларҙы балалар үҙҙәре баһалай. Бер баланан «Торна менән төлкө" әкиәтен һөйләтеү.

Актуальләштереү. - Һөйләнелгән әкиәттә торна төлкөгә ниндәй һабаҡ уҡыта? Ниндәй һүҙҙәр менән тамамлана әкиәт. Эйе, ашҡа аш менән, ташҡа таш менән. Был һөйләмде һеҙ нисек аңлайһығыҙ. Был һөйләм мәҡәл тип атала. Тимәк бөгөнгө темабыҙ нисек аталыр. Эйе, мәҡәлдәр тип. Теманы һәм датаны дәфтәргә яҙып ҡуябыҙ.

Маҡсатҡа сығыу: Дәрестә башҡорт халыҡ ижадының бер жанры булараҡ мәҡәлдәрҙе үтәсәкбеҙ. Уларҙы дөрөҫ һәм урынлы итеп ҡулланырға өйрәнәсәкбеҙ.

Яңы тема үтеү. Уҡытыусы һүҙе. - Мәҡәлдәр халыҡ ижадыың бер төрө. Улар ҡыҫҡа, ләкин тәрән мәғәнәле була. Һөйләгәндә ҡулланыла, әйтелгән фекерҙе матур итеп дәлилләү сараһы булып тора. Тыуған илде яратыу тураһында һүҙ барһа Үҙ илең алтын бишек тип әйтәбеҙ,. Мәҡәлдәр халыҡтың зирәклеген, тапҡырлығын күрһәтә. Мәҡәлдәр бик күп төрлө мәсьәләләргә арнала. Беҙ уларҙы бер нисә төркөмгә бүлеп ҡарайбыҙ. Әйҙәгеҙ улар менән дәреслектән танышып үтәйек. (балаларҙан мәҡәлдәрҙе уҡытыу, һәр бер темаға берәр мәҡәл яҙып ҡуйыу).

Парҙарҙа эшләү. Мәҡәлде дауам ит тигән эшлекле уйын уйнап алабыҙ. Төркөмдәргә теләк буйынса бүленәбеҙ. Карточкаларҙы бер-береһенә тура килтереп мәҡәлдәр килтереп сығарырға тейешһегеҙ. Тотондоҡ эшкә.

Кем эшләмәй, шул ашамай.

Белмәгәндең беләге ауыртмай.

Үҙ илең - алтын бишек.

Кейемдең яңыһы, дуҫтың иҫкеһе яҡшы.

Һуғыштан һуң йоҙроҡ төймәйҙәр.

Әҙәм эше менән, ағас емеше менән.

(Һәр бер төркөмдән бер бала яуап бирә, яуаптарын дәлилләргә тейештәр, яуаптарын баһалау).

Предмет ара бәйләнеш. - Балалар, ошо мәҡәлдәрҙе рус теленә тәржемә яҙап ҡарайыҡ эле. Бәлки, рус ауыҙ-тел ижадында ошо мәҡәлдәргә мәғәнә яғынан оҡшаш мәҡәлдәр барҙыр.

Старый друг лучше новых двух

Человек делами, а дерево плодами.

После драки кулаками не машут.

Кто не работает, тот не ест.

Ял минуты. Хәрәкәтләнеү.

Ижади эш. Үҙ илең - алтын бишек. Мәҡәл буйынса бәләкәй күләмле хикәйә төҙөргә. Бер -береһенә уҡып күрһәтергә.

Йомғаҡлау. Баһалау.

Рефлексия. Без нимәләр белдек.

Беҙ нимәгә өйрәндек.

Өй эше: Дәрестә өйрәнгән мәҡәлдәргә өҫтәп тыуған ил тураһында мәҡәлдәр яҙып килергә.

Малайҙарға: Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигән темаға кескәй хикәйә(ҡ,ғ һөйләмдән торған)

Ҡыҙҙарға: русса ла, башҡортса ла мәғәнә яғынан тура килгән бер мәҡәл яҙып килергә.











 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал